«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИБАЙ АРТИСТАРЫ ТАМАШАҺЫ ҺӘР КЕМДӘ БУЛҒАН РУХТЫ УЯТА БЕЛӘ
+  - 

Сибайҙарҙан беҙ һәр ваҡыт ниндәйҙер яңылыҡ, әһәмиәт һәм танһыҡлаған рух һулышын көтөп өйрәнгәнбеҙ. Һәм улар беҙҙе шул рух менән тәьмин итә лә. Был юлы ла шулай булды: көтөлгән, теләгән, күңел талап иткән барлыҡ хис-тойғолар ҙа урын тапты сәхнәлә. Һүҙебеҙ Сибай концерт-театр берекмәһенең Өфө сәхнәһендәге яңы программаһы хаҡында.

Сираттағы гастролдәрендә Сибай артистары баш ҡала тамашасыһын "Батырҙарын данлар илем бар" тип аталған музыкаль тамаша менән ҡыуандырҙы. Тамашаның сценарий авторы - яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбаев, музыка яғынан биҙәүсеһе - композитор Нур Дауытов, әҫәрҙе сәхнәгә ҡуйыусыһы - режиссер Рөстәм Хәкимов. Бындай етди исемдәр үҙҙәре үк концерттың еңел-елпе генә булмаҫын да, ниндәйҙер бер тетрәнешкә, тәрән кисерештәргә әҙерләнеп барырға икәнде лә иҫкәртеп торғандай ине.
Ошо тәңгәлдә Сибай концерт-театр берекмәһенең визит карточкаһына әйләнгән рух төшөнсәһе тураһында фекерләшеп китәйек әле. Бөгөн тамашасыны ауыр программалар, уйларға, ғазапланырға мәжбүр иткән тамашалар менән борсомаҫҡа тырыша мәҙәниәт коллективтары. Уларса, халыҡ тамаша залдарынан күңел асып, дәртләнеп, көлөп-йылмайып сыҡһын. Был беҙҙең тышҡы шатлыҡ, тышҡы тойғолар. Тамашаны ҡарағанда көлдөк-сәпәкәйләнек тә, сыҡтыҡ та оноттоҡ. Ә эске кисерештәр биргәнде улай тиҙ генә онотоп булмай. Тамаша һәр беребеҙҙең йөрәгендә булғанды айҡап-ҡутарып сығарған икән, тимәк, уның геройҙары ла, көйҙәре лә, йөҙҙәре лә күҙ алдында, күңелдә оҙаҡҡа һаҡлана. Тап шундай йөрәккә үтеп инерлек һәм аңға һеңерлек концерттар менән килә лә инде беҙгә сибайҙар. Сөнки уларҙа тап беҙгә кәрәк булған халыҡсанлыҡ бар. Һәм был үҙенсәлек беҙҙең эске рух менән тап килә. Асылда, рух ул беҙҙең барыбыҙҙа ла бар. Барыбыҙҙа ла. Ҡайһы берәүҙәр уны белеп, аңлап ҡына етмәй. Һәм ошондай тамашалар ҡарағанда ул рух уяна, ҡанат кирә лә инде. Берәүҙәр "рух сәхнәлә генә" тип тә ҡаршы сығыр. Яңылышаһығыҙ! Йөрәктә ул. Тап ана шул рух артистарҙы сәхнәгә алып менә, шундай тамашалар халыҡты залдар тултырып йыя һәм уята, уйландыра, күңеленә ғәм һала...
Ә инде сибайҙарҙың әлеге программаһының эстәлегенә килгәндә, ул милләтебеҙҙең данлы шәхестәренең береһе Шәйехзада Бибичҡа арналғайны. Бабичтың Көньяҡ Урал райондары халҡы араһында йәшәгән иҫтәлекле көндәрен сағылдырҙы ул. Тарих фольклор, ерле йолалар, замана үҙгәрештәре менән бергә үрелеп, ябай һәм аңлайышлы мөхиттә бирелде.
Был төбәктең урман-һыуҙары, ҡаҙылма байлыҡтары һәм иркенлеге урыҫ помещиктарын ҡыҙыҡтыра. Улар был төпкөл яҡтарға килеп урынлашып, нимә ҡылһалар ҙа закондары үҙ ҡулдарында булып, башҡорт халҡын иҙеп йәшәй. Шундайҙарҙың береһе буған Брагин, ҡомһоҙ талаусы булыуынан тыш, әхлаҡһыҙ тәртиптәр индереүе менән дә дан ала. Ул кейәүгә бирелә торған ҡыҙҙарға... беренсе төн хоҡуғын ала. Был ҡырағай ғәҙәткә күнергә теләмәгән халыҡ помещикты Талҡаҫ күле янында ҡарауыллап тороп, уҡтан атып үлтерә. Иҫ киткес бай һәм матур йолалар менән барған ҡыҙ йәрәшеү байрамы бына ошондай үс алыу сәхнәһенә әйләнеп китә. Әллә күпме мәсхәрәләнгән башҡорт ҡыҙҙары, тапалған намыҫ, өҙөлгән ғүмерҙәр өсөн язаһын ала Брагин...
Артабан йәш Шәйехзада Темәс һылыуҙары араһында. Беҙ уны бөйөк шағир итеп түгел, ә ҡыҙ-ҡырҡын менән шаярып күңел асыусы йәш кеше, тапҡыр, осҡор, сәсән егет итеп кенә күрәбеҙ. Сәхнәләге еңеллек, йәшлек, бер ҡатлылыҡ, еңелсә юмор иң нескә ҡылдарҙы сирткәндәй. Артистарҙың шул ҡәҙәр халыҡсанлығы, бер ниндәй драматизмһыҙ, ялғанһыҙ, пафосһыҙ уйнауы ысынлап әсир итә, арбай. Был тәңгәлдә, моғайын, сибайҙарға етеүсе юҡтыр. Арттырыу булмаҫ. Темәс тирәһендәге ҡатмарлы ваҡиғалар, ауылдың ваҡытлыса Башҡортостандың баш ҡалаһы итеп билдәләнеүе, властың берсә аҡтарға, берсә ҡыҙылдарға күсеүе, Башҡорт ғәскәренең дә дөрөҫ юлды эҙләп аҙапланыуы һәм бөтөн ошо ваҡиғалар эсендә ябай халыҡтың ҡайнашыуы ла ысынбарлыҡ итеп күҙ алдына баҫтырылды. Режиссер Рөстәм Хәкимов ҡатмарлаштырмай, тарихи ауырлыҡ менән баҫмай, нисектер етеҙ һәм бөтөн итеп кенә килтереп сығарған был заман күренешен. Афариндан башҡа һүҙ юҡ уға.
Эйе, бөгөн башҡорт тарихы, уның билдәле шәхестәре хаҡында сығыштар ҙа, тамашалар ҙа күп. Әммә уларҙың барыһы ла бер кимәлдә түгел һәм барыһы ла бер үк хистәрҙе уята алмай. Үкенескә ҡаршы, күптәре тарихи ялтырауыҡ ҡына булып сыға. Ә бына ошондай, сибайҙарҙыҡы кеүектәре, рух менән һуғарылғандары, күңелде үҫтерә лә, илата ла, һыҡрата ла, тетрәндерә лә. Бындай әҫәрҙәр тәрбиәләй. Бындай тамашалар төптә быҫҡып ятҡан патриотик тойғоларҙы терелтә. Бындай концерттар үҙ-үҙеңә, халҡыңа, милләтеңә хөрмәт уята. Һәм бөгөнгә сәнғәт донъяһында ошондай ҡиммәттәргә хеҙмәт итеүсе, милли традицияларға тоғро ҡалыусы мәҙәниәт усаҡтары, коллективтар булыуы тамашасы өсөн үҙе бер бүләк, мәртәбә. Сибай концерт-театр берекмәһенә ижади үрҙәр һәм ошо юлдан тайпылмай атлау теләген еткереп, рәхмәт белдерәбеҙ.

Әлиә СӘЙҒӘФӘРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.02.20 | Ҡаралған: 632

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru