«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘ ЕРЕБЕҘҘӘ ҮГӘЙ БАЛА ХӘЛЕНДӘБЕҘ
+  - 



Беҙҙең Ҡариҙел районы Болмоҙо ауылының бер яғында - башҡорттар, икенсе осонда урыҫтар йәшәне. Ике халыҡ вәкилдәре үҙ-ара шул тиклем дуҫ көн итте. Күршеләребеҙ башҡортса бик һәйбәт һөйләште, ҡай ваҡыт кемдең ниндәй милләт вәкиле икәнен дә белеп булмай, йөҙөнән йәки исемдәренән генә быны айырып була ине.

Ололар, ауылы берҙең - ҡәүеме бер, тигән борондан килгән ҡанунды һәр саҡ иҫкә төшөрөп кенә торорҙар ине. Ике туған ағайым, инде 20 йылдан ашыу Германияла йәшәһә лә (рус телен дә, немец телен дә камил белеүенә ҡарамаҫтан), телефондан һөйләшкәндә урыҫсалап ебәрһәң: "Тырманы танымайһыңмы әллә", - тип киҫәтеп ҡуя. Элек берәү әрме сафтарында оҙаҡ ҡына йөрөп ҡайтҡас, әсәһе менән дә руссалап ҡына һөйләшеп йөрөй икән. Тырмаға баҫып, тырма башына һуҡҡас: "Бына шул тырманы аяҡ аҫтына бәреп йөрөмәһәләр ни була инде", - тип, үҙебеҙсә һөйләшә башламаһынмы был! Беҙҙең яҡтарҙа ауылдаштар менән икенсе телдә һөйләшә башлаһаң: "Тырманы танымайһыңмы әллә", - тип тиҙ генә асылыңа ҡайтара һалалар. Хәтерҙә, һис кенә лә оноторлоҡ түгел: һикһәненсе йылдар инеме икән... Ҡариҙелгә сығырға Әхмәҙийә аҡбабай менән паром көтәбеҙ. Бер урыҫ знакум: "О-о, здравствуй, Ахмадия!" - тип ҡул һуҙып, күрешергә килә. Аҡбабай: "Бирермен мин һиңә здравстуйыңды, кит бынан!" - ти. Ошонан һуң теге урыҫ знакумы саф башҡорт телендә: "Һаумы, Әхмәҙиә дуҫ!" - тип күрешкәс, "Бына быныһы беҙҙеңсә!" - тип, йән дуҫтарса әңгәмәләшеп киттеләр. Мине был күренеш аптыратты, бик сәйер тойолдо. Һуңынан аҡбабайҙан ипләп кенә ниңә улай ҡыланыуын һорағас: "Үҙ еремдә минең менән минең телдә һөйләшһендәр, беҙҙең телде беләләр бит", - тип ҡырт киҫте. Аҙаҡтан теге урыҫ знакум минең менән дә беҙҙең телдә иҫәнләшеп йөрөй башланы. Тағы ла бер күңелгә һеңеп ҡалған хәл. Халыҡтың аҡса тигән нәмәне онотоп барған ваҡыттар. Класымда атай-әсәйҙәр йыйылышы. Көн тәртибенә балаларға гәзит-журналдар яҙҙырыу мәсьәләһе лә индерелгән. Һүҙгә әүәҫ Даян ағай: - Мин Иктауға яҙылмайм, - тип үҙенең фекерен белдерҙе. Уның нимә тураһында һүҙ йөрөткәнен ҡапыл ғына аңламай:
- Ундай гәзит юҡ та инде, булмаған гәзиткә яҙылып та булмай инде, Даян ағай, - тип һүҙҙе көлкөгә бороп ебәрмәксемен. Ә ул едти ҡиәфәттә, асыуланыбыраҡ:
- Булмай ни, бар ул... Мин районканы әйтәм. Урысса районка Ҡарағайсатты - "Черный лог"ка әйләндереп бөтөрҙө, инде былары Ыйыҡтауыбыҙҙы -"Иктау"ға әйләндереп маташа. Юҡ, кәрәкмәй, яҙылмайым, - тип үҙ һүҙен әйтте.
Йыйылыштан һуң:
- Иллә, Даян ағай, телеңдең осона сығырлыҡ түгел дә инде һинең, аҡса юҡ тип кенә әйтһәң, ни була инде, юҡһа, әллә ҡайҙарға инеп киттең, - тип һөйләшеүҙе дауам итергә тырышып, һүҙ ҡуштым.
- Эй энем, эш аҡсаламы ни... Дөрөҫө шул бит инде. Ыйыҡтау - аңлашыла, ә "ик" нимәне аңлата һуң? Әйткәндәй, ул гәзиттәрҙең бәҫе бөттө: инструкция, бойороҡ, беҙ беренсе, беҙ алда - шунан башҡа нимә яҙалар инде унда? Халыҡ күрмәй тиһеңме? Үҙең уйла нимә булырын алда, - тип һамаҡлап та ебәрҙе.
Уның әйткән һүҙҙәре мине оҙаҡ уйландырҙы һәм... 2002 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса, 28960 кешенең 44 проценты - башҡорт, 28,2 проценты - татар, 20-һе - урыҫ, 6 проценты - мари һәм башҡа халыҡ вәкилдәре йәшәгән районда ни өсөн гәзит рус һәм татар тедәрендә сыға, ә башҡортсаһы ҡайҙа, тигән һорау тыуҙырып, алдағыһынан алда арттағыһына, йәки үткәндәргә күҙ ташларға мәжбүр итте.
1934 йылда Ҡариҙел районына лингвистик экспедиция килә, уның алдына уҡытыуҙың, эш ҡағыҙҙарының, сәнғәттең рәсми телен билдәләү бурысы ҡуйылған була. Һәм ошо экспедиция көтөлмәгән һығымта яһай: "Шулай итеп, экспедиция тикшергән һөйләш формаль яҡтан һис шикһеҙ башҡорт теле һөйләше булып тора, шуға ҡарамаҫтан, татар әҙәби теле башҡорт әҙәби теленә ҡарағанда ерле халыҡҡа яҡыныраҡ (уҡыу әсбәптары һәм әҙәбиәт күҙҙә тотола). ...Экспедиция барлыҡ "эйе" һәм "юҡ"тарҙы тикшереп, хеҙмәтләндереү сифатында (әҙәби тел, мәктәптә белем биреү, матбуғат, эш яҙыуҙары һ.б.) татар телен рәсми тел тип танырға кәрәк, тигән ҡарарға килде. Шулай булғас, башҡорт телендә сыҡҡан "Алға" район гәзите баҫмаһын да маҡсатҡа йүнәлешле түгел тип табырға һәм татар теленә күсерергә кәрәк".
Был тәҡдим Ҡара-Иҙел ВКП(б) райкомы бюроһына тикшереүгә ҡуйыла һәм унда тулыһынса ҡабул итә. Бына шулай итеп бер һелтәүҙә "башҡорт телендә" һөйләшеүсе халыҡты административ юл менән татар телендә белем алырға, яҙырға, һөйләшергә, уҡырға мәжбүр итәләр. Һәм, Башҡортостанда йәшәһәк тә, 1985 йылға тиклем район мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытылманы. "Татарстан - туган илем, Казан минең баш калам" тип үҫте йәш быуын. Был тарихи хатаны төҙәтеү тора-бара минең бурыстарымдың мөһименә әйләнде.
Ул ваҡытта гәзитте ойоштороусылар район советы, район хакимиәте һәм "Ҡариҙел" гәзите редакцияһы ине. Дәүләт органдары бит улар. Дәүләт органдарының ижтимағи-сәйәси баҫмаһы булараҡ, ул дәүләт телендә сығырға тейеш. Республикабыҙҙа ике тел генә дәүләт теле тип иғлан ителгән: башҡорт һәм рус телдәре. Ошо һорау менән гәзиттең баш мөхәрриренә мөрәжәғәт итһәм дә, аныҡ яуап ала алманым. Күренеп тора, ул быға ҡаршы, уға нисек бар, шулай ҡалдырыуы уңайлыраҡ. Район хакимиәтендә лә шундайыраҡ фекерҙәләр. Мәҡәлә яҙып, халыҡҡа мөрәжәғәт итергә генә ҡалды. Әммә нисек? Баш мөхәррир үткәрмәйәсәк. Шулай ҙа баш мөхәррирҙең отпускыла булыуынан файҙаланып, район гәзитенең ике һанында "Үҙ тамырҙарыңды онотма!" тигән мәҡәләмде баҫтырып сығарыуға өлгәштем. Район етәкселәре ыжламанылар ҙа, ҡыл да ҡыбырҙатманылар. Дәртем һүрелде, мәгәр ниндәйҙер өмөттән төңөлмәнем.
"Ниәт иткән мораҙына еткән", тигәндәй, ниндәйҙер бер йыйылышта (хәтерҙә юҡ) яҙыусы Мөнир Ҡунафинға тап булдым. Борсоған һорауҙарым менән уртаҡлашҡас, ул:
- Мәҡәләңде бир, мин уны кәрәк урынға тапшырырмын, - тип, мәҡәләмде Өфөгә алып китте. Рәхмәт яуғыры, күп тә үтмәне, үҙебеҙҙең гәзиттә ошондай иғлан баҫылып сыҡты: "Район Советы президиумының сираттағы ултырышында "Ҡариҙел" район гәзитенең башҡортса ҡушымтаһын сығарыу тураһында ҡарар ҡабул ителде..."
Шулай итеп, районда айына ике тапҡыр булһа ла, ҡушымта рәүешендә, башҡорт телендә "Хазина" гәзите сыға башланы. Әммә был мине ҡәнәғәтләндермәне. Нисек инде, дәүләт теле статусындағы башҡорт телле гәзит, рус телендә сыҡҡан "Караидель" (ярай, быныһы дәүләт теле тигән статуслы) һәм уның татарсаға дубляжы булған "Караидел" гәзиттәренә ҡушымта ғына булып сыға?
Барыбер ғүмере ҡыҫҡа булды гәзитебеҙҙең. 2016 йылда уны ябып, Асҡында алты районға бер "Йәнтөйәк" гәзите сығара башланылар. Ә татар телендә сыҡҡан дубляж, айышын үҙгәртмәһә лә, айырым "Караидел хәбәрләре" гәзите булып ҡалды. Ҡайҙа йәшәйбеҙ һуң беҙ, йәмәғәт, тип аптырау дауам итә...
Компьютер заманында гәзит тә гәзит тип башты ҡатырма әле, тиер кемдер. Район гәзите - район тарихы ла бит ул. Күпмелер ваҡыт үткәс, тарихсылар ошо материалдар менән эш итәсәк һәм, бына - ташҡа басылған рәсми дәлил, тийәсәк. Ә беҙҙә дәүләттең ташҡа баҫылған һәр ҡағыҙына һуҡыр рәүештә ышаныу бар. Етмәһә, урындағы топономик атамаларҙың төрлө сығанаҡтарҙа төрлөсә булыуы хәүефкә һала. Был мәсьәлә мине һәм милләттәштәремде генә түгел, хатта тәбиғәтебеҙҙе лә хәүефләндерә, буғай. 2010 йылда республикабыҙҙың терминология комиссияһы мин һыуын һыулап үҫкән йылғамдың исемен рәсми документтарҙа Өфө-иҙел тип йөрөтөргә тигән ҡарар сығарҙы. Күрһәгеҙ икән ул йылды Ҡариҙелемде! Ҡышын йылғала һыу ныҡ төштө, урыны-урыны менән боҙ төбөнә йәбешеп туңды, яҙын йылға ташманы, ярҙарынан сыҡманы. Йәй ҡоро килде, йылғам тамам һайығып, кипте. Хатта йылға аша һалынған понтон күпер ике ярға эленеп ҡалғас, уны ваҡытынан алда алырға мәжбүр булдылар. Уны йыуатырға тырышып:
Һин, Ҡариҙел!
Һиңә ғорур Ҡариҙелем
Кемдәр һөйөп ҡараманы.
Бөгөн килеп бер түрәгә
Исемең дә яраманы.
Үҙгәрттеләр атамаңды,
Өфө-иҙел булып киттең.
Әллә инде шуға быйыл
Ныҡ һайыҡтың, тамам киптең.
Исем-атын яратмаһа,
Сабый ҙа бит үрһәләнә.
Хәлкәйеңде аңлайым да
Аңламайҙар "үрҙә" ана.
Үрһәләнмә, яҙылһа ла,
Өфө тиеп паспортыңда,
Ата-бабам атағанса
Һин "Ҡариҙел" үҙ йортоңда, - тип шиғыр ҙа яҙып ҡуйғанмын.
Халыҡ ижадында мин Өфө-иҙел тигән бер генә лә легенда йә риүәйәт осратҡаным булманы, ә миңә комиссия ағзалары, урыҫ ғалимы Рычков шулай тип яҙған бит, тигән дәлил килтерә. Башҡорт халыҡ ижадында Ҡариҙел тураһында әллә күпме мәғлүмәт табырға була. Ысынында, ғәрәп хәрефтәре менән боронғолар яҙыуында ул Ҡариҙел тип түгел, ә Карыил йылғаһы тип яҙыла.
Хәҙер туристарҙың етешмәгән ере юҡ - урындағы халыҡтан һорап-нитеп тормай, интернетта үҙҙәренсә атама биреп, тарата ла ебәрәләр, шулар картаға ла инеп китә. Мәҫәлән, тыуған яғымда ғәжәйеп үҙенсәлекле сусаҡ башлы Ҡалатау бар. Урыҫтар "шучковая гора" тип йөрөтәләр, ә беҙҙекеләр инде урыҫсанан тәржемә итеп, "сусҡа тау"ға әйләндергәндәр. Ә был тау башҡорттарҙың изге урындарының береһе. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында уҡ Рәсәй кимәлендә дәүләт тарафынан һаҡланырға тейешле археологик ҡомартҡы тип тә иғлан ителгән булған. Әммә 80-се йылдарҙа унда таш сығарыу карьеры асалар, һәм сусак башлы тау киҫек башлы тауға әйләнә. Район халҡы ла тауҙың ысын исемен онотҡан тиерлек. Ауылдарҙың, тау-йылғаларҙың тарихи атамалары ла русса исемдәр менән алышына, гәзиттә татарса Иктау һымағыраҡ атамалар урын ала. Быға тиклем Башҡортостанда башҡорттарҙың йәшәгәнен һәм уларҙың әле лә йәшәүен онотторорға тырышыу инде был. Ни өсөн оҙаҡ йылдар буйына телебеҙҙе юҡ итергә, онотторорға тырышыуҙары - ана шуныһы башҡа һыймай. Мин быны (шул иҫәптән властарҙың да был ҡылығын) геноцидтың бер төрө тип атар инем.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының 1983 йылғы Бөтә донъя конференцияһында "төп халыҡтың ере, тәбиғи байлығы, үҙ илендәге законлы хоҡуҡтары тартып алынырға, теле инҡар ителергә тейеш түгел", тип билдәләнгән. Тимәк, һәр милләт вәкиле үҙ ерендә еренең хоҡуҡлы хужаһы. Был хоҡуҡ халыҡ-ара закондар менән нығытылған. Ситтән килгәндәр ошо дәүләттең закондарына һис һүҙһеҙ буйһонорға, уларҙы үҙ ерендә ҡабул иткән төп милләт кешеләрен хөрмәт итергә бурыслы. Шул саҡта ғына беҙҙең тарихыбыҙ киләсәк быуындарға дөрөҫ барып етәсәк.

Фидаиль САФИН, шағир.
Ҡариҙел районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.01.19 | Ҡаралған: 673

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru