Тамъян ырыуы, ғалим-этнограф Р.Ғ. Кузеевтың классификацияһына ярашлы, көньяҡ-көнсығыш башҡорттары төркөмөнә ҡарай. Тамъяндарҙың ата-бабаларының кем булыуы тураһында тарихи сығанаҡтар күп түгел. Тарихсы Салауат Хәмиҙуллин билдәләүенсә, тамъяндарҙың килеп сығышы хаҡында бынан 100 йылдан да элегерәк, XIX быуат аҙағында рус ғалимы Н.А. Аристов тарафынан фараз ителгән мәғлүмәттән башҡа телгә алырҙай икенсе версия булманы.
Н.А. Аристов тамъян башҡорттарының XIX быуатта Һырдаръя йылғаһының үрге ағымы буйында йәшәгән тама атамалы ҡаҙаҡ ырыуы менән этник ҡәрҙәшлеге булыу мөмкинлеген тоҫмаллай. Тама ырыуы ҡаҙаҡтарҙың Кесе Жуз берләшмәһенә ҡарай. Әлбиттә, тамъян һәм тама этнонимдары бермә-бер тура килмәй, әммә шул уҡ тамырлы ырыу исемдәре башҡа төрки халыҡтарында ла бар. Ҡараҡалпаҡтарҙа тама, үзбәктәрҙә тама һәм ҡара тума, ҡырғыҙҙарҙа ҡара тума һәм аҡ тума, алтайҙарҙа ҡаратума һәм тумат, тываларҙа тумат ырыуҙары барлығы билдәле. Әммә төрки халыҡтарының ырыу атамаларында, башҡорттарҙан айырмалы рәүештә, -ан, -ян суффикстары осрамай. Р.Ғ. Кузеев был турала ошолай фекер йөрөтә: "Боронғо башҡорт ҡәбиләләренең -ан (-ән), -йән характерлы ялғауҙарына тамамланыусы этнонимдарының (бөрйән - бурджан, үҫәргән - мөйтән - митән, тамъян, һеңрән, уран) иран теле нигеҙендә хасил булыуы (йәки, дөрөҫөрәге, аҙағыраҡ формалашыуы) мөмкин. Күп кенә тикшеренеүселәр боронғо Һырдаръя буйы һәм Арал яны халыҡтарының сармат-иран субстраты менән бәйләнешкә инеүе һәм ҡушылыуына һәм, унан башҡа, Көнбайыш Себерҙең көньяҡ урманлы-далалы зонаһындағы уғыр төркөмдәрен үҙ мөхитенә индереү мөмкинлегенә иғтибар иткән".
Шулай ҙа, лингвистика күҙлегенән ҡарағанда, бөрйән һәм тамъян атамаларының -йән, -ян (-йан) өлөштәренең ябай ялғау итеп кенә ҡарау бигүк дөрөҫ тә булмаҫ кеүек. Бурджан һәм уға параллель бөрйән атамаларындағы джан-йән өлөштәренең ялғау түгел, ә башҡорт телендәге йән тигән айырым һүҙҙең мәғәнәһен белдереүенә иғтибар итергә кәрәктер. Тамъян атамаһының да там һәм йән һүҙҙәренән барлыҡҡа килеүе бик мөмкин: был осраҡта төркиҙәрҙәге тама ырыуы вариҫтарының тама йәнле, йәғни, тама нәҫелле башҡорттарға ҡәрҙәш булыуын инҡар итеп булмаясаҡ. Ә тамъян һүҙенең баштағы тамйән вариантынан ҡалын әйтелешкә күсеүен башҡорт сингармонизмы (тәүге ҡалын ижеккә ҡалын ялғау ҡушылыуы) талабы менән еңел аңлатып була.
Р.Ғ. Кузеев тамъян ырыуы тамғаларынан "сыбыҡ" тамғаһының ҡаҙаҡ тама ырыуында ла булыуына иғтибар иткән. Шул уҡ ваҡытта тама ырыуына ҡәрҙәш булған икенсе бер ҡаҙаҡ ырыуы тана, тип атала икән. Ошо ырыу Кесе Жуздың байулы быуынына ҡарай, улар XIX быуатта Яйыҡ һәм Эмба йылғалары арауығында, башҡорттарға йәнәш йәшәй. Шулай уҡ төркмән-йомудтарҙа ла тана ырыу бүлеме бар.
Тамъян башҡорттары риүәйәттәрендә уларҙың ата-бабаларының Алтай яҡтарында йәшәүе хаҡында хәтирәләр бар. Р.Ғ. Кузеев та тамъяндарҙың боронғо этник тарихын, башҡа көньяҡ-көнсығыш башҡорттары менән бер рәттән, Алтай-Саян төбәгенең ҡатмарлы этногенетик мөхите менән бәйләй. Әммә ул түңгәүер һәм тамъян ырыуҙарын монгол сығышлы итеп күрә. Был осраҡта ул этнографтар В.В. Востров һәм М.С. Мукановтарҙың фаразына таяна. Улар тама исемле ҡаҙаҡ ырыуын монголдарҙың тума ҡәбиләһе менән бәйләй. Ғәрәп ғалимы Рәшид ад-дин (1247 - 1318) тума (тумат) ҡәбиләһенең "Енисей ҡырғыҙҙары иле" сиктәрендә йәшәүе тураһында яҙа. Р.Ғ. Кузеев башҡорт түңгәүерҙәренә монголдарҙың тангур (тангор), ә тамъян ырыуына тумэт ырыуының тап килеүен билдәләй.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|