«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯНКА КУПАЛАНЫ ЛА БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ ЯҢҒЫРАТТЫМ
+  - 



Беларусь Республикаһынан "Нәфис әҙәбиәт - бер-беребеҙгә юл" тип аталған халыҡ-ара түңәрәк ҡорҙа ҡатнашырға саҡырыу ҡағыҙы алғас, һис икеләнмәй юлға сығырға булдым. Әле былтыр ғына 18 декабрҙә Өфө һәм Минск ҡалалары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгәйне. Ике республиканың төрлө өлкәләрҙәге хеҙмәттәшлеген нығытҡан килешеү 1999 йылда уҡ барлыҡҡа килгәйне. Ә инде яҙыусыларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге тағы ла алыҫыраҡ ваҡытты күҙаллай. 1936 йылдан башлап төрлө йылдарҙа башҡорт матбуғатында Янка Купала, Якуб Колас, Андрей Александрович, Максим Танк, Петрусь Бровка әҫәрҙәре донъя күргән. Белорус классиктарын иһә Сәйфи Ҡудаш, Марат Кәримов, Хәниф Кәрим, Хөрмәт Бикҡолов, Ғилемдар Рамазанов, Сафуан Әлибаев, Әсхәл Әхмәт-Хужа, Шәриф Бикҡол кеүек ҡәләм оҫталары башҡортсаға тәржемә иткән. Мин дә буш ҡул менән юлланмайым был сәфәргә. Яңы ғына Алесь Карлюкевичтың "Шубуршун һәм уның дуҫтары" тигән повесть-әкиәтен башҡортсаға ауҙарып бөттөм. Уның ҡайһы бер һандары быйыл "Аманат" журналында донъя күргәйне. Етмәһә, поэма тиклем поэманы һәм бер шәлкем шиғырҙарымды белорус теленә тәржемә иткән Мария Кобец, балалар өсөн шиғырҙарымды белорус теленә ауҙарған Валерия Радунь исемле шағирәләрҙе лә бик күргем килгәйне. Уларға күстәнәскә, мотлаҡ, яңы айыртылған башҡорт балын һалып аласаҡмын. Шулай итеп, етәкселектең ризалығын алғас, күтәренке кәйеф менән юлға әҙерләнә башланым.

Хикмәт тулы юлдар...

Сәфәргә әҙерләнеү бик ҡыҙыҡ бит ул. Шул илгә бәйле иҫтәлектәрҙе барлай башлайһың. "Белорус" һүҙен бәләкәйҙән ишетеп үҫтек инде ул. Атайымдың бер туған ҡустыһы, күршелә генә йәшәгән Иҫәнбай ағайым мәрхүм йөрөтөр ине беларус тракторын. Колхозда механизатор булып эшләгән изге күңелле ағайымдың исеме менән гел ҡуша әйтелер ине был һүҙ: "Иҫәнбай бер беларус һалам килтереп китте. Иҫәнбайҙың белорусы менән утынға барып килдек. Әлдә Иҫәнбай осраны, район үҙәгенән рәхәтләнеп беларусҡа ултырып ҡайттыҡ!"
Бәй, Минск һүҙе лә бәләкәйҙән таныш икән дә баһа! Уныһы инде бер туған Зөфәр, Илдар ағайҙарымдың йәшлек осорона бәйле. Төнгө ауыл урамдарын аҙ үтмәне инде ул "Минск", "Иж-Юпитер" мотоциклдары, күрше ауылдарҙы ла таң атҡансы ҡырҡ урарҙар ине!
Һәм тағы... Белоруссия фронтында һуғыш юлдарын үткән ғәзиз атайымдың яҡты иҫтәлеге менән дә бәйле миңә был ерҙәр!
Күпләп рус телендә сыҡҡан башҡорт яҙыусыларының китаптарын алып килергә ҡушты дуҫтарым. "Китап" фирма магазинына инеп, күҙемә эләккән бар китаптарҙы ла тоҡсайыма тултырам: Шәйехзада Бабич, Мостай Кәрим, Ғәзим Шафиҡов, Талха Ғиниәтуллин, Тамара Ғәниева, Сабир Шәрипов, Шәүрә Шәкүрова, Әмир Сәйфуллин, Факил Мырҙаҡаев, Айгиз Баймөхәмәтов, Лариса Абдуллина... Их, рус телендә сыҡҡан шиғыр китаптары әҙерәк икән шул... Барыһын да күрһәтке килә бит! Билеттар алынған. Тәүҙә Мәскәүгә, Мәскәүҙән артабан Минскиға осасаҡмын. Кискеһен әйберҙәремде шыплап тултырғас, самолетта багажға тапшырыла торған юл сумкаһын үлсәп ҡарайым. Их, тейешле килограмдарҙан саҡ ҡына ауырыраҡ килеп сыға. Бер-ике китапты ҡул багажына алһам әгәр? Ҡыҫҡа ғына хикәйәләрҙе уҡып барыуы йәтеш булыр, тип, Сабир ағай Шәриповтың рус телендә сыҡҡан "В горах мои зори" китабын айырып, бәләкәй сумкаға һалып алам. Уҡый алһам әле! Тултырынып йөрөп, серем итергә өс кенә сәғәт ваҡыт ҡалған. Таң менән юлға. Әллә йоҡланым, әллә юҡ. Тороп сәй ҡуйҙым. Бәй, сәғәткә ҡараһам, ваҡытты дөрөҫ һанамағанмын бит. Миңә күптән аэропортҡа барып етергә кәрәк! Әлдә иптәшем үшән түгел, етеҙ генә тейешле урынға алып барып та ҡуйҙы. Йүгереп барып, иң һуңғыларҙан булып регистрация үтеп, бер ҡайҙа ла туҡталмай тиерлек, самолетҡа инеп ултырам. Күҙ шарҙай булған! Йоҡо ҡайғыһымы инде хәҙер!
Әлеге лә баяғы Сабир ағайҙың китабын ҡыуанып ҡулыма алам. Уҡый-уҡый, йоҡлап та китермен, бәлки. Үҙем яратып уҡыған юл хикмәттәрен асам. Йоҡланың, ти, йоҡламай... Берсә көләм, берсә күҙгә йәш алам. Тышлыҡтағы матур фотоһына ҡарап: "Бына бит, әлхәмдүлилләһ, ҡарағайҙай ағайҙарыбыҙ бар бит әле!" - тип ысын күңелдән һоҡланып ҡуям. Күңелемдән генә Сабир ағай менән һөйләшеп тә алам. Бына сәфәрҙән ҡайтҡас, шылтыратырмын да: "Сабир ағай, һеҙҙең китапты Минскиға алып барҙым," - тип ҡыуандырырмын, тип хыял ҡорам. Әле бер, әле икенсе хикмәтте уҡып, Домодедово аэропортына нисек килеп еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Минскиға оса торған самолетҡа регистрация үткәс, йәтешләп кенә ултырып, ватсапҡа килгән сәләм-хаттарҙы барлайым. Ҡәләмдәшем Тәнзилә Дәүләтбирҙина ебәргән хәбәрҙе асам һәм телһеҙ ҡалам: "Сабир Шәрипов мәрхүм булып ҡалған. Йәне йәннәттә булһын... "
Самолетта Минск менән Мәскәү араһы ни бары 1 сәғәт тә 20 минутлыҡ ҡына юл. Ары-бире тамаҡ ялғап, уңға-һулға ҡараңғансы, барып та төшәһең. Мин һаман да китаптан айырыла алмайым. Хәҙер инде бөтөнләй икенсе тойғолар солғанышында уҡыйым. Һәр һүҙҙе күңелемә һеңдерәм, Сабир ағайҙың тау кешеләренә генә хас ғорур ҙа, ышаныслы ла, күҙәтеүсән дә, намыҫсан да образы күҙ алдымдан китмәй. "Һаумы, килен!" - тип шаяртып өндәшкән булыр ине, "Биләрит егетенә" кейәүгә сыҡҡанымды иҫәпкә алып йор һүҙле "ҡайнағам".
"Мин һеҙҙең менән хушлашмайым. Әле йылы ҡулдарығыҙҙы ҡыҫып иҫәнләшер көндәр алда әле! (... И я, уважаемый читатель, не подаю тебе руки. Встретимся ещё, тогда и пожмём друг другу тёплые руки... ") - ошо һүҙҙәрен уҡып, Сабир ағайҙың китабын ҡыҫып ҡосаҡлаған килеш, үкһеп илай-илай барып төштөм мин белорустар иленең баш ҡалаһына...

"Беҙҙең министр көтөргә яратмай..."

"Ҡунаҡханаға урынлашыу менән, машина килеп алыр, сәғәт икегә министр һеҙҙең менән осрашыу билдәләне", тип оҙатты аэропорттан Беларусь Республикаһының Мәғлүмәт министрлығы белгесе Виктория Лукошюте. Мин бит 31 август көндө, программаға ярашлы, музейҙа үткәрелгән киске сараға ғына иҫәп тота инем. Төп саралар 1-2 сентябргә билдәләнгән. Еңел машинаға күсеп ултырыу менән ауыр уйҙарымдан арынып, үҙемде эш тулҡындарына көйләп маташам.
Алесь Николаевич Карлюкевич - Беларусь Республикаһының мәғлүмәт министры. Эйе, тап уның повесть-әкиәтен мин башҡорт теленә ауҙарғайным. Былтыр әле был юғары вазифаға билдәләнгәнгә тиклем Татарстандың халыҡ шағиры, яҡташыбыҙ Роберт Миңнуллин таныштырғайны уның менән. Иҫ киткес әүҙем, идеяларға бай, заманында хәрби кеше булараҡ, теүәллекте яратҡан дәүләт эшмәкәре ул. Үҙе лә тик ултырмай, кешене лә эшләтә белә.
Беларусь Яҙыусылар союзының "Неман" әҙәби-нәфис һәм ижтимағи-публицистик журналының баш мөхәррире Алексей Черота оҙатыуында министрҙың бүлмәһенә инәбеҙ. Башҡортостандан алып килгән бар китаптар Алесь Николаевичтың өҫтәленә ҡунаҡлай. "Ҡайҙа барһаҡ та, министр китап алып ҡайтыуыбыҙҙы үтенә", - тип һөйләп өлгөргәйнеләр инде миңә. Һәр береһенә аңлатма бирәм. Быныһы - башҡорт халыҡ әкиәттәре, быныһы - Айгиз Баймөхәмәтовтың автографы. Уның повесын мотлаҡ рәүештә үҙем тәржемә итәм, тигәйне бит министр. Үҙемә лә автографлы бүләк тәтей. Бүләктең дә ниндәйе! Белорус телендәге "Шубуршун һәм уның дуҫтары". Министрҙың эш графигы бик тығыҙ. Оҙаҡҡа һуҙылмай ғына хушлашабыҙ. "Һеҙҙе хәҙер интервьюға алып китерҙәр, ә унан һуң музейҙа сығыш яһарһығыҙ. Ә мин оҙаҡламай Брест өлкәһенә ҡуҙғалам. Һеҙ унда иртәгә килеп етерһегеҙ!"
Беларустағы ҡәләмдәштәребеҙҙән, министрыбыҙҙың яҙыусы булыуы менән ныҡ бәхетлебеҙ, тигәндәрен күп ишетергә тура килде һуңынан. Белорус әҙәбиәтен үҫтереү менән генә сикләнмәй, уны донъя кимәлендә танытыу маҡсатында ла күп матур эштәр башҡарыла бында. Министр үҙе алып барған "Созвучие" блогында, мәҫәлән, төрлө илдәрҙең яҙыусылары баҫыла. "Неман", "Полымя", "Маладосць", "Литература и мастацтва" кеүек баҫмаларҙа ла әленән-әле башҡа илдәр яҙыусыларының әҫәрҙәрен баҫтырып, сит республикаларҙа баҫылыр өсөн үҙ ижадсыларына юл аса белорустар. Шулай уҡ ҡулалмаш китаптар ҙа нәшер ителә. Киләсәктә ҡулалмаш башҡорт шағирҙарының шәлкемдәрен баҫтырыу тураһында килешеп ҡайттым мин дә.
Ә әлегә Алексей Иванович мине "Звязда" нәшриәт йортона интервьюға алып китте. Тәү ҡарашҡа Минскиҙың үҙәк урамдары Советтар Союзы осорон хәтерләтә. Йорттары ла, ҡунаҡханалары ла, ихлас ҡарашлы кешеләре лә. Нисектер һил, тыныс кеүек бында. "Ҡара төҫкә өҫтөнлөк бирәһегеҙ икән", - тим, яңы архитектура ҡоролмаларының биҙәлешенә иғтибар итеп. "Ысын, шулаймы? - ти Алексей Иванович.- Бер иғтибар иткәнем юҡ ине. Үткән һуғыш эҙемтәһеме икән әллә? Ҡайғы төҫө беҙҙең күңел төпкөлөнән юйылмаған шул. Анау опера һәм балет театрын күрәһегеҙме? Һуғыш ваҡытында бомбаға тотоуҙарҙан һуң өлөшләтә иҫән ҡалған берҙән-бер мәҙәниәт бинаһы ул. Һуңынан, элекке фотоларына ҡарап, яңынан тергеҙгәндәр. Беҙҙә Бөйөк Ватан һуғышы музейы ла бар".
Беларусь Республикаһының Милли тарихи музейына барыр алдынан Алексейға ҡунаҡханаға һуғылып китеүен үтенәм, сөнки музейҙа башҡорт телендә Башҡортостан тураһында шиғыр уҡыясаҡмын, шуға ла тыуған илемде, халҡымдың асылын тулыраҡ күҙ алдына баҫтырһындар өсөн милли кейемемде кейеп ала һалам. Бай экспозициялы музейҙағы тамашасылар араһында бер генә башҡорт та булмаһа ла, бар йөрәгемде һалып, башҡортса өндәшәм:

Башҡортостан!
Һине данлап туймаҫ
Уралымда үҫкән ҡыу ҡурай.
Исемең бит һәр бер башҡорт өсөн
Изге доға булып яңғырай!

Башҡортостан!
Йәнгә шундай ғәзиз,
Туған телдең һәр бер хәрефе!
Нисек ғорур яңғырай:
"Баш-ҡорт-ос-тан!",
Ниндәй ҡеүәт бирә һүҙ: "Өфө!"
"Ҡунағыбыҙ Зөлфиә Ханнанованың башҡорт телендә яңғыраған шиғырын тамашасылар оло ихтирам менән тыңланы. Башҡорт телен беребеҙ ҙә аңламаһаҡ та, "Башҡортостан, Башҡортостан" тигән төп мотив һәм шиғриәттең гүзәл моңо йөрәгебеҙгә ҡеүәтле ҡайнар тулҡын булып яғылды..." тип яҙып сығасаҡ һуңынан белорус баҫмалары. Бына бит ул туған телдең ҡөҙрәте! Шул уҡ һүҙҙәрҙе тамашасыларҙың күңеленә үтеп инерлек итеп рус телендә яңғырата алыр инемме икән? Юҡтыр, моғайын... Икенсе көндө Брест өлкәһенә юл тоттоҡ. Дүрт сәғәтлек юл! Урамда утыҙ градус самаһы эҫелек. Алмағастар ышығында йәшенеп кенә ултырған, буяу төҫө күрмәгән ауыл өйҙәренә күҙ һалам. Ҡыйыҡтарҙың күбеһе тюль менән ябылған һәм уны мүк ҡаплаған. Шифер менән ябылғандары ла осрай, тик ул да ҡарайып бөткән. Черепица менән ҡапланған бер нисә генә йорт күренде.
Бер ҡайҙа ла туҡтап тормайбыҙ. Ашыҡтыралар, сөнки, үҙҙәре әйтеүенсә, "Беҙҙең министр көтөргә яратмай..." Көлгө килә. Беҙҙә булһа, киреһенсә, министр килә, тип, барыбыҙҙы лы бер-ике сәғәт алдан теҙеп баҫтырып ҡуймаҫтар инеме икән?..

Мөңрәй-мөңрәй...

Брест өлкәһенең Воронцевичи ауылында, ысынлап та, мәғлүмәт министры Алесь Николаевич Карлюкевич үҙе ҡаршы алды. XXV белорус яҙмаһы көнө сиктәрендә уҙғарылған "Нәфис әҙәбиәт - бер-беребеҙгә юл" халыҡ-ара түңәрәк ҡороноң модераторы ла ул үҙе булды. 13 илдән йыйылған яҙыусылар һәм әҙәбиәт белгестәре ҡатнашты был мәртәбәле форумда. Улар араһында "Роман-газета" журналының баш редакторы Юрий Козлов, Пасос Давина (Эквадор), Лауцюс Яронимас (Литва), Берелис Гунтис (Латвия), Сирожиддин Саййид (Үзбәкстан), Балдадаш Ганбаров (Әзебайджан), Светлана Ананьева (Ҡаҙағстан), Талантбек Джумабаев, Жылдыз Акаева (Ҡырғыҙстан), Глеб Кудряшов (Украина), Римма Абызова (Татарстан) бар ине. Түңәрәк ҡорҙа, башлыса, һәр республиканың тәржемә өлкәһендәге ҡаҙаныштары, үҙ-ара әҙәби бәйләнештәрҙе нығытыу һәм үҫтереү тураһында һүҙ алып барылды. Мин дә Башҡортостан яҙыусыларының ошо юҫыҡтағы эшмәкәрлеге менән таныштырғандан һуң, бөгөнгө белем биреү стандарттарына ярашлы, туған телдәрҙе уҡытыу дәрестәре кәмеү сәбәпле, милли әҙәбиәттәрҙең киләсәге өсөн борсолоуымды белдерҙем. Шуныһы ҡыуаныслы, башҡа милләт вәкилдәре лә күтәреп алды был фекеремде. Түңәрәк ҡор онлайн рәүешендә барғас: "Юҡҡа сыҡҡан телдәр элек тә булған, уның өсөн ниңә борсолаһығыҙ? Бөтһә, бөтә инде... Бәлки, икенсе төрлөрәк проблемаларҙы яҡтыртыу кәрәктер бөгөн?" - тигән кеүегерәк реплика ташлаусылар ҙа булды. "Телдәрҙең кәрәге ҡалмағас, ни тип һөйләшәбеҙ һуң беҙ, бер-беребеҙгә ҡарап, мөңрәшеп кенә ултырайыҡ, улайһа!" тип бик тапҡыр ғына итеп урындарына ултыртты ундайҙарҙы белорус яҙыусыһы Валерий Казаков.

Туған телемә хөрмәт

XXV белорус яҙмаһы көнө быйыл Брест өлкәһенең Иваново ҡалаһында үткәрелде. 1994 йылдан бирле йыл да шулай Беларустағы алты өлкәнең береһендә сиратлап уҙғарылған был сара ысын мәғәнәһендә ҙур байрамға әүерелә. Ҡала байрамса биҙәлгән, парктағы ҙур сәхнәләге тамашаны ҡарарға йыйылған халыҡтың осо-ҡырыйы күренмәй. Байрам сиктәрендә 20 майҙансыҡта 80-гә яҡын сара уҙғарылған. Шуларҙың береһе шиғыр һөйләүсе балалар араһында уҙғарылған "Тере классика" шиғыр бәйгеһе. Һүҙ юҡ, ундай саралар беҙҙә лә гөрләп уҙа. "Һаумы, һаумы, әкиәт!", "Урал-батыр" эпосын яттан һөйләүселәр, йәш сәсәндәр бәйгеһе һ.б. Белорус балаларын да бик яратып тыңланым. Бигерәк тә һуғыш темаһына яҙылған шиғырҙарҙы үҙәккә үтерлек итеп һөйләне улар. Башҡортостан Яҙыусылар союзы исеменән махсус приз да алып барғайным был сараға. Мостай Кәримдең башҡорт һәм урыҫ телдәрендә нәшер ителгән "Беҙҙең өйҙөң йәме" китабын Витебск ҡалаһынан килгән иң йәш ҡатнашыусы Кира Войцеховскаяға бүләк иттем һәм белорус уҡыусыларына баш ҡалабыҙ Өфөлә һәм гүзәл Башҡортостаныбыҙҙа йәшәгән тиҫтерҙәренән ҡайнар сәләмдәр еткерҙем. Тағы ла шуныһы фәһемле, бар саралар баштан аҙағына тиклем тик белорус телендә алып барылды. Электән иғтибар итә йөрөй инем: телевидениеға интервью ваҡытында ла урыҫ телендә бирелгән һорауҙарға Мәғлүмәт министры шартлатып белорус телендә яуап ҡайтара.
Матбуғат һәм китап йәрминкәһендә эшләп торған майҙансыҡтарҙың береһендә Янка Купала китабының исем туйы уҙғарылды. Белорус классигының "Кем килә унда?" шиғыры 100 телгә, шул иҫәптән, билдәле шағир Ғилемдар Рамазанов тарафынан башҡорт теленә лә тәржемә ителгән. Ошо шиғырҙы башҡорт телендә яңғыратыуымды үтенделәр. Ҡаршы килмәнем. Ҡайҙалыр, алыҫ Беларуста, туған телемә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, башҡорт телендә уҡығыҙ әле, тип торғанда, ниңә уҡымаҫҡа, ти инде?..

Зөлфиә ХАННАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.09.18 | Ҡаралған: 675

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru