«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДОНЪЯ ҒАЛИМДАРЫ ЛА ӨФӨ-II ҠАЛАСЫҒЫНЫҢ ЙӘШЕН ТАНЫЙ
+  - 



Беҙҙең гәзит биттәрендә Өфө-II ҡаласығы тарихы тураһында күп яҙылды. Әммә ҡабатлағандан доға иҫкермәй, тиҙәр. Шул ҡараштан сығып, түбәндә Өфө-II ҡаласығы тураһында тарихсы Салауат ХӘМИҘУЛЛИНдың ошо тема буйынса аныҡ мәғлүмәттәр менән дөйөмләштерелгән мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ.

Кем тәүге тикшереүсе?

2006 йылда Өфөнөң боронғо өлөшөндә тәү ҡарашҡа ғәҙәти булмаған ҡаҙыныу эштәре башланды. Әхмәтзәки Вәлиди һәм Пушкин урамдары араһындағы кварталды реконструкциялау алдынан, законға ярашлы, уны археологтар тикшерҙе. Ябай тикшеренеү сенсацияға килтерҙе: Өфөнөң йәше быға тиклем иҫәпләнеп йөрөлгәндән өс тапҡырға олораҡ икән: уға 1500 йыл! Өфө-II ҡаласығын тәү тапҡыр 1956 йылда ошо территорияға беренсе шурфтар һалыусы Петр Ищериков асҡан, тип иҫәпләнә. Пробалы ҡаҙыныу эштәрендә ул ваҡытта әле генә Пермь университетын тамамлап ҡайтҡан йәш ғалим Нияз Мәжитов та ҡатнаша. Ул үҙенең йондоҙло сәғәтен 50 йыл көтә һәм көтөп ала - тап ярты быуаттан һуң ғына Зәки Вәлиди һәм Пушкин урамындағы кварталдарҙы реконструкциялау башлана. Тап Н. Мәжитов, Башҡорт дәүләт университетының профессоры һәм академик, тәүгеләрҙән булып иртә мәҙәни ҡатламдар V быуат менән билдәләнә, тип белдерә, йәғни Өфө ярымутрауы территорияһындағы биләмә 1500 йыл самаһы элек барлыҡҡа килгәнлеген бихисап сығанаҡтар һәм документтар, археологик табыштар менән раҫлай. Бигерәк тә Мәскәү белгестәре, Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институтының Евразия яландарының урта быуат археологияһы төркөмө мөдире Игорь Кызласовтың эксперт билдәләмәһе баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә булды: "Монументаллеге һәм туҡтауһыҙ йәшәү ваҡыты буйынса ҡаласыҡтың бөтөн Көнсығыш Европала тиңе юҡ", - тине ул. Шунда уҡ уҫал теллеләр, Өфөнө 1000 йыллығын билдә ләгән Ҡаҙандан күреп "ҡартайттылар", тип раҫлай башланы. Был, ысынлап та, шулаймы икәнен асыҡлап ҡарайыҡ.

Боронғо Өфө тураһында батшалар ҙа, ғалимдар ҙа һөйләгән

1669 йылда батша Алексей Михайлович Өфөгә рус кешеләре килеп, боронғо ҡәберлектәрҙән "алтын һәм көмөш әйберҙәр һәм һауыт-һаба ҡаҙып алыуға" борсолоуын белдерә. XVIII быуаттың 30-сы йылдарында Ырымбур экспедицияһының секретары булған рус ғалимы Петр Рычков бик күп билдәле башҡорттар менән һөйләшә. Ҡара-Табын олоҫо старшинаһы Ҡыҙрас Муллаҡаевтың: "Ҡаҙан ханлығының һәм башҡорттарҙың Рәсәй скипетрына буйһонғанға тиклем күп йылдар әүәл хәҙерге Өфө ҡалаһы урынында Ағиҙел йылғаһынан үргә табан Ҡариҙел йылғаһының башына һәм йылға яры буйлап урынлашҡан тауҙарға тиклем оҙонлоғо 10 саҡырымға һуҙылған бөйөк ҡала булған", - тигән һүҙҙәрен үҙенең "Ырымбур топографияһы"нда теркәп ҡалдыра. Рычков күрһәтеүенсә, Муллаҡаевтың мәғлүмәттәре 1735-1740 йылдарҙағы ихтилал ваҡытында юғалған башҡорттарҙың йылъяҙмаһы мәғлүмәттәренә нигеҙләнә.
Башҡортостандың боронғолоғон күңел биреп тикшереүсе, Өфө ҡалаһының башлығы Дмитрий Волков (1875 - 1887 йылдарҙа башлыҡ була) "Өфө губерна ведомстволары"нда: "Беҙ, нигеҙҙә, ҡала ситендә өнһөҙ ҡурғандар: күптән юғалған халыҡтарҙың һәйкәлен - күптән инде тынған көрәш шаһиттарын күрәбеҙ. Йылғалар араһындағы һәм хәҙер Өфө иркен йәйелгән барлыҡ киң майҙан кеше һөйәктәре менән тулған баҫыуҙы хәтерләтә: ҡайҙа ғына көрәк тыҡма, һәр ерҙә һөлдәләр һәм һөйәктәр... Был - кеше һөйәктәре менән ашландырылған Аллаһ яланы бында ҡасандыр оҙаҡ һәм ҡаты алыш булыуын, күп кешеләр ыҙаланыуын һәм үлеүен асыҡ һөйләй", - тип яҙа.
Случевск тауынан башланып (хәҙерге С. Юлаев скверы) телеүҙәккә тиклемге территория тотошлайы ҡәберҙәрҙән тора. Биналар төҙөгәндә төҙөүселәр Өфө байҙарының бай ҡәберлектәренә тап була. Бихисап алтын һәм көмөш биҙәнеү әйберҙәре, һауыт-һаба, башҡа предметтар табыла, уларҙың күп өлөшө юғалып бөтә, бары тик ҙур булмаған бер өлөшө генә Милли музейҙа һаҡлана.

Боронғо башҡорттарҙың баш ҡалаһы ул

Башҡортостандың Урта быуат ҡалалары тураһында үҙенең яҙмаларында XII быуаттың ғәрәп географы Мөхәммәд әл-Иҙриси: "...Эске башҡорттарҙың ҡалалары араһында Масра һәм Касра бар. Ике ҡала ла ҙур түгел, һәм сауҙагәрҙәр унда һирәк була. Унда ерҙәренә һәм илдәренә килеп аяҡ баҫҡан сит ил кешеләрен үлтерәләр, шуға берәү ҙә килергә атлығып тормай. Ике ҡала ла Атил йылғаһына ҡойған йылға буйында урынлашҡан..." - тип яҙа. Иҙрисиҙең картаһында Атил йылғаһы (йәғни Иҙел йәки Волга) Урал тауҙарынан ағып сыға, ә Касра һәм Масра ҡалалары уның уң яҡ ҡушылдығы ярында урынлашҡан. Эш шунда: боронғо грек географы Клавдий Птолемей заманынан Волганың башы тип Ағиҙел йылғаһы иҫәпләнгән. Тимәк, Ағиҙелдең уң ҡушылдығы - Ҡариҙел була.
"Эске башҡорттар"ҙан тыш, Иҙриси "тышҡы башҡорттар"ҙың өс ҡалаһын иҫкә ала: "Тышҡы башҡорттар"ға килгәндә, улар араһында Ҡараҡая, Намджан һәм Гурхан бар. Улар халҡы күп булған һәм үҙҙәрен-үҙҙәре тәьмин иткән ҡалалар. Уларҙа сауҙа һәм һөнәрселек ныҡ үҫешкән. Уларҙың ҡайһы берҙәре башҡаларҙың ерҙәренә килеп, үҙҙәренә кәрәкле нәмәләрҙе ала. Был уңдырышлы ил, унда үлән дә, мал да күп..."
Атап үтелгән ҡалаларҙың ҡайһыһы Өфөгә тап килеүе билдәһеҙ. Иң мөһиме, был яҙмалар Өфө-II ҡаласығын ҡаҙығанда яһалған асыштарҙы раҫлай: бында ҡара һәм төҫлө металлургия эҙҙәре табыла. Ҡаласыҡта боронғо мейес эҙҙәре, бронза ҡойолмалары, шулай уҡ металл иретеү һауыттары табыла. Боронғо башҡорт ҡалаларында металлургияның киң үҫешеүе әл-Иҙрисиҙең яҙмаларына тап килә: "...Намджан - ҡала ҡоролошо булған бәләкәй генә ҡала, уның менән төрки ҡәбиләһенән булған ир кеше етәкселек итә. Был ҡала Сукан тип аталған йылға ярында урынлашҡан. Ҡаланан көнсығышҡа табан Арджика тауы урынлашҡан, унда меңдәрсә кеше эшләгән баҡыр копиҙары (рудник йәки карьер - Ред.) бар..."

Намджан - сауҙагәрҙәр һәм металлургтар ҡалаһы

Үкенескә күрә, Намджан картала билдәләнмәгән. Һәм ҡайҙа урынлашыуы тураһында текста яҙылыуы буйынса ул Өфөгә тап килмәй. Әммә уның тураһындағы мәғлүмәт шуныһы менән ҡыҙыҡлы: ул Урта быуат дәүерендәге көньяҡ Урал ҡалаһының тибын һүрәтләй. Намджандың Урал йылғаһы бассейнында урынлашыуы ихтимал. Иҙриси был ҡала тураһында башҡа мәғлүмәттәр ҙә килтерә: "Унда бик күп баҡыр табалар, уны Шаш иленең Хорезм һәм башҡа ҡалаларына һәм күрше гуздар иленә оҙаталар..." Шаш - ул Ташкент, Хорезм - Амударьяның түбәнге тамағы, гуздар хәҙерге Ҡаҙағстан территорияһында йәшәгән. Табылған баҡыр каруан юлы менән Урта Азия илдәренә ебәрелгән. Каталон атласының карталарының береһендә билдәләнеүенсә, башҡорттарҙың каруан сауҙаһының бер маршруты ҡайҙалыр көнсығышҡа китә. Иҙриси был турала бына нимә тип яҙа: "...Был ҡаланан шулай уҡ йылға буйлап әл-Хәзәр диңгеҙенә төлкө һәм ҡондоҙ тиреһен сығаралар, уларҙы әл-Хәзәр диңгеҙе яры буйында һәм Дейлемда юғары хаҡҡа һаталар..." Телгә алынған әл-Хәзәр диңгеҙе - Каспий, ә Дейлем өлкәһе хәҙерге Ирандағы Каспий буйындағы Мазендаран провинцияһы. Шулай итеп, Намджан сауҙагәрҙәре Каспий диңгеҙен киҫеп сығып, уның көньяҡ ярына барып еткән. Артабан Иҙриси Намджан халҡының диңгеҙ сауҙаһы тураһында мәғлүмәттәр килтереп, уның географик урыны тураһында бер шик тә ҡалдырмай: "Был ҡалала шулай уҡ балсыҡтан яһалған әйберҙәр һәм оҙаҡ хеҙмәт итеүсе, юғары сифатлы көршәктәр эшләйҙәр. Был йылға ярҙарында төрлө аҫыл таштар, лазурит, шулай уҡ был йылғала төрлө балыҡтар бар. Унда яҙып та, һөйләп тә аңлатып булмаған ҙур балыҡтар йәшәй. Намджан ҡалаһы халҡы төрлө хәйләләр менән уларҙы еңел генә тота ала. Уларҙы күп итеп тотоп, шуның менән йәшәйҙәр, күп өлөшөн тоҙлайҙар һәм һуңынан Хазар диңгеҙенә сығасаҡ караптарына килтерәләр. Улар ошо диңгеҙҙән яр буйлап баралар һәм Итиль ҡалаһына эләгәләр, унда балыҡтарын һаталар һәм үҙҙәре лә ашайҙар..." Текстан күренеүенсә, Намджанда йәшәүселәр "башҡорттарҙан хазарҙарға" йылға юлын үҙләштерә. Урал (Яйыҡ) йылғаһы буйлап аҫҡа судноларҙа төшкәндә улар Каспий диңгеҙенең акваторияһына сыға. Һуңынан, уның яры буйлап көнбайыш йүнәлештә хәрәкәт итеп, Волганың дельтаһына барып етеп, йылға буйлап үрләп Хазарияның башҡалаһы Итиль ҡалаһына барып сығалар. Унда улар аҫыл таштар, йәнлек тиреһе һәм тоҙло бикре һата. Иҙрисиҙең тексына һәм картаһына ярашлы, Намджандың Башҡортостандың көньяҡта Эмба йылғаһы һәм Ҡаҙағстан өлкәһенең Мугоджар тауҙарына тиклем йәйрәп ятҡан тарихи территорияһында урынлашҡан булыуын күрәбеҙ. Был ҡаланың Яйыҡ йылғаһы баш алған Арҡайым заманынан алып баҡыр табыу эштәре алып барылған Урал тауҙары эргәһендә урынлашыуында шик булыуы мөмкин түгел. Иҙриси яҙмаларын өйрәнеүсе Ирина Коновалова Намджан ҡалаһын хәҙерге Орск районы тирәһенә урынлаштыра.

(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.04.19 | Ҡаралған: 597

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru