Илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә 2007 йылдан бирле Мәғарифты үҫтереүҙең федераль институты тарафынан "Туған тел уҡытыусыларының Бөтөн Рәсәй мастер-класы" тип аталған махсус конкурс ойошторола. Һүҙ юҡ, ошо күркәм сара Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәрен уҡытыусы педагогтар араһында ҙур популярлыҡ яуланы. Уларҙың иң-иңдәре ошо сәмле үә үтә лә ғәмле ярыштарҙа ҡатнашып, үҙҙәре һымаҡ изге туған телдәрен һөйгәндәр менән яҡындан аралашып, яуаплы эштәренә дәрт-ҡөҙрәт өҫтәрҙәй һабаҡтар алып ҡайта баш ҡаланан.
Быйыл да ошо конкурстың Мәскәүҙә үтәсәк финалында ҡатнашыу хоҡуғына милли республика һәм округтарҙан 23 педагог лайыҡ булды. Финал 12 -14 ноябрҙә уҙғарылды, ошо сара сиктәрендә "Яңыртылған мәғариф ҡануниәте шарттарында дөйөм белем биреү эшмәкәрлегендә дәүләт тел белеме сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу практикаһы" исеме аҫтында түңәрәк ҡор үткәреү ҙә ҡаралғайны. Түңәрәк ҡорға "Тел һәм мәҙәни күп төрлөлөк шарттарында Рәсәй берҙәмлеген һаҡлау", "Рәсәй халыҡтары телдәрен уҡытыу һәм өйрәнеү буйынса яңыртылған ҡануниәтте ғәмәлгә ашырыу хәүефтәре", тип аталған темалар тәҡдим ителде.
Шундай һорау тыуа: түңәрәк ҡорға сығарылған етди һәм үтә ҡатмарлы педагогик мәсьәләне - туған телдәрҙе уҡытыуҙы ҡануниәткә ярашлы башҡарыу проблемаһын ни өсөн ниндәйҙер сәйәси хәүефтәр менән бәйләү кәрәк булды әле?
Түңәрәк ҡорҙоң төп ҡатнашыусылары - Рәсәй халыҡтарының туған телдәрен уҡытыусы педагогтар ине. Ябай, ҡәҙимге уҡытыусылар ғына түгел ине улар - үҙ төбәктәренең, туған халыҡтарының илселәре булып, ошо өлкәлә тупланған эш тәжрибәләрен, педагогик һәм методик маһирлыҡтарын башҡалар менән уртаҡлашыр өсөн йыйылғайнылар. Ярыштар, конкурс талаптары күп төрлө булғандыр, һәр кем бында үҙ эшен, үҙ оҫталығын тейешле кимәлдә күрһәтә лә алғандыр. Әммә тап үрҙә телгә алынған түңәрәк ҡор ошо телһөйәр уҡытыусыларҙың һушын алғандыр ҙа, йөрәктәрен әрнетеп, күңелдәрен шик-шөбһәләр менән тултырып ҡайтарғандыр, тим. Рус әйтеме бындай хәлде мискәләге балға бер ҡалаҡ дегет һалыуға тиңләй. Шулай тип һығымта яһар өсөн дәлилдәр етерлек: интернет селтәрҙәрендә шау-шыу тыуҙы, ә Мәскәүгә махсус рәүештә барып, дегеттәй ҡара уйҙары менән ошо түңәрәк ҡорҙоң йәмен-ҡотон осорған ике ҡатындың ниҙәр һөйләгәнен тыңлаһаң, биллаһи, телһеҙ ҡалырһың.
Етди фекер алышыуға үҙ халыҡтарының милли кейемдәрендә килгән уҡытыусылар алдында тәүҙә Белем биреүҙең милли проблемалары ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры, туған тел уҡытыусылары ассоциацияһы рәйесе Ольга Артеменко сығыш яһаны. Тап уның сығышы туған телдәрҙе уҡытыу проблемаһын тик сәйәсәт призмаһы аша баһалауға арналды ла инде. Башта Артеменко Сталин замандарындағы тел сәйәсәтен күпертеп маҡтаны: йәнәһе, артта ҡалған, үҙ яҙма телдәре булмаған Рәсәй халыҡтары өсөн Иосиф Сталин тырышлығы менән сифатлы әҙәби телдәр булдырылды. Әлеге лә баяғы, кәкере шайтан таяғы, тигәндәй, Рәсәй этностарының советтарға тиклем яҙмаһы ла, әҙәби теле лә булмаған, тип, уларҙы ярым ҡырағай халыҡтар рәтенә төшөрөүсе элекке идеологик уйҙырма яңынан тергеҙелде. Хәйер, биология фәндәре кандидаты, психофизиолог Ольга Артеменко Рәсәй халыҡтарының телдәре һәм яҙма әҙәбиәте тарихын ҡайҙан белһен инде! Әммә ул туған тел уҡытыусылары алдында тел сәйәсәтенә бәйле фекерҙәрен барыбер асыҡтан-асыҡ белдерҙе. Йәнәһе, 1992 - 2007 йылдарҙа Рәсәй халыҡтары телдәренең йәмғиәттәге функцияларын киңәйтергә тырышыу уңышһыҙ, сәйәси яҡтан үтә зарарлы (!) күренеш булған.
Артеменко фекеренсә, йәнәһе, белем биреүҙең милли-төбәк компоненты республикалар власы тарафынан сәйәси маҡсаттарҙа ҡулланылған. Ул туған телдәрҙе уҡытыуҙы сикләүсе ҡануниәтте яҡлап, ошо закондарҙы дөрөҫ үтәмәү арҡаһында төрлө конфликтлы ситуациялар барлыҡҡа килә, тип, үҙ фекерен башҡаларға тағырға тырышты. Башҡортостан, Татарстан властарын күҙ уңында тотто инде ул, һәм асыҡтан-асыҡ, дәлил килтермәй генә ғәйеп тағып маташты...
Артеменко үҙ сығышын тамамлау менән һүҙҙе Өфө ҡалаһының 69-сы мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Лариса Удинцеваға бирҙе. Шуныһы ғәжәп: тарих уҡытыусыһының Бөтөн Рәсәй туған тел уҡытыусылары мастер-класына ниндәй мөнәсәбәте бар һуң? Әлбиттә, бер ниндәй ҙә. Әммә ул үҙен бында Башҡортостан уҡытыусылары вәкиле булараҡ килеүен белдерҙе. Кем уға ошондай вәкәләтлекте тапшырған - билдәһеҙ. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ошо ҡатын Башҡортостанда "законһыҙлыҡҡа" ҡаршы 19 йыл буйына "титаник көрәш" алып барған, ә уға ҡаршы тоталитар режим туҡтауһыҙ баҫым яһап торған икән. Уныңса, Башҡортостанда әлегә тиклем граждандарҙың туған телдәрҙе уҡытыуҙа ихтыяри һайлап алыу хоҡуғы тыйылған. Республиканың башҡарма властары, мәғариф министрлығы, мәктәп директорҙары - улар барыһы ла закондарҙы боҙоусылар. Ә дәлилдәр ҡайҙа?..
Ә Татарстан "ҡунағы" (ул хатта уҡытыусы ла түгел) Татьяна Череватая Удинцева тоҡандырған утҡа кәрәсин һибергә теләгәндәй, ҙур тырышлыҡ менән яҙып бирелгән телмәрен шып-шыма итеп уҡып бирҙе. Был ҡатын закон положениелары, норматив акттар, юридик терминдар менән юристарҙан оҫтараҡ манипуляциялар ҡыла - ул да Татарстандағы "законһыҙлыҡты" фаш итә бит! Уныңса, хатта русса акцент менән һөйләшкән уҡытыусылар рус телле балаларҙың хоҡуғын боҙа икән! Һәм ул ҙур ҡәнәғәтләнеү менән үҙ тәҡдимдәрен индерә - уҡыу пландарының мотлаҡ уҡытыла торған предметтары араһында туған телдәр булмаҫҡа тейеш! Республикаларҙың үҙаллы мәғариф министрлыҡтарын бөтөрөп, улар урынына Федераль министрлыҡ филиалдарын ғына ҡалдырырға! Ата-әсәләр араһында теге йәки был туған телде уҡытыуҙы пропагандалаған, өгөт-нәсихәт алып барған өсөн, йәғни шул юл менән федераль закондарҙы боҙған өсөн мәктәп етәкселәрен енәйәт яуаплылығына тарттырырға!
Йә, туғандар, һеҙ шәхсән ошо залда ултырған булһағыҙ, ни ҡылыр инегеҙ, ә? Зал тынып ҡалды. Минеңсә, улар психологик шок хәленә төшкәндер. Ә модератор Ольга Артеменконың йөҙө айҙай балҡымаһа ла, ул оло ҡәнәғәтләнеү кисергәндер. Юғиһә, ул Коми Республикаһынан килгән педагогия фәндәре кандидаты, мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреү буйынса белгес Зоя Остапованың ике теллелектең шәхес үҫешенә ыңғай йоғонто яһауы хаҡында һәйләгәндәренә реплика ташлап, былай тип әйтмәҫ ине: "Ғәфү итегеҙ, мине ике теллелек бер нисек тә байытманы. Мин украин телендә уҡыным. Миндә украин теленең рус теленә интерференцияһы (ҡамасаулауы - Авт.) әлегә тиклем бар..." Бына һеҙгә, туған тел уҡытыусылары, майланмаған бер ҡоймаҡ! Был хәлде психологтар туған теленән оялыу нигеҙендә хасил булған шәхси кәмһенеү тойғоһо, тип нарыҡлай. Әммә, һис бер икеләнеүһеҙ, бар ғаләм алдында үҙеңдең кәмселегеңде башҡалар өсөн өлгө итеп ҡуй әле!
Әлбиттә, Рәсәй төбәктәренән килгән туған тел уҡытыусылары ошо провокацион сығыштарҙы ыңғай ҡабул итмәне. Үҙ фекерҙәрен педагог ҡатын-ҡыҙҙарға хас булған тыйнаҡлыҡ һәм эске инанғанлыҡ менән белдерҙе улар.
Дағстандан килгән Хадижат Бечедованың әйткәндәре уларҙың уртаҡ яуап һүҙе булып яңғыраны: "Әле һөйләнгән нәмәләр конкурс сиктәренә тап килмәй. Беҙ бында туған тел уҡытыусылары булараҡ килдек. Беҙ барыбыҙ ҙа үҙебеҙҙең телдәребеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе ныҡ яратабыҙ. Һәм үҙебеҙҙең мәҙәниәтебеҙҙе, телебеҙҙе һәм халҡыбыҙ тарихын өйрәнәбеҙ. Беҙҙең түңәрәк ҡор һәм конкурс сиктәрендә ошо теманы сығарыу кәрәкмәҫ ине. Ошо проблема буйынса бында бар негативты сығарыу урынһыҙ. Тел проблемалары арҡаһында сәйәси проблемалар хасил була, тип әйтеүегеҙ менән һис тә килешмәйбеҙ. Минең коллегаларым да ошо фекер менән килешмәйәсәк".
Ни әйтәһең - хаҡ һүҙҙәр. Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы, мәктәп эшмәкәрлеге, мәғариф сәйәсәттән ситтә торорға тейеш. Әммә Рәсәй кимәлендәге ҡайһы бер чиновниктар ғына түгел, хатта ғалим исемен йөрөтөүсе вазифалы шәхестәр ҙә туған тел уҡытыу проблемаларына маҡсатлы рәүештә сәйәси төҫ биреп, үҙ мәртәбәләрен күтәрергә тырыша. Тик улар ошондай аҫтыртын ғәмәлдәренең ил киләсәге өсөн үтә хәүефле булып, үҙҙәренең Рәсәй халыҡтары берҙәмлеген ҡаҡшатыусы көскә әүерелеүен аңлайҙармы икән?
Бәҙри ӘХМӘТОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА