Һуңғы ваҡытта тотош донъя хәүеф солғанышында ҡалды, хатта быға тиклем ҡайҙа һуғыш, атыш, үлтереш, ҡайҙа аслыҡ, яланғаслыҡ, хәйерселек, ҡайҙа, нимә, ҡасан булғанына битараф ҡалмаған халыҡты бөгөн хатта илдәге, дәүләттәге үҙгәрештәр ҙә әллә ни борсомай, сөнки иғтибар үҙәгенә Ҡытай тарафынан янаған коронавирус тип аталған афәт сыҡты. Сығып ҡына ҡалманы, барыһын да аяҡҡа баҫтырҙы. 6 февраль мәғлүмәттәре буйынса, был сирҙән 549 кеше вафат булған (сир сығанағы булған Ухандә - 414 кеше). Сирләүселәрҙең һаны ла көн һайын арта бара. Уларҙың күпселеге Хубэй провинцияһында, шулай уҡ Пекинда, Гуандун, Шанхай провинцияларында, Гонконгта, Тайвандә.
Әлеге ваҡытта республика инфекцион дауаханаһына шикле тойолған сирлеләрҙе килтерәләр, әммә, бәхеткә күрә, анализ тапшырғандан һуң сир раҫланмай. Ләкин был тынысланырға ярай тигәнде аңлатмай, киреһенсә, эпидемия хәҙер Ҡытай сиктәренән сығып, бөтә донъяға тарала башлағанлыҡтан (Таиланд, Япония, Көньяҡ Корея, АҠШ, Сингапур, Вьетнам, Непал, Австралия. Ошо көндәрҙә Филиппинда бер кешенең вафат булыуы теркәлә), уға нисек тә булһа ҡаршы торорға кәрәк, уның таралыуына юл ҡуйырға ярамай. Был йәһәттән Өфө аэропорты хеҙмәткәрҙәре имен булмаған сит илдән килеүсе пассажирҙарҙы күсмә тепловизион ҡорамал ярҙамында тикшерә. Быға тиклем Ҡытай медиктары сирҙең кешенән-кешегә йоҡмауына инандырырға тырышһа ла, ул һауа-тамсы юлы менән тапшырылыусы вирус инфекцияһы иҫәпләнә.
Сир тәү ҡарашҡа ябай киҫкен респиратор вирус инфекцияһы (ОРВИ) кеүек билдәләргә эйә: юғары температура, тамаҡ ауырта, танау тона, тән һыҙлай, йүтәл барлыҡҡа килә, конъюнктивит күҙәтелә, ҡайһы бер осраҡтарҙа ҡоҫторорға, эс китергә мөмкин. Шуға күрә белгестәр температура күтәрелгәндә, Ҡытайҙа булып ҡайтҡан кешеләр менән аралашҡанда һаҡ булырға кәңәш итә. Әлегә вирустың инкубацион осоро күпмегә һуҙылғаны асыҡ ҡына билдәле булмаһа ла, уны ОРВИ кеүек ике аҙна тип ҡарайҙар. Шуға ла Ҡытайҙан ҡайтыусыларға ла тынысланырға ярамай, бәлки, улар тикшереү үткәндә тап инкубация осоро барған булыуы һәм сир һуңынан көсәйеүе ихтимал. Һәр хәлдә, ниндәйҙер шик тыуһа, табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк, сөнки сирҙе бары тик лаборатор тикшереүҙәр генә асыҡлай.
Сирҙең киҫкенләшеүе вируслы үпкә шешенә килтереүе ихтимал. Сирленең бер тәүлек эсендә тын алыуы ауырлашыуы мөмкин һәм уға үпкәләрҙе механик елләтеү талап ителә. Ауырыуға ни тиклем тиҙерәк ярҙам күрһәтелә - шул тиклем яҡшы.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Роспотребнадзор етди инфекцияны асыҡлау диагностикаһын эшләгән, ярты йыл эсендә вакцина ла эшләү күҙаллана. Ә уға тиклем вирустан нисек һаҡланырға? Иң мөһиме - ҡулдарҙы һәм өҫтөңдө таҙа тоторға кәрәк, тип кәңәш итә белгестәр. Ҡулдарҙы йыуғандан һуң уны дезифекциялау саралары менән эшкәртегеҙ. Бысраҡ ҡулдарығыҙ менән ауыҙ, танау йәки күҙегеҙгә теймәгеҙ (ғәҙәттә, беҙ был ағзаларға сәғәтенә 15 тапҡыр ҡағылып алабыҙ). Үҙегеҙ менән һәр саҡ дезинфекциялау сараһы йөрөтөгөҙ һәм теләһә ниндәй шарттарҙа ла ҡулығыҙҙы таҙартып алығыҙ. Күптәр вирус эпидемияһынан медицина битлеге кейеп ҡотолоп ҡалырға тырыша. Әммә уларҙы ҡулланғанда ла мөһим ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк. Битлек менән бит араһында бушлыҡ булмаһын. Уны кейгәс, ҡулығыҙ менән ҡағылмағыҙ, ә инде сисер алдынан ҡулығыҙҙы йыуығыҙ. Бер битлекте ҡабат-ҡабат ҡулланмағыҙ.
Дауа һөҙөмтә бирәме? Быға тиклем Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусты рибавирин препараты менән дауаларға тәҡдим иткәйне. Әммә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы быны инҡар итә. Был хаҡта Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Александр Чучалин белдерә. Коронавирус тәү тапҡыр 2002 йылда барлыҡҡа килә. Рәсәйҙең медицина әҙәбиәтенә - "ғәҙәти булмаған пневмония (атипичная пневмония)" булараҡ инә, ә уның халыҡ-ара дөрөҫ аталышы - "ауыр киҫкен респиратор синдромы". Тап шул саҡта рибавиринға тест үткәрелә лә инде. 2012 йылда коронавирус менән бәйле икенсе синдром барлыҡҡа килә. Уның биологик сығанағы булып дөйә тора. Ул ваҡытта ла рибавирин менән дауалау һөҙөмтә бирмәй. Чучалин әйтеүенсә, бөгөн коронавирусты һөҙөмтәле дауалаусы препарат юҡ.
Эпидемиологтар фекеренсә, эпидемиологияла инфекцион сирҙең халыҡ араһында тараласаҡмы һәм ул ни тиклем йоғошло булыуын билдәләргә ярҙам иткән репродуктив һан - Ro бар. Киҙеүҙә был күрһәткес 1,2 самаһы, испан киҙеүендә - 2,8, ҡыҙылсала - 12-18. Ухань вирусы, йәғни коронавируста был күрһәткес - 1,4, йәғни ҡыҙылсанан 9 тапҡырға кәмерәк.
Әйткәндәй...
Күпселеккә барлыҡ тереклектең энергиянан - билдәле йышлыҡта тирбәлгән өлөшсәләрҙән тороуы ла мәғлүм түгел. Махсус ҡеүәтле микроскопта тикшергәндә, вирустарҙың репродуктив һанын билдәләгән кеүек, уларҙың тирбәлешен дә асыҡларға мөмкин. Йәғни, әгәр кешенең тирбәлеше вирустың тирбәлешенән түбәнерәк икән, уға сир йоға, киреһенсә булғанда, сир яҡын да килмәй, сөнки был мөхиттә уға йәшәү мөмкинлеге юҡ, ул үлә. Тимәк, организмдың тирбәлешен күтәреп, һау-сәләмәт ҡалырға була. Бының өсөн бары тик изге уйҙа булырға, ҡыуанырға, ыңғай көйләнештә йәшәргә, бөтөн нәмәне ниндәйҙер шарт буйынса түгел, ә бер талапһыҙ яратырға, уңышҡа көйләнергә кәрәк. Ә инде кире хис-тойғолар, асыу, ярһыу, үкенеү, күңел төшөнкөлөгө, бер нәмәгә риза булмау, һәр саҡ кире һөҙөмтә көтөү һ.б. организмдың тирбәлешен кәметә. Аллаһы Тәғәлә Кешелеккә һынау итеп сир бирә икән, уның дауаһын да бирә икәне һәр кемгә мәғлүм: һәр сирҙең дауаһы үҙебеҙҙә.
Земфира ЙӘНТҮРИНА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА