«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАКОН ТЕЛЕН ДӨРӨҪ АҢЛАЙЫҠ ҺӘМ АҢЛАТАЙЫҠ!
+  - 



Туған телебеҙ - башҡорт теле һәм, ғөмүмән, туған телдәр, уларҙы һаҡлау, үҫтереү хаҡында һуңғы йылдарҙа күп яҙылды, ғилми конференциялар уҙғарылды, телевизион тапшырыуҙар күрһәтелде, төрлө конкурстар, байрамдар ойошторолдо, закондар яңыртылды, хатта ки мәктәптәрҙә прокуратура тикшереүҙәре булып алды. Милли республикаларҙың дәүләт телдәрен уҡытыу арҡаһында, йәнәһе, рус телле уҡыусыларҙың хоҡуҡтары боҙола, тип яҙылған шикәйәттәр Мәскәү тарафтарына махсус рәүештә ебәрелә торҙо. Һөҙөмтәлә Рәсәйҙең мәғариф буйынса ҡануниәтенә үҙгәрештәр индерелеп, республикаларҙың дәүләт телдәрен генә түгел, барса халыҡтарҙың туған телдәрен дә ихтыяри рәүештә уҡытыу хаҡында яңы хоҡуҡи положениелар ҡабул ителде.

Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, туған телдәрҙе уҡытыу буйынса индерелгән яңы хоҡуҡи талаптар уларҙы һаҡлау йәиһә үҫтереүгә булышлыҡ итеү урынына билдәле бер ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы. Сығарылыш уҡыусыларының белем кимәлен һәм сифатын аттестациялау маҡсатында уҙғарылған Берҙәм дәүләт имтихандары (БДИ) һәм Төп дәүләт имтихандары (ТДИ) тик рус телендә генә башҡарылғанлыҡтан, милләттәре рус булмаған ата-әсәләрҙең бер өлөшө үҙ балаларына уҡыу планындағы туған тел предметы итеп рус телен һайлауҙары хаҡында ғариза яҙҙы. Ә ҡала мәктәптәрендә башҡорт телен һайлаған балалар һаны бик аҙ булған хәлдә улар өсөн айырым рәүештә башҡорт теле уҡытылмаясаҡ, һәм улар ҙа автоматик рәүештә туған рус теле дәрестәренә йөрөйәсәк. Һушың китерлек, әлбиттә: мәктәптә башҡорт балаһына рус теле уның туған теле тип уҡытылһынсәле! Бындай хәлдең батша Рәсәйендә лә, совет осоронда ла булғаны юҡ ине, әммә был бөгөнгө ысынбарлыҡ.
Әммә закон, ул ниндәй генә булмаһын, закон булып ҡала, һәм ул үтәлергә тейеш. Шул уҡ закондар нигеҙендә, бер ни тиклем объектив һәм субъектив ауырлыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ та, туған тел сифатында ла уҡытыуҙы ойоштороу өсөн мөмкинлектәр бар. Рус телен генә түгел, закон телен дә яҡшы белеү фарыз: уны дөрөҫ аңлап, башҡаларға ла аңлата белергә кәрәк. Юғиһә, ата-әсәләр, бәғзе бер мәғариф хеҙмәткәрҙәре, хатта ки ҡайһы бер закон әһелдәре "Рәсәй Федерацияһындағы мәғариф тураһында", тип аталған законға индерелгән яңы положениеларҙы тик үҙҙәренсә аңлатып, башҡаларға ла шул объектив булмаған фекерҙәрен һеңдерергә тырыша.
Йәнәһе, яңыртылған законға ярашлы, башҡорт милләтенән булмаған һәр бер ата-әсә ошо башҡорт мәктәбенә балаһын уҡытырға биреп, ошо уҡ мәктәптә балаларына үҙ туған телдәрен уҡытыуҙы талап итергә хоҡуҡлы. Йәнәһе, яңыртылған законда милли мәктәптәр эшмәкәрлеге ҡаралмаған, шулай булғас, элегерәк асылған милли (башҡорт, татар, сыуаш һ.б.) мәктәптәр барса милләт балаларын да уҡытырға алып, уларҙың ата-әсәләренең ихтыярына ярашлы, башҡа милли телдәрҙе лә туған тел булараҡ уҡыта башларға тейеш. Бына шулай!
Ысынында мәғариф ҡануниәтен юғарыла күрһәтелгәнсә тәғбир итеү (интерпретациялау) бер ниндәй ҡалыпҡа ла һыймай, быны әле һүҙ барған закондың хоҡуҡи нормаларын тупаҫ боҙоуға саҡырыу итеп ҡабул итергә мөмкин. Әгәр ошо фекер дөрөҫ икән, быны яңыртылған закон асылына ярашлы дәлилләү зарур. Юғиһә, тап рус халҡы әйткәнсә, закон сана тәртәһенә әйләнәсәк: уны ҡайһы яҡҡа борһаң, санаң да шул яҡҡа бороласаҡ. Ә беҙҙә санабыҙҙы ғына түгел, туған телебеҙҙе һаҡлай алырлыҡ самабыҙҙы ла тиҫкәре яҡҡа борорға самалаусылыр бар шул әле.
Конституцияла декларацияланған кеше һәм граждан хоҡуҡтары тейелгеһеҙ, әммә улар билдәле бер йәмғиәт һәм дәүләтселек мөхитендә дәүләт тарафынан ҡабул ителгән закондар, ошо закондарға ҡаршы килмәгән норматив-хоҡуҡи акттар ярҙамында ғәмәлгә ашырыла. Тимәк, кеше хоҡуҡтарын да абсолютлаштырырға ярамай, сөнки һәр бер кешенең хоҡуғы йәмғиәттә һәм дәүләттә башҡа бер кешеләрҙең шундай уҡ хоҡуҡтарына ҡаршы килергә тейеш түгел. Ябайыраҡ итеп әйткәндә, кеше хоҡуғының билдәле бер ҡулланылыу сиктәре бар, һәм улар ҙа закон тарафынан билдәләнә һәм көйләнә. Был беҙҙең мәғариф өлкәһенә ҡараған хоҡуҡтарыбыҙға ла берҙәй ҡағыла.
Һәр Рәсәй гражданының тормошта үҙ телен ҡуллана алыуы, аралашыу, тәрбиә һәм белем биреү, ижад итеү телен ирекле рәүештә һайлай алыуы кешенең төп хоҡуҡтарының береһе булып тора, һәм ул Рәсәй Конституцияһының 26-сы статьяһында теркәлгән. Кешегә тәрбиә һәм белем алыу телен ирекле һайлау мөмкинлеген тәьмин итеүсе төп хоҡуҡи документ - 2012 йылдың 29 декабрендә ҡабул ителгән 273-сө һанлы "Рәсәй Федерацияһындағы мәғариф тураһында", тип аталған Федераль закон, ул хәҙер 2019 йылдың 26 июнендә раҫланған редакцияла бирелә. Әйҙәгеҙ, төрлө милләтле Рәсәй граждандары өсөн үтә мөһим булған ошо хоҡуҡтың закон тарафынан нисегерәк көйләнеүен асыҡлап китәйек.
Ошо закондың 14-се статьяһы "Белем биреү теле" тип атала һәм унда беҙҙе ҡыҙыҡһындырған норматив положениелар бәйән ителә. Ошо хоҡуҡи положениеларҙы ҡарап сығып, уларҙың юридик асылын аныҡлау урынлы булыр.
1. Күрһәтелгән статьяның беренсе өлөшө илебеҙҙә иң элгәре Рәсәй Федерацияһының дәүләт телендә, йәғни, рус телендә белем алыуҙың гарантияланыуы хаҡындағы положение менән асыла. Был барыбыҙға ла күптән билдәле факт, ул совет осоронан бирле ғәмәлгә ашырыла. Әммә артабан, өтөр билдәһенән һуң, тәрбиә һәм уҡытыу телен һайлай алыуҙың да гарантияланыуы иғлан ителә. Тимәк, бөгөн дә, тап совет осорондағы һымаҡ, тәрбиә һәм уҡытыу теле сифатында Рәсәй халыҡтары телдәренең береһе һайланған милли мәктәптәрҙең булыуы мөмкин. Бына шунан һуң әйт инде, Рәсәйҙең мәғариф буйынса ҡануниәтендә милли мәктәптәр эшмәкәрлеге ҡаралмаған, тип!
Минеңсә, ошондай фекерҙе ата-әсәләр, педагогик коллективтар алдында ысынбарлыҡ итеп һөйләп йөрөүсе ҡайһы бер мәғариф чиновниктарының закондарҙы белә һәм дөрөҫ аңлай алыуын асыҡлау маҡсатында унан мотлаҡ махсус имтихан алыу зарурҙыр. Әгәр закондарҙы белмәй икән, ундайҙарға мәғариф системаһы менән идара итеү органында урын булмаҫҡа тейеш!
Ҡыҙғанысҡа күрә, илебеҙҙә белем һәм тәрбиә биреү телен һайлау хоҡуғы абсолют түгел: ул "белем биреү системаһы биргән мөмкинлектәр сиктәрендә" генә ғәмәлгә ашырыла. Ни эшләйһең, гарантия, әммә сикләнгән гарантия! Шуға ҡарамаҫтан, милләттәштәребеҙ ҙә, Башҡортостанда йәшәгән башҡа халыҡтар ҙа власть органдарынан ошо хоҡуҡты тормошобоҙҙа ҡуллана алыу мөмкинлектәрен булдырыуҙы, йәғни мәғариф системаһында милли телдәрҙә уҡыта алыусы яңы мәктәптәр астырыуҙы талап итә ала, сөнки был граждандарҙың конституцион хоҡуғы.
2. Әле тикшерелгән статьяның икенсе өлөшөндә белем биреү ойошмаларында уҡытыу (белем биреү) Рәсәй Федерацияһының дәүләт телендә ойошторола, әгәр ҙә ошо статья башҡаны билдәләмәһә, тиелә. Эйе, ысынбарлыҡта Рәсәй мәктәптәрендә бөгөн белем биреү, башлыса, рус телендә башҡарыла. Әммә был положение, күреүегеҙсә, башҡа бер хоҡуҡи норманың, йәғни уҡытыуҙың башҡа бер телдә ойошторола алыуын һис инҡар итмәй. Әгәр кемдер, ошо статьялағы положениеның беренсе яртыһын күреп, икенсеһен иғтибарға алмай икән - быны юридик күрәшлек, тип кенә атарға кәрәктер.
3. 14-се статьяның өсөнсө өлөшөндә Рәсәй Федерацияһының милли республикалары территорияһындағы белем биреү ойошмаларында ошо республикаларҙың дәүләт телдәрен уҡытыу һәм өйрәнеү хаҡындағы норма асыҡлана. Ошо норма сиктәрендә күрһәтелгән берҙән-бер шарт - республикаларҙың дәүләт телдәрен уҡытыу Рәсәй Федерацияһының дәүләт телен уҡытыу һәм өйрәнеүгә зыян килтермәҫлек булырға тейеш. Ваҡытында Рәсәй Конституцион Суды ҡабул иткән билдәләмәлә лә шундай уҡ иҫкәрмә бар ине.
Илебеҙҙә милли дәүләт телдәрен уҡытыуҙың, бигүк оҙайлы булмаһа ла, үҙ тарихы бар. Бөгөн һис бер икеләнеүһеҙ әйтергә була: ошо йылдарҙа милли республикалар мәктәптәрендә уларҙың дәүләт телдәрен өйрәнгән уҡыусылар ниндәйҙер нигеҙле факттар менән дәлилләнгән зыян күрмәне. Киреһенсә, ошо республикалар мәктәптәренең сығарылыш синыфтары уҡыусыларының рус теле буйынса Берҙәм дәүләт имтихандарында алған уртаса баһалары (балдары), Рәсәйҙең башҡа субъекттары менән сағыштырғанда, һис кәм булманы, хатта ки уларҙа рус телен сифатлыраҡ үҙләштереү факттары күҙгә ташланып торған осраҡтар йыш булды. Нисек шулай булмаһын ти: полилингвизмдың (күп теллелектең) баланың баш мейеһе эшмәкәрлегенә, тимәк, уның интеллектуаль ҡеүәһе үҫешенә ыңғай йоғонто яһауы хаҡындағы һығымта донъя психологияһында күптән билдәле бит инде.
4. Ошо статьяның дүртенсе өлөшө милли мәктәптәр өсөн үтә мөһим булған юридик көскә эйә. Бында Рәсәй граждандарының мәктәпкәсә йәштә, башланғыс һәм төп дөйөм белемде үҙ туған телендә алыу хоҡуғы, шулай уҡ Рәсәй халыҡтары телдәре иҫәбенә ингән туған телдәрен (ошо иҫәптән, рус телен дә туған тел булараҡ) өйрәнә алыу хоҡуғы теркәлгән. Алдараҡ әйтелгәнсә, ошо хоҡуҡтар илебеҙҙең мәғариф системаһы бирә алған мөмкинлектәр сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Бында ниндәй мөмкинлектәр хаҡында һүҙ бара һуң? Улар ошо законда бик аныҡ рәүештә, асыҡтан-асыҡ әйтелгән: "Күрһәтелгән хоҡуҡтарҙы бойомға ашырыу ошоға ярашлы белем биреү ойошмаларын, кластарын, төркөмдәрен кәрәкле кимәлдә булдырыу, шулай уҡ улар өсөн эшмәкәрлек итеү шарттарын тыуҙырыу аша тәьмин ителә". Бында милли телдәрҙә белем бирә алыусы балалар баҡсалары, мәктәптәр, милли телдәрҙе уҡытып булырлыҡ айырым кластар һәм төркөмдәр тураһында һүҙ бара. Тап ошондай маҡсаттар менән төҙөлгән һәм асылған башҡорт, татар, сыуаш, удмурт, мари һәм башҡа Рәсәй халыҡтары мәктәптәре илебеҙҙең милли мәғарифы нигеҙен бар иткән, һәм улар дәүләтебеҙҙең закондарҙа ҡаралған ярҙамына, һәр төрлө булышлығына мохтаж.
Йәнә нимәне айырып әйтергә кәрәк: милли мәктәптәр Рәсәй халыҡтарының юғарыла күрһәтелгән хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында, тап улар мәнфәғәтендә асыла. Тап шуның өсөн башҡорт мәктәбе башҡорт балалары өсөн, татар мәктәбе татар балалары өсөн, башҡа милли мәктәптәр үҙҙәренең уставтарында, локаль акттарында теркәлгән белем биреү теленә ярашлы, үҙ туған телдәрендә уҡый, әсә телдәрен өйрәнә алһын өсөн асылған. Ысынбарлыҡта улар - махсус мәктәптәр, уларҙың статусын бер ни тиклем кимәлдә махсус музыка, художество йәки спорт мәктәптәре менән сағыштырып була. Бында ниндәйҙер башҡа бер милләт балалары хоҡуғына хилафлыҡ ҡылыу һис юҡтыр, бындай мәктәптәр эшмәкәрлеге халыҡтарыбыҙҙың конституцион хоҡуғына ярашлы башҡарыла. Юғарыла әйтелгәндәр нигеҙендә, милли мәктәпкә яҡын йәшәгәне өсөн генә (һүҙ микрорайон ата-әсәләре хаҡында), башҡорт телен йәиһә башҡа милли телде уҡытыуға ҡырҡа ҡаршы тороп, балаларын ошо милли мәктәптә уҡыта алыу хоҡуғын даулашып йөрөүселәрҙең дәғүәләрен бер нисек тә законлы, тип әйтеп булмай. Ә ҡала милли мәктәптәрен микрорайон территорияһына беркетеү законға ярашлы түгел - был алдараҡ телгә алынған норматив положениеларға ҡаршы килә. Башлыса, башҡорт телле ҡала мәктәптәренә уҡыусылар тик яҡындағы микрорайондан ғына түгел, хатта башҡа райондарҙан да йөрөп уҡый - бындай мәктәптәр 180 меңләп башҡорт йәшәгән баш ҡалабыҙҙа ла иҫәпле генә бит. Мәҫәлән, былтырғы уҡыу йылында баш ҡалабыҙҙың 8 башҡорт мәктәбенең 1-се класына 564 бала уҡырға төшкән, ә ҡалала теркәлгән 16 384 баланың 19 проценты ғына ошо башҡорт телле мәктәптәрҙә уҡыған. Ә Өфөлә барлығы 129 мәктәп, шуларҙың 8-е генә - башҡорт мәктәбе. Шулай булғас, нисек итеп, ниндәйерәк йөҙ менән ҡалабыҙҙың башҡорт мәктәптәренә дәғүә белдереп, низағлашып йөрөү мөмкин икән? Даулашып йөрөүселәр ҙә артыҡ күп түгел ул, әммә улар яҙмаған ерҙә дау сығарырға оҫтарып алған шул. Башҡорт мәктәптәрен бөтөрөү юлында сабыусыларға кәңәш бер генәлер - үҙҙәренең балаларына уңайлы булған яңы мәктәптәр төҙөтөү хоҡуғынан уларҙы бер кем дә мәхрүм итмәгән бит, әйҙә, власть органдарынан ошоно талап итһендәр.
5. Яңыртылған мәғариф законына ярашлы, мәктәптәрҙә белем биреү теле/телдәре уларҙың локаль норматив акттары тарафынан билдәләнә. Әлбиттә, был документты ҡабул иткәндә ата-әсәләрҙең теләге иҫәпкә алына. Башҡорт мәктәптәренең ошондай документтарында ике белем биреү теле - башҡорт һәм рус телдәре күрһәтелгән. Әйтергә кәрәк, бындай норматив документ, башлыса, милли телле мәктәп асылған саҡта уҡ ҡабул ителә. Тимәк, үҙ теләге менән (ғариза яҙып) ошо мәктәптәргә балаларын уҡырға биреүсе граждандар, мәктәптә башҡорт телен уҡытыу менән бер рәттән, уҡытыуҙың һәм тәрбиә биреүҙең дә башҡорт телендә алып барылыуына дәғүә белдерә алмай. Әлбиттә, башҡорт телле мәктәптә башҡорт ата-әсәләренән балаларына башҡорт телен предмет булараҡ уҡытыуға ҡарата ризалығын белдергән ғаризалар талап итеү - сәйерерәк күренеш, әммә был осраҡта ла закон хәрефенән тайпылмау талап ителә.
6. Туған телдәрҙе, республикаларҙың милли дәүләт телдәрен уҡытыу Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы алып барыла, шулай уҡ ошо уҡыу предметтары буйынса Рәсәй мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған уҡыу әсбаптарының булыуы мотлаҡ. Ғөмүмән, туған телдәрҙе, республиканың дәүләт телен уҡытыуҙа яңыса дидактик технологияларға күсеү проблемаһы ла хәл ителеп бөтмәгән әле. Был проблема буйынса беҙ республикабыҙҙың мәғариф етәкселеге тейешле саралар күрер, тип ышанабыҙ. Әммә ҡала мөхитендә башҡорт телен һаҡлап ҡала алыу ата-әсәләребеҙҙең, башҡорт мәктәптәре етәкселәренең әүҙемлеге менән бермә-бер бәйле: башҡорт телле мәктәптәребеҙ йәшәһен, үҫһен, тиһәк, уларҙың йыл һайын тулыланып, башҡа белем биреү ойошмаларына өлгө булып тороуы фарыз.

Шулай итеп...
Мәғариф өлкәһендәге хоҡуҡи нормаларҙың асылын белмәмешкә-күрмәмешкә һалышып ҡына Рәсәй милли мәғарифын юҡҡа сығарып булмаясаҡ. Үтә боронғо китаптарҙың береһендә әйтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү һис тә яҙыҡ булмаҫ: "Күҙҙәре бар икән - күрерҙәр; ҡолаҡтары бар икән - ишетерҙәр". Күрһендәр ҙә, ишетһендәр ҙә - күп милләтле Рәсәй милли мәктәптәрһеҙ ҡалмаҫ, сөнки туғандарса, ысын татыулыҡта йәшәү рәүешенең башҡаса булыуын белмәйбеҙ беҙ...

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.10.19 | Ҡаралған: 590

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru