«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕЛ - ТЕРЕ ШИШМӘ ҮЛМӘҪ, КИЛӘСӘККӘ ЕТКЕРЕРБЕҘ
+  - 



Ошо көндәрҙә баш ҡалала үткән әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһендә - Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезында яңғыраған "Ҡурҡмағыҙ, беҙ бергә!" тигән бер һөйләм республикабыҙҙа милли мәғариф мәсьәләләрендә арҡа терәрлек яҡлау, ярҙам ҡулы һуҙырлыҡ һәм борсоған һорауҙарға яуап бирерлек таяныс барлығына өмөт уятты. Күптән тулышҡан проблемаларҙың хәл ителешен көткәндәрҙә ышаныс уятҡан йыйын һөҙөмтәләре ысынлап та һөйөндөрҙө. Уның барышында ҙур системаның бер юҫыҡта, бер йүнәлештә, дәррәү эшләү барышына шаһит булдыҡ.

Хәл ителер


Республика тарихында беренсе тапҡыр башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының оло йыйыны ҡәҙимге, әммә һуңғы йылдар шауҡымында ғәжәйеп ваҡиғаға тиңләрлек хәл-осраҡтарға бай булды. Әйтәйек, сараның алып барыусылары ла, сәхнәгә күтәрелгән съезд ҡатнашыусылары ла матур итеп саф башҡортса телмәр тотто. Йәмғиәттә һирәк була торған күренештәр халыҡты ҡужғытып ебәрә икәнен беләбеҙ, хатта бына ошондай һәр кемдең туған теленә ҡарата ябай ғына иғтибарын тойоу ҙа ҡатнашыусыларҙың күңелен арбаны ла ҡуйҙы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының хеҙмәтен баһалап, төрлө кимәлдәге наградалар тапшырылғас, делегаттар бөтөнләй дәртләнеп китте. Шундай күтәренке кәйефтә улар Өфө ҡалаһының М. Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейы, М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы, Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһына һәм Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына юлланды. Һуңғыһында башҡорт телен туған тел булараҡ уҡытҡан педагогтар йыйылды һәм белем усағы менән танышып сыҡҡандан һуң, тәжрибәле коллегаларының оҫталыҡ дәресен ҡарап, форсайт-сессия эшендә ҡатнашты. Билдәле булыуынса, уларҙы борсоған һорауҙар - башҡорт теле дәрестәренең сәғәттәре кәметелеү, ата-әсәләрҙән балаһын туған телдә уҡытырға ризалыҡ биреү тураһында ғариза яҙҙырыу, йәш быуындың туған телен насар белеүе, уҡытыу әсбаптары һәм методик ярҙам күрһәтеүгә ҡағылышлы мәсьәләләр булды. "Форсайт-сессия барышында коллегалар менән трендтарҙы билдәләгәндә бөтәбеҙҙе лә бер үк мәсьәләләр борсоуын төшөндөк. Башҡорт теленең абруйын күтәреү, уҡыусылар уны өйрәнергә теләһен өсөн беҙҙең генә тырышлыҡ етмәй ине һәм бына хөкүмәт тарафынан иғтибар артыуын тойҙоҡ, ниһайәт. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада, төрлө конкурс-ярыштарҙа ҡатнашып еңеү яулаған уҡыусыларҙың: "Әҙерәк кенә файҙаһы булырмы икән, апай?" - тигән һорауына киләсәктә ышаныс менән ыңғай яуап ҡайтара алһам, фекер алышыуҙар бушҡа булмаған", - ти Әбйәлил районы Байым урта мәктәбе уҡытыусыһы Әлфиә Абдрафиҡова. Күп кенә уҡытыусылар был съезд тәү сиратта ата-әсәләргә баланы туған телен белеүҙән мәхрүм итмәүҙе төшөндөрөргә ярҙам булыр, тигән фекер белдерҙе. "Башҡорт булһалар ҙа балаларын рус класына уҡырға биреп, рус телен туған теле итеп һайлаған ата-әсәләрҙең күңеленә нисек барып етергә? Тәү сиратта бына ошо мәсьәлә буйынса фекер алышырбыҙ, аныҡ маҡсаттар билдәләрбеҙ тип көтәм", - тип һөйләне Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының Ф. Солтанов исемендәге 3-сө мәктәбе уҡытыусыһы Наил Юлдашбаев.
Айырым фекер алышһалар ҙа, мәсьәләләр башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытҡан педагогтар өсөн дә бер үк. Өфө ҡалаһы 111-се мәктәп уҡытыусыһы Наилә Насирова башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡыта. "Беҙ быға тиклем дә биш көн уҡыу режимында эшләй инек. Башҡа предметтарға сәғәттәр һаны аныҡ бүленгәс, башҡорт теле аҙнаһына бер сәғәткә тороп ҡалды. Икенсе сит телен алып ташлағанда ғына башҡорт теле предметына урын табырға була, - ти Наилә Яхъя ҡыҙы. - Беҙгә квалификацияны күтәреү эшенең сифатын арттырырға кәрәк, йәш белгестәр эшкә урынлашҡанда башҡортса әңгәмәләшһәләр, БДИ үткәрелһә лә файҙалы булыр ине". Әйткәндәй, ҡатнашыусыларҙың күбеһе башҡорт теле буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыуҙы ойоштороу фекерен яҡланы. Ә бит бынан ун йыл самаһы элек ошо һынауҙар яңы үткәрелә башлағанда ул имтихан бар ине, әммә республиканың милли кадрҙар әҙерләгән факультеттары уның һөҙөмтәләрен ҡабул итмәүе сәбәпле, әһәмиәте юғалды...
Башҡортостандың һәм күрше төбәктәрҙә башҡорт теле туған тел булараҡ уҡытылған белем усаҡтары директорҙары, башҡорт балалар баҡсалары мөдирҙәре М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында уңайлы шарттар, башҡорт мөхите тыуҙырған коллегаларының эш тәжрибәһе менән танышып сыҡҡандан һуң, "Башҡортостан Республикаһында милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы" һәм "Рәсәй Федерацияһында туған телдәрҙе уҡытыу концепцияһы"на индереү өсөн тәҡдимдәр әҙерләү буйынса форсайт-сессия эшендә ҡатнашты. Ғәмәлдә, һәр ҡатнашыусының башҡорт теленә ҡағылышлы ниндәй актуаль күренештәргә иғтибар итеүен, уларҙың үҫеш йүнәлешен, яҡын киләсәктә эҙемтәһе ниндәй булыуын билдәләү өсөн ойошторолған түңәрәк өҫтәл икән "форсайт-сессия" тигән нәмә. Шуны төшөнөп алғансы ғына делегаттарға байтаҡ ваҡыт талап ителде, артабан ҡыҙыу фекер алышыуҙар барышында хәлде үҙгәртеү өсөн тәҡдимдәр әйтелде. "Коллегалар электән килгән бер үк фекерҙәр әйтте, башҡорт телен артабан үҫтерергә теләһәк, икенсе төрлө эш юлдарын эҙләү кәрәк, - тип белдерҙе Салауат районы Лағыр ауылы мәктәбе директоры Ринат Ситдыҡов. - Мәҫәлән, уҡытыусы 18 сәғәтлек эше өсөн уртаса тип иҫәпләнгән 28 меңлек эш хаҡын алырға тейеш. Юғиһә, бындай эш хаҡы өсөн улар ике тапҡырға күберәк ваҡыт сарыф итергә мәжбүр. Бынан тыш, башҡорт теле йәмғиәтебеҙҙең бөтә тармаҡтарында ла булырға тейеш, комплекслы эш талап ителә. Сөнки мәктәптә генә балаға туған телен өйрәтеп булмай, уға ғаилә, телевизор, уйындар, телефон ҡушымталары, урам - тотош мөхит тәьҫир итергә тейеш. Юғары уҡыу йортонда ла туған телен онотмаҫлыҡ булһын. Ә инде педагогтарҙың квалификацияһын күтәреүгә килгәндә, һынау алыуҙы ҡатмарлаштырып ҡына эш сыҡмаҫ". Әйткәндәй, бөгөн ошо мәсьәләләр хәл ителмәһә, 2030 йылда эҙемтәләре ниндәй булыуын яҡынса күҙаллап та аңларға була. "Башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу артһын өсөн, бәлки, Советтар Союзындағы кеүек бюджеттан тейешле финанс бүлеп, милли мәҙәниәтте һәм телде яңыртыу программаһын бойомға ашырырға кәрәктер. Хәҙер беҙҙең уҡытыуға сәғәттәр ҙә етмәй, ата-әсәләр ғаиләлә русса һөйләшә, йәш кадрҙарға һәм әсбаптарға ла ҡытлыҡ килде. Элек килешеү буйынса Башҡортостандан дәреслек, яҙыу өлгөһө, дәфтәрҙәр ала торғайныҡ, хәҙер юҡ. Ошолар тураһында коллегалар менән фекер алыштыҡ, беҙҙең арала ғына ҡалмаһын ине был һөйләшеү", - тип теләй Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Көҙәш ауылы урта мәктәбе директоры Мөдәрис Сиражетдинов. Форсайт-сессияның ойоштороусылары һәр майҙансыҡта билдәләнгән мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү юлдары, тәҡдимдәр һәм фекерҙәр ентекләп тикшереләсәк һәм мотлаҡ рәүештә БР Мәғариф министрлығы белгестәренә еткереү ҡаралған, тип ышандырҙы былай. Күренеүенсә, быға тиклем дә тел осонда булған проблемалар күтәрелде, улар тураһында тағы бер тапҡыр съезд барышында әйтелгәс, улар хәл ителер, тигән өмөт бар.

Күңелгә май булып яғылған һүҙҙәр

Съездың икенсе көнөндә лә эшлекле һөйләшеүҙәр дауам итте. Уҡытыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәбрикләне һәм бер төркөм мөғәллимдәргә юғары исемдәр тапшырҙы. Үҙенең телмәрен ул башҡортса һөйләне: "Дөрөҫөн әйткәндә, әҙерәк ҡурҡам. Хөрмәтле уҡытыусылар, бөгөн минең башҡорт телем өсөн икеле ҡуймағыҙ. Беләһегеҙҙер, мин 5 йәшемә тиклем Ишембай районының Һайран ауылында йәшәнем. Һуңынан атай-әсәйемдәр ҡалаға күсте, мәктәптә уҡытыу тик русса булды, тик русса ғына һөйләштем. Хәҙер миңә 55 йәш, шуға тиклем 10 йыл Мәскәүҙә эшләнем, унда аралашыу русса булды. Шуға яйлап-яйлап башҡорт телен юғалта башланым. Нимә әйтергә уйлайым: минең кеүектәр меңәрләгән. Беҙ тыуған илгә, туған телгә ҡайттыҡ. Әлбиттә, беҙ әлегә таҙа итеп башҡорт телендә һөйләшә алмайбыҙ. Шуға, телмәремә икеле ҡуймағыҙ, тием.
Бөгөн беҙгә бер нисә һорауға яуап табырға кәрәк: беренсенән, нисек итеп ололарҙы, балаларҙы башҡорт теленә һөҙөмтәле итеп өйрәтергә? Икенсенән, башҡорт телен өйрәтеүҙең методикаһын нисек итеп ябайлаштырырға, һөҙөмтәлерәк итергә? Өсөнсөнән, башҡорт телендә һөйләшеүҙе, башҡорт теленә өйрәтеүҙе нисек модаға индерергә, заманса итергә?
Тағы бер фекерем бар: башҡортса бер генә һүҙ белгәндәрҙе лә үҙ итәйек, ситләштермәйек. Иң һуңынан нимә әйтергә уйлайым: һеҙ ҡурҡмағыҙ, беҙ бергә! Был ҙур бурыстарҙы беҙгә бергә атҡарырға кәрәк".
Радий Фәрит улының был сығышынан һуң БР мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хажинға һүҙ бирелде. Уның сығышы йыйылыусылар ишетергә теләгән күп фекерҙәрҙе үҙ эсенә алғанлыҡтан, гәзит биттәрендә тулыһынса бирергә булдыҡ.
- Кисәге съезд делегаттары Өфө ҡалаһының төрлө уҡыу йорттарында булды, форсайт-сессияла ҡатнашты. Башҡорт телен уҡытыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләне. Шул уҡ ваҡытта беҙҙе борсоған һорауҙар ҙа аҙ түгел: глобализация шарттарында туған телдәрҙе нисек һаҡларға, дәүләт теле булараҡ башҡорт телен нисек үҫтерергә, телдәрҙе өйрәнеүҙе нисек актуаль итергә? Бөгөн, әйҙәгеҙ, ошо турала бергәләп уйлайыҡ, фекер алышайыҡ, - тине Айбулат Вәкил улы. - Съезға әҙерләнгән ваҡытта беҙҙең эш төркөмө күп тәҡдимдәр әҙерләне, уларҙы беҙҙең республика етәксеһе Радий Хәбиров та хупланы, өҫтәп үҙенең тәҡдимдәрен индерҙе һәм уларҙы съезда тикшерергә ҡушты. Хөрмәтле коллегалар, бөгөн һеҙҙең фекерегеҙҙе лә ишетергә теләйбеҙ.
Бөгөн һәр кем туған телендә уҡый ала, ләкин туған телдәрен өйрәнгән балалар һаны йылдан-йыл кәмей. Беҙгә башҡорт, рус, инглиз телдәрен ныҡлап өйрәтеүсе мәктәп кәрәк, уларҙа көнсығыш телдәрен дә өйрәтергә була. 2024 йылға тиклем республика етәксеһе 12 лингвистик гимназия асырға тәҡдим итте. Уларҙы Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Туймазы, Күмертау, Ишембай, Дүртөйлө ҡалаларында, Дыуан, Белорет һәм Әбйәлил райондарында төҙөйәсәкбеҙ. Уларға, мәҫәлән, "Йондоҙ", "Салауат" тип башҡортса исемдәр бирергә була. Әйҙәгеҙ, бергә булайыҡ!
Балалар телдәрҙе өйрәнһен, тиһәк, уларҙың мотивацияһын арттырыр яңы саралар кәрәк. Уның өсөн телдәрҙе уҡытыу методикаһын камиллаштырыу мөһим. Мәҫәлән, уҡытыуҙы ҡыҙыҡлы һәм һөҙөмтәле итергә, электрон дәреслектәр, интерактив һәм интернет-технологиялар ҡулланырға. Яңы технологиялар ҡулланып, асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә, виртуаль олимпиадалар, конкурстар һәм экскурсиялар ойошторорға. "Юғары ос!" ("Взлетай!") проектында интерактив башҡорт теле модуле эшләйәсәк, был мәктәп уҡыусыларына һәм башҡорт телен өйрәнеүселәр өсөн яңы форматтағы проект. Тағы бер юл: башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәре һәм призерҙарына вузға уҡырға ингәндә өҫтәмә балдар биреү. Бының өсөн беҙҙең олимпиада Бөтә Рәсәй олимпиадалары исемлегенә инергә тейеш, Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы менән бергә был тәҡдим буйынса эшләй башланыҡ. Туған телдәр буйынса Рәсәй кимәлендәге, төбәк-ара конкурста еңгән балалар өсөн Радий Фәрит улы Республика Башлығы премияһын булдырыуҙы тәҡдим итә. Мәҫәлән, йыл һайын егерме уҡыусыға 50 мең һум күләмендә премия тапшырырға. Тағы бер тәҡдим: каникул ваҡытында, бигерәк тә йәйге, профилле сменалар ойошторорға. Беҙ "Йәйләү" тигән смена үткәрәбеҙ, ләкин унда урын әҙ, "Йәйләү"ҙе республиканың төрлө төбәктәрендә ойошторорға була, әлбиттә, күрше өлкәләрҙән дә башҡорт балаларын саҡырырға кәрәк. Телдәрҙе өйрәнеүҙә ғаиләнең роле бик ҙур. Мәктәп белеменең беренсе форумында биш көнлөк уҡыуға күсеү тәҡдим ителде. Дәрестәрҙән бушаған шәмбе көндәрендә ата-әсәләр менән төрлө проекттарҙа ҡатнашырға була, ата-әсәләр балалары менән ваҡытын күберәк үткәрһен ине. Мәҫәлән, ял көндәрендә этнотурҙарға сыҡһындар, бергәләп викторина-конкурстарҙа ҡатнашһындар һ.б. Ә һеҙҙең "Этношәмбе" проектына ниндәй тәҡдимдәр булыр?
Бөгөн туған тел уҡытыусыһының профессиональ кимәленә талаптар көслө: белгестәрҙе әҙерләүҙе көсәйтеү, уларҙың квалификацияһын күтәреү, методик ярҙам күрһәтеү. Беҙгә уҡытыусылар, ғалимдар, белгестәр ҙә кәрәк. Киләһе йылда "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурсы 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Конкурста еңеүсе уҡытыусыға Радий Фәрит улы Республика Башлығы премияһын 100 меңгә тиклем, финалистарға 50 меңгә тиклем билдәләргә тәҡдим итте. Шулай уҡ йыл да 25 иң яҡшы башҡорт һәм 25 рус теле уҡытыусыларына бирелгән премияны ла республика етәксеһе 100-әр меңгә тиклем арттырыу кәрәк, тип иҫәпләй.

Йомғаҡлау һүҙе

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы эшлекле һөйләшеүҙәр, аныҡ тәҡдимдәр, етди ҡарарҙар ҡабул ителгән сара булды. Быға үткәрелгән ете секция эшен күҙәтеп, һәр урында ҡуйылған мәсьәләләр буйынса фекерле белгестәр ултырыуын күреп тә инандыҡ. Иң мөһиме, съездың йомғаҡлау өлөшөндә "Рәсәйҙең күп милләтле палитраһында туған телдәр: бөгөнгөһө һәм киләсәге", "Башҡорт теле Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ: тәжрибә һәм яңылыҡтар", "Этномәҙәни мәғариф мөхите: телде белгән шәхес тәрбиәләүҙә күсәгилешлекте һаҡлау", "Башҡорт теле һөнәри һәм юғары белем биреү системаһында: үҫтереүҙең актуаль мәсьәләләре", "Туған телде һәм милли йолаларҙы һаҡлау һәм үҫтереүҙә ғаиләнең әһәмиәте", "Башҡорт телен өйрәнеүҙә цифрлы белем биреү мөхитен булдырыу", "Мәғариф өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте: туған телдәрҙе өйрәнеүҙең актуаль мәсьәләләре" тигән темалар буйынса сығарылған һәр ҡарар республика етәкселегенә еткерелде. Уларҙы тыңлағандан һуң Радий Хәбиров тормошта барған бөгөнгө бөтә үҙгәрештәрҙе аныҡ аҡыл менән баһалап ҡына тейешле закондар, эш йүнәлештәрен булдырырға тейешбеҙ, тип кәңәш итте. "Беҙ бер нисә принциптан сығып эш итергә тейешбеҙ. Беренсенән, башҡорт теле кәрәкле, мөһим булыуын, талап ителеүен тойоу. Сөнки ул беҙҙең дәүләт телебеҙ. Бына күптән түгел дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында бик ҡыҙыҡлы күренешкә юлыҡтыҡ: тәүге тапҡыр башҡорт телендә сығыш яһанылар. Аңлайһығыҙмы, республика күптән бар, әммә был беренсе тәжрибә. Һәм мин бындай эш тәжрибәһе даими булыр тип өмөт итәм. Әлбиттә, бының өсөн уңайлы шарттар булдырыу мөһим", - тине Радий Фәрит улы. Шулай уҡ был съезд йыл да үткәрелергә һәм уның ҡарарҙары дәүләт тарафынан бойомға ашырылырға тейеш булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе. Делегаттарҙың чиновниктарҙан башҡорт телен белеүҙе талап итеү, милли кадрҙар әҙерләүҙе яйға һалыу тураһындағы тәҡдимен дә хупланы Радий Хәбиров һәм киләсәктә ҡайһы бер дәүләт структуралары етәкселәрен башҡорт телен белеү кимәленә ҡарап баһалаясағын белдерҙе. Балаларҙы башҡорт телен өйрәнеүгә ылыҡтырыу маҡсатында цифрлы технологиялар, интернет селтәре мөмкинлектәрен ҡулланып эшләгән ирекмәндәргә ярҙам итеүгә лә ыңғай ҡарашта етәксе. "Туған телдәрҙе өйрәнеүҙе модалы, абруйлы итергә кәрәк. Балаларға ябай ғына әйберҙе: башҡорт телен өйрәнеп, төрки халыҡтар донъяһына, мәҙәниәтенә ишектәр асылыуын аңлатырға кәрәк. Был конкуренцияла ҙур өҫтөнлөк", - тип өҫтәне Радий Фәрит улы.
"Мәғариф өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте: туған телдәрҙе өйрәнеүҙең актуаль мәсьәләләре" тип аталған секция эше һөҙөмтәһендә "милли мәктәп" терминын федераль ҡануниәткә индереү, федераль исемлектә булған төрлө предмет әсбаптарын башҡорт теленә тәржемә итеп баҫтырыу өсөн яңынан тик лингвистик тикшереү генә үткәреүҙе тәҡдим итергә, республика кимәлендә Башҡортостандың дәүләт телдәрен ҡараған һәм уларҙы регламентлаған закон ҡабул итергә, Рәсәй кимәлендә бөгөн эшләп килгән рус теленә ҡағылған федераль маҡсатлы программа кеүек Рәсәй халыҡтары телдәрен ҡурсалаған һәм ярҙам иткән программа ҡабул итеү тураһындағы тәҡдимдәр ҙә ыңғай баһаланды. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров файҙалы закондар ҡабул итергә әҙер булыуын билдәләне һәм Өфө ҡалаһы мэры Өлфәт Мостафинға башҡорт телен бушлай өйрәтеү курстарын ойоштороп ҡарарға тәҡдим итте. "18 май башҡорт теле буйынса тоталь диктантта күрешербеҙ", - тип өҫтәне етәксе.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезына Татарстан, Бүрәт республикалары вәкилдәре лә килде һәм илдең 22 милли субъектында ошо уҡ проблемалар актуаль булыуы тураһында һөйләне. Ошолай бергә йыйылып хәл итеү юлдарын барлау һәм киләсәктә Рәсәй кимәленә тәҡдимдәр менән сығыуҙы хуплап, ярҙам итәсәктәре тураһында ла белдерҙе улар. Тимәк, дәүләт кимәлендә был эштәрҙе атҡарыуға бурыслы тип табылған структуралар оҙаҡҡа һуҙмай ғына форсат менән файҙаланып ҡалһа, күмәкләп яу ҙа ҡайтарырбыҙ әле, тигән ышаныс бар. Иң мөһиме, ниһайәт, республикала милли мәғариф өлкәһенә етәкселек яҡты йөҙө менән боролдо. Был инде дәртләнеп эшләргә, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырырға, туған телебеҙҙе ҡулланыу даирәһен киңәйтергә һәм уны кәрәкле итергә яңы мөмкинлектәр асты.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.04.19 | Ҡаралған: 708

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru