«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӨХӘМӘТША БУРАНҒОЛОВТЫҢ ХАЛҠЫБЫҘҒА МИРАҪЫ БАҺАЛАП БӨТКӨҺӨҘ
+  - 



Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сираттағы ижад миҙгелен Мөхәмәтша Буранғолов пьесаһы буйынса ҡуйылған "Ашҡаҙар" музыкаль драмаһы менән асты. Яңы сәхнә әҫәре республиканың һәм башҡорт театрының 100 йыллығына, яҙыусы, драматург һәм фольклорсы Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 130 йыл тулыуға бағышлана. Спектаклдең режиссеры Зиннур СӨЛӘЙМӘНОВ менән ошо спектакль тураһында әңгәмәләшәбеҙ.

М. Буранғоловтың "Ашҡаҙар" пьесаһының башҡорт театры тыуған урынға - Стәрлетамаҡ ерлегенә әйләнеп ҡайтыуына режиссер булараҡ һеҙ ниндәй мәғәнә һалаһығыҙ?

- Башҡорт театры, ысынлап та, Стәрлетамаҡта барлыҡҡа килә һәм уның сәхнәләштергән тәүге спектаклдәренең береһе "Ашҡаҙар" була. Был пьесаны театрҙа ҡуйылған һәм ниндәйҙер кимәлдә тамашасы һөйөүен яулаған беренсе башҡорт пьесаһы тиһәк тә яңылыш булмаҫ, моғайын. Әлбиттә, башҡорт телендә башҡа пьесалар ҙа яҙылған, 1919 йылда, мәҫәлән, тағы бер, Фәтхелҡадир Сөләймәновтың "Аҡшан батыр" спектакленең премьераһы була. Әммә "Ашҡаҙар"ҙың үҙенең тарихы бар. Был әҫәр Ырымбурҙа 1917 йылда яҙыла һәм ҡуйыла башлай. Сәғит Агиш та үҙенең иҫтәлектәрендә тап "Ашҡаҙар"ҙы иҫкә алып, беренсе тапҡыр башҡорт мөхите тураһында башҡортса спектаклдәр уйнала башлауы тураһында яҙып ҡалдыра. Әлбиттә, әле саҡ драматургия барлыҡҡа килеп торған осорҙа тыуған пьеса булараҡ, ул артыҡ ябай. Уның төрлө варианттары була, беҙ белгәнебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала һаҡланып ҡалған варианты. Уның хатта операһы була, Эйхенвальд яҙа уны. Премьераһы 1940 йылдың декабрендә була. Либреттоһын Мөхәмәтша Буранғолов үҙе яҙа.
Мөхәмәтша Буранғоловҡа килгәндә, уның халҡыбыҙға мираҫын баһалап бөтөрлөк түгел. Халҡыбыҙҙың тарихын байҡап, тарихи шәхестәребеҙҙе иҫкә төшөрөп, уларҙы сәхнә аша күрһәтке килгәйне. Сөнки театр - ул күңел асыу урыны һәм уның маҡсаты тамашасыны көлдөрөү-илатыу ғына түгел, ул кешене уйландырырға ла, мәғлүмәт бирергә лә тейеш.

Жанры музыкаль драма тип билдәләнеп, спектакль "Ашҡаҙар" тип аталһа ла, унда Мөхәмәтша Буранғоловтың тормошона һәм ижадына бәйле линия булыуын да әйтергә кәрәктер тамашасыға...

- Мөхәмәтша Буранғолов башҡорт шағиры һәм драматургы, фольклорсы ғына түгел. Ул 1917-1920 йылдарҙа Туҡсоран кантонының халыҡ мәғарифы бүлеге етәксеһе һәм кантон башҡарма комитеты рәйесе була. Шуға уның образын төрлө яҡлап асырға теләнек. 1919 йылдың декабрендә спектаклдең премьераһы була, 1920 йылдың ғинуарында Башревком менән Башобком араһында бер аяныс, ҡаты бәрелеш сыға, ҡайһы бер шәхестәр ҡулға алына. Шуның арҡаһында Башревком рәйесе Харис Йомағолов Мәскәүгә саҡырыла. Ошо ваҡиғала Буранғоловтың ҡатнашлығы бар тип иҫәпләнә, сөнки БашЧК ағзаһы Карл Муценек Туҡсоран кантонына килеп, Вәлиди һәм башҡорт хөкүмәте башында торған ҡайһы бер кешеләрҙе юҡ итеү маҡсаты менән йөрөүе хаҡында һүҙ ысҡындыра. Буранғолов Стәрлетамаҡҡа барып, был турала Йомағоловҡа еткерә. Дөрөҫөн әйткәндә, ошо мәлдән милләтебеҙгә ҡара көндәр килә. Йәғни, милли хәрәкәттең киләһе этабына ошо ваҡиғанан алып ярты йыл ҡала, 1920 йылдың йәйендә Башревком урынына Башҡорт республикаһының Үҙәк Башҡарма комитеты барлыҡҡа килә. Ошо факттарҙы ла алып, реаль документтар, 1950 йылда Буранғолов сираттағы тапҡыр ҡулға алынғас үткәрелгән допростарға, ғалимдарыбыҙҙың ғилми эштәренә таянып яҙылды был линия. Был эште Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова башҡарҙы.

Спектаклдә өсөнсө линия ла бар тип хаҡлы рәүештә әйтә алабыҙҙыр, унда "Урал батыр" эпосы ла ҡулланыла?

- Һүҙҙе йыраҡтаныраҡ башлайым. Спектаклде эшләгән саҡта аңлатып булмай торған күренештәр ҙә булды. Бынан 1-2 йыл элек БР Драматургия һәм режиссура үҙәге менән эскпедицияла Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылына сәсәндәр ташына барғайныҡ. Буранғолов сәсәндәргә килгәс, уға яҙыу өсөн уңайлы булһын өсөн бер ташты тигеҙләп бирәләр. Ошо ташты уйып: "1910 йылда был урында Ғ. Арғынбаев һәм Х. Әлмөхәмәтов сәсәндәрҙән М. Буранғолов "Урал батыр" эпосын яҙып алған" тип яҙғандар һәм бөгөн ул үҙенсәлекле бер һәйкәл булып тора. Шунда Хәмит сәсәндең ейәнсәре Сәлимә инәй Хәсәнова менән танышҡайныҡ һәм мин уға телефон номерын биреп киткәйнем. Спектакль ҡуя башлағандан алып, инәй миңә гел шылтыратып торҙо. Ул һикһәндән өҫтә инде, йә бер үк нәмәне ҡабат-ҡабат һорай, йә хәл генә белешә, йә телефон төймәһенә яңылыш баҫа. Шулай спектакль ҡуйылыуын белмәйенсә лә, ул репетициялар мәлендә гел бәйләнештә булды. Тағы ла бер мөғжизәле күренеш булды. Августа сәхнәлә репетициялар башланыҡ. Сентябрь буйына сәхнәлә күбәләк осоп йөрөнө. Беҙ уға шул тиклем өйрәнеп киттек. Аҙаҡҡы репетицияларҙың береһендә актрисаларҙың береһенең яурынына ултырып йөрөнө. Төп героиня Таңһылыу һандыҡ алдына ултырып, бысаҡ сығарыр алдынан ғына һандыҡҡа осоп инде лә, актриса һандыҡтың ҡапҡасын япты. Театр образдар менән эш итә, спектаклдә һандыҡ ниндәйҙер кимәлдә ҡәберҙе, табутты ла аңлата. Залда ултырған 3-4 кеше барыбыҙ ҙа аһ итеп ҡалдыҡ. Ошонан һуң ул күбәләк сәхнәлә османы. Әлбиттә, былар барыһы ла осраҡлы булыуы ихтимал, шул уҡ ваҡытта, бәлки, бер нәмә лә осраҡлы түгелдер?
"Урал батыр" эпосы спектакль башланыр алдынан да, спектаклдең башында, уртаһында, аҙағында ла яңғырап тора. Тауыш тирмә төнәүе аша төшә. Минең уйымса, был эпосты һаҡлап ҡалыу Мөхәмәтша Буранғоловҡа Аллаһы Тәғәлә тарафынан һалынған миссия булғандыр ул. Сәсәндәр Ғәбит Арғынбаев менән Хәмит Әлмөхәмәтовтан яҙып алған эпосты ла ул һуңғараҡ, бер нисә тапҡыр ҡулға алынып, иреккә сыҡҡас ҡына латин графикаһына күсереп яҙа. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында һаҡланып ҡала был вариант. Әйтерһең, шуның өсөн генә ул тере ҡала. Ошо миссияны еренә еткермәйенсә, һәләк була алмай ул. Бәлки, шуның өсөн уны Аллаһы Тәғәлә һаҡлағандыр? Бер нисә тапҡыр ҡулға алына, һәр осраҡта ла ғәйеп эше оҙаҡҡа бармай. Уйлап ҡараһаң, вазифаларына күрә лә берәй ғәйеп тағыуы бер ни тормаған заман була бит. Ошоларҙы уйлаһаң, Буранғоловтың яҙмышы үҙе бер мистика.
Шуға ла спектаклдә "Урал батыр" эпосын ҡулланмау дөрөҫ булмаҫ ине. Яңғыҙ яугир яу түгел, тиһәләр ҙә, бер кешенең тарихта шундай эҙ ҡалдыра алыуының асыҡ миҫалы ул. Халҡыбыҙ өсөн баһалап бөткөһөҙ мираҫ ҡалдыра Буранғолов. Иң беренселәрҙең беренсеһе була, бөгөн фольклор буйынса ниндәй генә китапты асып ҡарама, барыһы ла Буранғоловтың яҙмаларына таяна.

Һуңғы ваҡытта бер үк мәлдә төрлө ижадсылар тарафынан сәхнәләрҙә, кинола башҡорт халҡының бөйөк улдары һәм ҡыҙҙары яҙмышы һәм ижадын сағылдырған әҫәрҙәр тыуа. Был халҡыбыҙҙың ниндәйҙер кимәлдә, ниһайәт, ошоға өлгөрөп етеүен һөйләйме?

- Мәле етмәһә, бер нәмә лә булмай, тимәк, ваҡыты еткәндер. Беҙ халҡыбыҙ тарихының 50 процентын да белмәйбеҙ, үкенес. Халыҡ тарихында, һәр хәлдә, милли мәҙәниәт һәм сәнғәттә ниндәйҙер яңырыу осоро башланды, тип әйтер инем. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында үҙаллылыҡ яулағас, тынысландыҡ. Баҡтиһәң, иртәрәк тынысланғанбыҙ, икенсе эштәргә күберәк иғтибар йүнәлтергә кәрәк булған. Хәҙер үҙебеҙҙең фекеребеҙҙе әйтергә тейешбеҙ. Шуға ла был спектаклгә лә төплө уйҙар һалырға, театрҙың, һәр беребеҙҙең бурысы нимәлә икәнен асыҡларға тырыштыҡ.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.10.18 | Ҡаралған: 1165

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru