«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙЫЛЫНАБЫҘ...
+  - 



Ошо арала өшөнөгөҙмө? Тиҙҙән һыуыҡ урамда ғына ҡаршы аласаҡ, сөнки баш ҡалала 28 сентябрҙән йылытыу миҙгеле башланды. Был хаҡта сираттағы оператив кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Салауат Хөсәйенов белдерҙе. "Йылылыҡты ебәреү-көйләү ваҡыты өс тәүлеккә тиклем һуҙылыуы мөмкин, шуға күрә ҡайһы бер урындарға йылы шунда уҡ барып етмәүе лә ихтимал, - тине ул йыйылыусылар араһында сығыш яһап. - Шуға күрә был хаҡта халыҡҡа аңлатыу зарур".

Шулай уҡ Салауат Сәхи улы ҡыштың да тиҙҙән ишек ҡағасағын билдәләп, коммуналь хеҙмәттәр ҡарамағында булған техниканың ҡар таҙартыуға әҙер булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шул уҡ ваҡытта ҡар ташыу полигондарын әҙерләү, ҡар күпләп яуған осраҡта предприятиеларҙан өҫтәмә техника йәлеп итеү буйынса килешеүҙәрҙе яңыртыу, һәр районда ҡар таҙартыу техникаһы барлығын-юҡлығын асыҡлау, таҙартыла торған территория сиктәрен билдәләү бурысын ҡуйҙы. "Хужалыҡ итеүҙең ниндәй формаһы булыуға ҡарамаҫтан, һәр территорияның хужаһы булырға, улар уны хеҙмәтләндерергә, техникалары бармы-юҡмы икәнлеге, күпме хеҙмәткәр булыуы бөгөн үк асыҡланырға тейеш", - тип белдерҙе ул.
Оператив кәңәшмәлә ҡала округындағы демография процестары тураһындағы мәсьәлә лә төп урынды биләне. Был мәсьәлә буйынса Өфө ҡалаһының дәүләт статистика бүлеге етәксеһе Оксана Даянова сығыш яһаны. Һандар күрһәтеүенсә, республиканың баш ҡалаһы халҡы 9 йыл эсендә 99378 кешегә артҡан һәм йыл башына 1 131 429 кеше тәшкил иткән. Халыҡтың йәш структураһы ла үҙгәрештәр кисергән. "Һуңғы йылдарҙа эшкә яраҡлы йәштән олораҡ халыҡ өлөшөнөң даими тотороҡло артыуы асыҡ күренә, - ти Оксана Алексеевна. - 1998 йылда был күрһәткес 16,3 процент булһа, былтыр 21,8 процент тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта эшкә яраҡлы халыҡ өлөшө элекке кимәлдә ҡала. 15 йыл дауамында тыуған балалар һәм тыуыу коэффициенты тотороҡло үҫешә. 2016 йылда 18137 бала тыуа. Былтыр донъяға килгән балаларҙың 15,4 проценты - никахы теркәлмәгән ғаиләләрҙә тыуған. 2000 йылда был күрһәткес 25,2 процент тәшкил иткән. Һуңғы 15 йылда теркәлгән никахтар һаны артып, 9681-гә етһә, ошо осорҙа айырылышыусылар һаны 2,8 процентҡа кәмегән. Айырылышыуҙарҙың иң күп өлөшө - 26,7 процент, 5-9 йыл йәшәгән ғаиләләргә тура килһә, 2-4 йыл йәшәүселәрҙең 25,4 проценты айырылышҡан, 10-14 йыл бергә йәшәүселәргә - 13,4 процент, 15-19 - 7,7 процент, 20 һәм унан күберәк - 13,3 процент тура килә.
Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар күберәк һәм был айырма йылдан-йыл үҫә бара. Мәҫәлән, 2002 йылда 1000 ир-атҡа 1188 ҡатын-ҡыҙ тура килһә, былтыр был һан 1229 булған. 1979 йылда баш ҡалала эшкә яраҡлы 1000 кешегә 500 эшкә яраҡһыҙ кеше тура килһә, 2017 йылда был һан 683 булған, шуларҙың 367-һе - өлкән йәштәгеләр, күпселеге - ҡатын-ҡыҙ. Өфөлә, былтырғы мәғлүмәттәр буйынса, ғүмер оҙайлығы 73 йәш. Ир-ат һуңғы йылдарҙа 3,7 йылға, ҡатын-ҡыҙ 2,7 йылға оҙағыраҡ йәшәй башлаған. Шулай уҡ үлем күрһәткестәре лә кәмеүгә табан бара - 2000 йылда был күрһәткес 1000 кешегә 12,3 булһа, былтыр - 10,8. Эшкә яраҡлылар иҫәбенән 2000 йылда 3833 кеше (һәр өсөнсө) үлһә, былтыр - һәр дүртенсе. Бында шуға иғтибар итергә кәрәк: эшкә яраҡлы йәштә үлгән граждандарҙың 70 процентын ир-ат тәшкил итә".
Оксана Алексеевна билдәләп китеүенсә, халыҡ иҫәбенә, шулай уҡ уның сифатына миграция процестары һиҙелерлек йоғонто яһай. Башҡа урындар менән сағыштырғанда, йәшәү кимәле яҡшыраҡ булған муниципаль берәмектәргә мигранттар күпләп ағыла. 2008 йылдан 2017 йылға тиклем Өфөгә Рәсәй төбәктәренән һәм республика райондарынан 177 257 кеше килһә, 145643 кеше киткән. Миграция үҫеше 31614 кеше тәшкил итә. Алыҫ сит илдәрҙән 4076 кеше килһә, 2446-һы кире ҡайтҡан. Мигранттарҙың төп өлөшөн 15-24 йәшлек эшкә яраҡлы контингент тәшкил итә.
Демографияға йоғонто яһаусы факторҙарҙың күп булыуын билдәләп, Салауат Сәхи улы һаулыҡ һаҡлауҙың сифатлы булырға, балалар баҡсалары, уларҙа яҡшы шарттар, мәктәптәр етерлек күләмдә булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Эшселәрҙең производствола һәләк булыуына әсенеү белдерҙе. "Ҡала ылыҡтырырлыҡ, йәшәү өсөн уңайлы булһын тиһәк, барлыҡ эшмәкәрлек йүнәлештәре буйынса ла хәл-торошто яҡшыртыу өсөн эшләргә кәрәк", - тип һығымта яһаны Салауат Сәхи улы.
Өфө ҡалаһында төҙөкләндереү эштәре ни тиклем күберәк атҡарыла, вандалдар ҙа шул тиклем әүҙемләшә. Шуға ла оператив кәңәшмәлә икенсе төп мәсьәлә булып баш ҡалала вандализмға юл ҡуймау буйынса ниндәй саралар тормошҡа ашырылыуы тураһында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының полиция начальнигы-етәксе урынбаҫары Илгиз Байсурин сығыш яһаны. Был тема, моғайын да, үҙәккә үткән темаларҙың береһелер, сөнки, Салауат Сәхи улы әйтеүенсә, бер үк объектты тергеҙеүгә ҡабат-ҡабат урап ҡайтырға тура килә. Был инде ҡала бюджетына өҫтәмә көсөргәнеш тигән һүҙ, сөнки бер объект өсөн сығым күләме арта. "Киләһе оперативкала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәте вәкилен тыңларбыҙ. Шуға тиклем килтерелгән зыян күләмен иҫәпләгеҙ, зыян эшләүселәр яуаплылыҡҡа тарттырылғанмы? Иң мөһиме, ҡулдары менән эшләгәнде иңдәре менән күтәрһендәр - зыян күләме үҙ иҫәптәренә ҡаплатылһын. Кәңәшмә башында күтәрелгән йылытыу миҙгеле темаһына ҡабат урап ҡайтҡанда, хеҙмәт күрһәтеү - бер мәсьәлә булһа, икенсе төп проблема - ресурс менән ҡулланыусылар, идара итеүсе компаниялар һәм ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар араһында барлыҡҡа килгән бурыс. Һуңғы ике ойошма араһында был сумма 28 сентябргә 4 миллиард 357 миллион һум тәшкил итһә, ҡулланыусылар менән идара итеүсе компаниялар араһында йыйылған бурыс 1 миллиард 624 миллион һумға барып еткән (сентябрҙә был һан 1 млрд 474 млн һум булған). "Беҙ яңы йылытыу миҙгелен башланыҡ. Тиҙ арала бурыслыларҙы асыҡлап, ҡануниәт сиктәрендә уларҙың бурысын түләтеү эшен башларға кәрәк. Хатта кем күршеһе иҫәбенә йәшәгәнлеген күрһәтеп, исем-шәрифтәрен дә яҙырға мөмкин. Башҡа сара юҡ", - тип талапты ҡәтғи ҡуйҙы Салауат Хөсәйенов. Ғәмәлдә, ул хаҡлы ла, сөнки кемдер ҡулланған хеҙмәттәр өсөн түләмәй, һөҙөмтәлә финанстар етмәү сәбәпле, ниндәйҙер мөһим ремонт эше тулыһынса башҡарылмай. Был инде йылытыу миҙгеленә әҙерлектең сифатына ла йоғонто яһауы мөмкин. Һәр хәлдә, уйланырға урын бар.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.10.18 | Ҡаралған: 659

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru