Журналистика өлкәһендә эшлекле һәм билдәле гүзәл заттарыбыҙ етәрлек булғанда ла, беҙ был тынғыһыҙ һәм яуаплы хеҙмәтте барыбер ҙә ир-егет һөнәре итеп ҡабул итәбеҙ. Шунлыҡтан, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт наградаһына билдәле тележурналист Рафиҡ Әхмәтшиндың тәҡдим ителеүен ҡуш ҡуллап күтәреп алдыҡ. Был теләктәшлеккә гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ла ҡушылырға саҡырып, журналист менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
Белеүебеҙсә, һеҙҙең ғаилә журналистар ғаиләһе. Бер һөнәр эйәләре булыу һеҙҙе берләштерәме? Һәм журналистикаға һине ниндәй юлдар алып килде?
- Журналист булыу бала саҡ хыялым ине. Мәктәп йылдарынан яҙыштым. БДУ-ның башҡорт филологиһы һәм журналистика факультетының журналистика бүлегенә уҡырға инеп, беренсе курстан уҡ радио менән хеҙмәттәшлек иттем. Фәнүзә Баһауетдинова алып барған "Етегән" йәштәр тапшырыуында рубрикам була торғайны. Әйткәндәй, беҙ уны буласаҡ тормош иптәшем Зөһрә Арсаева менән бергәләп әҙерләнек. Университет сиктәрендә Төркиәлә лә белем алырға тура килде. Бурса ҡалаһында урынлашҡан Улудаг университетының социология бүлеген тамамланым. Журналистика менән социологияны йәнәш тора тип иҫәпләйем. Журналист та, социолог та йәмғиәттәге сәйәси һәм ижтимағи үҙгәрештәрҙе тойомлай алыусылар.
Телевидениела 17 йыл эшләйем. Был өлкәне үҙем ентекле үҙләштерҙем генә түгел, тележурналист һөнәре минең холоҡ-фиғелемә лә үтеп инде, миндә үҙенә кәрәкле, тейеш булған яҡтарҙы тәрбиәләне, үҫтерҙе. Һәм, әлбиттә, бында беҙҙең ғаиләнең журналистар ғаиләһе булыуы ла мөһим роль уйнай. Ҡатыным менән икебеҙ ҙә бер тулҡында, донъя, республика кимәлендә барған яңылыҡтар һәм башҡа мәғлүмәттәр икебеҙ өсөн дә ҡыҙыҡлы, бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ, борсолоуҙарын, мәшәҡәттәрен белеп-күреп торабыҙ. Үҙ-ара һөйләшер, кәңәшләшер, бәхәсләшер уртаҡ темаларыбыҙ ҙа, бер-беребеҙгә ярҙамлашып ҡына хәл итер ижади процестар ҙа етерлек.
Тележурналист булараҡ, һеҙҙең сығыштар көн дә-көн дә һәм уларҙың һәр береһе мөһим, әлбиттә. Шулай ҙа һуңғы ваҡыттағы үҙегеҙҙе тетрәткән, күңелегеҙҙә ҡалған тапшырыу хаҡында һөйләп китегеҙ әле?
- Инйәр урман хужалығы, Мулдаҡай урмансылығының 132-се кварталында рөхсәтһеҙ ҡаҙылған ташты Ҡатау-Ивановск ҡалаһына урман юлы менән оҙатыуҙы төшөрөп алыу өсөн беҙҙең ижади төркөмгә сәғәт ярым ҡыуаҡлыҡта йәшеренеп ятырға тура килде. Ямғыр аҫтында. 30 секундлыҡ кадр өсөн. Һуңынан билгә тиклем һыуға батып, Ләмәҙ йылғаһын кисеп үттек һәм рөхсәтһеҙ таш сығарыу урынына барып еттек. Йәшерен камера ҡулланылды, именлегебеҙҙе уйлап, беҙгә әҙерәк ялғанларға ла тура килде. Урман араһында закон юҡ бит.
Урал хазинаһын тәләфләүҙе туҡтатыу күптән өлгөргән мәсьәлә ине. Таш, мәғрүр тауҙар тиҫтә йылдан ашыу бер ниндәй контролһеҙ аҡтарылды.
Геология разведкаһына лицензия алған ойошмаларҙың, ғәҙәттә, республиканан ситтә теркәлгән булыуы мәғлүм, Улар фуралар менән ҡиммәтле төҙөлөш материалын сеймал килеш республиканан ситкә оҙата торҙо. Шул уҡ ваҡытта урындағы халыҡ эшһеҙлектән йонсоно. Был Башҡортостанды күрәләтә талау ине. Республика Башлығы Радий Хәбиров сәйәси ихтыяр күрһәтеп, был шөғөлдө сикләне. Тыуған төйәгемдең, ер яралғандан алып үҙ урынында торған тауҙарҙың ошондай хәлдә ҡалыуы, карьерҙарҙа сит ил граждандары эшкә йәлеп ителеүен күреп, йәнем әрней торғайны. Шуға ла республика етәксеһенең ҡарары ҡанатландырҙы ғына. Ямғырҙан һуң ташҡан Ләмәҙ йылғаһын кисеп үтергә лә, законһыҙ асылған карьерҙа эшләүселәр менән аралашырға ла көс таптым.
Заман менән бергә атлау һәм талап ителгән хеҙмәт булып ҡалыу өсөн башҡорт журналистикаһы нисегерәк булырға тейеш?
- Ҡыйыуыраҡ булырға тейеш. Бөгөн беҙ абсолют конкурентлы шарттарҙа эшләйбеҙ. Донъя уҡыусы менән тамашасының бармаҡ осонда ғына. Гаджет, компьютер, интернет барыһын да хәл итә кеүек тойола. Әммә журналистика ул интернет биргән мәғлүмәттән айырмалы рәүештә ижади хеҙмәт тә, оло яуаплылыҡ та. Унан килә, журналистика власть менән йәмәғәтселек араһындағы күпер ҙә. Бына ошо күперҙе беҙ ныҡлы, ышаныслы итеп ҡора белергә бурыслы.
Әлеге шарттарҙа гәзит-журналдар ҙа, телеканалдар ҙа глобаль селтәргә яраҡлашырға тырыша. Башҡаса мөмкин дә түгел. Башҡорт журналистикаһы ла яңы мөхиткә күсә бара. Әммә әле беҙгә оперативлыҡ етмәй. Был, минеңсә, рус телле сығанаҡтар нигеҙендә эшләүебеҙгә бәйле. Материалдар йыш ҡына ҡоро тәржемәнән ғибәрәт бит. Беҙгә үҙ контентыбыҙҙы булдырырға ваҡыт. Башҡорт телендә ижад иткән журналистарҙың уртаҡ майҙансығы булырға тейеш. Унда шулай уҡ геройҙар, туған телендә һөйләшкән ҡыҙыҡлы спикерҙар, хәл-ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт менән бүлешергә мөмкин. Был беҙҙең эш һөҙөмтәләрендә лә сағылыр ине. Мәҫәлән, бөгөн беҙҙә сәйәси ваҡиғаларға аңлатма, баһа бирерҙәй башҡорт сәйәсмәндәренә ихтыяж бар. Ошондай кешеләрҙе үҙебеҙҙең аранан үҫтереп, күтәреп алырға кәрәк ине. Шәхси амбицияларҙы ситкәрәк ҡуйып торғанда ғына уҡыусыларыбыҙ, тамашасыларыбыҙ йәғни республика халҡының мәнфәғәтен яҡларға мөмкин. Журналист өсөн был төп бурыс.
Баҫма матбуғат хәбәрсеһенән айырмалы рәүештә, телевидение яңылыҡтары тапшырыуы журналистары оператив эш итә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында яңылыҡтар сығарылышы һәр сәғәт һайын эфирҙа. Шуның өсөн ял да, байрамдар ҙа юҡ. Хөрмәтле коллегаларым һәм үҙем дә шәхси ваҡыт менән бөтөнләй иҫәпләшмәйбеҙ, тиерлек. Мәҫәлән, республиканың ниндәй төбәгенән булһа ла командировканан киске туғыҙҙа ҡайтып еткән хәбәрсе мотлаҡ 22 сәғәт 30 минуттағы сығарылышҡа репортаж әҙерләй. Хәбәрсе объектив аша тамашасының күҙенә бағырға һәм үҙ хәбәренә ышандырырға тейешле. Бөтөн был процесс журналистан көсөргәнеш, йыйнаҡлыҡ, аҡыл һәм, әлбиттә, телмәр оҫталығы ла талап итә.
Туған теленә хеҙмәт итеү журналистың төп бурысымы, нисек уйлайһың?
- Тел - ул коммуникация сараһы. Уның ярҙамында бәйләнештәр урынлаштырыла, инвестициялар йәлеп ителә. Туған телдә аралашҡан һайын уның бәҫе арта, киңәйә, камиллаша. Беҙгә телебеҙҙең аралашыу даирәһен киңәйтеү мөһим. Шуға ла башҡорт матбуғаты был йәһәттән әүҙемлек күрһәтергә, хатта хеҙмәттәшлек итергә тейештер, тигән фекерҙәмен. Башҡортса комментарий бирерҙәй белгестәрҙе бергәләп эҙләргә, үҫтерергә кәрәк. Мәҫәлән, йыш ҡына теге йәки был мәсьәлә буйынса сәйәсмәндәр ҡарашы талап ителә. Шуға ла башҡорт телендә сәйәси анализ яһарҙай спикерҙар пулын булдырыу шарт, минеңсә. Мәҫәлән, һеҙҙең "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияларында башҡорт телендә һорау биргәнегеҙ бармы? Минең дә юҡ. Ә бит бөгөн журналистар быны башҡара ала. Матбуғат конференцияһында йәки брифингта башҡорт телендә һорау буласағын белгән етәкселәр артабан республиканың ике дәүләт теленә лә ихтирам күрһәтәсәк. Шуға бөгөн милли журналистика әүҙемерәк булырға тейеш.
Әлиә СӘЙҒӘФӘРОВА яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА