Фатирлы булыуға ҡарағанда, ҡала янында үҙ йортонда йәшәргә теләүселәр һаны көндән-көн арта. Һәм төҙөлөш баҙарында үҙ хеҙмәттәрен тәҡдим итеүсе шабашсылар ҙа, ошо өлкәлә етди эшмәкәрлек алып барыусы компаниялар ҙа етерлек. Улар араһында кемгә йорт төҙөүҙе ышанып тапшырыу һәр кемдең үҙ ихтыярында. Шулай ҙа бер ҡайҙа ла теркәлмәгән, тейешле килешеү төҙөй алмаған һәм, тәбиғи, яуаплылыҡтан алыҫ булған төҙөүселәр бригадаһына ҡарағанда, үҙ эшенә гарантия биреүсе һәм етешһеҙлек табылғанда уны үҙ иҫәбенә төҙәтеүсе рәсми эшләгән ҙур ойошма араһында айырма ҙур. "Сифатлы эш өсөн аҡсаны ла күберәк сығарырға тура килә, ләкин ул үҙен аҡлай", - тип билдәләй бөгөнгө әңгәмәсем Өфө ҡалаһында ағас йорттар һалыу эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән компания етәксеһе Рөстәм Закир улы БУКОМБАЕВ.
Төрлө илдәрҙә һәм шул иҫәптән Рәсәйҙә уҙғарылған тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, һәр икенсе кеше үҙен уңышлы эшҡыуар итеп күрергә теләй. Ләкин шуларҙың 25-30 проценты ғына был өлкәгә килеп, уларҙың тик 5 проценты уңышҡа өлгәшә. Һеҙҙе эшҡыуарлыҡҡа алып килгән юл ниндәй булды һәм ни өсөн нәҡ ағас эшенә бәйле өлкәне һайланығыҙ?
- Мин Ырымбур башҡорто. Тыуған һәм буй еткергән ерем Хәйбулла районының таулы-урманлы яғы менән Ырымбур өлкәһенең далаһы тоташҡан урында - Ҡыуандыҡ районы Баш бүре ауылында. Олатайым да, атайым да ғүмер буйы урман хужалығында эшләне. Шулай уҡ һәр ауыл кешеһенә хас булғанса, бура бурау, ағас ҡырҡыу, иҙән-түбә йәйеү һәм башҡа ошондай ағас эше менән булыштылар. Уларға эйәреп, миңә лә бәләкәйҙән ағас "ене" ҡағылып үҫтем.
Мин мәктәпте тамамлағас, ғаиләбеҙ менән Өфөгә күсеп килдек. Атайым, аҡса эшләү ниәтенән, төҙөлөш эшенә тотондо, мин юғары уҡыу йортонда уҡый башланым. Ялдарымда, йәйге каникулдар ваҡытында атайыма ярҙамлаштым. Ағас эше менән булыу, бер яҡтан, миңә ныҡ оҡшай ине, икенсенән, ошо юҫыҡта оҫталығымды шымарттым. Иҡтисадсы һөнәрен үҙләштергәс, һөнәрем буйынса бер аҙ эшләнем, унан ҙур төҙөлөш компанияһында инженер булдым, ләкин тиҙ үк үҙемдең офис эшсеһе түгеллегемде аңланым. Шуға күрә ҙур перспективалар биргән эшемде ҡалдырып, ирекле тормошҡа сығып киттем. Тәүҙә төрлө заказдар йыйып, ремонт эштәре башҡарҙым, унан ҡала ситендә йорттар күтәрҙем. Йылдан-йыл шәхси йорт төҙөүгә һорау артыуын күреп, ошо йүнәлештә ныҡлап эшләргә ҡарар иттем һәм бына 10 йыл кешеләргә ағастан йорт, мунса, беседкалар төҙөйөм.
Бура күтәреү, йорт һалыу, уны урын-еренә еткереп эшләү еңелдән түгел. Эшселәрҙе нисек табаһығыҙ? Ауылдарҙа ҡул оҫталары байтаҡ, әлбиттә, ләкин барыһы ла һеҙҙең талаптарға тура килтереп эшләй аламы?
- Мин 4 кеше менән эш башланым. Эш башлғас та ике эшсемде алып, Түбәнге Новгородтағы "Тайга" балта оҫталары мәктәбенә уҡырға барҙым. Унда беҙ бура бурауҙың Канада һәм Норвегия технологияларын үҙләштерҙек. Канада технологияһы буйынса буралған бураға ылыҫлы ағастарҙың йышылған, әммә түңәрәк көйө ҡалғаны ҡулланыла. Ағас үҙенең структураһы буйынса тығыҙ һәм иң яҡшы сифатлы булырға тейеш. Ә Норвегия технологияһына ярашлы күтәрелгән йорттоң бүрәнәләре ярымбурса (полубрус) формаһында. Ике параллель яҡтары ҡырҡып алынған бүрәнә лафет тип йөрөтөлә. Ҡырҡып алынған киҫәктәр түбә ябыуҙа ҡулланыла. Беҙҙең республикала былайтып бурау тураһында белеүеләр юҡ кимәлендә. Шуға күрә уҡыуҙан ҡайтҡас, үҙебеҙҙә лә ошо технологияла эшләүҙе өйрәтеү, ҡулдан бурауҙы популярлаштырыу йәһәтенән балта оҫталары мәктәбе астым. Унда ай һайын дүрт-биш кеше уҡыны. Рәсәйҙең күп төбәктәренән килеп тәжрибә туплап ҡайттылар, ләкин үҙебеҙҙең егеттәр араһында өйрәнергә теләүселәр булманы тиерлек.
Эшселәргә килгәндә лә ҡытыршылыҡтар бар. Беҙҙә Әбйәлил, Бөрйән, Белорет районынан егеттәр эшләне һәм әле лә эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күбеһе яңылыҡты өйрәнеп ҡалырға тырышмай, эшкә илке-һалҡы ҡарай. Яман ғәҙәттәре лә ҡалҡа ла сыға. Ундайҙарҙы мин тотмайым, сөнки улар эштең сифатын юҡ итә, тимәк, компанияның бәҫен төшөрә. Ләкин намыҫлы эшләүселәр ҙә етерлек. Мәҫәлән, Бөрйән егеттәренән торған ике бригада күптән эшләй һәм хәҙер үҙ эшенең оҫталары. Улар бөтә нәмәгә яуаплы ҡарай, эштәрен урын-еренә еткереп башҡара, аҡса таба һәм яҡшы йәшәй. Бына ошондай егеттәр күберәк булһын ине, тип теләйем. Ә эшләйем тиеүселәргә мин бөтә шарттарҙы ла булдырырға тырышам: Өфөлә үҙебеҙҙең производство базаһы бар, унда йәшәр өсөн ятаҡ эшләнгән, эшселәр 3-4 аҙна эшләй һәм бер аҙна ял итә, эш хаҡы 40-50 мең һум тәшкил итә.
Беҙ күп һәм ауыр хеҙмәт талап иткән эш менән булабыҙ. Шуға күрә эшселәрҙең физик һәм рухи яҡтан ныҡ булыуы мөһим, уларҙың күп кеше менән конфликтһыҙ эшләй һәм йәшәй алыуы ла ҙур роль уйнай.
Эшҡыуарлыҡта бер тиҫтә йыл эшләгән кеше булараҡ, бизнеста үҙен һынап ҡараусылар нимәгә әҙер булырға тейеш, тип билдәләйһегеҙ?
- Минеңсә, теләге булған һәр кем эшҡыуар була ала. Тырышҡанда, үҙ маҡсатыңа ынтылғанда, иртәме-һуңмы, уңышҡа өлгәшәһең. Һәм, әйткәндәй, эште башлау өсөн аҡса мөһим түгел. Беренсе тапҡыр фатир эсендә ремонт эштәрен башҡарыуға заказ алғас, сметаны принтерҙан сығарыу өсөн ҡағыҙым да юҡ ине. Ҡустым үҙе уҡыған университеттан дүрт бит ҡағыҙ алып килеп, мине был хәлдән ҡотҡарҙы. Килешеүгә ҡул ҡуйылып, эш башлағас, перфоратор кәрәк булды һәм мин уны кеҫәмдәге һуңғы аҡсаға, 6800 һумға һатып алдым. Юғалып ҡалырға ярамай, бөтә нәмәнән дә сығыу юлы була.
Тәүәккәл булмаған кешегә эшҡыуарлыҡта үҙ урынын табыуы ауыр. Нимәнелер башҡарырға уйлағанһың икән, тиҙ арала уны тормошҡа ашырыуҙы ҡайғырта башларға кәрәк. Оҙаҡ уйға батып йөрөһәң, уны башҡа берәү эшләп, аҡсаһын кеҫәһенә һалып ҡуйыуы бар.
Эшҡыуарға тик үҙенә генә ышанырға тура килә. Шулай уҡ тик үҙенең эшмәкәрлеге генә уға аҡса табырға булышлыҡ итә. Дәүләт эшендәге кеүек, аныҡ эш көнөн үткәреп һәм шуның өсөн эш хаҡы алып ултырған кешеләрҙән айырмалы рәүештә, эшҡыуар аҡса табыуҙы үҙе йүнләй. Әгәр ҙә әҙ генә дилбегәне бушатһаң, эшһеҙ, заказһыҙ, тимәк, аҡсаһыҙ ҡалдың, тигән һүҙ.
Эшләйем, үҫәм тигәндәр өсөн беҙҙә бөтә шарттар ҙа бар. Уларҙы дөрөҫ файҙалана белергә һәм сос булырға кәрәк. Ә уңышлыҡтың тәүге баҫҡысы - үҙ эшеңә яуаплы ҡарау.
Гөлназ САФУАНОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА