«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҠШЫҺЫ ЛА БАЙТАҠ ТӨҘӘТӘҺЕ УРЫНДАРЫ ЛА БАР
+  - 

Компьютер артында "йәшәйбеҙ" бөгөн. Эштә лә уның экранына текәлеп ултырабыҙ, ҡайтып ул-был иткәс тә ҡулға йә ноутбук, йә телефон алабыҙ. Хәҙер етәкселәр менән аралашыу ҙа еңелләште - уларҙың күбеһен социаль селтәрҙәрҙә табырға була. Ләкин мин, оло быуын вәкиле булараҡ, тота килеп кенә үҙем шәхсән белмәгән кешегә хат яҙа алмайым. Ә күңелдә әйтәһе һүҙҙәр ҙә, еткерәһе фекерҙәр ҙә байтаҡ. Шуға күрә яратып уҡыған "Киске Өфө" аша ҡайһы бер уйҙарым, күҙәтеүҙәрем менән бүлешергә йөрьәт иттем.

Үҙем баш ҡалала йәшәйем, шуға күрә әйтәһе һүҙем дә Өфөгә күберәк ҡағыла. Ҡайһы берәүҙәр ризаһыҙлыҡ белдерһәләр ҙә, былтыр башланып әле булһа дауам итеүсе транспорт реформаһын хуплайым. Нимә генә тимәһендәр, ошо өлкәлә эшләүсе шәхси эшҡыуҙарҙың эшмәкәрлегенә ҡаты контроль етмәй ине. 20 һум аҡса өсөн бер-береһен тапай яҙып уҙышҡан маршрут автобустарының кәмеүе юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы һәр кемдең хәүефһеҙлеге өсөн ыңғай йоғонто яһаны. Бәләкәй газель һәм күпселек осраҡта бысраҡ "пазиктар" урынына ҙур һәм таҙа "Башавтотранс" автобустарында рәхәтләнеп йөрөйөм. Ләкин уларға ҡағылышлы проблема ла бар. Ул да булһа, был автобустарҙың күбеһендә ни өсөндөр кондуктор юҡ. Водитель автобусты ла йөрөтә, аҡса алып-бирә, карталар менән мәж килә һәм ошо рәүешле юлға иғтибарын юғалта. Был тиҙ арала хәл ителә торған мәсьәләләрҙең береһе, минеңсә.
Хәҙер таң атҡансы бер йорт ҡалҡып сығырға мөмкин. Ләкин ошондай бихисап кварталдар төҙөүгә рөхсәт биргән саҡта ни өсөн тейешле власть органдары ул урындағы балалар баҡсаһының, мәктәптең һыйҙырышлығын, машиналар ҡуйыу урындары булыу-булмауын ентекле тикшермәй икән? Инде бәләкәй мунса ла һыймаҫтай күренгән ергә лә күп ҡатлы әллә нисә йорт ултыртырлыҡ урын нисек табаларҙыр, иҫ-аҡылым китә. Йәшәргә кеше килеп тула, ә инфраструктура юҡ кимәлендә. Ошо мәсьәләгә ҡағылышлы ниндәй ҙә булһа контролдең булыуы мөһимдер, тип уйлайым.
Черниковка биҫтәһендә йәшәүсе булараҡ, ошо райондағы буш ултырған иҫке йорттарҙың күплеген билдәләп үткем килә. Мәҫәлән, Орджоникидзе урамындағы күптән бер кем дә йәшәмәгән ике ҡатлы йорттоң ни өсөн әле булһа һүтелмәй ултырыуын аңлай алмайым. Унда үҙҙәренә төйәк тапҡан маргинал әҙәмдәр шул йорт янынан үтеп йөрөүсе балалар өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра түгелме ни?
Балалар тигәндән, уларҙың һаулығын нығытыу, хәүефһеҙлеген ҡайғыртыу буйынса эштәр башҡарыла, ләкин, ҡыҙғанысҡа күрә, етерлек кимәлдә түгел, тип әйтер инем. Әле бына Ненец автономиялы округындағы булған фажиғәне ишетеп, йөрәк әрней. Ни рәүешле ҡулында бысаҡ булған иҫерек әҙәм бер ҡаршылыҡһыҙ балалар баҡсаһына үтеп инә алған һуң, тигән һорау тыуа. Һаҡ өсөн яуаплы кешеләр ҙә булған, тип хәбәр ителә. Минең ейәнем уҡыған мәктәптә лә һаҡсы бар, ләкин уның бар эше асҡыс биреп-алып ултырыуға ҡайтып ҡала. Ишектәр һәр ваҡыт асыҡ, кем инә-кем сыға, уға иғтибар итеүсе кеше юҡ, дәрестәр ваҡытында ла хатта мәктәп коридорында иркен йөрөргә мөмкин. Ни өсөн ошондай ҡараш һуң балаларҙың хәүефһеҙлегенә? Битарафлыҡмы, моңһоҙлоҡмы, ялҡаулыҡмы? Күп һөйләйбеҙ, ә ысынында, һөҙөмтә юҡ. Етәкселәр тарафынан ҡаты контроль булғанда ғына үҙ эшебеҙгә яуаплы ҡарарға өйрәнгәнбеҙ шикелле... Шулай итеп, тормошобоҙ бер яйҙа ғына дауам итә. Яҡшыһы ла бихисап, төҙәтәһе урындары ла етерлек. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәйек. Берҙәмлектә - көс!

Мәхмүт ЯҠШЫГИЛДИН.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.11.19 | Ҡаралған: 645

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru