«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"УРАЛ БАТЫР" ЭПОСЫ – ЙӘНДЕ ҺӘМ ТӘНДЕ ДАУАЛАУ СЫҒАНАҒЫ
+  - 



Бынан бер нисә йыл элек ниндәйҙер сарала Мәрйәм Бураҡаеваның: "Ҡытайҙар үҙҙәренең дауалау ысулдарын донъя кимәленә сығарҙы, ә ниңә беҙ, башҡорттар, быуын-быуындан тапшырыла килгән имләү алымдарын тергеҙмәйбеҙ, үҙебеҙҙең дауалау ысулын булдырмайбыҙ, үҙебеҙҙең системаны эшләмәйбеҙ?" - тигәйне. Һуңғы ваҡытта "Урау" тип аталған креатив-хәрәкәт эшмәкәрлеге терапияһы тренингтары үткәрелә башланы. Хәҙер ундай саралар аҙым һайын, тип иғтибар итмәҫкә лә булыр ине, әммә был осраҡта түгел, сөнки ул халҡыбыҙҙың бөйөк эпосы "Урал батыр" эпосы мотивтарына нигеҙләнеп тормошҡа ашырыла. Бөгөн ошо милли һауыҡтырыу йүнәлешендә эшләгән психологтар Ғәлиә СӘЛИХОВА һәм Рөстәм КӘЛИМУЛЛИН менән бик күп һорауҙарға яуап эҙләйәсәкбеҙ.

"Урал батыр" эпосын ниндәй генә күҙлектән сығып тикшермәйҙәр, әммә әлегәсә уны психология йәиһә медицина йәһәтенән сығып өйрәнеү булманы. Һеҙ эпосты нәҡ кеше сәләмәтлегенә йоғонтоһо яғынан өйрәнәһегеҙ. Ни өсөн ул тап ошо яғы менән йәлеп итте?

Р. Кәлимуллин:
Үҙем психосоматик сир - ашҡаҙандың сей яраһы менән интектем. Уның сәбәбе - стресс. Әммә иң төп сәбәбе - нигеҙ юҡ. Көнсығыш практикаһында уны "заземление" тиҙәр, йәғни беҙҙеңсә ергә ныҡ баҫып тороу тойғоһо юҡ. Аяҡтар ул тамыр һымаҡ. Кеше ерҙә аяғында ныҡ баҫып торорға тейеш. Беҙгә тамыр кәрәк. "Урал батыр" эпосы тап ошо беҙҙең тамыр инде. Тамыр булһа, ағастың олоно ла, ботаҡтары ла ныҡ була. Был тема буйынса өс йыл самаһы шөғөлләнәм, әммә рәсми презентация былтыр сентябрҙә, Өфөлә ярҙамсы профессиялар конгресы сиктәрендә үтте. Беҙ "Урал батыр" эпосы мотивтары буйынса "Урау" креатив-хәрәкәт эшмәкәрлек терапияһы" тигән темаға оҫталыҡ дәресе күрһәттек.
Эпосты ҡабат-ҡабат уҡыным, унда һаулыҡҡа бәйле бик күп идеялар бар. Кешелә проблема килеп тыуһа, эске ресурстары кәмеүгә табан бара, бөтә. Шуны тулыландырыр өсөн ниндәйҙер тышҡы ресурс кәрәк - терапевт ярҙамымы, психологмы. Шулай уҡ образ ресурсы булыуы мөмкин. Беҙгә тап ана шул образ етмәй ҙә инде. Бындай көслө образдар "Урал батыр" эпосында бар: Йәнбирҙе менән Йәнбикә бер ҡасан да ауырымағандар, үлем бар тип белмәгәндәр. Ә инде кеше сирләмәһә, ғаилә лә һау-сәләмәт була.
Ғ. Сәлихова: Миңә был эпос бәләкәйҙән таныш, мәктәп программаһында ла уҡып үҫтек, былай ҙа уҡығаным бар. Етмәһә, ул минең тыуған яғымда - Баймаҡ районында яҙып алынған. Шуға мин дә, Рөстәм Ғәлим улы бергәләп эшләргә тәҡдим иткәс, ҡыҙыҡһынып киттем. Беҙҙең өсөн был яңы йүнәлеш, психологияла бындай алым юҡ. Ғөмүмән, башҡорттар араһына психология һуңғы 10-15 йыл эсендә генә килеп инде. Ә бындай халыҡ ижадына таянып эшләнгән тренинг - тәүгә. Психологтар араһында ла күптәр рус телле, ә беҙ тренингта башҡортса ла һөйләйбеҙ. Был үҙенә күрә башҡорт халҡының фольклорын халыҡ араһында пропагандалауҙың бер сағылышы ла.
Халыҡ күңеленә асҡыс уның теле аша ята, тиҙәр, йәғни, башҡа телгә ҡарағанда ул үҙ телен яҡшыраҡ аңлай, уның аша донъяны танып белә, телгә дауалау энергетикаһы ла һалынған. Шуға хәрәкәттәрҙе лә ҡушҡанда, улар икеләтә көскә эйә. Әммә бөгөн беҙҙең барлыҡ психологтар тиерлек рустар, рус мөхитендә үҫкәндәр, русса уҡығандар, миҫалдарҙы рус әсбаптарынан йәки сит илдән килтерәләр. "Урау" проекты иһә - тап башҡорттоҡо, саф үҙебеҙҙеке. Тренинг барышын ҡурай моңо оҙата барһа - бигерәк тә яҡшы.
Р. Кәлимуллин: Башҡортостанға ситтән ҡайтҡас, ҡурай моңо, башҡорт теле шул тиклем һағындыра икәнен беләм. Хатта күрше өлкәләрҙә, сит илдәрҙә генә түгел, бөгөн руслашып барған республика башҡорттары өсөн дә был тәнде генә түгел, йәнде лә дауалаусы практика булыуы мөмкин.
Беҙгә, фольклор экспедицияһы кеүек, башҡорттоң этнотерапевтик тәжрибәләрен тергеҙеү буйынса психологик экспедиция ойошторорға кәрәк. Ауылдарҙа йөрөп, халыҡ дауаһы менән дауалаусы кешеләрҙе табып, уларҙан яҙып алып, бер системаға һалырға һәм бер үҙәк йәки клиника булдырырға. Ғөмүмән, беҙҙең йыр-моң, бейеү хәрәкәттәре, телебеҙҙәге өндәр - улар үҙҙәре үк дауа. Шулар нигеҙендә башҡорт мантраһын да булдырырға мөмкин. Башҡа телдәрҙә шундай мантралар бар бит, беҙ уны үҙ телебеҙҙә лә табырға, иҫкә төшөрөргә тейешбеҙ.

Ғәлиә, һеҙҙең менән бәхәсләшергә мәжбүрмен, сөнки бер фекерегеҙ менән килешмәйем: башҡорттарға психология һуңыраҡ килгән, тинегеҙ. Киреһенсә, ошо "Урал батыр" эпосынан сығып ҡына ҡарағанда ла, халҡыбыҙҙа психология фәне борондан йәшәй, әммә беҙ уны тулыһынса аңламағанбыҙ, аңлау дәрәжәһенә яңы саҡ килеп етә башлағанбыҙ. Ни өсөн шундай ҙур ҡеүәткә эйә булып, уны нисек файҙалыраҡ итеп ҡулланыуҙы бөгөнгәсә һуҙғанбыҙ?

Ғ. Сәлихова:
Фән булараҡ - психология, белгес булараҡ милли психологтар башҡорттар араһына бик һуң таралды, йәмғиткә һуң килеп инде, тимәксе инем. Ә инде халҡыбыҙҙа элек-электән психолог функцияһын үтәгән кешеләр булған, әлбиттә. Ауылдарҙа ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар булған, ғаиләлә ниндәйҙер ыҙғыш тыуһа, уларҙы яраштырғандар. Ғөмүмән, ер йөҙөндәге күп халыҡтарҙа интуитив рәүештә барлыҡҡа килгән, рухи үҫешкә, йән һәм тән сәләмәтлеген нығытыуға йүнәлтелгән, психологияға бәйле практикаларҙы табырға мөмкин. Был юҫыҡтағы ғәмәлдәр башҡорттарҙа ла осрай. Мәҫәлән, башҡорт бейеүҙәре, оҙон көйҙәр, халыҡ йырҙары, ялан аяҡ үләндә, тупраҡта йөрөү, тәбиғәткә сығып, үҙеңдең кире хис-тойғоларыңдан ҡотолоу маҡсатында ҡысҡырыу. Хәҙер ҙә халыҡ араһында ныҡ ҡысҡырып һөйләшкән кешегә: "Нимә, урманда йөрөйһөңмө әллә?" - тиҙәр бит. Былар барыһы ла этнотерапияның бер күренеше булып тора.
Шул уҡ ваҡытта, хәрәкәттәргә бәйле практикалар менән бер рәттән, уйлау, фекерләү, күҙаллауға, ресурс образдарға таянған һауыҡтырыу алымдары ла юҡ түгел.
Быуаттар төпкөлөнән килгән, халҡыбыҙҙың күңел хазинаһын тәшкил иткән ресурс образдарҙы һәм хәрәкәттәрҙе бергә бәйләү - креатив-хәрәкәт терапияһының асылы булып тора ла инде. Терапияның маҡсаты - тән һәм йән сәләмәтлеге, рух ныҡлығы, күңел бөтөнлөгө булдырыу.
Р. Кәлимуллин: Беҙҙең фольклорҙа бик күп арттерапевтик практикалар бар. Креатив хәрәкәттәр шул уҡ башҡорт бейеүе нигеҙендә ята. Күп элементтарҙы башҡорт бейеүенән алдыҡ, сөнки кеше уларҙы үҙенең эске донъяһын күрһәтеү өсөн ҡулланған. Башҡорттоң оҙон көйҙәрен алһаҡ, улар кеше күңелендәге ауырлыҡты, шатлыҡты сағылдыра. Бер үк ваҡытта тын алыу күнегеүҙәре лә. Был да психотерапевтик процесс. Кеше эсендә булғанды фольклор, мәҙәниәт аша сығара. Шуға башҡортта йога, цигун һымаҡ этнотерапевтик практикалар борондан килгән тип уйлайым. Күпме батырҙарыбыҙ булған, улар бит бер нигеҙһеҙ тыумаған. Бары тик беҙ күп нәмәләрҙе юғалтҡанбыҙ. Моғайын, ошо практикаларҙы һаҡлай алмағанбыҙҙыр. Әгәр шуларҙы һаҡлаған булһаҡ, ошо алымдарҙы беҙгә килеп өйрәнерҙәр, Башҡортостан донъяның сәләмәтлек үҙәге булыр, туристарҙы ылыҡтырыр ине. Былар барыһы ла үҙ-ара бәйләнгән. Әммә бөгөн беҙҙә ошо боронғо практиканың ҡалдыҡтары фольклорҙа ғына ҡалған.
Эпоста һауыҡтырыуҙың ике ысулы бар: беренсеһе - биологик, экологик фактор. Йәншишмә һыуын эсәһең дә мәңге йәшәйһең. Икенсе фактор: Самрау илендә ике ҡарт - береһе уҫал, икенсеһе - изге күңелле - йәшәгән. Уҫалы тиҙ ҡартайған, изге күңеллеһе оҙаҡ йәшәгән, йәш күңелле ҡарт булып ҡалған. Был да яуызлыҡ ҡылмаһаң, ғүмерең оҙонораҡ булыр, тигәнгә ишара. Ни өсөн, улайһа, яҡшы кешеләр беҙҙе иртәрәк ҡалдырып китә, тип һораусылар ҙа булыр. Улар тыштан үҙҙәренә ҡарата булған яуызлыҡҡа эстән янып, насарлыҡты үҙ эсенә йыя, йәғни эпостағы йыландар Урал батырҙы эстән ҡырҡҡан кеүек, негатив кешене эстән ашап бөтөрә.

Был эпос Ислам дине ҡабул ителгәнгә тиклем әллә нисәмә йөҙ йылдар элек барлыҡҡа килгән. Ә тарихты ҡараһаҡ, элек икенсе цивилизация кешеләре йәшәгән, аллалар булған, улар меңәр йыл ғүмер иткән. Һуңынан йәш күрһәткесе кәмей килеп, бөгөн бөтөнләй аҙ ҡалған. Был нимәгә бәйле: экологияғамы, мутацияғамы, әллә ДНК үҙгәреүенәме?

Р. Кәлимуллин:
Барыһы ла бергәлер тип уйлайым. Шулай уҡ психологик факторҙы ла, рухи факторҙы ла, рухи кодты ла атарға мөмкин, сөнки кеше, әгәр тамыры булмаһа, ҡамғаҡ кеүек осоп йөрөй. Беҙ ошо кодты онотҡанбыҙ, юғалтҡанбыҙ һәм әле һаман уның серенә төшөнә алмайбыҙ. Беҙҙең бөгөн ошо мәшһүр эпосҡа бәйләп эшләгән эштәребеҙ ундағы идеяларҙың башы ғына.
Кемдер әҫәрҙе илаһи сығанаҡ тип иҫәпләй. Минеңсә, ул боронғо башҡорттарҙың меңәр йыллыҡ күҙәтеүҙәре һөҙөмтәһе. Сөнки унда ғәмәли, хатта йәш психологияһы күренештәре лә бар. Мәҫәлән, Йәнбикә менән Йәнбирҙе ҡабырсаҡтан ҡан эскән һәм уны йәшермәгән, улдарын тыйғандар, әммә ҡалдырғандар. Ә Шүлгән - ул үҫмер. Урал батыр унан кесерәк, унда һаман балалар аҡылы әле, ә Шүлгәндә күсеү осоро бара. Әгәр үҫмер алдында нимәлер эшләһәң, тыйыуға ҡарамаҫтан, ул барыбер һине ҡабатлаясаҡ. Икенсенән, Йәнбирҙе ике улын да туҡмай, Урал батыр атаһының ҡулынан тотоп, "Үҙеңдең балаңды туҡмаһаң, һиңә үлем килә", ти. Йәғни үҙ балаһын туҡмау - ул ололарҙың хатаһы, эпоста көс ҡулланыуға ҡаршы идея ята. Балаларҙы туҡмарға ярамай. Әгәр баланы туҡмаһаң, ул үҙенән һуң килгән быуындарға ҡарата көс ҡулланып, яуызлыҡты тарата, арттыра. Шүлгәнгә күберәк эләгә һәм унда асыу ярала, яуызлыҡ арта. Бында ла психологик нигеҙ бар. Йәғни, башта ул ғәҙәти бала була, көс ҡулланғандан һуң унда нимәлер һына, ул үҙгәрә. Яҡшылыҡмы, насарлыҡмы - ул ғаиләнән килә, нигеҙ ғаиләлә һалына: кемде тәрбиәләйһең - Уралдымы, Шүлгәндеме - үҙеңдән, ата-әсәнән тора.
Шулай уҡ биологик, экологик факторҙы ла күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Ниндәй һыу эсеүең, ниндәй һауаны һулауың, ниндәй ризыҡ ашауың да мөһим, был да ғүмер оҙайлығына йоғонто яһай.

Эпос нигеҙендә булдырылған дауалау нигеҙҙәрен башҡорт йогаһы, башҡорт цигуны тип әйтергә йәки ошо ысулдар менән бер рәткә ҡуйырға мөмкин, тиһегеҙ. Әммә диндарҙар йоганы ҡабул итмәй. Тимәк, был да эпостың дин ҡабул ителгәнгә тиклем барлыҡҡа килгәнен раҫлай һәм диндә ҡулланылған дауалау ысулдары кеүек үк, файҙалы алымдарҙың береһе булып тора.

Р. Кәлимуллин:
Быны беҙ образлы сағыштырыу итеп алдыҡ, ябай ғына итеп әйткәндә, үҙебеҙҙең ерлектә тыуған, үҙебеҙҙең эпостан алынған дауалау физкультураһы, производство гимнастикаһы. Хәрәкәт - ул тормош, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Хәрәкәт һәр ваҡыт булырға тейеш. Әлегә методиканың "Урау" тип аталыуы ла юҡҡа түгел, сөнки был тормош үҙе циклдарҙан тора, икенсе яҡтан - урау - ул сикһеҙлек. Урал батыр эпосы ла беҙгә урау-урау юлдар аша килеп еткән бит. Тағы бер мөһим яғы - ДНК ла спираль кеүек уралған. Тимәк, Урал батыр эпосы аша беҙ тәүсығанағыбыҙҙағы ДНК кимәленә кире ҡайта, йәғни һау-сәләмәт, оҙон ғүмерле була алабыҙ. Шулай уҡ беҙҙең үҫешебеҙ ҙә спираль рәүешендә сикһеҙ йылдар дауам итә һәм итәсәк.
Ғ. Сәлихова: Хәрәкәттәргә килгәндә, өс төп хәрәкәт бар: түңәрәк йәки ҡулса, шунан сикһеҙлек билдәһе һәм спираль рәүешендә. Эпостағы ике ресурс образы: Йәнбирҙе һәм Йәнбикә образдары нигеҙендә йәшәү энергияһын үҙеңә һулау, үҙеңә алыу; тормоштоң мәңгелеген һәм сикһеҙлеген тойоу һәм тотоу; тормоштоң спираль формаһында үҫеше; башҡа, биткә, ҡулдарға массаж. Ошо күнекмәләрҙе башҡарғанда күҙәнәктәр бүленеү циклы эшләп китә һәм организм яңыра, йәшәрә тип күҙ алдына килтерергә мөмкин. Мәҫәлән, Урал образында күнекмәләр эшләгәндә креатив-хәрәкәт терапияһының креатив-эшмәкәрлек терапияһына әүерелеүе тураһында әйтә алабыҙ. Был осраҡта фокус креатив хәрәкәттәрҙән ижади потенциалды асыуға күсә, ә был үҙ сиратында маҡсаттарға, уй-ниәттәргә өлгәшергә, үҙеңдең потенциалыңды үҫтереүгә, эшмәкәрлегеңдең аныҡ һөҙөмтәһен барлыҡҡа килтереүгә нигеҙ булып тора.
Урал батыр образы шулай уҡ тормош ауырлыҡтарын еңеп сығыр өсөн ресурс була ала. Үҙеңде һәм башҡаларҙы ғәфү итә белеү, яҙмыш ҡуйған һынауҙарҙы еңеп сығыу, үҙ-үҙеңә ҡул һалыу осраҡтарын булдырмау өсөн ҡулай.
Әгәр ҙә Урал батыр ир-егет образы булһа, ҡатын-ҡыҙ образы - гүзәл Һомай. Уға матурлыҡ та, нәзәкәтлелек тә, аҡыл да, рух көсө лә һыйған. Беҙ ошо образдар буйынса күнекмәләр өлгөләрен булдырҙыҡ. Тағы ла шуны әйтер инем: кеше психикаһы ла, тәнебеҙ ҙә тәғәйен ваҡытта үҙенә ниндәй хәрәкәттәр кәрәклеген белә. Бары тик уларҙы тейешле образ менән оптималь рәүештә берләштереп башҡарырға ғына кәрәк.
Р. Кәлимуллин: Психологияла стресс-менеджмент тигән термин бар, йәғни стресс менән идара итеү. Уны ошо ресурс образына инеп, хәрәкәт итеү ярҙамында эшләргә мөмкин.
Кешегә энергия етмәй һәм ул үҙенә төрлө ауырыуҙар һеңдереп йөрөй. Тимәк, был процесты ыңғай яҡҡа ла ҡулланырға була бит: бер ерең дә ауыртмай, һин һау-сәләмәт, тип. Бында тағы шундай идея ята: эволюцияны фән күҙлегенән ҡарағанда ла, тәбиғәттә тәбиғи һайлау бар. Беҙ йәшәйбеҙ икән, тимәк, тәбиғи һайлау үткәнбеҙ, тыуғанда уҡ Йәнбикә, Йәнбирҙе ресурстары һалынған. Шуға күрә уларҙы хәрәкәттәр, тын алыу күнекмәләре аша уятырға кәрәк: ыңғай фекерләү; ресурс образы; тән, тын алыу күнекмәләре. Был техникаларҙың барыһы бергә стресс-менеджмент техникаһын берләштерә. Уларҙы берәмләп тә, йәиһә барыһын бер юлы ҡулланып, көслө энергетик һөҙөмтәгә өлгәшергә була.
Хатта эпостағы кире образдар ҙа дауалау көсөнә эйә. Мәҫәлән, Шүлгән образы аша ғәфү итергә өйрәнергә мөмкин. Беҙ беребеҙ ҙә идеаль түгел, әммә ошо һүҙҙе әйтә белмәйбеҙ. Шуға, кемгәлер ошо образға инергә лә кәрәктер, әммә ул ошо образ эсендә ҡалмаһын.
Ғ. Сәлихова: Психологияла рефрейминг тигән күнекмә бик яҡшы ҡулланыла. Ҡайғы эсендә лә шатлыҡ орлоғо бар, тип әйтәләр бит. Шуның кеүек, ниндәй генә насар ситуация булмаһын, уның ниндәйҙер бер ыңғай яғын табырға кәрәк. Әммә был күнекмәнән һуң кеше үҙ образына ҡайтырға тейеш. Беҙҙә ресурстар бик күп, әммә уларҙы активлаштыра белмәйбеҙ.

Һеҙ әле клиникаларҙа, психологтар, йәғни айырым контингент менән эшләйһегеҙ. Ә был алымды тиражларға йәки күберәк халыҡҡа сығарыуға йәмғиәт әҙерме? Яңылыҡты ҡабул итеү өсөн бит йәмғиәттең әҙер булыуы ла шарт.

Ғ. Сәлихова:
Әлегә был методиканы психологтар, социаль педагогтар араһына индерәбеҙ. Шул тиклем ҡыуанып ҡабул итәләр. Улар өсөн был ниндәйҙер кимәлдә яңы һулыш, яңы йүнәлеш булып тора. Ябай халыҡ өсөн, әлбиттә, аңлатыу эштәре алып барырға кәрәктер, сөнки был бит әллә ҡайҙан ситтән килгән ысул түгел, ә үҙ ерлегебеҙҙә, үҙ эпосыбыҙ нигеҙендә, ундағы код нигеҙендә булдырыған методика. Шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, хатта тарих, география, физкультура һәм башҡа предметтар буйынса дәресте төрләндереү маҡсатында курстар үткәрергә лә мөмкин.
Р. Кәлимуллин: Кеше ни өсөн тәбиғәткә сыға, көс урындарын эҙләй, сөнки тәбиғәт тере, тимәк, Урал батырға бәйле урындар ҙа, уның балалары булған йылғалар ҙа тере, әммә беҙ уларҙың йәндәрен генә күрмәйбеҙ. Улар үҙҙәренсә тыш ала, туҡлана, йәшәй... Кеше лә шул уҡ тәбиғәттең бер өлөшө. Әммә хәҙерге ваҡытта ул ҡалала, бетон, быяла, ҡыҫҡаһы, яһалма материялар араһында йәшәй. Кемдер үҙен Алла, батша кеүек тоя, тәбиғәт айырым, кеше айырым тип ҡарай. Был төптө хата. Тәбиғәт беҙҙең туҡланыуға ла, йәшәүгә лә йоғонто яһай, ул беҙгә ҡарағанда аҡыллыраҡ. Беҙ тәбиғәт менән гармонияла йәшәгәндә генә һау-сәләмәт булабыҙ. Шуға ла иң мөһиме - уға зыян килтермәҫкә һәм үҙебеҙҙең уның бер өлөшө булыуыбыҙҙы аңларға тейешбеҙ. Уның аңлы элементынан аңһыҙ элементына әйләнеүебеҙгә юл ҡуймайыҡ.

Бөгөн бит донъяның барлыҡ мөйөштәрендә лә көс урындарына йөрөү киң таралды. Ә Башҡортостандың ҡайһы төбәген генә алып ҡарама - барыһында ла ундай урындар бик күп, йәғни Башҡортостан, ысынлап та, тәбиғи көс тупланған урын. Ә бына "Урал батыр" эпосына бәйләп, уларҙы республикаға туристарҙы йәлеп итеү маршруты итеп файҙаланырға ла мөмкин бит...

Р. Кәлимуллин:
Ысынлап та, тотош Урал - ул ҡеүәтле сәләмәт көс сығанағы. "Урал батыр" эпосын уҡыһаң да хәл-торош еңеләйеп китә, тиеүселәр ҙә бар хатта. Башҡортостандың билдәле географик атамалары: Яйыҡ, Иҙел - Уралдың улдары, ти эпос, Белорет районында Йәнбикә һәм Йәнбирҙе тип аталып йөрөтөлгән тауҙар бар, тиҙәр.
Күптән түгел картала осраҡлы ғына Йәнбирҙе тигән йылғаны күреп ҡалдым. Ул Учалы районында, Рысай ауылы эргәһендә генә. Шулай уҡ Кинйәкәй (Вознесенка) ауылы эргәһендә Йәнбикә йылғаһы ла табылды. Был топонимдар юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән бит. Әлбиттә, ошондай урындар буйлап милли бренд булырлыҡ туристик маршрут эшләргә кәрәк.

Шулай итеп...
"Урал батыр" эпосы нигеҙендә үткәрелгән тренингтар милләтте берләштереүсе сара була аламы?" - әңгәмәне йомғаҡлап, телде ҡысыттырып торған ошо һорауҙы бирмәй түҙмәнем. "Эпоста Урал менән Шүлгән асыуланышҡан булһалар ҙа, бер-береһен үлтермәйҙәр бит. Бында ла ҙур идея ята: башҡорттар бер-береһен ситкә типмәй, берләшергә кәрәк, - тине Рөстәм Ғәлим улы. - Артабан был идея киңерәк тә тарала: барлыҡ халыҡтар бер-береһенә дуҫ һәм туған. Кемдер "Бүлгелә һәм хакимлыҡ ит" тип ҡабатларға ярата, ә бында, киреһенсә, эволюция, үҫеш булырға, халыҡтар яуыз идеяларҙың манипуляцияһына бирелмәҫкә, аҡыл менән эш итергә тейеш. Һәр ваҡытта ла кешеләрҙе бер-береһенә ҡаршы ҡуйыусылар булған һәм буласаҡ, әммә дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә - берләшеп эшләргә, сәләмәт йәшәргә кәрәк. Юҡҡа ғына эпостың гуманистик потенциалы Үлемһеҙ ҡарттың һүҙҙәренә һалынмаған бит:
Донъяла мәңге ҡалыр эш -
Донъяны матур төҙөгән,
Бағты мәңге биҙәгән -
Ул да булһа - яҡшылыҡ,
Һыуға ла батмаҫ - яҡшылыҡ,
Утҡа ла янмаҫ - яҡшылыҡ,
Телдән дә төшмәҫ - яҡшылыҡ".

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.07.19 | Ҡаралған: 932

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru