Ошо көндәрҙә Өфөлә "Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы - 2019" һәм "Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2019" конкурстарын йомғаҡлау тантанаһы уҙҙы. Һөнәри оҫталыҡ конкурстарында быйыл барлығы 66 педагог ҡатнашҡайны. Уларҙы Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова, республиканың төрлө вуз етәкселәре, ғалимдар һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре тәбрикләне.
Йыл да уҡытыусыларҙың һөнәри конкурсы сиктәрендә үткән оҫталыҡ дәрестәрен ҡарарға, түңәрәк ҡорҙа фекер алышыуҙарын тыңларға тырышабыҙ. Өфө педагогтары һәр ваҡыт алдынғы ҡарашы, заман талаптарына ярашлы эш тәжрибәһен күрһәтеүе менән айырылып тора. Быйыл конкурсанттар төрлө эш алымдары ҡулланып, уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү, шәхесен тәрбиәләү, белемен арттырыу, хәтерен яҡшыртыу маҡсатына ҡоролған оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Бигерәк тә 111-се гимназия уҡытыусыһы Наилә Насированың "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә картиналарҙы һүрәтләү аша телмәр үҫтереү" темаһына арналған оҫталыҡ дәресе уңышлы килеп сыҡты. Педагог әҙерлек барышында рәссам Ҡасим Дәүләткилдиев картиналарының төшөрөлөү тарихын өйрәнгән, ундағы геройҙарҙың яҙмышы тураһында уҡыусыларға мауыҡтырғыс мәғлүмәт еткерҙе. Ә бына 93-сө физика-математика лицейының йәш уҡытыусыһы Юлиә Бикмөхәмәтова дәрестәрендә уҡыусылар үҙҙәре яратып ҡараған йәнһүрәттәрҙе башҡортса тауышландырып ҡарай ала. Баш ҡаланың 7-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Гөлшат Ғәбитова күрһәткән "Тиҙ уҡыу өҫтөндә эшләү алымдары" темаһы ла коллегаларында ҡыҙыҡһыныу уятты. Уҡыусыларҙы тиҙ уҡырға ғына түгел, ә аңлап уҡырға өйрәтеү, күреү хәтерен яҡшыртыу, яңы һүҙҙәрҙе иҫтә яҡшыраҡ ҡалдырырға ярҙам итеүгә ҡоролған эштең файҙаһын барыһы ла юғары баһаланы. Ғөмүмән, һәр конкурсант үҙ тәжрибәһенән сығып, ниндәйҙер яңылыҡ күрһәтергә, заманса технологияны ҡулланып та, электән килгән традицион алымдар ярҙамында ла төплө белем биреп булыуын сағылдырырға тырышты. Үҙ эшен яратып башҡарған профессионалдарҙың дәресе бына шулай үтә икән, уларҙың уҡыусылары төрлө яҡлап үҫешкән шәхес икән, тигән фекер ҡалдырҙы был ярыш этабы. "Йылдан-йыл был конкурста ҡатнашыусыларҙың тәжрибәһе арта, уҡытыусылар коллегалары күрһәткән дәрестәрҙе ҡарап, белемен дә үҫтерә. Быйыл "Педагогик өмөт" номинацияһында ҡатнашҡан йәштәрҙең тәжрибәле уҡытыусыларҙан бер ҙә ҡалышмайынса, шул тиклем матур итеп дәрестәр үткәреүе, оҫталыҡ дәресе күрһәтеүе ҡыуандырҙы. Бөгөн уҡытыусы һөҙөмтәгә эшләй, был Федераль белем биреү стандарттары ҡуйған талаптарҙан килә. Конкурсанттарҙың быны яҡшы аңлауын күрҙек", - тине баһалама ағзаһы, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты Мәрхәбә Дәүләтшина.
Һөнәри конкурстың һуңғы этабы - түңәрәк ҡорҙа ла педагогтар һынатмаҫ, тигән ышаныс бар ине. Әммә боронғолар белмәйенсә "Ҡолондоң билен һындыраһың", тимәгән икән. Сит мәктәптә дәрес күрһәткәндә лә, үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашҡанда ла үҙен юғары һөнәр оҫтаһы итеп таныштырған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының "йомшаҡ урыны" фекер алышыу барышында асыҡланды. "XXI быуат уҡытыусыһы ниндәй булырға тейеш?" темаһын асҡан саҡта бөтә "тейешлеләрҙе" һанап сығыуын сыҡҡас, жюри ағзаһы Гөлнур Нәбиуллина биргән ябай ғына һорауҙан баҙап ҡалды конкурсанттар. Улар бөгөнгө биш әйҙәүсе прозаикты атай алманы! "Бәй, һеҙ китап уҡымайһығыҙ икән дә!" - тип аптырашты баһалама ағзалары. "Ҡала шарттарында башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләүе еңелдән түгел, әммә беҙҙең уҡытыусылар аптырап ҡалмай, һәр береһенең үҙ методикаһы, алымдары бар, тырышып эшләүҙәрен күрҙек. Шулай ҙа бер нисә мәсьәләгә иғтибар итергә кәңәш бирәбеҙ: Федераль дәүләт белем стандарттарын һыу кеүек эсергә кәрәк. Бынан тыш, ниндәй милләт вәкиле, һөнәрең буйынса кем, нисә йәштә булыуға ҡарамаҫтан, әҙәби әҫәрҙәр уҡырға тейешһең, тигән фекерҙе уҡытыусы үҙе уҡыған саҡта ғына уҡыусыһына еткерә ала. Тағы ла уҡытыусы өсөн милли матбуғатты алдырыу ҙа мөһим, сөнки ул заман менән бергә атлауы, бөгөн булған хәл-ваҡиғалар менән таныштырып барған өсөн дә бүтән һөнәр эйәләренән бер башҡа өҫтөн тора. Ошоларҙы хәтерендә тотҡан осраҡта, баш ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының һөнәри компетентлығы тураһында ҡайғырырға түгел", - тине конкурстың жюри рәйесе, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Сәмситова.
Шулай итеп, "Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2019" конкурсының еңеүсеһе итеп 7-се мәктәп уҡытыусыһы Гөлшат Ғәбитова танылды. Гөлшат Заһир ҡыҙының педагогик стажы 17 йыл, ул был конкурста икенсе тапҡыр ҡатнашҡан. "Быға тиклем 2006 йылда конкурстың лауреаты булғайным, быйыл хеҙмәтемә ҙур баһа биреп, еңеүсе итеп таныуҙары өсөн сикһеҙ шатмын. Был йылдар эсендә коллегаларым шулай уҡ көслө конкуренттар булды, ә бына айырмалыҡ шунда: 2006 йылда цифрлы белем биреү юҡ ине, әлеге ваҡытта бөтә әйбер шуға бәйле. 2006-ла беҙ ватмандар, төҫлө ҡәләмдәр тотоп йөрөй инек, "проектор" тигән һүҙ телмәргә яңы ингәйне, уның менән ҡулланып эшләүселәргә иҫебеҙ китеп ҡарап сыҡҡайныҡ. Хәҙер аптыратырлыҡ яңылыҡ юҡ, әммә һәр бер конкурсант тәжрибәһен уртаҡлашҡанда үҙем өсөн файҙалы булырҙай фекерҙәрҙе теркәп барҙым", - тине еңеүсе әңгәмәләшкәндә.
Традицион рәүештә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында "Педагогик өмөт" номинацияһы бирелде, уға быйыл Сит тел тәрәнәйтеп өйрәнелгән 103-сө мәктәп уҡытыусыһы Зөлфиә Иҫәнбаева лайыҡ булды. Өфө ҡалаһы педагогтарының һөнәри оҫталыҡ ярыштарында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында 6-сы лицейҙан Айгөл Хөсәйенова, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында 65-се татар гимназияһынан Гүзәл Заһитова еңеүсе булды. "Педагогик дебют" номинацияһында 160-сы лицейҙың һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Ангелина Тимирова билдәләнде, ә "Педагог-мастер" номинацияһында - 12 уҡытыусы, "Педагог-тикшеренеүсе" номинацияһында 33 кеше маҡтау грамотаһы алды. "Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы-2019" ҡала конкурсының төп еңеүсеһе итеп А.П. Гайдар исемендәге 47-се гимназияның иҡтисад уҡытыусыһы, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Ирина Хисмәтуллина танылды.
Әйткәндәй, алдағы йылдарҙа педагогтарҙың һөнәри конкурсында ҡатнашыусылар "Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы" тигән клуб төҙөгән. Был ойошмаға алдынғы ҡарашлы, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған педагогтар берләшкән. Уның ағзалары йомғаҡлау тантанаһы барышында коллегаларын тәбрикләп, махсус приз да, музыкаль бүләк тә тапшырҙы.
Сәриә ҒАРИПОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА