Ҡасандыр барлыҡҡа килеп, башҡа халыҡтар араһында танылыу тапҡан, үҙҙәренең булмышы һәм йәшәйеше хаҡында аҙмы-күпме мәғлүмәт ҡалдырған, бәғзеләре быуаттар төпкөлөндә юғалып, онотолоп бөткән һәм хәҙерге заманда ла тарих аренаһында йәшәп ятҡан меңәрләгән ҡәүемдәр бар. Һуңғылары иҫәбендә беҙҙең өсөн ғәзиздәрҙән ғәзиз халҡыбыҙ - башҡорттар ҙа бар. Нәҫелдән нәҫелгә, быуындан быуынға атай-әсәй йорто, мәктәп тәрбиәһе, йәмғиәт йоғонтоһо, мәғрифәт вә мәҙәниәт аша һеңдерелгән милли тойғоларыбыҙ бар, бөтөнөбөҙҙө бергә беректергән милли үҙаңыбыҙ бар. Башҡортлоҡ, тибеҙ ошо рухи төшөнсәне. Башҡортлоҡтоң үҙ тарихы, бөгөнгөһө бар, һәм уны киләсәк быуындарға халҡыбыҙҙың аҫыл мираҫы итеп тапшыра алһаҡ, милли киләсәгебеҙ ҙә дауамлы буласаҡ.
Башҡортлоҡ башында тарихи ысынбарлыҡ ята. Кәмәлек буйы башҡорттары менән аралашҡан Лев Толстой ата-бабаларыбыҙҙың боронғолоғон үҙенең даһиҙарға ғына хас зиһене аша тойомлап, башҡорттарҙан Геродот (б.э. тиклем V быуатта йәшәгән грек тарихсыһы) "еҫе" аңҡыуы тураһында тиккә генә яҙып ҡуймағандыр. Ошо "тарих атаһы" көнсығыш тарафтарындағы бейек тауҙар янында "будин" һәм "аргиппей" исемле ҡәүемдәр йәшәүе, скифтарса кейенеүҙәре, бейә һөтөн эсеүҙәре, шунан иппак тигән сыр яһауҙары, эсендә төшө булған емештән, сепрәк аша һығып, асхи тип аталған һут алыуҙары хаҡында яҙа. Ҡымыҙ, ҡорот, әсетелгән емеш (сейә) һуты (әсе һыу) - боронғо аш-һыуҙарыбыҙҙан булһа, грекса яҙып алынған "будин" һүҙендә "буҙ" тамырын тоҫмаллап була: аҡ йөҙлө башҡорттарҙы тап шулай атауҙары бик мөмкин. Аҡбуҙ атыбыҙ, буҙа эсемлегебеҙ, Буҙыҡай, Бүҙәнйәр, Буҙъегет ише исемдәребеҙ ҙә боронғо замандарҙан ҡалғандыр. Ә аргиппей һүҙенең "арғы өпәй"гә тап килеүе лә бар бит.
Беҙҙең эраның II быуатында грек географы Птолемей мәғлүмәттәрендә пасиртай тип аталған ҡәүем барлығы теркәлгән, уларҙың, Ә.-З. Вәлиди билдәләүенсә, башҡорт булыуына һис бер шик юҡ. Тимәк, башҡортлоҡтоң тарих аренаһына сығыуына ла иң кәмендә 2 мең йыл була. Ошо архаик замандарҙа башҡорт тип танылған ҡәүем исеме менән бәйле географик атамалар Дон йылғаһынан Памир тауҙарына, Төркөстандың көньяҡ-көнсығышынан хәҙерге Урал тауҙарына тиклемге киң ареалда билдәле була. Башҡорттарҙың Евразия тарихында киң билдәле һун ҡәбиләләренең бер тармағы булыуы ихтималлығы ла тарихсылар тарафынан инҡар ителмәй. Нисек кенә булмаһын, IX - X быуаттарҙа һәм унан һуң теркәлгән яҙма сығанаҡтарҙа башҡорттар төрки ҡәүемдәренең береһе итеп һүрәтләнә.
Урта быуаттарҙа ғәрәптәр "башғард" тип исемләгән халҡыбыҙҙың "башғар - башар", йәғни баш арый ҡәүеменән булып, Урал ерлегендә тәү тормош эпохаһынан бирле йәшәп килеүе хаҡында фараз-фекерҙәремде элегерәк яҙып үткәйнем инде. Антропология белгестәре билдәләүенсә, милләттәштәребеҙ араһында 4 антропологик тип осрай, улар көньяҡ себер, аҡ европеоид, понтик һәм субурал биогенетик расалары тип исемләнә. Тимәк, күп быуаттар дауамында халҡыбыҙ үҙенең эске структураһына төрлө сығышлы ырыу-ҡәбилә вәкилдәрен туплай алған, әммә уның этник нигеҙе, "ойотҡоһо" `тап башҡорт исеме аҫтында Уралда барлыҡҡа килгән.
Ошо тарихи ерлектә һәммәбеҙгә уйланырлыҡ, киләсәгебеҙҙе асығыраҡ күҙалларлыҡ аргументтар табып була. Бына ниндәй парадокс бар башҡортлоҡта: 40-тан ашыу боронғо үҙ аллы ырыу вәкилдәре була тороп (бөрйән, ҡыпсаҡ, юрматы, табын, әйле, ғәйнә, тамъян, ҡатай һ.б. - исемдәре генә ни тора!), барыһы ла тәбиғи үҙ атамаларын өҫкә сығармаған, ә башҡорт тип аталыусы берҙәм халыҡ булып ойоша, туплана алған. Был осраҡта беҙ башҡорт атамаһының дөйөм, бар ырыуға уртаҡ ил исеме булараҡ өҫкә сығыуын, тарихи ысынбарлыҡта тап шул рәүешле объективлашыуын күрәбеҙ. Тимәк, башҡорт бары этнос ҡына булған, милләт - нация булараҡ тик совет осоронда ғына формалаша башлаған, тигән фекер менән һис килешерлек түгел. Төрлө исемле башҡорт ырыуҙары - улар этник берләшмәләр, ә Башҡорт иле - Башҡортостан, айырым ырыуҙарҙы бергә туплап, ошо ил исемен үҙенеке итеп ҡабул иткән инсандарҙа милли берҙәйлек (идентичлыҡ) тойғоһон да тыуҙырған.
Рәсәй закондары буйынса Башҡортостан гражданлығы юҡ, әммә үҙеңде башҡорт итеп танытыу - һәр милләттәшебеҙҙең үҙ-үҙен ошо исемдәге ил вәкиле сифатында күрһәтә алыуылыр. Тимәк, башҡортлоҡтоң төп һыҙаты - милләт улы/ҡыҙы булыу, башҡорт тарихын төптән белеү һәм аңлау, уны ысын күңелеңдән ҡабул итеү. Үҙ халҡыңдың тарихын белеүҙе аҫаба башҡорттарҙың йәш быуындары өсөн уғата әһәмиәтле ҡанун икәнлеген тәрән аңлаған мәғрифәтсебеҙ Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың ошо хаҡтағы һүҙҙәрен бөгөн дә халыҡ васыятылай ҡабул итеү урынлылыр. Тарихын белмәгән, ҡабул итмәгән башҡорт манҡортҡа әйләнәсәк.
Рәсәй империяһы халыҡтарынан тик беҙҙең халҡыбыҙ ғына аҫабалыҡ хоҡуғына эйә булып, үҙ еренең хужаһы статусын күҙ ҡараһылай һаҡлап-яҡлап торған. Башҡорт аҫабалығы бик боронғо замандарҙан килгән ырыу хоҡуғы рәүешендә йәшәп килеп, Алтын Урҙа дәүерендә хандар тарафынан рәсми рәүештә танылған һәм ғәмәлдә булған ижтимағи күренеш. Ошо хоҡуҡи статус башҡортлоҡ феноменын нығытып, үҙ ерендә йәшәүсе башҡорт ҡәүемдәренә яңынан-яңы ырыуҙарҙың ҡушыла-өҫтәлә барыуын тәьмин иткән. Әлбиттә, "яңы башҡорттар" үҙҙәре килеп ҡушылғанға тиклем ғәмәлдә булған Башҡорт иле ҡанундарын, урындағы ғөрөф-ғәҙәттәрҙе лә мотлаҡ үтәргә тейеш булған. Был элекке башҡорттарға ла, яңыларына ла берҙәй ҡулай булып, Башҡорт илен көсәйтеүсе факторға әйләнә. Тарихи башҡорт аҫабалығынан башҡа башҡортлоҡ ижтимағи-сәйәси күренеш кимәленә күтәрелә алмаҫ ине.
Большевиктар власҡа килеү менән ҡабул ителгән "Ер тураһындағы декрет" традицион башҡорт аҫабалығын да юҡҡа сығара. Әммә бер төркөм алдынғы башҡорт зыялылары - Ә.-З. Вәлиди, Ш. Манатов, С. Мерәҫов, Х. Йомағолов, Ә. Бикбавов, М. Ҡулаев, М. Халиҡов, И. Мутин, Ш. Бабич һ.б, 1917 йылда уҙғарылған Бөтөн башҡорт ҡоролтайҙары ҡарарҙарына таянып, милли-территориаль Башҡортостан автономияһы өсөн көрәш йәйелдереп ебәрә. Оҙайлы, ҡан ҡойошло бәрелештәр Үҙәк Совет Хөкүмәтен Башҡорт милли автономияһын танырға һәм Башҡорт хөкүмәте менән килешеү төҙөргә мәжбүр итә. Шулай итеп, аҫабалыҡ хоҡуғын юғалтҡан башҡорттар бының өсөн сәйәси компенсация ала - сикләнгән булһа ла, дәүләтселек хоҡуғына, Рәсәй составында үҙ халҡының исемен йөрөткән Башҡорт автономиялы республикаһын булдырыуға өлгәшә. Тимәк, башҡорт халҡының үҙ республикаһы булыуы - башҡортлоҡ традицияһын бөгөн дә ғәмәлдә ҡалдырыу мөмкинлеген тәьмин итеүсе сәйәси шарт. Башҡорт дәүләтселеге бөгөн ни тиклем сикләнгән булыуына ҡарамаҫтан, федерализмды нығытыуға, Башҡортостандың республика статусын яҡлау һәм һаҡлауға йүнәлтелгән ғәмәлдәребеҙҙе башҡортлоҡтоң сағыу бер һыҙаты итеп ҡабул итеү фарыз.
Башҡорттар боронғо заманаларҙан бирле үҙҙәрен иҫ китмәле батыр халыҡ итеп таныта алған. "Төрөк риүәйәттәренең иң боронғоһо булған "Уғыҙ дастаны"нда башҡорттар Иҙел буйында һәм уға яҡын болғарҙар менән сиктәш бер таулы өлкәлә йәшәгән ҡеүәтле һәм хәйләкәр (көслө һәм ғәййәр) халыҡ тип танылған һәм үҙенең ғорурлығы, ҡыйыулығы арҡаһында һис бер йыһангирға баш эймәгән ҡәүем сифатында иҫкә алынған", - тип яҙа Ә.-З. Вәлиди ошо хаҡта. X быуат башында Булғарға йүнәлгән ғәрәп хәлифе илселеге сәркәтибе ибн Фаҙлан билдәләүенсә, башҡорт ерҙәренә етмәҫтән күпкә алда уҡ уларҙы "Башҡорттарҙан ҡурҡығыҙ!" тип, киҫәтеп ҡуялар. Тимәк, башҡорт еренә рөхсәтһеҙ үтеп инеү ул заманда бик хәүефле һаналған. Замандашыбыҙ, билдәле яҙыусы Ғ. Хисамов та башҡортлоҡтоң яугирлыҡ, ғәскәрилек менән бәйле бар булыуын тарихи ысынбарлыҡ сағылышы, тип иҫәпләй. Башҡорттарҙың ғәрәп мәмлүктәре сифатында ошо илдә иң юғары хәрби вазифалар биләп, ваҡытында ил менән идара итеүсе ҡатлам кимәленә күтәрелә алыуы, Ҡара диңгеҙ буйында айырым башҡорт ханлығы булып, ил башы Башҡорт хандың Киевтың бөйөк кенәздәренә үҙ ғәскәре менән ярҙам итеп тороуы, Венгрия короле армияһында башҡорт яугирҙарының иң батырҙарҙан булыуы хаҡында тарихи мәғлүмәттәр беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. Рәсәй империяһындағы айырым башҡорт ғәскәре, 1918 - 1920 йылдарҙа Граждандар һуғышында ҡатнашыусы башҡорт полктары, ниһайәт, башҡорт батыры генерал Шайморатовтың данлы 112-се Башҡорт атлы дивизияһы - былар барыһы ла башҡортлоҡтоң иң юғары әхлаҡи өлгөләре ул.
Хәҙер яугирлыҡ заманы түгел, әммә яугирҙарға хас ҡыйыулыҡ, рухи ныҡлыҡ, тыныс йәшәгәндә лә кәрәкле булыр саялыҡ кеүек сифаттарҙан азат булмаһаҡ ине. Юғиһә, үҙебеҙҙең шәхси тормошобоҙҙа ла, милли мәнфәғәттәребеҙҙе ҡайғыртҡан мәлдәрҙә лә үтә йомшаҡлыҡ, быуынһыҙлыҡ күрһәтеп, ситтәрәк, боҫобораҡ ҡалырға теләүсе милләттәштәребеҙ саманан тыш артып бара...
Туған телеңдә аралашыу, уны аңлау, әҙәби телебеҙҙә уҡый-яҙа белеү - был милләтте милләт иткән төп сифаттарҙың береһе. Тап шуның өсөн бала аңына башҡорт телен бишектә саҡта уҡ һеңдерә алыу, уны мәктәптәрҙә уҡытыуҙы сикләмәү, башҡорт матбуғатын, китаптарын баҫыу һәм таратыу кеүек эштәребеҙ милләтебеҙ өсөн һәр саҡта ла өҫтөнлөклө бурыс булып ҡаласаҡ. Шул уҡ ваҡытта, әле кисерелгән осорҙа, билдәле бер сәбәптәр һөҙөмтәһендә туған телендә аралашыу мөмкинлеген юғалтҡан, йәиһә башҡортса уҡый-яҙа белмәүсе башҡорттар барлығын да иҫәпкә алырға кәрәктер. Беҙ уларҙы башҡорт булыуҙан яҙғандар икән былар тип, бер нисек тә ситкә тибә алмайбыҙ бит. 2010 йылда уҙғарылған халыҡ иҫәбен алыу материалдарына ярашлы, был нисек үкенесле булмаһын, башҡорттарҙың 71 проценты ғына башҡорт телен туған теле итеп күрһәткән. Ҡалғандарын башҡортлоғонан яҙған икән, тип ҡарау һис тә дөрөҫ булмаҫ ине: бында телебеҙҙең төньяҡ-көнсығыш диалектында һөйләшеүсе, ҡала мөхитендә үҫеп, бары тик рус телле булып китеүсе башҡорттар тураһында һүҙ бара. Ҡайһы бер зыялыларыбыҙҙың төньяҡ-көнбайыш башҡорттары телен икенсе әҙәби тел сифатына күсереү идеяһын бер нисек тә хуплап булмай: был хәҙерге ысынбарлыҡта тормошҡа аша торған хәл түгел, уның файҙаһынан зыяны күберәк булыр ине. Бына беҙ, башҡорт әҙәби телендә һөйләшеүселәр, татар әҙәби телендә әйтелгән һәм яҙылғанды энәһенән ебенә тиклем аңлайбыҙ бит, бер ниндәй проблема юҡ! Ғөмүмән, хатта икенсе бер сит телде өйрәнә алыу кеше мейеһе өсөн хәл итмәҫлек мәсьәлә түгел, тик теләк кенә булһын. Был кеше психологияһы ҡануны, туған әсә телен дә, башҡа бер телде лә кеше, ниндәй йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бик һәйбәт кимәлдә үҙләштерә ала. Икенсе яҡтан, күп теллелек кешенең аң-белем ҡеүәтен бермә-бер арттыра, мәҙәнилеген тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәрә, уның яҙмышында яңы ижтимағи мөмкинлектәр аса. Тап шуның өсөн башҡортлоҡтоң киләсәктәге өр-яңы сифаты - туған телле башҡорттоң күп телле, күп мөмкинлекле, тимәк, конкурентлы шәхес була алыуылыр.
Ошо яҙмамда башҡортлоҡтоң башҡа бер күркәм сифаттары - милли моңдарыбыҙҙы үҙ итеү, сәнғәтебеҙҙе һанлау, милли кейемдәребеҙҙе тергеҙеү, башҡорт аш-һыуын ҡәҙерләү һәм халыҡ-ара кимәлгә сығарыу, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә тоғро ҡалыу кеүек мәҙәни-гуманитар өлкәгә ҡағылғандары хаҡында тәфсир ҡылманым. Тик шуныһы үтә мөһимдер: башҡортлоҡ һәр беребеҙҙең үҙенән башлана, ул күңелдәребеҙҙе биләһә, йөрәктәребеҙгә дәрт-дарман өҫтәп торһа, башҡорт исемле ғәзиз милләтебеҙгә һис бер хәүеф янамаҫ.
Бәҙри ӘХМӘТОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА