Белорет ҡалаһы уртаһында быуат менән бер йәштәге янғын һүндереү ҡалансаһы бар. Ҡаланың бер күркәм боронғолоғо һанала ул. Ҡалансаның ҡаршыһында шулай уҡ быуаттан ашыу торған бер бина бар - ул бер бай йорто булған, революциянан һуң бында партия мәктәбе, төрлө учреждениелар урынлаша. Иҙелбашы-Белоретта башҡорт ҡала мәктәбе асыу менән янған бер төркөм зыялылар юллауы менән был бинала 2010 йылда Яңыбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы асыла һәм уның директоры итеп Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы Суфиянова тәғәйенләнә. Бөгөн ул Белорет районы һәм ҡалаһы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһын етәкләй.
Бына беҙ ошо гимназияла үтәсәк Белорет ағинәйҙәре йыйынында. Осрашыуға район ауылдарынан һикһән һигеҙ ағинәй килде, тип һөйөнсөләнеләр беҙҙе уҡыу йортоноң ишек төбөнән үк. Йыйын дилбегәһен үҙ ҡулына алған Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы матур итеп, тәфсирләп, осрашыуҙың ниәте-маҡсаттары һәм программа менән таныштыра, "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының эшсе составы тураһында хәбәр итә. Гимназия директоры, Белорет ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, район гәзите баш мөхәррире, район Советы хеҙмәткәрҙәре һәм ағинәйҙәрҙән торған был составты координацион совет тип атағандар икән. Һәр береһе менән берәм-берәм таныштырып, уларға бурыстар йөкмәткәс, һүҙҙе Белорет район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Сафиулла улы Теләүбаев ала. Уның ағинәйҙәр эшмәкәрлегенә юғары баһа биреүе, үҙе етәкселек иткән район башҡорттары ҡоролтайы эшендә лә алыштырғыһыҙ ярҙамсылар булыуы тураһында әйткән һүҙҙәре һәр кем йөрәгенә һары май булып яғыла. Илгиз Сафиулла улының күҙәтеүҙәре аша тыуған бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт хәтергә уйылды: айыҡ ауыл булып йәшәгән Рысыҡайҙа былтыр ун ике сабый тыуған һәм бер кеше лә вафат булмаған. Кешеләргә кешесә оран ташлау, йәғни айыҡлыҡҡа, яҡшыға өндәү бер ваҡытта ла эҙһеҙ үтмәй, ошондай саҡырыуҙарға ҡушылғандар ота ғына, ти ул.
Артабан йыйын фекер алышыуға күсте. Хөсәйен ауылынан Рәйлә Иҫәнғужина ағинәйҙәрҙе борсоған уйҙар менән уртаҡлашты: "Ауылдарҙа һаулыҡтары ҡаҡшаған бик күп кеше медицина ярҙамына мохтаж. Улар бәләкәй пенсияларын нимәгә бүлергә белмәй интегә: кейемгәме, дарыуғамы, юлғамы, балаларғамы... Ғүмер буйы колхозға йә урман хужалығына бил бөгөп тә, бөгөн ошондай ауыр көнгә алған ауылдаштарға ла, яңғыҙ ҡарттарға ла ярҙам итергә тейешбеҙ", - тигән тәҡдимде индереп ҡуйҙы Рәйлә апай ағинәйҙәр башҡара торған бурыстар исемлегенә.
Межгорье ҡалаһы "Ағинәйҙәр ҡоро" етәксеһе Фәнүзә апай Хажина үҙҙәренең биләмәһендә иркенләп эшләү шарттары булмауы, уларҙы йәмәғәт ойошмаһы тип танырға теләмәүҙәре тураһында телгә алды. Улар адресына ҡырын ҡараштар, төртмә һүҙҙәр яуҙырылһа ла, Межгорьела башҡорт мөхите булдырыу, халыҡты башҡортса мәҙәни сараларға йәлеп итеү буйынса күп эш башҡарыуҙары, эште шулай дауам итәсәктәре тураһында ла белдерҙе ул.
Сәхнәгә бер-бер артлы сығып, төрлө ауылдарҙың башҡорт милли кейемендәге ағинәйҙәре халҡыбыҙҙың матур йолалары менән таныштыра башланы. Сосновка, Рысыҡай, Мөхәмәт, Абҙаҡ, Ҡоҙғон-Әхмәр, Уҫманғәле, Ғәбдүк, Үткәл, Йөйәк, Үҙәнбаш, Хөсәйен һәм Нура ауылдары ағинәйҙәре "Килен төшөрөү", "Килен һөйөү", "Тула баҫыу" кеүек йолаларҙы сәхнәләштерҙе, мөнәжәттәр көйләне, үҙҙәре теккән йә тегергә йыйынған милли кейемдәр тураһындағы фекерҙәрен яңғыратты.
"Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының координация советы ағзаһы, "Урал" район гәзите баш мөхәррире Сатура Минһажетдинова яҡташтарының ни хәтле талантлы һәм уңған булыуы тураһында һөйөнсөләне. "Маҡташып ҡына йәшәмәйбеҙ, артыҡ маҡтауҙы бер ҡасан да өнәмәйбеҙ, әммә шул хәтле тырыш, фиҙаҡәр кешеләребеҙҙе ил менән белергә, күтәрмәләргә тейешбеҙ", - тине ул. Ағинәйҙәр йыйынын хуплап килеп ҡушылған ир-егеттәргә рәхмәт яуҙырырға ла онотманы. Һүҙ ыңғайында Сермән ауылында утыҙ ике кешенән торған "Ир-егеттәр ҡоро" төҙөлөүе тураһында ла хәбәр итте.
Урамда ямғыр һибәләп торһа ла, ағинәйҙәр алдан уйланылған пландарын тормошҡа ашырып, милли кейем парадына теҙелде һәм гармунға ҡушылып йырлай-йырлай, Белорет ҡалаһы урамы буйлап атланы. Һыуыҡтан һәм ямғырҙан ҡурҡып шәп-шәп атлап килгән кешеләр, туҡталып, был матурлыҡты телефондарына күсерә һалды, ихлас йылмайып, күҙ ҡараштары менән оҙатып ҡалды...
РӘСӘЙҘЕҢ БАЛЛЫ ЙӨРӘГЕ БЕҘ!
Бөтә донъя умартасылары йыйыны - 47-се "Апимондия" 2021 йылда баш ҡалабыҙ Өфөлә үтәсәк. Өлгөрбикә ағинәйҙәр ошо ваҡиға айҡанлы әҙерлек эштәрен башлап ебәрҙе лә инде. Федоровка районы ағинәйҙәре, мәҫәлән, үҙҙәренең сираттағы йыйынын "Бал байрамы" тип атап, Башҡортостан - Рәсәйҙең баллы йөрәге, тип күтәрмәләп, баллы табынға күрше райондар ағинәйҙәрен ҡунаҡҡа саҡырҙы.
Яңы Яуыш мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Тәзкирә Ғәлина менән 4-се класс уҡыусыһы Камалия Хәйбуллина сараны ҡунаҡтарҙы барлауҙан башланы һәм Федоровка районы Бала Сытырман ауылында үткән бал байрамына Стәрлебаш, Мәләүез, Ишембай, Күгәрсен, Көйөргәҙе райондары, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы ағинәйҙәре лә килеп ҡушылыуын хәбәр итте. Бал күргәҙмәһен ҡарап сыҡҡандан һуң, тамаша залына йыйылған ҡунаҡтарҙы "Айгүзәл" халыҡ ансамбле (етәксеһе И.Маликов), "Замандаш" халыҡ ансамбле (етәксеһе Г. Сәлишева), "Умырзая" бейеү коллективы (етәксеһе Г. Әминева) сәләмләне һәм йыйындың маҡсатына ярашлы мәғлүмәтле һүҙ әйтте, йола-мөнәжәттәр, йыр-бейеү аша үҙҙәренең һәләтенә алҡыш-хуплауҙар ҡабул итте. Артабан район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эдуард Сәлишев, Бала Сытырман ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ғәҙел Ниғмәтуллиндар ҙа йыйынды сәләмләп, ағинәйҙәргә оло хөрмәт күрһәтте.
Федоровка районында үткән башҡортса сараларҙың бик үҙенсәлекле, талантлы сценарийҙар менән үтеүенә өйрәнеп бөтөлгән инде. Был юлы ла сараны алып барыусы Тәзкирә Ғәлинаның, республикала билдәле сценарийҙар авторының, ижад емеше менән үтте "Бал байрамы". Һәр сығыш алдынан урынлы, йөкмәткеле, аҫыл һүҙ әйтелде. Сәхнәгә күтәрелеүсе ағинәйҙәр сығышы шулай уҡ мәртәбәле, йөкмәткеле һүҙ менән дауам итте. Бала Сытырман ағинәйе Бибинур Кәримованың сығышын тамашасылар бигерәк тә тәрән ихтирам менән тыңланы, сөнки алып барыусы алдан уҡ был ағинәйҙең изге эштәрен күҙаллатып, ауыр хәлдә ҡалған бөтә туғандарын үҙенең янына алып бағыуы, ҡарыйҙарын һуңғы юлға оҙатып, ғәрип булғандарына аулаҡ урын, ас булғанына йылы аш, яңғыҙына яғымлы йөрәк һүҙе табып, үҙ ҡанаты аҫтына алыуы тураһында әйтеп үткәйне инде.
- Беҙҙең Юрматы ырыуы хаҡында ҡалын, бик ҙур йөкмәткеле китап сыҡты, уны миңә "Киске Өфө" гәзите бүләк итте, - тип һөйләп китте Бибинур апай. - Туғанҡайҙар, был китап бит беҙҙең хаҡта! Һеҙ ундай яҙмаларҙы уҡып сығығыҙ, күҙҙәрегеҙ асылһын. Унда беҙҙең ата-бабаларҙың ауыр заманда ла бирешмәй, тырышып йәшәгәне, эшләгәне, ил һаҡлап яуҙарға сапҡаны, илде яңынан тергеҙеп, артабан ғаилә ишәйткәне тураһында яҙыла. Ошо яҙылғандарҙан ғибрәт-өлгө алайыҡ, маңҡорт булмайыҡ. Өйҙәребеҙгә үҙ матбуғатыбыҙ килеп торһон, үҙ радио, телевидениебыҙ һөйләп торһон, клубҡа барһаҡ уйнап торһон үҙ йәштәребеҙ, мәсеттә вәғәз әйтһен үҙ муллабыҙ... Беҙ бит ағинәйҙәр булырға, ағинәйлек сифаттарына өлгәшергә ниәтләнек, ярты юлда туҡтамайбыҙ инде!..
Бөрйән ырыуы башҡорттары төйәк иткән Юлдаш ауылы ағинәйҙәре бал күргәҙмәһе өҫтәле артында теҙелеп торған сағында уҡ иғтибарҙы йәлеп иткәйне инде. Ауыл ағинәйҙәрен әйҙәп йөрөүсе Зилиә Тимербулатова улар менән таныштырып, барыһының да - Мабирура Зәйнәғәбдинова, Мәнәүәрә Әлибаева, Ғәлимә Йәнәлиналарҙың ата-бабаларҙың боронғо кәсебенә тоғро булып, балаларын да йәлеп итеп, күпләп умарта тотоуҙары тураһында һөйләне. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тап ошо төбәктән фронт өсөн бал ебәрелгәнен, "Ашҡаҙар туғайы" балы бөгөн дә халыҡ-ара конкурстарҙа бик юғары баһа алып, алтын миҙалдар яулауын да телгә алды.
Яңы Яуыш, Бала Сытырман, Оло Сытырман... Бер тиҫбегә теҙелгән ағинәй доғалары улар. Көнөн биргәс, йүнен дә бирһен Хоҙай уларға. Әлбиттә, башҡорт кешеһенең донъяны ҡабул итеүе матди байлыҡтар менән бәйләнмәгән. Әлмисаҡтан алып әҙәм күңеленә моң, уй-хис, хыял тулҡындары - фәнни тел менән әйткәндә, рухи энергия бирелгән, тип ышана һәм тормош менән йәнгә-йән килеп аралаша башҡорт. Барса тәбиғәт энергиялар тулҡынынан, йәндәр торошонан хасил, тигән Йыһани ҡанун менән йәшәгән йәнде шул ғына борсой: ниндәй энергия-йән әйҙәүендә йәшәйһең, үҙеңдән ниндәй энергия-ғәмәл ҡалдыраһың? Әлмисаҡтан бирле тулҡынған йән энергиялары һәр бәндәнең үҙ юлын тулыһынса именлектә үтеүен талап итә. Ҡыйылған йәндәр, өҙөлгән ғүмерҙәр, ҡалған хәтерҙәр - дейеүҙәй ҡара көс булып иҫәндәрҙең тормошон болғай. Быуын-быуын ошо хаҡта иҫкәртеп, иртәк, ҡобайыр, ҡарһүҙҙәр һөйләгән, йолалар уйлап сығарған башҡорт инәй-олатайҙары. Бөгөн ағинәйҙәр ошо вазифаны иңенә артмаҡламаҡ булып ең һыҙғанған. Ярҙам итәйек, таныйыҡ, баһалайыҡ уларҙың изге эшен.
Сәрүәр СУРИНА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА