Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры тәҡдим иткән яңы спектакль күп уй-тәьҫораттар һәм асыштар вәғәҙә итте. Исеме генә ниндәй бит - "Гөлбостан"! Был сихри һүҙ башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич оранынан уҡ беҙҙең ғәзиз тыуған ерҙе һәм уны өҙөлөп һөйөү тойғоһон сағылдыра. Яңы сәхнә әҫәре лә тамашасыны тап ошо юҫыҡҡа әйҙәй: күр һәм уйлан, хислән һәм таны - һүҙ Гөлбостан хаҡында бара. Был турала уйларға һәм хыялланырға, ниндәйҙер фекер йөрөтөргә форсатың һәм дәртең бармы әле?
Күренекле шағир һәм драматург Ҡадир Даян башҡорт мәҙәниәте һәм шиғриәте өсөн ифрат тос, фәһемле образдар ҡалдырған. Уның һүҙҙәренә яҙылған "Шайморатов генерал" йыры ғына ла тотош бер эпик ҡобайыр һымаҡ булып беҙҙең аңға һәм йөрәккә уйылған. Әҙиптең "Таңсулпан" драмаһы башҡорт театры сәхнәһендә оҙаҡ йылдар уйнала. Пьеса 1941 йылда яҙыла һәм ул, совет илендәге синфи көрәш ҡырҡыулығын бөтә фажиғәһе менән күрһәтергә тейешле әҫәр булараҡ, социалистик реализм талаптарына ҡаршы килмәй. Шулай ҙа "Таңсулпан"дың төбөндә бөтөнләй икенсе бер әрнеүле һорау ята: тыуған ер көсө кешегә күпме бирелә һуң, нисек ул тойғо кешене йәшәтә?
Башҡорт театрының художество етәксеһе Айрат Абушахманов классик пьесаны - башҡорт драматургияһы үрнәген эш өҫтәленә һалған саҡта иң мөҡәддәс уй менән яна: бөгөнгө милли сәхнәне рухи тергеҙеүсе һәм уға алға этәргес ҡеүәт бирерҙәй аҡтамырҙы табырға кәрәк! "Был спектакль минең өсөн милли булмышыңды үҙ итеү, милләтеңде яҡын күреү, яратыу, аңлау һәм үҙ-үҙеңдә милли тоғролоҡ тойғоһон барлау, таныу, милләттәшеңә табып биреү, ярҙам итеү..." Спектакль авторы өсөн төп һорауҙарға яуап табыу бик мөһим. "Бөгөнгө донъяла башҡорт кешеһе үҙен нисек тоя: халҡының боронғо теле үҙгәргән, тарихи яралары һыҙлай, милли үҙаңы томаланған... Бөгөн миллилектең тышҡы билдәләренә, ялтырауыҡ үҙенсәлектәренә иғтибар өҫтөнлөк ала: милли кейем, биҙәктәр, кәсептәр... Ә етди милли проблемалар тәрәндә ҡала һәм улар тәү сиратта хәл итеүҙе көтә: туған тел, тыуған ер, тәбиғи байлыҡтар, рухи азатлыҡ. Ҡасандыр ил һәм халыҡ исеменә яҙылған тарихи яҙмалар, өндәмәләр, шәжәрәләр ҙә телгә килергә тейеш, ләкин уларҙы бөгөн кем дөрөҫ аңлай һәм аңлата ала? Милли театр саф һәм сағыу башҡорт әҙәби телендә һөйләшә, ул милләт тауышын ишеттерергә бурыслы, ләкин тыңлаусыға сәхнә теле барып етәме?"
Башҡорт театрының тыуған көнөнән башлап, бер быуат элек үк ҡуйылған бурыстары бөгөнгө тарих таблоһында тағы ла нығыраҡ янып китә: театр - мәғрифәтсе, театр - сәнғәт уҡытыусыһы, театр - тел һаҡсыһы, моң асҡысы, рух бишеге. Театрҙың баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов туплаған ижади төркөм йәнә бер мәртәбә талапсан һәм ажарлы һынау тота кеүек. "Таңсулпан" пьесаһы буйынса "Гөлбостан" спектакле өсөн яңы сәхнә версияһын драматург Дамир Йосопов яҙа. Әҫәрҙең башҡортсаға тәржемәһен сәхнә теле белгесе Динара Ҡәйүмова атҡара, башҡорт фольклоры үҙенсәлектәрен хәҙерге заман күҙлегенән ҡулланыу яғынан республика Халыҡ ижады үҙәгенең бүлек мөдире Гөлгөнә Баймырҙинаның ғәмәли кәңәштәре ярҙам итә. Башҡорт театры спектаклдәренең егерме беренсе быуат сәхнәһендәге биҙәлешен үҙенсәлекле ҡороусы ғына түгел, ә милли сәнғәттең яңылыҡтарын Рәсәй кимәленә уңышлы тәҡдим итеүсе рәссам Альберт Нестеров ҡуйған образдар аныҡ һәм оригиналь сиселешле. Спектаклдә бер мәлгә лә тамашасының хис даръяһын ысҡындырмай торған музыкаль ағым бик көслө булды - композитор Марат Фәйзуллин был йәһәттән ярайһы уҡ ҡыйыу һәм тетрәндергес көйҙәр тапҡайны. Әлбиттә, һәр персонаждың сәхнәүи траекторияһын билдәләү - уның ролен асыуҙа бик мөһим, был тарафтан хореограф Алина Мостаеваның эшмәкәрлеге актерҙарҙың шәхси һәләтен тағы ла арттыра төҫлө. "Гөлбостан" спектакленең сағыу ылыҡтырғыс төҫтәрен рәссам-яҡтыртыусы Илшат Саяхов оҫталығы ла бик ныҡ асты, тиергә мөмкин, сөнки сәхнә киңлеген айҡаған берсә йыһан, берсә мәмерйә, берсә тау-дала нурҙары Башҡортостан тигән ил өсөн янған йөрәктәрҙең дөйөм бер ҡояшын барлыҡҡа килтергәйне...
Гөлбостан... Фәнтәзи ил. Халыҡ бер комбинатта йәшәй. Бойһонған ҡанундары - йолалар, йәнәһе. Боронғо йола бөгөн дә йәшәй. Уларҙы заманға ярашлы үҙгәртеү ҙә мөмкин эш. Ләкин шуныһы бар: йолалар һаман да халыҡты бойһондороп тотоу өсөн файҙаланыла. Кәләш алырға теләгән егет ҡыҙҙың ата-әсәһенә мәһәр, йәғни ҡалым бирергә тейеш. Ҡалым түләргә көсө етмәгән йәш егетте хәлле кеше - комбинат хужаһы ҡыҫырыҡлай ала, һәм был законлы!.. Йәш ҡыҙҙы мәһәр түләп кенә һатып алмаҡсы бай өсөн донъяның йәме аҡсаға һәм дәрәжәгә ҡарап үлсәнә. Тимәк, йолалар - халыҡты ҡотҡарыусы ла, батырыусы ла, ти әҫәр. Ҡатын-ҡыҙ бәхете, кеше яҙмышы ҡәҙерһеҙләнгән ил - Гөлбостан бәхетле була аламы? Бөгөнгө Гөлбостандың аһ-зарҙары етерлек, ҡурҡыныс төштәрен һөйләгәндәй, ауаз һалып, оран һалып, геройҙар ил ҡайғыһын сисә - улар бәхетле була алмай, сөнки тыуған ер яралы, туған хистәр-моңдар тапалған, тел кәмһетелгән... "Аҡтамыр ҡайҙа, Гөлбостан? Аҡтамырға тотон!" - тиеп ҡысҡырғы килә... Ләкин күңел төбөндә боронғо йыр яңынан ярала: "Башҡортостан - Гөлбостан!..." Был йыр әкиәт түгел. Был йыр - ил йыры. Шуға күрә спектакль тамашасыла һүнмәҫ өмөт һәм илһөйәрлек осҡонон дөрләтә - "Башҡортостан - Гөлбостан" тип тағы мең-мең мәртәбә йырларбыҙ әле беҙ!
Спектаклдең премьераһы Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сәхнәһендә уйналды. Төп ролдәрҙә Гөлназ Хайсарова (Гөлбостан), Азат Вәлитов (Айсыуаҡ), Олег Ханов (Күсәрбай), Алһыу Бәхтиева (Медэксперт), Ирек Булатов (Сурағол), Илдар Сәйетов (Көҫәпҡол), Илдар Ғүмәров (Сағанбай), Зиләрә Юлтаева (Гөлбаныу), Илсур Байымов (Юламан), Урал Әминов (Ишмай), Әхәт Хөсәйенов (Мортаза), Сара Буранбаева (Йәнбикә), Айҙар Шәмсетдинов (Бикмырҙа) яңы фиҙакәр табыштары һәм талантлы образдары менән ҡыуандырҙы.
Күмәк сәхнәләрҙәге таныш артистар ҙа залда көтөп алынған сәхнә оҫталары булып тора, улар араһында Илгизә Ғилманова, Морат Рафиҡов, Артур Кәбиров, Алмаз Йосопов, Руслан Ғәлимов, Гөлмирә Исмәғилева, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Лилиә Ғәлиналарҙың йәш, илһамлы уйынын күреү үҙе бер бүләк. Афарин, башҡорт театры!
Сәрүәр СУРИНА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА