Татьяна Львовна Сухотина-Толстая (1864-1950) бөйөк урыҫ яҙыусыһының өлкән ҡыҙы. Ғүмере буйы рухи яҡтан атаһының иң яҡын кешеләренең береһе була. Яҙыусы өлкән йәштәрҙә сағында ҡатыны менән аңлашылмаусанлыҡ барлыҡҡа килгән йылдарҙа ла Татьяна Львовна атаһын аңлай. "Ул атаһының да, әсәһенең дә күңелен йыуатырлыҡ яйлы һүҙҙәр таба ине", - тип яҙа уның хаҡында Л. Толстойҙың секретары В. Булгаков. Т. Л. Толстаяның иҫтәлектәре һәләтле яҙыусы ҡулы менән яҙылған. Тәүге иҫтәлектәр көндәлектәрен ул ун дүрт йәшендә башлай һәм ғүмере буйы дауам итә. Билдәле булыуынса, Лев Толстой башҡорт ҡымыҙы эсергә һәм далала ял итергә ғаиләһе менән дә килә. Таня башҡорттарҙы бик ярата һәм йылы иҫтәлектәр яҙып ҡалдыра.
Был иҫтәлектәр 1976 йылда Мәскәү ҡалаһында нәшер ителгән "Т. Л. Сухотина-Толстая. Воспоминания" тигән китабынан тәржемә итеп алынды.
* * *
Башҡорт ауылы йылға буйында ине. Мин, әлбиттә, бер-береһенән ҡаты ер менән айырылып ятҡан бәләкәй-бәләкәй генә түңәрәк өҙөк-өҙөк күлдәрҙе бер нисек тә йылға (Кәрәлек йылғаһы - М. Б.) тип атай алмаҫ инем.
Өйҙәр таҙа һәм ыҡсым. Беҙ туҡтаған мулла ҡунаҡсыл һәм ихлас ҡаршыланы. Күп тә үтмәне, атайымдың элекке таныштары килә башланы. Улар араһында урыҫсалап Михаил Иванович тип йөрөткән көр күңелле өлкән йәштәрҙәге башҡорт бар. Ул килеү менән атайыма сатраш уйнарға тәҡдим итте. Атайым ризалашты. Уйнаған саҡта бер аҙ уйларға кәрәк булһа, Михаил Иванович сикәһен тырнап ҡуя ла:
- Думить надо. Ба-а-а-льшой думить надо, - ти.
Шул арала беҙҙең йорт хужаһының хеҙмәтсеһе һарыҡ һуйырға ебәрелде, ә аш әҙер булғанға тиклем беҙгә сәй һәм ҡымыҙ тәҡдим иттеләр.
Һарыҡ ите бешеп сыҡҡас, хеҙмәтсе киҫәк-киҫәк һимеҙ һарыҡ ите тултырылған һауыт алып инде. Мин, башҡорт ғәҙәте буйынса, ризыҡтан баш тартырға ярамағанлығын ишетеп белә инем (һүҙ һоғондороу йолаһы тураһында баралыр - М. Б.). Бындай хәл хужаның хәтерен ҡалдыра икән. Миңә һөйләүҙәренсә, ҡунаҡ өлөшөнән баш тартһа, хужа иттең һимеҙ урыны менән ҡунаҡтың битен буяй башлай, шунан ҡунаҡ үҙ киҫәген ашарға мәжбүр була икән. Шуға ла хужа ит киҫәге алып миңә яҡыная башлағайны, мин тиҙ генә һоғоноп ҡуйҙым. Әйтергә кәрәк, ит киҫәген һоғоноу ҡыйын булманы, сөнки оҙон юлдан һуң асыҡҡайныҡ, ә ит бик йомшаҡ бешкәйне. Ул саҡта мин әле вегетарианка түгел инем, ул хаҡта беҙҙә телгә алыусы ла юҡ ине.
Атайым кем менән аралашһа ла уртаҡ тел таба торғайны. Һәр кеше менән ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорорлоҡ һүҙ таба ине. Мулла менән дин тураһында һөйләшһә, Михаил Иванович менән мәрәкәләште, ә хужа менән инде сәсеү, ат, һауа торошо тураһында һөйләште.
Төштән һуң беҙ йылҡы өйөрө ҡарарға барҙыҡ. Әсәйем бер ҡола бейәне маҡтаны - минең яратҡан төҫөм тине. Ә атайым бейәнең ҡулға тиҙ эйәләшеүен дә телгә алды.
Кәрәлек йылғаһы тип аталған түңәрәк күлдәр эргәһенән үткән саҡта һыу өҫтөндә аҡ томбойоҡтар күреп һоҡландым. Мин тымыҡ һыуҙы, ундағы матур сәскәләрҙе күреп ғәжәпкә ҡалдым. Ынтылып, бер генә сәскә өҙәйем тигәйнем, буйым етмәне. Шул саҡта мулланың йәш кенә улы, Нәғим исемле башҡорт, галушын, йомшаҡ ҡына йәшел ситеген сисеп, салбарының балаҡтарын төрҙө лә күлгә инеп китте. Бер гөлләмә томбойоҡтар өҙөп алды ла миңә бирҙе. Мин ундай иғтибарға өйрәнмәгәс, йөҙөмдө ҡыҙыллыҡ баҫты, эстән генә рәхмәт әйтеп, гөлләмәне алдым.
Эңер төшкәс, беҙ киң күңелле хужалар менән хушлаштыҡ. Атайым менән әсәйем ултырып килгән арба тирәсенә әсәйем һоҡланған ҡола бейәне бәйләп ҡуйғайнылар. Хужа уны ҡунағына бүләк иткән. Көнсығыш халҡында оҡшаған нәмәне бүләк итеү йолаһы бар икән. Әсәйем бик ныҡ уңайһыҙланды.
- Ҡалай оят! - тип аптыраны ул. - Ни эшләп улай итәһегеҙ? Белһәм, бөтөнләй маҡтамаған булыр инем...
Әсәйем бейәне кире ҡалдырмаҡсы булғайны, атайым тыйҙы. Бүләкте алмауҙың хужаны үпкәләтеү булғанын атайым белә ине.
Ул хушлашҡанда, мулланың ҡулдарын ихлас ҡыҫып, рәхмәт әйтте, һәм беҙ ҡайтып киттек. Арба тирәсенә бәйләнгән ҡола бейә күңелле генә саба ине, ә әсәйем йоланы онотоуына, бейәне юҡҡа маҡтауына һаман үкенеп барҙы.
Атайым, хужаның ҡатыны менән ҡыҙы биҙәнеү әйбере итеп файҙаланһын өсөн, яйын тура килтереп, хужаға бер нисә тәңкә бирҙе.
* * *
Атайым, Степа (хеҙмәтсе - М.Б.), Ханна (Толстойҙарҙа бала ҡараусы - М.Б.) һәм хатта бәләкәй һеңлем Маша күпләп ҡымыҙ эстеләр. Улар иртә менән тирмәгә китәләр. Тирмәлә уларҙы беҙ Мөхәмәтша Романович тип йөрөткән ғәжәп яғымлы һәм әҙәпле ҡарт башҡорт ире ҡаршы ала. Ул тирмә иҙәненә түшәлгән келәм өҫтөндәге яҫтыҡҡа аяҡтарын бөкләп ултырып ала, турһыҡтарҙағы ҡымыҙҙы болғандырып ебәрә, ижау менән туҫтаҡтарға ҡымыҙ ҡоя ла илтифатлы ҡиәфәттә ҡунағына һона. Атайым туҫтаҡты ҡушҡуллап ала ла бер тынала һемереп ҡуя.
Мөхәмәтша уның эсеп бөткәнен көтөп ултыра ла тағы ҡымыҙ ҡоя. Атайым ҡайһы саҡта икенсе туҫтаҡты ла бөтөргәнсе эсә лә, маҡтай.
Мин ҡымыҙ эсмәйем. Һаулығым насар булмағас, мине ирекһеҙләмәйҙәр ҙә. Ирҙәр ҡымыҙ эскән саҡта мин тирмәнең буҫтау менән бүленгән икенсе яғына инәм. Унда Мөхәмәтшаның ҡатыны Әлифә менән ейәнсәре Һәҙиә йәшәй. Әлифә һөйкөмлө генә, мөләйем, шул уҡ ваҡытта ире кеүек баҫалҡы һәм итәғәтле ҡарсыҡ. Һәҙиә - йәш кенә, бик матур ҡыҙ, ҡап-ҡара күҙле, ғәжәп һөйкөмлө итеп йылмая.
Ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәргә йөҙҙәрен күрһәтмәй. Шуға ла Һәҙиәгә ҡымыҙ эсеп ултырған ирҙәр эргәһенән үтергә тура килһә, ҡара бәрхәт еләне менән йөҙөн ҡаплай һәм йылдам ғына сығып китә.
Ҡатындар яғында мин ҡымыҙ бешергә ярҙам итәм. Йылҡы тиреһенән тегелгән ҙур һауыттарҙа бейә һөтө әсетәләр һәм оҙон ағас бешкәктәр менән болғатып торалар. Ҡымыҙҙы ни тиклем йышыраҡ бешәһең, шул тиклем һәйбәтерәк була икән. Мин башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кеүек талғын ғына итеп бешә алмайым.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары асыҡ сағыу төҫлө туҡыманан тегелгән киң, иркен күлдәк кейә, итәгенә икенсе төҫтәге туҡыманан ҡатмар һалына, иҙеү тирәһенә таҫма һалына һәм тәңкәләр тағыла. Толом остарына ла тәңкә тағалар.
Мин улар менән бейә һауған ергә лә бергә барҙым. Һәҙиә әле лә күҙ алдымда. Зифа буйлы, аяҡтарында ситек, башына бәрхәт елән бөркәнгән. Елән аҫтынан оҙон толомоноң осона таҡҡан тәңкәләре күренә. Атлаған һайын был тәңкәләр сыңлап китә. Ул беләгенә баш күнәк элеп, бейәләр яғына атлай. Бейәләр алыҫ түгел, тирмәләргә яҡын ғына. Шунда уҡ ҡолондар ҙа бәйҙә тора.
* * *
Ҡайтыр алдынан атайым башҡорттарға бәйге ойоштороп китмәксе булды. Уның үҙенең дә дала аттарының сабышын ҡарағыһы килә ине.
Тирә-яҡҡа бәйге тураһында хәбәр таратылды. Теләүселәр көнөнә, сәғәтенә беҙҙең хуторға йыйылырға тейеш ине.
Атайымдың был ниәте башҡорттарға бик оҡшаны. Улар аттарын бәйгегә әҙерләй башланы. 10-11 йәшлек малайҙарҙың менгеләренә һыбай атланып, дала буйлап сапҡанын йыш күрергә була ине.
Атайым еңеүселәргә бүләктәр әҙерләне: беренсе урынға - сит ил мылтығы, икенсеһенә - көмөш сәғәт. Артабанғылары ебәк елән, ебәк яулыҡтар һәм башҡалар.
Бәйге башланыр алдынан бер нисә көн элек үк беҙҙең йорт янында тирмәләр ҡора башланылар. Һарыҡ һуйып, ит бешерҙеләр, бейә һауып, ҡымыҙ бештеләр. Атайым инглиз тоҡомло ике йәшлек тайын һуғымға бирҙе.
Башҡорттар далаға йыйылды ла асыҡ һауала ергә түшәлгән келәмдәргә ултырып, ҡымыҙ эсте, сатраш уйнаны, йырланы, бейене...
Көр күңелле Михаил Иванович үҙенең өс ҡатыны менән килде. Улар әллә күпме бейәләр эйәртеп килде. Михаил Иванович атайым менән сатраш уйнаны, әммә күп осраҡта атайым еңеүсе булды.
Европа музыкаһына өйрәнгән беҙҙең ҡолаҡтарыбыҙ өсөн көнсығыш йырҙары ят ине. Көйҙәр һағышлы, моңло. Ҡурайҙа, һорнайҙа, тағы әллә ниндәй ят ҡоралдарҙа уйналған ошо көйҙәргә башҡорттар талғын ғына баҫып бейей ине...
Ҡайһы бер башҡорттар тамаҡтары менән көй сығара ине (һүҙ өзләү тураһында бара - М.Б.). Был ҙур оҫталыҡ талап иткән ғәжәп һөнәр. Бындай һөнәргә эйә булыусыларҙы башҡорттар юғары баһалай һәм ундайҙар бик һирәк.
Бәйгегә шундай бер оҫта килгәйне. Ул уйнаған саҡта барыһы ла тын ҡала ине. Башҡорт келәмгә аяҡтарын бөкләп ултыра, өзләгәндә маңлайында тамырҙар бүртә, бите буйлап тир аға. Йөҙө үҙгәрешһеҙ, ирендәре лә хәрәкәтһеҙ, тик ҡайҙалыр тамаҡ төбөндә ниҙер көй сығара. Өзләү тауышы саф һәм моңло.
Бына ул өзләүен тамамланы. Һуңғы ауаздарын өзләгәндә, әллә һулышы, әллә һағышы күкрәген ярып килеп сыға һымаҡ. Был моң барыһын да ныҡ тәьҫирләндерә.
- Йә, тамаҡ төбөнә йәшергән музыка ҡоралын күрһәт әле, - ти атайым.
Башҡорттоң арыған йөҙөндә йылмайыу сағыла, ул башын һелкә. Уға күпереп торған ҡымыҙ менән мөлдөрәмә тулы туҫтаҡ бирәләр. Ул сарсаған, ҡымыҙҙы бер тынала эсә лә, ҡулдарын күкрәгенә ҡуйып, ял итә.
Ҡымыҙ тултырылған туҫтаҡ туҡтауһыҙ ҡулдан-ҡулға китә.
Түңәрәк эсендә ике башҡорт көс һынаша. Ул ысул түбәндәгесә: ике кеше ҡапма-ҡаршы ултыра ла аяҡ табандарын бер-береһенә терәй. Шунан ныҡ ҡына таяҡ алып, икеһе лә шуға тотона ла, таяҡты үҙ яҡтарына тарта башлайҙар. Тубыҡтар саҡ ҡына бөкләнгән була. Тубыҡтары яҙылып, аяғүрә баҫҡан кеше еңелә. Ә уны тартып торғоҙоусы еңә.
Мин һәр ваҡыт башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары эргәһендә булдым. Уларҙың йырҙарын тыңланым, бейеүҙәрен ҡараным.
Бәйгелә беҙҙең атыбыҙ ҙа ҡатнашты. Ул бишенсе булып килде. Һыбай сапҡан малайҙар шатланышып бүләк алалар ҙа атайҙарына тотторалар.
Иртәгеһен барыһы ла таралыша башланы.
Бәйгенең башынан аҙағынаса бер генә тәртип һаҡлаусы ла булманы, тәртип тә боҙолманы. Бөтөн саралар ҙа һәүетемсә, тыныс, баҫалҡы, тәртипле, шул уҡ ваҡытта ғәжәп күңелле үтте. Бер генә аңлашылмаусанлыҡ та булманы.
Бер аҙҙан беҙ Һамар яҡтарынан ҡайтып киттек.
Мәрйәм БУРАҠАЕВА әҙерләне.
КИРЕ СЫҒЫРҒА