«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯР БУЙЫ МАЛАЙЫ
+  - 



Өфөлә тыуып-үҫкән, хеҙмәт юлын ошонда башлап, бар ғүмерен ошо ҡалаға бағышлаған милләттәштәребеҙ араһында ҡыҙыҡлы һөнәр эйәләре байтаҡ. Мәҫәлән, бөгөнгө геройыбыҙ - ҡурсаҡтар хакимы, ҡурсаҡ театры актеры. Йәмғиәттә был һөнәргә көлөбөрәк ҡараһалар ҙа, ҡурсаҡ театры актерының хеҙмәте балет артисыныҡына тиңләштерелгән, улар шундай уҡ физик көсөргәнеш менән эшләй. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актеры, режиссер, педагог, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Айрат Әкрәм улы ӘХМӘТШИН менән әңгәмәбеҙ ошо еңел булмаған хеҙмәт, театр сәнғәте һәм, әлбиттә, уның ғаиләһе һәм Өфөһө тураһында.

Һеҙҙең атайығыҙ - хәрби кеше. Үҙегеҙ тыуып-үҫкән ғаилә, атай-әсәйегеҙ тураһында һөйләһәгеҙ ине?

- Атайым Әкрәм Әхмәтгәрәй улы - Ҡыҙыл армия офицеры, Саҡмағош районы Яңы Ҡото ауылында тыуған. Атай ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, комсомол путевкаһы буйынса Ҡаҙанға, Татар-башҡорт хәрби мәктәбенә уҡырға бара. Таһир Кусимов атайымдан бер курсҡа юғарыраҡ белем ала, бик дуҫ булалар. Ҡаҙанда Һарытау өлкәһенән килгән әсәйемә өйләнә һәм ғаилә менән йүнәлтмә буйынса Ленинград хәрби округына хеҙмәткә китәләр. Ике апайым Ленинградта, Бөйөк Ватан һуғышына тиклем тыуа. Атайым һуғыш башланғас взвод командиры, батальон командиры ярҙамсыһы, һуңынан үҙе батальон командиры була.
Ленинградты немецтар уратып алғас, балаларҙы ҡаланан сығарыу яйын күрәләр. Башҡа хәрбиҙәрҙең балалары менән унда 5 һәм 3 йәшлек ике апайым да эләгә. Өсөнсөгә ауырлы әсәйем Ленинградта ҡала. Юлда был эшелон дошмандар тарафынан утҡа тотола. Хәрби ҡатындары ысулдарын табып, шул урынға барып та ҡайта. Улар әсәйемә үлектәр араһында ҡыҙҙарының булмауын еткерә. Ә атай был ваҡытта фронтта. Бөгөнгө кеүек телефондар юҡ. Атай ҡайҙа хат яҙып, ҡайҙа кеше ебәреп, ҡыҙҙарын оҙаҡ эҙләй. Шулай бер яраланып, госпиталдә ятып сыҡҡас, уны зенит-пулемет батальоны командиры итеп Һамарға ебәрәләр. Ҡыҙҙар табыла бит шул мәлдә. Үҙе һөйләүе буйынса, ул етәкселек иткән был батальон курсанттарын киске тикшереүгә теҙгән булалар. Ҡараһалар, бер баланы күтәреп, береһен етәкләп старшина килә ята. Билдәле, курсанттар араһында йәштәр генә түгел, ғаиләлеләр ҙә күп булған. "Әкрәмдең балалары табылған!" тип шыбырлашалар, үҙҙәренең күҙҙәренән йәштәр тәгәрәй, ти. Баҡтиһәң, балаларҙы оҙатып барған ике ҡатын иҫән ҡалғандарҙы йыйып, немецтар уратып алған урмандар буйлап уларҙы үҙебеҙҙекеләр яғына алып сыға ала. Апайымдар, Киров өлкәһендәге булһа кәрәк, балалар йортонан табыла. Әсәй иһә улын ҡулына алып, уға өс йәш тигәндә 1943 йылда Ладога аша "Йәшәү юлы"нан сыға. Башта Һарытауға ҡайта, аҙаҡтан атайым уға Башҡортостанға китергә ҡушып хат яҙа.

Иҫ киткес тарих! Ә һеҙҙең тыуған ҡалағыҙ Өфөмө?

- Ғаиләләге ике ул - тағы бер ағайым менән мин һуғыштан һуң, Өфөлә донъяға килгәнбеҙ. Александр Матросов урамында йәшәнек. 3-сө мәктәптә уҡыным. Йырлай ҙа инем, спорт менән дә шөғөлләндем. Туҡай урамындағы хәҙерге Һуғыш ветерандары госпитале урынында элек дауахана була торғайны, уның ихатаһындағы һарайҙарҙың башында ла уйнайбыҙ. Яр буйлап һыу инергә, балыҡ тоторға йөрөй инек. Йырындың бар һуҡмаҡтары таныш ине беҙгә. Уҫал эттәрҙән ҡасып, кесерткәндән сағылып бөтә торғайныҡ. Атайымдың яратҡан улы булдым.

Бала сағығыҙҙан берәй ҡыҙыҡлы ваҡиға хәтерегеҙҙә ҡалмағанмы?

- Элек йорттарҙың һәр ихатаһында һарайҙар бар ине. Шулай уйнап йөрөгәндә бер һарай башына менеп, тишектән ҡарап ебәрһәм, пистолет эленеп тора. Мин шуны алам тип эскә индем. Әлбиттә, унда бер ниндәй ҙә пистолет юҡ ине, әммә бер тоҡ китаптар ята ине, һүрәтле, матур. Өйгә алып ҡайтып булмай, ҡайҙан алғанды әйтергә кәрәк, нисектер, урлаған кеүек килеп сыҡты ла инде. Матросов паркына алып киттем. Ә унда һәйкәл бар ине - постаментта диван тора, диванда Ленин менән Сталин ултыра. Дивандың һөйәнгесе артында ҡыуышлыҡ бар, шунда тыҡтым да киттем китаптарҙы. Иртәгәһенә барһам, Ленин да, Сталин да, постамент та юҡ. Теге китаптар арҡаһында һәйкәлде юҡ иткәндәр тип уйлайым бит инде. Ныҡ борсолдом, ағайыма һөйләнем. "Алйот, китаптарҙы өйгә алып ҡайтырға ине, һарайға һалыр ҙа ҡуйыр инек", - ти ул. Баҡтиһәң, шул төндә Сталинға ҡуйылған һәйкәлдәрҙең барыһын да алғандар икән.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актеры булып китеүегеҙ нисегерәк булды?

- Үҙем өсөн дә, өйҙәгеләр өсөн дә ҡапыл булды был хәл. 7-се класты тамамлағас, Киров исемендәге 85-се заводҡа эшкә урынлашырға киттем. Төшкө аш мәле булған икән. Көтөп йөрөйөм, Ленин урамы буйлап китеп барам. "Ҡурсаҡ театрына сәхнә эшселәре кәрәк", тигән иғлан тора. Уҡыусы ваҡытта был театрға килә торғайныҡ беҙ, әкиәт донъяһына эләккән кеүек тойғо ҡала ине. Шул донъя ҡабаттан ылыҡтырҙымы, мин эш һорап инергә булдым. Сәхнә эшсеһе тиһәләр ҙә, ул да актерҙарға хас һәләттәргә эйә булырға тейешлеге асыҡланды. Имтиханға әҙерләнергә ҡайтарҙылар. Музыкаль ишетеү һәләтен тикшереп, һөйләтеп, йырлатып ҡаранылар ҙа, эшкә алдылар. Һәм мин спектакль өҫтөндә эш башлап ҡына торған труппаға эләктем. Миңә лә бәләкәй генә эпизод бирҙеләр. Беҙҙең театр Рәсәйҙә милли республикалар араһында беренсе ҡурсаҡ театры. Мин килгәндә унда тәүге көндән алып эшләгән актерҙар байтаҡ ине. Уларға ҡарап, күп нәмәгә өйрәндем. Шунан ҡурсаҡ театрына ғашиҡ булдым һәм хәҙер 53 йыл мин ошо театрҙа.
Актер һөнәренә лә Башҡортостандың халыҡ артисы тигән исемде алғас ҡына уҡыным. 3-сө курсты тамамлағас, мине театрҙың баш режиссеры итеп тәғәйенләнеләр. Шулай итеп, башҡалар башта уҡып, унан эшкә театрға барһа, мин башта һөнәргә өйрәндем, унан уҡыным. Әйткәндәй, беребеҙ ҙә атайҙың юлынан китмәне. Сәнғәт донъяһы ла беҙҙең ғаиләгә ят түгел ине. Атайым Арыҫлан Мөбәрәков, Хөсәйен Ҡудашевтар менән дуҫлашты. Уларҙың йорт ихатаһында, алмағас төбөндәге өҫтәлдә табын ҡороп ултырыуҙарын, башҡортса һөйләшеп, башҡортса йырлашҡандарын хәтерләйем.

Шулай ҙа ул заманда ҡалала йәшәгән башҡорт ғаиләләренә хас бер күренеш һеҙҙе урап үтмәгән - өйҙә туған телдә аралашмағанһығыҙ...

- Ысынлап та шулай булды, атайым беҙҙең менән башҡортса һөйләшмәне. Аҙаҡтан был турала үҙенән һораным. "Русса грамоталы уҡып-яҙһам да, акцент менән һөйләшеүем тормошта ныҡ ҡамасауланы, шуға һеҙҙе ошонан араларға тырыштым", - тине. Насарлыҡ ҡылам тип уйламаған да инде, яҡшылыҡ теләгән үҙенсә. Ә телде бала саҡтан күңелгә һеңдереп үҫмәһәң, һуңынан күпме тырышһаң да, камил итеп һөйләшеп булмай икән. Шуға ла мин көнкүрештә һөйләшерлек кимәлдә генә беләм туған телемде. Атайым менән 50 йыл бергә ғүмер кисергән әсәйем башҡортса һөйләшә ине.

Яр буйы малайҙарының береһе булғас, баш ҡаланың ошо төбәген яҡыныраҡ күрәһегеҙҙер, моғайын?

- Хәҙер Өфөнөң үҙәге ҙур үҙгәрештәр кисерҙе, быяла-быяла йорттар төҙөп бөттөләр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең йорт ихатаһында үҙебеҙ ултыртҡан ҡарағай һаман да үҫә. Йорттарҙы емерһәләр ҙә, ағастар ҡала. 3-сө мәктәп эргәһенән үткәндә, өйгә эшен эшләргә онотҡан уҡыусы һымаҡ, йөрәгем жыу итеп ҡала. Бала саҡтан йөрөгән мунсаға һаман да йөрөйөм. Туҡай урамындағы аллеяны яратам. Арабыҙҙа булмағандарҙы иҫләйем, бала сағымды хәтерләйем дә, йөрәк әрнеүенә сыҙай алмайым ҡайһы саҡта. Шул уҡ ваҡытта ошо күңелгә яҡын урында баҫып тороуыма ҡыуанам. Унда бит һауа ла башҡа. Матур һүҙ өсөн әйтмәйем, Өфөнө мин ысынлап яратам. Башҡа ҡалаларға барһам да, күҙ алдында Өфө генә.

Яратҡан ҡурсағығыҙ бармы?

- Мин йәнлектәрҙе, хайуандарҙы һәм уларҙың да яуыздарын уйнарға яратам. Булмышым менән үҙем шундай булғанға түгел, ә ошо кире характер аша тамашасыға, ошолай булмағыҙ, тип әйткем килгәнгә. Яуызлыҡтың бит сиктәре юҡ, яуыздар улар һәр ваҡыт яуыз, уларҙың тағы нимә уйлап сығарасағын да белеп булмай. Унан һуң, кире ролде уйнауы еңелерәк. Ыңғай герой бит ул һәр ваҡыт дөрөҫ булырға тейеш, ә был ниндәйҙер сиктәрҙә уйнауҙы талап итә, актер өсөн ҡыҙыҡ түгел, фантазияларға ирек биреп булмай.

Улығыҙ атаһының ҡурсаҡ театрында эшләүен нисек ҡабул итә торғайны?

- Бәләкәй саҡта ғорурлана улар бының менән. Өлкәнәйгәс, оялалар. Тамаша залында ултырып, ул минең атайым, тип ҡысҡыралар. Улым үҙе лә театрға ғашиҡ кеше. Тик актер булам тигәс, мин хупламаным. Тыңланы, башҡа һөнәрҙе һайланы.

Шулай итеп...
Эргәбеҙҙә генә шундай ғәжәйеп матур кешеләр йәшәгәнен, күп осраҡта, белеп тә етмәйбеҙ икән. Бөгөнгө геройыбыҙ ҙа ихласлығы, кешелеклелеге менән күңелде арбаны. Театр фойеһында ултырып бала сағы, атай-әсәһе, яҙмышына яҙған тағы әллә күпме нәмәләр тураһында оҙаҡ һөйләштек. Ошо арала театр хеҙмәткәрҙәре, актерҙар - эргәбеҙҙән үткән һәр береһе уның менән ололап, ҡул биреп иҫәнләште, хәлен һорашты. Әңгәмәсемдең: "Мин бында һәр береһенә атай кеүек", - тигәне шаярыу ҡатыш булһа ла, уның булмышын асты ла ҡуйҙы кеүек. Ғәжәйеп ҡурсаҡ сәнғәте оҫтаһы булыу, матур холоҡ, матур сифаттар кеүек үк, һирәктәргә генә бирелә шул. Хәҙер һеҙ ҙә, гәзит уҡыусылар, ундай шәхес менән танышһығыҙ.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.07.19 | Ҡаралған: 903

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru