«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АСЫЛЫҢА ҠАЙТЫУ ӨСӨН ҮҘЕБЕҘҘЕҢ МӨХИТ КӘРӘК!
+  - 



"Өфө башҡорто" рубрикаһының сираттағы ҡунағы - юғары категориялы табип-эндокринолог, медицина фәндәре кандидаты Гөлзифа ӘБҮШАҺМАНОВА.

Бөтөн нәмә ғаиләләге тәрбиәнән килә, юҡҡа ғына "Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән", тимәйҙәр. Ниндәй ата-әсәй ҡулында тәрбиә алдығыҙ?

- Атайым - Башҡортостандың атҡаҙанған адвокаты Әбделхәй Ғизелхаҡ улы, әсәйем иҡтисад фәндәре кандидаты Хәмиҙә Ғәзиз ҡыҙы Байморатовтар. Атайым һәр саҡ алдан күрә белде һәм аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итте. 14 йәшенән тыуған ауылынан сығып китеп, Мораҡ педучилищеһында уҡый, 17 йәшендә инде Өфөгә юлланып, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә, һуңынан Свердловскиҙа юрист белеме ала. Үҙе генә белем тауын артылып ҡалмай, үҙенән һуң килгән ҡусты-һеңлеләрен Өфөгә килтереп, 1-се республика мәктәп-интернатына уҡырға урынлаштыра, уларҙың һәр береһенә имтихандар тапшырырға ярҙамлашып, баш ҡаланың төрлө вуздарына (БДУ, нефть, ауыл хужалығы, педагогия) уҡырға индерә. Ғаиләләрендәге 8 баланың етеһе - юғары белемле, ә Байморатов фамилияһы Күгәрсен районында ғына түгел, республикала бик билдәле. "Байморатовтар уҡымышлы кешеләр бит, уҡымышлы нәҫел", тигәндәрен шәхсән үҙемә йыш ишетергә тура килде.
Әсәйем Хәмиҙә Ғәзиз ҡыҙы ла Өфөгә республиканың икенсе мөйөшөнән - Балаҡатай районынан килә. Уны ла ҡәртнәйем ситкә ебәргеһе килмәй, әммә әсәйем колхоз рәйесе менән һөйләшеп, паспортын алып, баш ҡалаға сығып китә, БДУ-ның геология факультетына уҡырға инә. Университетта уҡыған йылдарында атайым менән осрашып, өйләнешеп, Өфөлә эшкә ҡалалар. Әсәйем ғүмер буйы БР Фәндәр академияһының Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегендә (хәҙер БР Фәндәр академияһының Иҡтисад институты) кесе, һуңынан өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, ике бала әсәһе булғас, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Атайым кеүек, ул да беҙгә гелән: "Уҡығыҙ, ҙур белемле кешеләр булығыҙ, тик белемле кеше генә был тормошта аяғында ныҡ, ышаныслы баҫып торасаҡ", - тип тылҡыны. Атай-әсәйем беҙҙең табип булыуыбыҙҙы теләне һәм уларҙың өмөттәрен аҡланыҡ, тип уйлайым. Өлкәнебеҙ Рита - бик яҡшы стоматолог, һеңлебеҙ Зөһрә - психиатр.

Бөгөн ҡалала башҡорт мәктәптәре бик күп, һеҙҙең осорҙа башҡорт мәктәптәре, ысынлап, бик булмаған да. Мәктәптә уҡыу йылдары ҡайһы яғы менән хәтерегеҙҙә ҡалды?

- 8-се синыфтан һуң ябай ҡала мәктәбенән Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына уҡырға барҙым һәм бында белем алыуым күп нәмәне хәл итте. Тап шунда мин ысын башҡорттарҙы күрҙем, башҡорт телен аңларға, һөйләшергә һәм үҙемдең туған башҡорт телендә яҙырға өйрәндем, башҡорт халҡының башҡа халыҡтарҙан төп айырмалығын аңланым - башҡорттар ныҡ түҙемле һәм тыныс, физик һәм рухи йәһәттән көслө, сыҙам, эшһөйәр һәм баҫалҡы, уйлап эш итеүсән (ысын башҡорттар бер ваҡытта ла ашығыс, уйлап еткерелмәгән ҡарар ҡабул итмәй), башҡа халыҡтарға ҡарата сикһеҙ түҙемлелек, изге күңеллелек һәм башҡаларға ярҙам итергә тырышыу, күңелдәренең музыкаль һәм ижади булыуы, шул уҡ ваҡытта математик фекерләү һәм зирәклек. Былар - башҡорттарҙың күпселегенә хас сифаттар һәм тап шуның өсөн мин милләтемде бик ныҡ яратам. Әгәр был уҡыу йортона эләкмәһәм, бөгөн үҙемдең тамырҙарымды, ырыу-затымды белмәгән бер манҡорт булып йөрөр инем. Ә тамырҙарыңды белеү, хатта 3-сө быуынға тиклем генә белеү ҙә, психологтар раҫлауынса, кешенең рухи, физик, хатта финанс именлеге нигеҙе ул.
Ҙур ауырлыҡтар аша үтеп булһа ла, улымды ла үҙемдең туған мәктәбемә - Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына уҡырға бирҙем һәм шуға ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Улым үҙе: "Бөтөнләй икенсе донъяға барып эләктем", - тине. Әйтерһең дә, уның бығаса йомоҡ булған күҙҙәре, икенсе һулышы асылды - башҡорт балалары араһында йәшәүе һәм аралашыуы уға хәҙер шул тиклем еңел һәм рәхәт. Тормошонда ҙур һәм яҡты маҡсаттары барлыҡҡа килде, ул ни өсөн яҡшы уҡырға һәм ниндәй бейеклектәргә ынтылырға икәнен яҡшы аңлай. Бөгөн минең ысын дуҫтарым һәм әхирәттәрем - интернаттағы синыфташтарым. Улар менән бик күп аралашабыҙ, осрашабыҙ, бер-беребеҙгә рухи ғына түгел, матди яҡтан да ярҙам күрһәтәбеҙ, улар менән ысынлап та, ышаныслы һәм рәхәт. Улымдың да тоғро һәм ышаныслы дуҫтары - синыфташтары булыуына шатланам, ул да, Алла бойорһа, улар менән ғүмер юлын бергә үтер тип уйлайым.

Киләсәккә табан барыу өсөн үткәндәрҙе, тарихыңды белергә кәрәк, тиҙәр. Һеҙ был фекергә ниндәй ҡарашта?

- Психологтар хатта шулай тип белдерә: Рәсәйҙә үҙенсәлекле хәл-торош барлыҡҡа килгән: үҙенең ресурстары һәм тәбиғи байлыҡтары буйынса иң бай илдә халыҡтың төп массаһы - бәхетһеҙ һәм ярлы, сөнки һуғыштар, инҡилаптар һәм репрессиялар һөҙөмтәһендә Советтар Союзының күпселек халҡы үҙҙәренең тамырҙарын онотҡан, ата-олаталарының ниндәй заттан һәм ниндәй лайыҡлы шәхестәр булыуын, үҙенең данлы тарихын белмәй. Ә тамырҙарын белмәгән, онотҡан, уның көсөнә таянмаған кешеләр - көсһөҙ, улар менән идара итеүе еңел, улар тормошта юғары уңыштарға өлгәшмәй, тимәк, бәхетле һәм бай була алмай.
Хәҙер республикабыҙҙа Рәсәй өсөн уникаль булған хәрәкәт - Шәжәрә байрамдары барлыҡҡа килде. Ул кешеләргә ете быуынына һәм унан да күберәк быуын ата-олаталарын белеү мөмкинлеге бирә. Минеңсә, бөгөн рәсәйҙәр ҙә, Башҡортостан халҡы ла, ниһайәт, тамырҙарыңды белеү зарурлығын, уның ауыр замандарҙы еңеп сығырға ярҙам итәсәген, көс биреүен аңланы һәм шуға ла улар үҙенең ырыу-затын белергә тырыша кеүек. Тап ошо нигеҙҙә үҙәк каналдағы "Мине көт" һәм "Үлемһеҙ полк" акцияһының, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарҙың ерләнгән урындарын асыҡлаусы һәм эҙләүсе эҙәрмәндәр отрядтарының барлыҡҡа килеүе лә юҡтан түгел. Былар барыһы ла бер төптән, барыһы ла кешеләр тамырҙарын эҙләп, ырыу көсө менән көсәйергә теләүҙән килеп сыҡҡан. Шөкөр, улар киңәйә һәм көс йыя бара.
Шәхсән үҙем ырыу көсө теорияһына ныҡ ышанам, сөнки тормошомда башҡорт мөхитенә барып эләккәс, ниндәй ихтирамға лайыҡ халыҡтың вәкиле булыуымды аңланым, ниндәйҙер эске көс, ышаныс, маҡсатҡа ынтылыш барлыҡҡа килде. Башҡорт мөхитендә генә, ниһайәт, атайымдың һәр саҡ ҡабатлаған: "Башҡорт халҡының лайыҡлы вәкиле булырға, уға хеҙмәт итергә һәм көсөңдән килгәнсә халҡыңа ярҙам итергә кәрәк", - тигән һүҙҙәренең асылына төшөндөм.

Тимәк, ҡанығыҙҙағы хәтер уянған, асылығыҙға ҡайтҡанһығыҙ. Бөгөнгө космополит йәштәрҙе лә үҙ асылына ҡайтарыу мөмкин, тимәк. Бының өсөн бары тик милли мөхит булдырырға кәрәк...

- 15-16 йәшемдә туған мәктәбем, һоҡланғыс уҡытыусыларым һәм тәрбиәселәрем ярҙамында асылыма ҡайттым, тиһәм дә була. Ул йылдарҙа беҙҙең барлыҡ уҡытыусыларыбыҙ ысын илһөйәрҙәр ине һәм беҙгә патриотик тәрбиә биреүгә барлыҡ көстәрен һалды, мейебеҙгә бик күп яҡшы һәм матур фекерҙәр һеңдерҙе. Ә интернатҡа тиклем рус мөхитендә башҡорт булыуым өсөн ҡыйырһытылып йөрөгәнемде хәтерләйем. Хатта ҡайһы саҡ атай-әсәйем беҙҙең менән башҡортса һөйләшһә, аңламағанға һалыша, үҙемде рус балаһы тип хис итә торғайным. Ниндәй аяныслы хәлдә булыуымды башҡорт мөхитенә барып эләккәс кенә бөтөн тулылығында аңланым! Шуға күрә, бер нәмәгә ныҡлы инанғанмын: ни тиклем башҡорт мәктәптәре күберәк, шул тиклем милләт өсөн яҡшыраҡ. Һәм уларҙа ҡала балалары мотлаҡ ауыл балалары менән бер мәктәптә уҡырға тейеш, сөнки ауыл балалары башҡорт телен яҡшыраҡ белә, рухи тамырҙарыбыҙға яҡыныраҡ. Бәлки, бындай мәктәптәр 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты кеүек булырға тейештер - быны шәхси тәжрибәмдән сығып әйтәм, сөнки ҡала балалары рус мөхите менән баҫылған, уларҙың хатта атай-әсәйҙәре лә рус мөхитенең баҫымын еңә алмаған шарттарҙа йәшәй. Шуға күрә, башҡорт балалар баҡсалары һәм мәктәптәре - халҡыбыҙ, балаларыбыҙ өсөн ҡотолоу юлы тип уйлайым.

Тыуған ерҙән торған ер яҡшы, тиҙәр. Һеҙ баш ҡалала тыған икенсе быуын өфөләр. Ҡалала иң яратҡан урынығыҙ? Мөмкинлегегеҙ булһа, нимәне үҙгәртер инегеҙ?

- Яратҡан урыным - Өфөнөң үҙәге, минең студент йылдарымда ауылса, гармунға бейеүҙәр менән үткән урыны Салауат Юлаев һәйкәле.
Әлбиттә, мөмкинлегем булһа, күп нәмәләрҙе үҙгәртер инем - юлдарҙы рәтләр, күберәк парктар, фонтандар, сәскә клумбалары, йәшел газондар булдырыр инем. Беҙҙең нефткә бай республикала быларҙы ғына эшләү ауыр түгелдер, моғайын. Шулай уҡ күберәк театрҙар, хатта шәхси театрҙар, музыка, ижад студиялары асыр инем. Беҙ үҫкәндә музыка, бейеү, ижади түңәрәктәргә, спорт секцияларына бушлай йөрөнөк, хәҙерге балаларҙың ундай мөмкинлеге юҡ. Башҡорттар өсөн - башҡорт, татарҙар һәм рустар өсөн - татар, рус мәктәптәрендә музыка һәм бейеү кластары эшләһен ине. Ә мәктәптәргә тәжрибәле, профессиональ йәһәттән үҙҙәрен раҫлаған һәм патриотик рухлы уҡытыусыларҙы ғына алырға кәрәк. Башҡорт мәктәптәрендә уҡытыусылар үҙ фәнен (физика, математика, химия һ.б.) яҡшы өйрәтеү менән бер рәттән, балаларҙың аңына илһөйәрлек тойғоһо һалырға, уларҙы юғары маҡсаттарға - үҙ халҡыңдың лайыҡлы вәкилдәре һәм киләсәктә уға ныҡлы, ышаныслы терәк булырға әйҙәргә, шулай уҡ башҡорттарҙың тик башҡорттар менән генә ғаилә ҡорорға кәрәклеген һеңдерергә тейеш.

Һеҙҙең быуын ҡала башҡорто менән бөгөнгө быуын араһында айырма бармы? Үҙгәрештәр ыңғаймы, әллә, киреһенсә, киреме?

- Хәҙерге йәш башҡорттар, минеңсә, уңайлыраҡ башҡорт мөхитендә йәшәй. Беренсенән, башҡорттарға ҡараш элекке кеүек кире түгел. Икенсенән, лайыҡлы башҡорт мәктәптәре бар. Шуға ҡарамаҫтан, ни өсөндөр йәш башҡорттар әсә телендә бик аҙ һөйләшә. Күрәһең, уратып алған рус телле мөхит (телевидение, интернет, мәктәптәр, кешеләр) ныҡлы йоғонто яһай. Шул уҡ ваҡытта ватансыл, илһөйәр, тәүәккәл башҡорттарҙың күбәйә барыуы ҡыуандыра.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.09.18 | Ҡаралған: 715

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru