«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕР УБЫЛҒАНЫН КҮК КҮКРӘГӘНЕН КӨТМӘЙЕК!
+  - 


Башҡорт дәүләт университетында белем алған йылдарҙа йәйге каникул мәлендә атайымдың хәрби дуҫы килһә, төрлө һорауҙар биреп, белемемде тикшереп ҡарай ҙа: "Баш ҡалала уҡып йөрөгән булаһың, ә бына Өфөнөң ниндәй урындарында бушлыҡ барлыҡҡа килеү ихтималы барлығын беләһеңме?" - тип һорап ҡуя торғайны. "Ишеткәнем бар, тик аныҡ ҡына белмәйем" - дөрөҫөн әйтәм. Шунан ул миңә геология буйынса һабаҡ бирә башлай...

Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө Баш идаралығында Өфөнөң геологик хәл-торошо буйынса фекер алышыуға һәм "Опасные геологические процессы на территории Уфимского "полуострова" китабының исем туйына арналған сарала ла һүҙ шул хаҡта барҙы. Республикала аналогы булмаған баҫманың авторҙары - ер аҫты разведкаһы отличнигы, республиканың атҡаҙанған төҙөүсеһе, "Архстаройизыскания" ойошмаһының генераль директоры Владимир Камалов менән геология-минералогия фәндәре кандидаты Владимир Барышников йыйылыусыларҙы аныҡ факттар менән таныштырҙы.
Хәүефле геологик процестар араһында карст процестары, халыҡ телендә быны ябай ғына итеп, "ер убылыу" тибеҙ, һәр ваҡыт йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итә, сөнки баш ҡала ғына түгел, республиканың 400-ҙән ашыу биләмәһе ошондай ҡатлам өҫтөндә ултыра. Был бигерәк тә Өфө, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Асҡын, Мишкә, Нуриман, Благовещен һәм башҡа райондарға хас күренеш. Хатта 17-се быуатта уҡ немец ғалим-энциклопедисы, сәйәхәтсе, этнограф Петр Симон Паллас: "Уфа есть место худо выстроенное и немало уже в упалость пришедшее, коего положения дурнее избрано быть не могло", - тип яҙа. Нисек кенә булмаһын, атай-олатайҙар ошонда ҡәлғә төҙөгән һәм бөгөн ул республиканың баш ҡалаһы территорияһы булып тора. Ә бына унда нисек ғәҙәттән тыш геологик хәлдәрҙе булдырмаҫҡа - быныһы инде икенсе, шул уҡ ваҡытта етди мәсьәлә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы 30 йылда Өфөлә ер убылыуҙың 150 осрағы теркәлгән, шуларҙың 13-ө - һуңғы биш йылда. Владимир Владимирович белдереүенсә, баш ҡала ете уба өҫтөндә ултыра. Һыу сығанаҡтарының түбәндә урынлашыуы карст барлыҡҡа килеүгә сәбәп була, йәғни тау тоҡомдарының ҡасандыр тотош булған ҡатламдары йыуыла, ашала йәки ярыла һәм бушлыҡ барлыҡҡа килтерә. Уларҙың ниндәйҙер өлөшөн тергеҙергә мөмкин, әммә бының өсөн маҡсатлы эш алып барылырға тейеш.
Күҙәтеүҙәр буйынса, карст соҡорҙарының 80 процентының диаметры 5 метрға етә, 9 процентыныҡы - 5-10 метр, 7 процентыныҡы - 10-20 метр. Уларҙың дәүмәлен өфөлөләр үҙ күҙҙәре менән дә күргәне булды инде. Миҫалдарҙы интернет селтәрендә лә табырға мөмкин. Шулай ҙа бер генә участканы: Интернационал урамындағы 193-сө (193/1, 193/2) йорт комплексын атап китмәй булмай. Унда күп ҡатлы йорттар ҙа, мәктәп тә, башҡа объекттар ҙа бар, ә геология белгестәре һығымтаһы буйынса ул 2-се хәүеф категорияһына инә. Был категорияға ярашлы, унда бер ниндәй төҙөлөш тә булмаҫҡа тейеш. Был йәһәттән ҡаланың баш архитекторы Олег Байдин асыҡлыҡ индереүенсә, бөгөн элек төҙөлөш эштәре алып барырға ярамай тигән һығымта эшләнгән участкаларҙа төҙөлөштәр бара. "Беҙ төҙөлөш компанияларының намыҫы "аманатлығында", тине Олег Анатольевич. Ә ни өсөн ундай участкаларҙа эшмәкәрлек алып барыуға рөхсәт бирелә һуң? Сөнки ентекле тикшеренеү эшләнмәй, бөгөн миллиондарҙы экономиялап, киләсәктә миллиардлыҡ сығымдар тотоноласағын күҙаллау юҡ. Был етешһеҙлекте бөтөрөп үк булмаһа ла, нисек кәметергә?
- Китап 3 йыл дауамында тупланһа ла, уға тотош ғүмер арналған, - ти студент йылдарынан уҡ ошо эш менән шөғөлләнә башлаған авторҙарҙың береһе Владимир Камалов. - Унда геологик, тектоник, гидрогеологик, гидрологик материалдар тупланған. Ҡалала белгестәргә, төҙөүселәргә күрһәтә торған ентекле өйрәнелгән урындар бар.
Бынан тыш, барлыҡ мәғлүмәтте цифрлаштырыу кәрәклегенә лә баҫым яһалды. Ул ваҡытта бөтөн мәғлүмәт һәм үҙгәрештәр шунда уҡ электрон базаға индерелеп барасаҡ, мониторинг эшләүе лә еңелләшәсәк. Шуға күрә сара барышында Башҡортостанда хәүефле геологик процестарҙы мониторинглау үҙәге төҙөү кәрәклеге лә билдәләнде. Уның бурысы булып фәнни нигеҙләнгән карст мониторингы программаһын төҙөү; тикшерелгән территория өсөн махсус картографик нигеҙ булдырыу; инженер-геологик мәғлүмәтте цифрлы базала йыйыу һәм системалаштырыу; геологик мөхит үҙгәрештәрен даими анализлау; карстлы территорияларҙа төҙөлгән объекттарҙың исемлеген төҙөү һәм уларҙы ҡулланыу тотороҡлолоғо буйынса эксперт баһаһы биреү; карстлы территорияларҙы цифрлы картаға индереү һәм уларҙы тотороҡлолоҡ һәм хәүеф дәрәжәһе буйынса районлаштырыу; карстлы территориялар һәм участкаларҙа инженер тикшеренеүҙәре программаларын өйрәнеү; карстлы территорияларҙа биналарҙы һәм ҡоролмаларҙы инженер тикшереүе, проектлау, ҡулланыу буйынса территориаль норматив база булдырыу; тәбиғи-техноген факторҙарҙың геологик мөхиткә һәм матди ресурстарға тәьҫиренең хәүефһеҙлеге буйынса федераль (МЧС) һәм муниципаль власть органдары менән хеҙмәттәшлек күҙаллана.
Сығыш яһаусылар белдереүенсә, Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә бындай үҙәктәр бар һәм уларҙы тотоу ҡаҙнаға йылына яҡынса 50 миллион һумға барып баҫа. Шул уҡ ваҡытта бындай үҙәктәр карст һөҙөмтәһендә киләсәктә проблема тыуҙырасаҡ объекттарҙы алдан күҙаллап, халыҡтың именлеген тәьмин итеү менән бер рәттән, матди сығымдарҙы экономиялау мөмкинлеген дә бирәсәк. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, ике объектты (Интернационал, Р. Зорге урамдарындағы проблемалы йорттар) ғына ҡарағанда ла был һан йылына 900 миллион һум самаһы тәшкил итә.
Әммә, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Геология институты директоры вазифаһын башҡарыусы, геология-минералогия фәндәре докторы Сергей Ковалев белдереүенсә, китапта яҙылған һәм сарала күтәрелгән мәсьәләләр күптән өлгөрөп еткән, ләкин власть ғалимдарҙың ғына түгел, ә белгестәрҙең һүҙенә лә ҡолаҡ һалмай. Улар һаман да республиканың ҙур өлөшө карстлы булыуын ишетергә лә, күрергә лә теләмәй... "Күк күкрәмәй тороп, крәҫтиән суҡынмай", - ти урыҫтар. Күк күкрәгәнен көтмәҫкә ине...

Шәрифә САЛАУАТОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.01.20 | Ҡаралған: 525

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru