«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИКЛӘҮҘӘР ЮҠ БАРЫ ҮҘЕГЕҘ ЗАКОНДЫ БОҘМАҒЫҘ
+  - 



1 ғинуарҙан "РФ Урман кодексының 32-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы Федераль закон эшләй башланы. Халыҡҡа үҙ мәнфәғәте өсөн түләмәйенсә генә киҫкә (валежник) йыйыу мөмкинлеге биргән был закон буйынса һорауҙар һаман байтаҡ ҡына. Ошо айҡанлы законды тәҡдим итеүсе һәм тормошҡа ашырыусы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы БАЙҒУСҠАРОВ менән әңгәмәләшәбеҙ.

Быйыл үҙ көсөнә ингән закондар араһында киҫкә йыйыуға ҡағылғаны ла халыҡ араһында күп шау-шыу ҡуптарҙы, ахыры. Был законды халыҡтың да, уның үтәлешен контролдә тотоусыларҙың да уны аңлап еткермәүҙән киләме?

- Дөрөҫөн әйткәндә, был закон тураһында күп һөйләнек, күп аңлатыуҙар алып барҙыҡ, тигән фекерҙә инем. Һайлауҙар алдынан: "Бына урман эргәһендә йәшәйбеҙ, ә ҡоро ағастарҙы ла йыйып ала алмайбыҙ, штраф һалалар. Хәл итә алмаҫһығыҙмы?" - тип, халыҡ үҙе һораны. Әлбиттә, ауыл кешеһенә ҡоро ағас йыйыу өсөн рөхсәт артынан район үҙәгенә барыу ҙа, 3 мең аҡса түләү ҙә ауырлыҡ ул. Шуға ошо һорау өҫтөндә эшләп, былтыр закон ҡабул ителде һәм 2019 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инде. Әйтергә кәрәк, Урман хужалығы министрлығы, халыҡҡа рөхсәт бирелһә, улар урманда ҡоро ағас йыйыу менән бергә йәш ағастарҙы ла ҡырҡасаҡ, тигән ҡарашта ине. Министрлыҡҡа, алдан әҙерләнегеҙ, аңлатып рәсми хаттар ебәрегеҙ, хеҙмәткәрҙәрегеҙҙе уҡытығыҙ, тигән үтенес белдерҙем. Үткән йыл аҙағында республиканың Урман хужалығы министрлығы таратҡан рәсми хатта, киҫкә йыйыу өсөн махсус рөхсәт кәрәк, тип яҙылған булған. Ошо халыҡ араһында аңлашылмаусылыҡ тыуҙыра ла инде. Ауылда йәшәүселәр борсолоп, миңә яҙа башланы. Был хат бөгөн ғәмәлдән сығарылды, яңыһы ебәрелде. Социаль селтәрҙәрҙә үҙем дә аңлатып яҙҙым.

Мөрәжәғәттәрҙең иң күбе ниндәй мәсьәләгә ҡағыла?

- Улар бер нисә һәм барыһы ла ябай ғына. Мәҫәлән, нимә ул киҫкә (валежник)? Киҫкә - ел, дауыл ҡолатҡан, йәки ҡар һырыуҙан, башҡа сәбәптән ҡолаған, йәки үҙе ҡороп ауған яғас. Рөхсәт алырға кәрәкме, тиҙәр. Бер кемдән дә, бер ниндәй ҙә рөхсәт алырға кәрәкмәй. Үҙең менән балта, бысҡы алырға мөкинме? Балта ла, бысҡы ла алып барырға ярай, ҡоро ағас булһа ла, уны турап алып ҡайтырға кәрәк бит. Минең шундай үтенесем дә бар: ҡороған ағастарҙың ботаҡтарын ҡалдырмай алып ҡайтһындар ине. Сөнки ботаҡ урманды ҡыйлай, икенсенән, янғын хәүефен тыуҙыра. Машина-трактор менән барырға яраймы, тигән һорау йыш осрай. Мөмкин, шулай ҙа йәш ағастарҙы ҡырҡмаһындар, тапамаһындар ине. Йәш ағасты ҡырҡҡан өсөн штраф, административ, хатта енәйәт эше ҡуҙғатыу ҙа ҡаралған. Ҡороған, әммә тамырында ултырған ағасҡа ла тейергә ярамай. Был закон ҡороп йығылған ағастарҙы йыйыуға ғына рөхсәт бирә.
Депутаттар ботаҡ йыйырға рөхсәт иткәнгә ҡыуанаһығыҙ, закондың халыҡҡа файҙаһы юҡ, тигәндәр ҙә бар. Быны ауылда йәшәмәгән, ауылдың мохтажлығын белмәгән кешеләр әйтә. Ҡоро ағастың көнкүрештә кәрәге күп. Утындан башҡа, бағана алыштырырға, һарайҙы, ихатаны төҙәтергә була. Ҡайһы ваҡытта әҙерләргә була, тип һорайҙар. Йыл әйләнәһенә. Бында ниндәйҙер сикләүҙәр юҡ, тик урманда янғын хәүефе көсәйгән мәлдә ярамай. Ҡайһы урмандарҙа йыйырға мөмкин, тип һорайҙар. Бар урманда ла ярай, бары тик диләнкә итеп бүлеп бирелгән участкала ярамай. Әйткәндәй, бындай закон эшләгән бүтән төбәктәрҙә сикләүҙәр бар. Мәҫәлән, ҡайҙалыр урманға машина менән йөрөргә, ҡайҙалыр бысҡы алып инергә ярамай, ҡайҙалыр метр ярымдан оҙон ағас киҫкә тип иҫәпләнмәй. Беҙҙә сикләүҙәр юҡ. Шулай ҙа, әгәр ниндәйҙер сәбәп менән закон тулыһынса эшләмәй икән, тура миңә яҙырға була.

Халыҡ араһында күп йөрөйһөгөҙ, күп аралашаһығыҙ, һеҙгә уларҙың тағы ниндәй үтенестәре бар? Улар ниндәй өлкәгә ҡағыла?

- Халыҡ һораған үтенестәр закон булып ҡабул ителә бара. Спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ һатыуға ҡаршы закон эскелеккә ҡаршы көрәштә ҙур ярҙам. Урындарҙа власть органдарының көсө етмәгән осраҡтарҙа закон боҙоусыларҙы миңә яҙа һаман халыҡ. Мин тейешле сара күрергә ярҙам итәм. Халыҡ үҙе лә әүҙем был мәсьәләлә. Ҡайһы бер ауылдарҙа законһыҙ араҡы һатып, халыҡты ағыулаусыларҙан минең исемгә аңлатма ла яҙҙыралар әле. Законды белдем, башҡа улай эшләмәйәсәкмен, тигән йөкмәткеле хаттарҙы миңә ебәрәләр шунан. Эске Эштәр министрлығынан белешеп торам, 1 миллион штарф һалынған осраҡтар бар. Был закон шуныһы менән ҡиммәт: күпме кешенең сәләмәтлеге, ғүмере, ғаиләләр һаҡлап алып ҡалына. Эскеселәрҙе мәжбүри дауалау тураһындағы закон өҫтөндә лә эш алып барам әле. Эсеп, өйҙән ғаиләһен ҡыуып сығара, йәберләй, әйберҙәрҙе һатып эсә икән, табип ҡарары менән уны үҙ теләгенән тыш та дауаларға кәрәк. Бөгөн был мөмкин түгел. Закон кешенең хоҡуҡтарын боҙасаҡ, тигән фекерҙәр булыу сәбәпле, эш ауыр бара. Ул эскесе башҡаларҙы, әйтәйек, ҡатынын, балаларын рәнйетеп, туҡмап, уларҙың хоҡуғын боҙмаймы ни? Барыһын да дауалап бөтә алмаясаҡһығыҙ, тип әйтеүселәр ҙә бар. Эйе, дауалай алмаясаҡбыҙ, тик яртыһын был афәттән ҡотҡарһаҡ та, ҙур файҙа. Рәсәйҙә йылына 500 мең кеше эскелек һөҙөмтәһендә үлеп ҡала. 70 процент кеше үлтереү иҫерек саҡта башҡарыла. 60 процент суицид шулай ул иҫерек саҡта эшләнә.

Шул уҡ ваҡытта күпселек ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғаиләлә ире тарафынан туҡмалып йәшәүен дә беләбеҙ, уларҙың фажиғәле тамамланған осраҡтары ла булып тора. Ошоға бәйле берәй закон ҡабул итеү күптән хәл ителешен көткән мәсьәлә түгелме икән?

- Әлеге мәлдә Оксана Пушкина менән бергәләп бындай закон проекты өҫтөндә эш алып барыла. Ул ҡатын-ҡыҙҙарҙы, балаларҙы яҡлауға арнала. Беҙҙә бит шулай, ҡатын-ҡыҙ туҡмалып булһа ла, ғаиләлә йәшәүен дауам итә. Был беҙҙең халыҡҡа ғына түгел, бөтөн халыҡтарға ла хас. Айырылышыу насар нәмә тип ҡарайҙар. Әлбиттә, ул насар, әммә бындай осраҡта закондар булып, ҡатын-ҡыҙҙы яҡлаһа, Учалылағы кеүек фажиғәләр, бәлки, булмаҫ та ине.
Ғөмүмән, ғаиләне яҡлаған, үлем хәүефе менән янауға ла закондар бар. Бында төп бәлә - ҡатындарҙың бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итмәүе. Балалары атайлы булһын, тип уйлай ул, ирен дә йәлләй. Икенсенән, бер кем дә кеше ғаиләһенә ҡыҫылырға теләмәй. Мөрәжәғәт юҡ икән, полиция хеҙмәткәре лә бер нәмә лә эшләмәй. Закон проектында үҙәктәр булдырып, бындай ғаиләнән ҡатындарҙы алыу тураһында ла һүҙ бара, сөнки күп осраҡта уларҙың китер урыны юҡ.
Битарафлыҡ та көслө, ни хәл итәһең. Берәй иҫерек руль артына ултырғанын күреп, кемдең махсус органдарға хәбәр иткәне бар? Ә ул үҙ ғүмеренән тыш, башҡаларҙың сәләмәтлегенә зыян итеүе ихтимал. Күршең законһыҙ араҡы һата, нишләп өндәшмәйһең, тиһәң, ауылдаш та инде, тиҙәр. Миңә ҡағылмай, тип уйламағыҙ. Ул кеше тиҙҙән бөтөн ауылығыҙҙы һәләк итәсәк, һиңә лә сират етәсәк. Балаларығыҙ берәй ҡасан унан алып эсер тип уйламайһығыҙмы, тип өндәшер инем мин. Ошо өндәшмәү арҡаһында закондар эшләмәй ҙә инде...

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.02.19 | Ҡаралған: 668

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru