«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛ КЕШЕҺЕНЕҢ БӨГӨНГӨ МӘШӘҠӘТТӘРЕ НИНДӘЙ?
+  - 



Баязит СОЛТАНҒУЖИН, Йылайыр районы, Һабыр ауылы: Бына ҡар көрәйбеҙ инде хәҙер, Алла бирһә, оҙаҡ көттөрөп, ҡар яуҙы бит, ниһайәт! Еребеҙгә ысынлап ҡыш килгәс, күңеллерәк тә булып китте әле, юғиһә, ноябрҙә ҡара саң туҙрап ятты бит. Һәр нәмәнең үҙ мәле булырға тейештер инде. Туҡай әйтмешләй, "ел дә ваҡытында иҫеп, ямғыр ҙа ваҡытында яуған" замандар ише. Беҙҙең Һабыр ҙур ғына ауыл: 11 йыллыҡ мәктәбебеҙ, мәҙәниәт йортобоҙ, медпункт, мәсетебеҙ бар. Ауыл кешеләре, йәшенә ҡарап, һәр кемеһе үҙ эше менән мәшғүл: донъя көтә, ғаиләһе хаҡында хәстәрлек күрә. Кеше мал аҫрай, шуның көсө менән тереклек итә. Әлеге мәлдә шәхси хужалыҡтарҙың күбеһе һуғымға инселәгән малын ашата, башҡаларын да хәстәрләй. Ҡышҡылыҡҡа ҡырҙан бесәнен алдыра. Яғыулыҡ яғына килгәндә, беҙҙә бит хатта газ да бар хәҙер. Кем уны өйөнә үткәргән - йәнгә рәхәт - утын хәстәрләү кеүек күп көс талап иткән эш елкәнән төштө. Хаҡлы ялда булһам да, урман хужалығында эшләп йөрөйөм: кемдер урман киҫә, ә беҙ ағас ултыртабыҙ, питомникта ҡарағай үҫентеләре тәрбиәләп үҫтерәбеҙ. Эшләмәй ҙә булмай: иң кесе ҡыҙыбыҙ Мәскәүҙә Бауман исемендәге университетта уҡый, стипендияға ғына йәшәп булмай бит инде, ярҙам итеп тороу - беҙҙең бурыс. Унан өлкәнерәк тағы өс ҡыҙыбыҙ кейәүҙәләр, шулай ҙа уларға ла иғтибар, ярҙам кәрәк. Һуғым һуйғас, экологик таҙа ауыл ризығынан уларға ла өлөш сығарабыҙ. Ҡала ерендә бит хәҙер ниндәй ризыҡ һатып алһаң да ни тәме, ни йүне юҡ. Исмаһам, ауыл итенән, майы-ҡоротонан ауыҙ итһен балалар, тип тырышабыҙ. Даян улыбыҙ Аҡъяр район дауаханаһында табип-онколог булып эшләй, йәмәғәт эштәре лә алып бара: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, район Советы депутаты. Хәстәрлекле ғаилә башлығы ла ул, бәләкәйҙән тырыш, үҙаллы булып үҫте, беҙгә мәшәҡәт һалманы. Көндәлек хәстәрлектәр менән йәшәп ятабыҙ әле шулай. Балалар үҫеп етә лә таралыша, ә беҙ - ата-әсәләрҙең бурысы - нигеҙҙе һыуытмай, усаҡты һүндермәй, тәү ҡарашҡа әлеге "көндәлек хәстәрлектәр" менән, ләкин изгеләрҙән-изге бурысыбыҙҙы үтәп, ауылыбыҙ ҡотон һаҡлап, уның киләсәгенә өмөт итеп йәшәйбеҙ.

Мәрйәм ӘБСӘЛӘМОВА, Баймаҡ районы: Ауылыбыҙ район үҙәгенән алыҫта, урман төпкөлөндә ята. Мал-тыуар тәрбиәләү өсөн дан инде бына. Дөрөҫөн әйткәндә, шунан башҡа ауыл халҡының башҡа төрлө шөғөлө лә юҡ, тип әйтерлек. Ауыл хакимиәте, мәктәп, медпункт, балалар баҡсаһында нигеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙар ғына эшләй, ә бына ир-егеттәргә эш юҡ. Дөрөҫ, арендасыға урман ҡырҡыуҙа, таҡта ярыуҙа иҫәпле генә кеше эшләп йөрөй, башҡалар йә пенсионер, йә аҡса эшләргә ситкә сығып китәләр. Хәҙер ауыл ерендә лә, ҡалалағыса, мал аҫрамай ғына көн күргән кешеләр бар, ләкин ундайҙар нигеҙҙә ҡарт-ҡоро, яңғыҙаҡтар. Ә бына йәш һәм урта йәштәге ғаиләләр күпләп мал, ҡош-ҡорт тота. Әлеге ваҡытта ҡаҙы-өйрәге бер нисә тиҫтәгә барып еткән уңған ҡатын-ҡыҙ хужабикәләр бер-береһенә ярҙамлашып, ҡаҙ өмәләре үткәрә. Ә кемдәрҙеке, хәленә ҡарап, тиҫтәнән артмай, улар ҡош-ҡортон үҙе генә эш итеп алды инде. Хәҙер ауыл кешеһе өсөн яуаплы ла, күңелле лә мәл - һуғым осоро яҡынлашты. Шуны ғына көткәндәй, шөкөр, ҡары ла, ниһайәт, яуып һалды. Һуғымсылар бысаҡ ҡайрар саҡ. Егәрле ауылдаштар бер нисә баш һыйыр аҫрағас, былтыр тотонолмаған башмаҡтары, ҙурайып, көрөккән быҙауҙары бар. Малды көткәс, уның файҙаһын да күрге килә бит, тик кеше артыҡ малын ҡайҙа итергә белмәй беҙҙә. Һыйыр малынан тыш, хәҙер йылҡы аҫрағандар ҙа байтаҡ һәм шулай уҡ бер генә баш түгел уларҙа. Өйөр-өйөр булып, ҡырҙа тибендә йөрөйҙәр, тик улар өсөн борсолоуҙар күберәктер: мал юғала, айырыуса аттар. Унан һуң, беҙҙең тораҡ, әйтеүемсә, урман яғы - айыу-бүреһе лә бар. Алыҫ икән, тип тормайҙар, мал бурҙары ла килеп сыҡҡылай.
Малын һуйып, алыҫ булһа ла Баймаҡ йә Сибай баҙарына алып барыр ине әҙәм - күпме кәртә ҡуйылды уның юлына! Малын салыу урынына тейәп алып барырға, рөхсәт алырға, ветврачтан ит өсөн рөхсәт алырға, баҙарҙан урын өсөн рөхсәт алырға... Ҡыҫҡаһы, йырып сыҡҡыһыҙ волокита. Етмәһә, транспорт, яғыулыҡ өсөн түлә - сығымдары мал файҙаһынан артып та китәлер, шәй. Бына шуға кеше ҡул һелтәй ҙә ҡуя. Ситтән берәй алыусы килеп сыҡһа, аңын-тоңон белмәҫтән, тейәп ебәреү яғын ғына ҡарап торалар: нисек тә ҡотолорға кәрәк бит. Хатта аҡсаһын аҙаҡ вәғәҙәләүҙәргә ышанып, һемәйеүселәр булыуға ла ҡарап тормай халыҡ. Бер нисә йыл рәттән ауылыбыҙға Татарстандан килеп, быҙауҙар тейәп алып китә башланылар. Белмәйҙәр, тиң: экологик таҙа яҡ бит беҙҙә! Ә быҙау ите ниндәйен дә деликатес. Йә һимертергә алаларҙыр. Быйыл да көтә халыҡ уларҙы. Үҙебеҙҙең республикала шәхси хужалыҡ продукцияһын файҙаланыуҙа ойоштора алмағас, ситтәр кинәнә инде малдарыбыҙға. Баймаҡта бит бәләкәй генә булһа ла ит эшкәртеү предприятиеһы эшләп торған булһа, урындағы шәхси хужалыҡтар менән килешеү нигеҙендә күпме продукция эшләп сығарыр ине ул! Сибай ит комбинаты ла итте яҡын-тирә ауылдарҙан ҡабул итмәй, ситтән ташый икән, сәбәбе ниҙәлер инде...

Мәликә СӨЛӘЙМӘНОВА, пенсионер: Иремдең вафатына 15 йыл да тулып килә инде. Яҡшы кеше, алдынғы механизатор ине, ләкин совхозыбыҙ тарҡалып, юҡҡа сыҡҡас, эшһеҙлектән миктәп, өмөтһөҙлөккә бирелеп, эскегә һабышты, шул арҡала беҙҙе ташлап китеп тә барҙы. Ике баламды ла уҡытып, кеше итергә тырыштым. Ҡыҙым хәҙер Силәбелә тормош ҡорҙо, мәктәптә уҡыта. Улым Өфөлә аграр университет тамамлап, шулай уҡ эшһеҙлеккә дусар булды. Ауыл хужалығы белгестәре кәрәкмәй бит илгә хәҙер. Киленебеҙ шул уҡ вуздың иҡтисад факультетын тамамланы. Ауылда эшҡыуарлыҡ менән булышып ҡаранылар ҙа, кредит ала алмағас, икеһе лә Себергә сығып киттеләр. Ятаҡта йәшәйҙәр, фатир алып, нығынғансы тип, 6-сы класта уҡыған ейәнемде улар менән ебәрмәй алып ҡалдым. Ул балаға бында ла еңел түгел: иртә менән тороп, күрше ауылға мәктәпкә китәләр - барлығы 15 уҡыусы. Үҙебеҙҙә мәктәпте яптылар. Шул бала хәстәрлектәре менән үтә көндәрем, ул булмаһа, нишләр инем, тип уйлап алам йыш ҡына, юғиһә, ауылда һөйләшеп-серләшеп алырға ла кеше ҡалмай килә хәҙер: ҡайһылары ҙур мәктәбе булған күрше ауылға, икенселәре район үҙәгенә күсеп китә торалар. Байтағы минең балалар кеүек Себерҙә эшләйҙәр. Бала ҡарап торғас, аҡһыҙ ҙа булмай: бер генә булһа ла һыйыр аҫрайым. Йәй, көҙ баҡса, бесән эштәре менән үтә. Улым килен менән ялға ҡайтып, ярҙам итеп китәләр. Ҡош-ҡорт тотам, әле бына күрше ауылда йәшәгән ике һеңлем килеп, ҡаҙ йолҡошоп киттеләр. Улым бесәнен дә йүнләне, утын бар - башҡа ни кәрәк! Иҫәнлек бирһен Хоҙай, шул баланы ла Себергә алып китеп бармаһалар, уҡытып, кеше итергә насип булһын ине, тип теләйем, кис етһә, бергәләп, дәрестәрен ҡарайбыҙ. Үҙем ғүмер буйы балалар уҡытып, хаҡлы ялға сыҡтым, шуға ла уҡыусы бала менән эш итеү миңә ят шөғөл түгел - ейәнемә дөрөҫ тәрбиә бирергә тырышам.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.12.18 | Ҡаралған: 753

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru