Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән әйтем, моғайын да, юҡтан барлыҡҡа килмәгәндер. Боронғо тарихҡа байҡау яһағанда, ата-бабаларыбыҙ элек-электән ат үрсеткән, ағас эшкәрткән, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән, ер эшкәрткән, балыҡ тотоп, уның тәңкәләренән елем эшләгән, ҡул эшенә оҫта булған, хатта йыртҡыс ҡоштарҙы ла ҡулға эйәләштергән. Был хаҡта башҡорт этнографияһы аҡһаҡалдарының береһе, 40 йыл ғүмерен башҡорттарҙың тормош-көнкүреш мәҙәниәтен өйрәнеүгә бағышлаған тарих фәндәре кандидаты Мирза МУЛЛАҒОЛОВтан да яҡшыраҡ белгән кеше юҡтыр, моғайын. Сөнки 2013 йылда уның "Башҡорттарҙың ыласын һунары" тип аталған китабы донъя күрә. Бөгөн Мирза ағай менән һунар ҡоштары хаҡында әңгәмәләшәбеҙ.
Күптән түгел Ҡырғыҙстанда үткән Бөтә донъя күсмәндәр уйындарында ҡырғыҙҙар, ҡаҙаҡтар: "Башҡорттар, һеҙҙә бит элек ҡош өйрәтеү, ҡош менән һунар итеү, хатта батша ғәскәрҙәрен һунар ҡоштары менән тәьмин итеү киң таралған булған, ни өсөн ошо шөғөлдө оноттоғоҙ?" тип аптырағандар. Һеҙ ошо хаҡта китап та яҙғанһығыҙ, тимәк, ошо һүҙҙәрҙе дәлилләрлек сығанаҡтарҙы ла беләһегеҙ. Башҡорттар тураһында ниндәй ғалимдар шулай тип яҙып ҡалдырған?
- XVIII быуаттың бик күренекле кешеһе ғалим-зоолог, бөтөн донъя ҡоштарын өйрәнеүсе немец сәйәхәтсеһе Альфред Брем ҡош менән һунар итеү буйынса башҡорттарҙы бик өҫтөн урынға ҡуя. Икенсе немец ғалимы, географ һәм этнолог Фридрих Рацель XIX быуаттың башында, һунар ҡоштарын әҙерләүҙә башҡорттар оҫталыҡ буйынса иң юғары урында тора, тип ҡыҫҡа ғына һөйләм яҙа. Әммә тарих өсөн был һөйләм дә бик ҡиммәтле. Шунан Санье тигән итальян ғалимы башҡортто маҡтап яҙып ҡалдыра. Ул да шул уҡ фекерҙе ҡабатлай. Рус сәйәхәтселәренән Иван Иванович Лепехин башҡорттарға ҙур иғтибар бүлә.
Өфө дини семинария уҡытыусыһы, яҙыусы Василий Зефиров, башҡорттарҙың ҡош һунары тураһында түбәндәгеләрҙе яҙып ҡалдыра: "Мы ехали впереди всей длинной, скрипучей кавалькады; табуны гнали по сторонам. Проехав небольшое ущелье гор, старшина крикнул что-то сыновьям своим и помчался со мною вперед. Огромное озеро, среди зеленой степи, открылось перед нами и, кажется, задыхалось от миллиона уток и гусей. Крик их, крик страха и негодования, давал нам знать, что они нас видят; но этого-то и хотелось старшине. Нам привезли ружья.
- Стреляй, - кричал мне старшина.
- Да разве можно что-нибудь убить? Ружья не хватит.
- Стреляй, - закричал он почти с сердцем. И мы враз из шести ружей пустили оглушительный звук, без всякой цели. Птица вся поднялась с озера и густой тучей понеслась в поле; мы поскакали вслед за ней. Вдруг четыре сокола и беркут, спущенные с привязок, врезались, как смертоносные пули, в эту перепуганную стаю. Но надобно видеть, чтобы понять эту картину. Ловкость и сила соколов одушевляли и веселили меня; но беркут, этот крылатый волк, был ужасен в своих действиях; я даже думал было выстрелить в него, когда он на лету, почти над моей головой, растерзал гуся и пустился за другим, за третьим, за четвертым и так далее. Увидев, что соколы уже не могут управиться с разлетающейся птицей, он молнией облетел все пространство побоища, сбил ее в одну стаю и снова упивался кровожадным удовольствием: бить крылом и терзать когтями.
В час все было кончено. С последней птицей соколы пали на землю, но беркут все еще носился в воздухе и тогда уже спустился, когда ему показали гуся, облитого кровью.
- Что, хазрет, видел ли ты когда такую охоту? - спросил меня старшина.
- Нет, друг, даже и не предполагал, что можно передушить сотни птиц так скоро и так весело".
Башҡа халыҡтарҙа ҡош менән һунар итеүҙе шулай ентекле итеп яҙыусы юҡ. Бында шуға ла иғтибар итергә кәрәк, бөркөт менән ыласын - бер-береһенә дошман ҡоштар, әммә һунар ваҡытында улар бер команда булып эш итә: ыласындар ҡош тубын тарҡата башлағас, бөркөт уларҙы тағы бер урынға туплап, ҡыра башлай. Бына ошонда ла башҡорттарҙың оҫталығы күренә - бер-береһенә дошман ҡоштарҙы дуҫ, бер-береһенә ярҙам итерлек итеп тәрбиәләүгә өлгәшкәндәр. Был, әлбиттә, еңел эш түгел.
Шунан тағы бер нәмәгә иғтибар итергә кәрәк: ҡош һунары менән элек батшалар ҙа ҡыҙыҡһынған. Рәсәй натуралисы, ботанигы, табип һәм сәйәхәтсеһе, сығышы буйынса немец Эдуард Эвресмандың бер материалында батша һарайына һунар өсөн ҡоштарҙы Ағиҙелдең аҡ ҡаяларынан алыуҙары тураһында мәғлүмәт бар. Иҙел буйлап ҡаялар бар, әммә аҡ ҡаялар Бөрйәндә, Монасип эргәһендә генә. Уларҙан ыласындарҙы, дөрөҫөрәге ыласындар класынан иң ҙур әһәмиәткә эйә ҡошто - шоңҡарҙы алғандар. Элек был хаҡта бабайҙар ҙа һөйләй торғайны, әммә тикшеренеү темам ул булмағас, ул саҡта иғтибар итмәнем.
Шуға ҡарамаҫтан, бөгөн был йәһәттән ҡырғыҙҙар, ҡаҙаҡтар күпкә алда бара...
- Заманында Ленинградҡа командировка ваҡытында архивта, "Ҡош ярҙамында һунар итеү буйынса беренсе урында ҡаҙаҡтар тора", тигәс, бер ҡаҙаҡ ғалимы менән бәхәсләшеп киттем. "Улай булғас, кемдәр, ниндәй сит ил ғалимдары һеҙҙең турала яҙып ҡалдырған?" тип һораным. Бер генә кешене лә белмәй. Ә мин беләм. Шунан, ҡоштоң балаһын нисек алаһығыҙ, тип һорайым. Ыласын, мәҫәлән, ҡаяла оя ҡороп, балаһын ҡаяла сығара.
Ҡаҙаҡтар ҡош балаһын алыу өсөн биҙрәгә таш тултыралар ҙа, уны арҡанға бәйләп, ҡош ояһы турыһына тиклем төшөрәләр һәм ян-яҡҡа һелкетәләр. Таштар шалтырай башлай, ҡош балалары ҡурҡышып, ояларынан сыға һәм аҫҡа ҡолай. Ҡая аҫтында бер нисә ҡаҙаҡ көтөп тора. Ҡолаған ҡоштарҙың тота алғанын тота, тота алмағандары ергә бәрелеп, һәләк була. Ҡош тиһәң дә, уларҙа ла йөрәк бар. Ҡайһы берҙәренең йөрәге төшөп еткәнсе үк ярылыуы мөмкин. Ояла ла бер бала ла ҡалмай.
Башҡорттарҙа иһә ҡош балаларын алыусы ҡаясылар була, йөрөп, үрмәләп ала, унан башҡа икенсе бер миһырбанлы ысул бар. Уның асылы шунда: ҡая башында ике бағана ҡағып, шуға сикһеҙлек рәүешендә арҡанды урап, ҡаясыны яйлап төшөрә баралар. Был ысулдың ыңғай яғы нимәлә: ҡош балаһын алырға төшөүсе ояла мотлаҡ бер баланы үрсем өсөн ҡалдыра. Сөнки был ҡоштар бик яй үрсей. Сағыштырып ҡараһаҡ, башҡорттарҙың ысулы менән ҡаҙаҡтарҙыҡын бер рәткә ҡуйып булмай. Башҡорттарҙың ысулы күпкә өҫтөн һәм ҡош ярҙамында һунар итеү халҡыбыҙҙың борон-борондан килгәнлеге, ул ғына ла түгел, ниндәй генә кәсептә булмаһын, беренсе урынға тәбиғәтте һаҡлауҙы ҡуйыуы хаҡында һөйләй.
Шулай ҙа башҡорттарҙа был һөнәрҙең башы нисәнсе быуаттарға барып тоташҡаны билдәлеме?
- Татар-монголдар ул ваҡыттағы башҡорт дәүләте территорияһына 13-сө быуатта килә. Шул ваҡытта уҡ улар башҡорттарҙың ҡош һунары буйынса оҫта икәнлеген белгән һәм шуға күрә ҡош балаларын үрсетеп, өйрәтеп тапшырыу һалымын һалалар. Башҡорттар һалымды ҡошлата түләйҙәр.
Элек һунар өсөн ҡарсыға, ыласын, бөркөттө өйрәткәндәр. Хәҙер ни өсөн бөркөткә өҫтөнлөк бирәләр? Тап Зефиров яҙған ажарлығы өсөнмө, әллә башҡа ҡоштар юҡмы?
- Ҡоштарҙың барыһы ла бар, әммә бөркөттөң атамаһы уҡ өйрәтеүсегә абруй өҫтәй. Икенсенән, ул йола ҡошо, борондан башҡорттоң ғөрөф-ғәҙәтенә бәйле традицияларҙы үтәгәндә, бөркөттө файҙаланғандар, уны ололағандар. Уҡтың ҡанаттарын да бөркөт ҡаурыйынан эшләгәндәр. Өйрәтеүгә килгәндә, бер ҡошто ла өйрәтеү еңел түгел. Заманында Ғафури районында бер һунарсыла булдым. Ул ваҡытта башҡорттарҙың транспорт ҡорамалдары буйынса материалдар йыя инем, бер шундай миҫалға осраным. Бабай менән һөйләшеп ултырабыҙ, "Бына, бөркөт бар ине, - ти - ҡая аҫтына алып барып күмдем". Шунда ла иғтибар итмәнем. Ә бит нишләп ул бөркөттө ҡая аҫтына алып барып күмгәнлеге тураһында төпсөшергә, һорашырға тейеш инем. Бөркөттө ҡая аҫтына күмеү ҙә күп нәмә тураһында һөйләй, үҙенә күрә ниндәйҙер сере бар.
Башҡорт халҡы үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылғас, меңдәрҙең: "Беҙ ҡушылдыҡ, хәҙер еребеҙ ҙә булды, бөркөттәребеҙ ҙә булды", - тип яҙып ҡалдырыуы ла бөркөттөң хужалыҡта ер кеүек үк мөһим әһәмиәте тураһында һөйләй. Минеңсә, был һунар менән бәйле булырға тейеш.
Ырымбур ҡалаһына нигеҙ һалған губернатор Кириллов: "Малдарығыҙ иркен йөрөй, бүре һуҡмаймы һуң?" - тип һорағас, башҡорттар: "Бүреләрҙе ҡырып бөтөрҙөк инде", - ти, әммә нисек икәнен әйтмәй. Минеңсә, улар был йыртҡыстарҙы бөркөттөр ярҙамында ҡырған булырға тейеш.
Ә һунар ҡоштарын нисек әҙерләйҙәр, нисек һунарға өйрәтәләр?
- Командировкаларым ваҡытында миңә бер бабай менән ҡош һунары тураһында әңгәмәләшергә тура килгәйне. Һунар алдынан үҙең дә төн буйы йоҡламайһың, ҡошҡа ла йоҡларға ирек бирмәйһең һәм ашатмайһың. Ас һәм йоҡламаған ҡош һунарға әүәҫ була. Кем тырыш, ныҡыш - шул ғына һөҙөмтәгә эйә.
Шулай итеп...
"Минеңсә, хатта шундай ғәҙәт тә булғандыр, моғайын: егеттәр кәләш алғанға тиклем ҡош өйрәтергә тейеш була. Беренсенән, егеттә ниндәйҙер кимәлдә талапсанлыҡ, егет ҡомары тәрбиәләнә. Икенсенән, ул ҡошто өйрәтә - был үҙе бер оҫталыҡ, дан. Ҡыҙҙар тап шундай ҡошсо егеттәргә тормошҡа сығырға тырышҡан да инде. Аталары ла уларҙы шундай егеттәргә биргән. Ысынлап та, был ғәҙәт башҡортто тәртипле итеп тәрбиәләгән. Ваҡыттарын теләһә нисек уҙғарғанға ҡарағанда, улар файҙалы эш менән шөғөлләнә. Егеттәр бер-береһе менән оҫталыҡ буйынса ярыша", - ти Мирза Ғиләжетдин улы. Бәлки, был һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ барҙыр, сөнки бер генә хайуан, ҡош-ҡорт, шул иҫәптән бал ҡорто ла кире ғәҙәттәрҙе, насар еҫтәрҙе яратмай. Ә башҡорттар борон-борондан тәбиғәт балаһы булған һәм тәбиғәттәге тереклекте ҡулға эйәләштереп, үҙенә өйрәтеп донъя көткән. Бәлки, бөгөн онотолған шөғөлдәрҙең береһе булған һунар ҡоштарын өйрәтеүҙе ҡабаттан тергеҙергә кәрәктер?
Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА