Ни эшләргә? Тәүҙә барыһына ла ҡул һелтәп, яңы тормош башларға уйланым. Машинам барлығы иҫемә төштө. Һе, кеше ташып булһа ла аҡса эшләй алам да инде мин. Таксистар бер аҙнала минең бер айлыҡты кеҫәһенә һала. Машина тигәндән, уларҙың үҙҙәрен дә, хатта яҙмыштарын да кешеләрҙекенә оҡшатам мин. Двигателе эске ағзалар булһа, трансмиссияһы - кәүҙә, йөрөү өлөшөн аяҡ-ҡул менән сағыштырырға була. Мин дә әлеге мәлдә хәлемде беренсе тиҙлек менән тау үренә табан барған еңел машинаға оҡшатам, һәм үрҙе артылырлыҡ хәлем барлығына өмөтөм һүнмәгән. Гел генә тигеҙ юлдан да йөрөмәнем. Төрлө үрҙәрҙе үткән кеше әле мин. Тигеҙ юлдан да йөрөнөм, уңға ла, һулға ла боролорға тура килде. Ҡаршы юлға сығып, маңлайға-маңлай бәрелешкән мәлдәрем дә хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалған. Юл (йәшәү) ҡағиҙәләрен белмәгәндән түгел, тормош бит - төрлө саҡтар була. Тағы ла тигеҙ юлдан дүртенсе тиҙлектә елдерәсәкмен әле.
Башта өс көн буйы "ҡайғыны" араҡы менән йыуҙым. Дүртенсе көндә үҙемде йыуындырҙылар. Тура мәғәнәһендә. Ҡатыным мунса индерҙе. Айыҡ баш менән уйға сумдым. Алда бер юл - эсеүҙе бөтөнләй ташларға. Бөтөнләй ташларға? Нисек? Иң ауыры шул: бөтөнләй тигән һүҙгә үҙеңде ышандырыу. Ышанысың ныҡлы булмаһа, был аҙымды яһауҙың фәтеүәһе юҡ.
Ҡайҙа барып дауаланыу тураһында бәхәсләшеп торманыҡ. Бер юл - Абдулла (Ырымбур өлкәһенең Абдулла станцияһында йәшәүсе Шәмсиә - Шура әбей). Ауылда "Абдуллиндар" күбәйгән саҡ. Өлгө бар. Эсеү оят, дауаланыуҙың бер ояты ла юҡ. Маҡтауға ғына лайыҡ бындай аҙым.
Ныҡлы фекергә килгәс, күҙҙәр асылып китте. Эсеүҙе бөтөнләй ташлауыма (бик булмаһа, биш йылға) өмөт уянды. Ошо мәлде күңелемдә ныҡ һаҡлайым. Ниндәйҙер кимәлдә ул тойғо ла ярҙам итә миңә бөгөнгө көндә. Психологтар уны инсайт (ҡәҙер төнө асылыу) тиҙәр. Эсеүҙе бөтөнләй ташлайым, тигән түбәнге аң кимәлемдәге күптән формалашҡан уйым терелде. Ул уй (уй түгел, әҙер фекер) эсә башлаған көндән, "бахмурҙан" интеккән мәлдәрҙә нығына башлаған. Ҡырылмаһа ҡырҡ тапҡыр "ҡабат эсмәйем" тигәндә, ул тойғоно уята алмағанмын икән. Уны аңым уятты, бөтөн йәнем-тәнем менән уяндым һәм эсеүҙе ташлай алыуыма тулыһынса ышандым. Тау-таш аҡтарырға әҙер инем мин шул саҡта. Сынйырлап ҡуйһалар ҙа, уны өҙөп барыр инем дауаланырға.
Ҡатыным оҙатып барырға булды. Дауаланыуымды үҙ күҙҙәре менән күргеһе килгәндер инде. Өфөнән ары китмәүем бик-бик ихтимал бит. Иң мөһиме - үҙем ышанам. Шулай ҙа ҡатынымдың шикләнеүенә үпкәләмәнем.
Юлға сыҡтыҡ. Икенсе тәүлектә Абдуллаға килеп тә еттек. Бында тетя Шураны яҡшы беләләр икән. Вокзалда танышҡан бер әбей беҙҙе ул йәшәгән урамға алып барып, өйөн күрһәтте. Төн уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, йорто алдына бик күп еңел машиналар йыйылып киткән. Автобустар ҙа күренә. Баҡтиһәң, кешеләр алдан килеп йоҡлайҙар икән. Күп тә йөрөмәнек, бер әбей беҙҙе фатирға индерҙе. "Наркомандар ҙа күп килә, урамда ҡалһағыҙ, ҡурҡыныс", - тине ул. Фатир хаҡы әллә ни ҡиммәт тә түгел икән - бер кешегә 30 һум.
Әбейҙең өйө биш бүлмәнән тора, ҡалғандарында беҙҙең кеүек ситтән килгәндәр туҡталған. Үҙебеҙҙең бүлмә менән танышҡас, хужабикә сәйгә саҡырҙы. Оҙаҡ юлдан һуң тамаҡ ялғап алғас, тап-таҙа постель йәйеп, йоҡларға яттыҡ. "Сәғәт биштә уятырмын, - тине Тома әбей. - Сират ҙур була, тәүгеләр менән инеп ҡалырға тырышығыҙ…"
Ысынлап та, иртә менән уятты ул. Башҡа бүлмәләгеләр ҙә тороп йыйына башланы. Бер ағай наркоман улын алып килгән икән, улар тиҙ генә йыйынып, сығып китте. Ҡарап тороуға, атаһы ла, улы ла бик итәғәтле күренә. Фатирҙаштар менән шым ғына йыйындыҡ. Һәр береһе үҙ уйына сумған. Беҙҙе уртаҡ яҙмыш осраштырған, ә һөйләшәһе һүҙҙәр юҡ. Оло ғына бер ҡатын менән йәш егет әйберҙәрен төйнәп, хужабикәгә аҡса түләп, шым ғына сығып китте. Кейемдәренә, төйөнсөктәренә ҡарағанда, ауылдан килгәнгә оҡшағандар. Кухня эргәһендәге бүлмәнән йәш кенә егет менән ҡыҙ сыҡты. Мөнәсәбәттәренә ҡарағанда, ирле-ҡатынлы булыуҙары күренеп тора. Төпкө бүлмәлә мөһабәт кәүҙәле урта йәштәрҙәге ир ҡунаҡлаған икән. Сырайы үҙебеҙҙең мосолман, холоҡ-фиғеле "Мин - башҡорт" тип ҡысҡырып тора. Ул бер һүҙ әйтмәйенсә, әбейгә аҡса һондо ла, бәләкәй ағас йорттоң ишегенә саҡ һыйып, бөгөлә-һығыла сығып китте. Өй бушап ҡалғандай тойолдо. Беҙ ҙә хужабикәгә рәхмәт әйтеп, сығып киттек.
Шура әбейҙең өйө янында һабантуймы ни! Гөж киләләр. Беҙ ҙә ҡапҡаға яҡынлаштыҡ. Әлегә ул эстән бикле. Әбей наркомандарҙы дауалай икән. Уларҙың ингәненә арыуыҡ ваҡыт уҙған. Ара-тирә Шәмсиә әбейҙең тауышы ишетелеп ҡала: "Ҡабат наркотик ҡулланаһыңмы? Әйт, бына әсәйең алдында ант итеп әйт!" Әбей улар менән сәғәткә яҡын шөғөлләнде. Улар мотлаҡ ата-әсәһе, йә булмаһа, иң яҡын туғаны менән килергә тейеш икән.
Ҡапҡа асылды. Наркомандарҙы туғандары етәкләп алып сыға башланы. Баштары түбән эйелгән, береһе лә күтәрелеп ҡарай алмай. Беҙ ҙә, йәғни алкоголиктар, башты күккә сөйөп, мөғжизә көтөп тормайбыҙ. "Минән дә түбән төшкәндәр бар әле" тип, бер аҙ күңелде йыуатҡан булам.
Баҡтиһәң, бында уйынлы-ысынлы килгәндәр ҙә бар, имеш. Ижевскиҙан ҙур автобус менән бер төркөм эшселәрҙе алып килгәндәр. Эргәлә торған икәүһе шым ғына һөйләшә: "Кире юлға нисәшәр ярты алайыҡ?".
Улар кире юлда тамсы ла йотмағандарҙыр, тип ышаныслы әйтә алам бөгөн. Күптәрҙән ишетергә тура килде: дауалауҙың ысынлап та ҡөҙрәте бар. Дауаланғандан һуң эсеү теләге томалана, хатта юҡҡа сыға.
Наркомандарҙан һуң оҙаҡ көттөрмәй беҙҙе лә ҡапҡа аша өй урамына индерҙеләр. Утыҙлап кеше һыйҙыҡ. Әбей өй тупһаһында тора. Беҙҙең кеүектәрҙе бик күп күргән бит инде, иҫе лә китмәй: "Заходите, заходите, алкоголики!" - ти ул.
Үттек. Теҙелешеп торабыҙ. Әбей оҙата килгәндәрҙе сығырға ҡушты. Урам эсе бер аҙ бушап ҡалды. Ҡапҡаны яңынан бикләп ҡуйҙылар. Минең үҙемә элекке эскән донъяма бикләнгән кеүек булды ул ҡапҡа. Тиҙҙән бөтөнләй икенсе донъяға аяҡ баҫасаҡмын, Алла бойорһа!
Эстә ҡалғандарҙы Шәмсиә әбей ике төркөмгә бүленергә ҡушты. Христиандар бер яҡҡа, беҙ, мосолмандар, икенсе яҡҡа баҫтыҡ. Хисапламаһаң да, төркөм ҡап уртаға бүленде. Бер сама эсәбеҙ икән Хоҙай бәндәләре. Вәғәз уҡыу бик оҙаҡ ҡына булды: "Христиандар менән мосолмандар ике диндән булһағыҙ ҙа, кеше булараҡ, һеҙ бер үк. Һәр икегеҙҙе лә йәлләйем, һәр икегеҙгә лә изгелек теләйем", тине ул һүҙен башлап. Бер аҙ һөйләй биргәс, урыҫса-татарсалап беҙҙе битәрләп ташланы. Үҙенә рәхмәт йөҙөнән яҙылған хаттарҙы күрһәтте.
Урта йәштәге мәрйә әбей уның янына яҡынлашты:
- Тетя Шура, мин һеҙҙә дауаланғайным. Тиҙҙән ҡыҙымдың туйы була, миңә киренән эсергә яраймы? - тип мөрәжәғәт итте ул. Әбей уға һыу эсерҙе.
- Ҡурҡмай эс, тик туйҙан һуң тағы ла кил, һине яңынан кодлармын, - тине ул.
Йәш кенә татар егете ике айға ла сыҙамай, ауыҙына алған икән. Ул да әбейгә ялбарҙы, яңынан дауалауын үтенде.
- Күҙемә күренмә, сығып кит! - тип ярһып китте Шәмсиә әбей. Егет илай-илай сығып китте.
- Ҡырҡ көндән үләсең! - тип ҡысҡырып ҡалды әбей уның артынан.
"Был берәй театрлаштырылған тамашамы икән әллә?" тип уйлап торам эстән генә. Улай тиһәң, төрлө тарафтан йыйылған төрлө милләт, төрлө яҙмышлы кешеләр менән тамаша ҡылырға диндар кешенең намыҫы ҡушмаҫ.
Дауаланыу ваҡыты беҙгә лә етте. Христиандарҙан һуң сиратлап әбей янына килдек. Әбей баштан һыйпап, һәр беребеҙгә үҙенең ҡөҙрәтле һыуын үҙ ҡулынан эсерҙе. Ул һыуҙың тәмен әле лә иҫләйем, әле лә тоям…
Мораҙым ӘХМӘТОВ.
(Дауамы. Башы 5-се һанда).
КИРЕ СЫҒЫРҒА