Ағинәйҙәрҙең әүҙемлеге, фиҙаҡәрлеге, вайымлығы аптырата һәм һоҡландыра. Тап улар кемдеңдер күрһәтмәһе, бойороғо менән түгел, ә күңел ҡушыуы, милли рух дәрте менән ауыл, район, республика, ғөмүмән, халҡыбыҙ мәнфәғәтендә эштәр атҡара бит. Йәмәғәт эшен улар йәшәү рәүешенә, көндәлек ихтыяжына әйләндерҙе хәҙер. Халҡыбыҙ йолаларын, милли кейемдәребеҙҙе һәм милли биҙәүестәребеҙҙе, милли кәсепселекте тергеҙеү, төрлө тәрбиәүи эштәр, экологик өмәләр һәм башҡа саралар - улар ағинәйҙәрҙең көнитмешендә төп урынды алып тора.
Был ғына түгел. Улар йәшәйешебеҙҙең бер етешһеҙлегенә әйләнә барған "үҙ донъяңа, үҙ эсеңә бикләнеү" тигәндән ҡотолоу юлдарын эҙләй. Аралашыу тигән мөһим ҡанунды аяҡҡа баҫтыра. Юғиһә, беҙ хатта күршеләребеҙҙең ни хәлдә йәшәп ятҡанын белмәй киттек бит. Шуға ла ағинәйҙәр алдына ауылдарҙағы хәлдәрҙе күҙ менән ҡаш араһында тотоу, ауыл халҡын йәмәғәт эштәренә күтәреү бурысы ла ҡуйылды. Ә күмәк эш халыҡты берләштерә, битарафлыҡтан аралай икәнен беләһегеҙ. Үҙ ауылдары менән генә сикләнеп ҡалмай күп ағинәйҙәр, күрше ауылдарҙағы, тотош район ауылдарындағы ағинәйҙәр менән дә ҡор йыя, республиканың башҡа райондары ағинәйҙәрен дә танып белә, тәжрибә уртаҡлаша.
Әле генә Мәләүез ҡалаһында көньяҡ төбәктең - Мәләүез, Йылайыр, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ишембай, Стәрлебаш, Федоровка райондарының һәм Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларының ағинәйҙәре ҡорға йыйылғайны. Йола буйынса, йыйын хужаһы булған Мәләүез ағинәйҙәре һынау тотто: үҙҙәре эшләгән эшкә йомғаҡ яһаны, тәжрибә уртаҡлашты. Һөйләшеү башлыса Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни, социаль һәм рухи үҫеш буйынса "Ағинәй" төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары башлаған эштәр, мәҫәлән, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында "Ағинәй мәктәбе" һабаҡтарын әүҙемерәк индереү, республика гранттарына тәҡдим итеү өсөн һәр райондың үҙенең бренд-проектын булдырыу тураһында барҙы. Әйткәндәй, республика "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы башҡорт милли кейеме һәм биҙәүестәре эшләүҙе дауам итеү, уларҙы ырыу ерлегенә, үҙенсәлектәренә тап килтереү буйынса тағы бер конкурс иғлан итмәксе. Һуңғы ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар бигерәк тә һаҡал, селтәр, яға, муйынса, шулай уҡ башҡорт баш кейемдәре ҡашмау, таҡыя, ҡалфаҡ эшләү буйынса айырыуса әүҙемләште, ләкин күңелде ҡырғаны шул: ул эштәр ҡайһы саҡта еңел-елпе атҡарылып, быуындан-быуынға күсә килеп, бөгөнгө көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған төп нөсхәһенән айырыла, төп нөсхәгә зыян килтерелә. Был кисекмәҫтән төҙәтелергә тейешле эш һәм конкурстың маҡсаты ла шул буласаҡ, тибеҙ. Мәләүездәге йыйында ошо турала ҡабат-ҡабат әйтелде.
Ябыҡ ҡала булғас, Межгорьела башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын бер ҡорға туплау мөмкин булмаған эштер тип уйлағайным башта. Әммә беҙҙең халыҡ барыбер үҙ донъяһына ғына бикләнеп, үҙ ҡалаһында, районында, республикала барған эштәрҙән ситтә ҡала торғандарҙан түгел. Тормоштоң уртаһында ҡайнау өсөн уның рухы ла, таланты ла, даланы ла, маһирлығы ла, ихтыяр көсө лә етерлек, Аллаға шөкөр. Межгорье ҡалаһында йәшәп ятҡан ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа ағинәйҙәр ҡорона тупланып, уға ҡаланың башҡортса исемен Көҙйылға тип ҡушып, геүләтеп эшләп алып киттеләр. Фәнүзә Абайдулла ҡыҙы ҡаланың иң ғәмле, талантлы, вайымлы, иманлы ҡатын-ҡыҙҙарын йыйып алып, милли кейемдәр кейеп, башҡортса төрлө саралар үткәреп, башлыса урыҫ милләтенән торған мөхиттә үҙ тауыштарын ишеттереп, үҙҙәрен танытып, баһалы эштәр атҡарып яталар. Был юлы улар "Икенсе икмәгебеҙ - бәрәңге" тигән сара үткәрҙе һәм унда ҡунаҡ итеп Бөрйән районы, шулай уҡ Белорет районының Инйәр, Сосновка ауылдары ағинәйҙәрен саҡырҙы. Үҙҙәренең матур, йыйнаҡ, мәғлүмәтле программаһынан һуң, килгән ҡунаҡтарға ла сығыш яһау мөмкинлеге бирҙеләр. Көн һалҡын ғына булыуға ҡарамаҫтан, милли кейемдә Межгорье урамы буйлап йөрөп тә килделәр. Башҡа милләттәр күҙенә эләгеп, уларҙы һоҡланырға мәжбүр иттеләр. Шуға ла, ҡыҙыҡһынып, улар артынан беҙҙең сара барған мәҙәниәт йортона килеп ингән башҡа милләт вәкилдәре лә байтаҡ булды һәм улар ҙа башҡорт телендә барған тамашаны ихлас ҡына тамаша ҡылып ултырҙы...
Яңыраҡ Баймаҡ районында ла ағинәйҙәр һәм йәмәғәтселек менән осрашыуҙар ойошторолдо. Тәүге пункт - Темәс ауылы. Унда Таһир, Билал, Һәмән, Өмөтбай, Күгиҙел, Ниғәмәт, Ҡолсора, Бетерә ауылдары ағинәйҙәре йыйылғайны. Йола буйынса, майҙан хужалары ҡунаҡтарға үҙҙәренең мәҙәни программаһын тәҡдим итте. Был юлы халҡыбыҙҙың "Ҡыҙҙы кейәү йортона оҙатыу" йолаһын тамаша ҡылдыҡ. Был йоланы яҡынса ғына күҙаллаған беҙҙәргә ысын һабаҡ, дәрес булды был. Әсәй кешенең һандыҡты асып ебәреп, ундағы һәр бирнәнең, бүләктең мәғәнәһен аңлатыуы, өгөт-нәсихәт биреүе, башҡа ағинәйҙәрҙең һамаҡтары - йоланың тәрбиәүи әһәмиәте ниндәй көслө булыуына тағы бер ҡат инандырҙы. Әйткәндәй, быйыл Баймаҡ район хакимиәте "100 йыллыҡҡа - 100 ғаилә" тигән акция иғлан иткәйне, Алла бойорһа, был акция маҡсатына өлгәшер һәм беҙҙең ағинәйҙәр тергеҙгән йолалар ул туйҙарҙа ла урын алыр, тип ышанғы килә.
Артабан Ишмырҙа ауылына киттек. Унда ла Аҡморон, Ярат, Әбделмәмбәт кеүек тирә-яҡ ауылдарҙан, шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһының үҙенән ағинәйҙәр йыйылғайны. Ишмырҙа ауылының "Ағинәй мәктәбе" был юлы үҙ тәрбиәләнеүселәренә - балаларға һүҙ бирҙе. Балаларҙың рухлы шиғырҙарын, йырҙарын тыңланыҡ, дәртле бейеүҙәрен тамаша ҡылдыҡ. Тағы шуныһы ныҡ ҡыуандырҙы: Иҙел Монасипов етәкселек иткән Ишмырҙа мәктәбе уҡыусылары быйыл балалар ҡоролтайы уҙғарған. Әлегә республикала берҙән-бер ваҡиға был. Ошо ваҡиға ла балаларҙың рухын күтәреүгә булышлыҡ иткәндер, шуға ла уларҙың ағинәйҙәр, уҡытыусылары алдында: "Башҡорт телендә һөйләшәм, һөйләшәсәкмен, башҡорт телебеҙҙе балаларыбыҙға, киләһе быуындарға ла тапшырырға ант итәбеҙ!" тигән анттары ышандырырлыҡ яңғыраны. Афарин, балалар!
Гөлгөнә Тотманова етәкселегендәге Ишмырҙа ауылы ағинәйҙәре сығышынан да күп мәғлүмәт алынды. Ысынында, беҙҙең ағинәйҙәр хәрәкәте Баймаҡ ерлегендә барлыҡҡа килде бит. Шуға ла бынан ете йыл элек республиканың егермеләп районы ҡатын-ҡыҙҙарын Баймаҡҡа йыйып, тәүге йыйыныбыҙҙы үткәреп, ошо район ағинәйҙәренең тәжрибәһен өйрәнеп, "Ағинәй" ойошмаһына нигеҙ һалғайныҡ. Ошо традиция тураһында Гөлгөнә Тотманова ла: "Беҙҙең ауылдан Маһинур Йәнбәкова инәй бынан 20 йыл элек үк башлап ебәргәйне ул ағинәйҙәр хәрәкәтен. Ул саҡта уҡ беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар милли кейемдәр өлгөләрен тергеҙә башлағайны", - тип иҫкә алды.
Темәстәге осрашыу мәлендә лә, Ишмырҙала ла залда юғары класс уҡыусылары ла йыйылғайны. Сығышым мәлендә балаларға "Әйтегеҙ әле, ни өсөн беҙҙең ағинәйҙәр матур һәм яҡты, йәш сырайлы?" тигән һорау бирҙем. "Милли кейем уларҙы шулай матур итә", тигән яуап алынды. "Эйе, милли кейем беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙы шул тиклем матурлай, нурлай, йәшәртә, - тинем мин. - Ләкин уларҙың йәш сырайының тағы бер сәбәбе бар: улар уҡый. Улар әле һаман китапты, гәзит-журналдарҙы ҡулдан төшөрмәй. Медицина ғалимдары иҫбат итеүенсә, аҡ ҡағыҙҙан уҡыу мейе эшмәкәрлеген, тәндәге күҙәнәктәрҙе әүҙемләштерә, шуға ла уҡыған кеше йәш һәм сәләмәт була. Был да һеҙгә, көн-төн компьютер артында ултырған йәш быуынға, бер һабаҡ булһын..."
Был һүҙҙәремә ялғап, әлбиттә, мин үҙем мөхәррирлек иткән "Киске Өфө" гәзите, уның атай-әсәйҙәргә, шулай уҡ йәш быуынға ла мөһим булған тәрбиәүи тематикаһы тураһында телгә алырға ла онотманым. Әйткәндәй, Ишмырҙа ауылындағы осрашыуҙың бер өлөшөн ағинәйҙәр, уҡытыусылар "Киске Өфө" буйынса фекер алышыуға ҡорҙо, ошонан да ныҡ ҡәнәғәт ҡалдым...
Бына шулай йәшәй, эштәр атҡара ағинәйҙәр. Әйткәндәй, тәнҡиткә лә урын барҙыр беҙҙең хәрәкәттә йөрөүсе айырым ҡатын-ҡыҙҙар адресына. Бөтә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың да иман, айыҡлыҡ, күркәм әҙәп, бар йәһәттән өлгө булыр ағинәйлек сифаттарын үҙләштереүҙәрен теләйбеҙ ҙә бит... Ә шулай ҙа беҙ ҡайһы саҡта матур эштәрҙең йыртығын күреп, йөҙ йыртырға, айырым бер кешенең етешһеҙлеген тотош бер ойошмаға япһарырға әҙер торабыҙ икәнен дә иҫтән сығармайыҡ. Ошондай саҡта Рауил Бикбаевтың шиғыр юлдарын иҫегеҙгә төшөрөгөҙ:
Тел осомда саҡ-саҡ тотҡанымда
Кемдәргәлер тәнҡит һүҙемде,
Ишетәмен күңелем өндәшкәнен:
"Үҙеңде бел тәүҙә, үҙеңде!"
Гөлфиә ЯНБАЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА