"ТНТ" федераль каналында барған "Бейеүҙәр" ("Танцы") телевизион тапшырыуы быйыл үҙенең 5-се миҙгелен тамамлау алдында. Төрлө йүнәлештә ижад иткән меңәрләгән бейеүселәрҙе бер урынға туплаған был проектта беҙҙең яҡташтар ҙа уңышлы сығыш яһай. Шундай таланттарҙың береһе - Белорет ҡалаһы егете, "Бейеүҙәр" проектының ике миҙгелендә ҡатнашыусы Роберт ӘМИРОВ проект хаҡындағы тәьҫораттары һәм бейеү сәнғәтенә ҡарашы менән бүлешә.
- Ҡыйыуһыҙ ғына бала булдым. Шуға күрә, ҡалала йәшәһәм дә, бер ниндәй түңәрәккә лә йөрөмәнем. Атай-әсәйем дә үҙ яйыма ҡуйҙы, көсләп бер ҡайҙа ла алып барманы. Ләкин апайым бейеүгә булған ынтылышымды күреп булһа кәрәк, инициативаны үҙ ҡулына алды һәм 10 йәшемдә етәкләп Мәҙәниәт йортоноң бейеүҙәр түңәрәгенә алып барҙы. Уның был аҙымы тормошомдоң тотош йүнәлешен билдәләне. Бөгөнгө көндә бейеү - яратҡан шөғөлөм генә түгел, ә бар йөрәгемде һалып башҡарған эшем дә.
"Бейеүҙәр" проектында ике тапҡыр ҡатнаштым. Беренсе миҙгелдең "Иң яҡшы 50 бейеүсе" исемлегенә эләгеүем мине ҡанатландырҙы, үҙемә ышанысты арттырҙы, бейеүҙәр менән артабан ныҡлап шөғөлләнергә этәргес көс бирҙе. Унан һуңғы дүрт йылда үҙ өҫтөмдә ныҡ эшләнем: 30 килограмға ябыҡтым, бейеү стилдәре йүнәлештәрен киңәйттем, профессиональ оҫталығымды арттырыу йәһәтенән ырамлы ғына аҙымдар яһаным. Беренсе тапҡыр проектҡа осраҡлы эләкһәм, быйылғы "Бейеүҙәр"гә мин физик яҡтан ғына түгел, ә рухи йәһәттән дә ныҡлы әҙерлек менән барҙым. Шуға ла илдең "Иң яҡшы 36 бейеүсеһе" исемлегенә эләгеүемде ниндәйҙер мөғжизәгә бәйләмәйем, был минең ҡара тиремде түгеп яулаған баҫҡысым.
Ғәҙәттә, конкурстарҙың сәхнә артында төрлө интрига, аҫтыртын этлеккә, мәкерлеккә лә урын булыуы сер түгел. Ләкин "Бейеүҙәр" проекты был ҡағиҙәне инҡар итә. Унда дошманлыҡҡа урын юҡ. Барыһы ла дуҫтарса мөнәсәбәттә, бер-береһен хуплап, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора. Жюри ағзалары ла тәү ҡарашҡа ҡырыҫ, тупаҫ һәм ҡаты күңелле күренһәләр ҙә, үҙ тәрбиәләнеүселәре өсөн бөтә йөрәктән янып-көйгән остаздар.
Мин халыҡ бейеүҙәрен яратам. Башҡорттоң бейеүендә уның холҡон асыҡ күрергә була. Ул ҡырыҫ, ләкин шул уҡ ваҡытта асыҡ күңелле. Һуғышсан, тик баҫҡынсы түгел. Шаян һәм йор һүҙле, әммә тотанаҡлы. Кәрәк урында ут кеүек ҡыҙыу, тик бер ҡасан да башын юғалтмай. Талғын аҡҡан һыу һымаҡ һил күңелле, ләкин ҡыйырһытылған саҡта йәшен сатҡыһындай аяуһыҙ. Халҡымдың бөтә матур сифаттарының да бейеүҙәрендә сағылыш табыуы тамашасыны арбай, әсир итә, бейеү ижадының бөйөклөгөн бар яҡлап та күрһәтә. Шуға күрә үҙебеҙҙең бейеү сәнғәтен һаҡлап ҡалыу, уны байытыу һәм үҫтереү беҙҙең бурысыбыҙ.
Бейеүҙе маңлай күҙе менән генә күҙәтеп, уның айышына, бөтөн тәрәнлегенә төшөнөп етеп булмай. Был нескә ижадҡа күңел күҙе аша бағыу мөһим. Был халыҡ бейеүҙәренә лә, башҡа төрлө йүнәлештәге бейеүҙәргә лә берҙәй үк ҡағылышлы. Мин, мәҫәлән, урам стиле йүнәлешендәге (уличное направление) - хип-хоп, брейк-данс, поппинг, локинг - бейеүҙәренә өҫтөнлөк бирәм. Уларҙың һәр береһе бейеү йүнәлеше генә түгел, ә айырым бер мәҙәниәт, йәшәү рәүеше, философия. Ошоно аңламайынса тороп, бейеүҙең бөтә асылын күрһәтеп булмай. Күҙәткәнегеҙ барҙыр - бер үк бейеүҙе барыһы ла төрлөсә башҡара. Кемдер тәүге минуттарҙан уҡ тамашасаһының иғтибарын йәлеп итә - уның бейеүенең "күңеле" бар. Өйрәнгән буйынса хәрәкәттәр эшләп кенә бейеп булмай, сөнки уның ҡоролоғо күҙгә бәрелеп тора.
Бейеү, ниндәй генә йүнәлештә һәм стилдә булмаһын, һәр кем өсөн файҙалы. Ул яңы мөмкинлектәр биреп кенә ҡалмай, ә кешенең үҙен бөтөнләй икенсе яҡтан аса, уны үҫтерә, рухи йәһәттән байыта, йәшәү дәрте бирә, илһамландыра. Әгәр ҙә йөрәктә бейеүгә ынтылыш бар икән, нисә йәштә булыуға ҡарамаҫтан, тәүәккәлләргә кәрәк.
Әйткәндәй, балағыҙ үтә лә ҡыйыуһыҙмы? Ике лә уйламай, бейеү түңәрәгенә яҙҙырығыҙ - баҙнатһыҙлығы ла, оялыусанлығы ла һыпырып алғандай юҡ булыр.
Гөлназ МАНАПОВА яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА