«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАТЫН-ҠЫҘ - ИР АСЫЛЫНАН, ИР ЗАТЫ ЛА ҮҘ АСЫЛЫН ҠАТЫН-ҠЫҘ АША ҒЫНА ТАБА АЛА
+  - 


Антропология, генетика, социология, психология кеүек фән өлкәләрендә ир-егеттәрҙең үҙенсәлектәре тураһында арлы-бирле тикшеренеүҙәр булған хәлдә лә, әлегә тиклем ир асылын асырҙай ғилми теория яҙылмаған. Беҙ, ир-ат, тикшеренеү объекты булараҡ, үгәйһетелгәнбеҙ инде. Ана бит, шул уҡ психология фәнендә "Ҡатын-ҡыҙ психологияһы" тигән оло бер йүнәлеш була тороп, ирҙәр тураһында - ләм-мим! Ҡәҙимге йәшәйешебеҙҙә ваҡыты-ваҡыты менән ирҙәрҙең булмышы, холоҡ-фиғеле, яҡшы йә яман ғәҙәттәре тураһында зыҡ ҡубып бәхәс ҡуптарабыҙ ҙа, "Ирҙәрҙе яҡлайыҡ, ирҙәрҙе һаҡлайыҡ!" (быныһы "прогрессив" ҡарашлы ҡатын-ҡыҙҙар ауыҙынан) тиеүҙән уҙмайбыҙ. Ә бына ошо хаҡта етдирәк уйланһаң, йәмғиәтебеҙҙә ирҙәр проблемаһының ҡырҡыулаша барыуы күҙәтелә. Быны бөгөн бер кем дә инҡар итмәҫ. Ысынлап та, үткән замандарҙа йәшәгән ир-ат менән бөгөнгөләре араһында айырма бармы, хәҙерге ирҙәргә "феминизация", йәғни ҡатынлашыу янамаймы, малайҙарҙы ҡыҙҙар менән бергә һәм бер үк төрлө шарттарҙа тәрбиәләү дөрөҫмө? Ошондайыраҡ һорауҙар бөгөн күптәрҙе ҡыҙыҡһындыралыр, тип уйлайбыҙ.

Тәү ир - Әҙәмдең бар булғаны

Әйҙәгеҙ, һүҙебеҙҙе баштан, йәғни донъя яралған тәү дәүерҙәрҙән башлап ебәрәйек. Был туралағы мәғлүмәт беҙгә иң әүәл дини тәғлимәт аша еткерелгән. Бар донъяны бар иткән Юғары Аҡыл эйәһе, йәғни Хоҙай Тәғәлә, үҙе һымағыраҡ аҡыл-зиһенле булыу мөмкинлеген биреп, ер йөҙөндә тағы ла бер йән эйәһен - Әҙәм атлы кеше затын барлыҡҡа килтерә. Библияла Илаһтың Әҙәмде ер туҙанынан үҙ һынына оҡшатып яһауы теркәлһә, Ҡөрьәндең бер сүрәһендә Аллаһы Тәғәләнең кеше тәнен балсыҡҡа бер тамсы һаҫыҡ һыу ҡушып (биохимик иретмә була инде), икенсеһендә шыйыҡ балсыҡтың асылынан яралтыуы тураһында әйтелә. Әҙәм Хоҙайҙың ерҙәге илсеһе булып, ундағы барса тере йәнгә баш рәүешендә хакимлыҡ ҡылырға тейеш була. Хаҡ Тәғәлә үҙенең бар фәрештәләренә үҙенең аҫыл ижад емеше булған Әҙәмгә сәждә ҡылырға бойора, Иблистән башҡалары ошоға риза була. Күрәһегеҙме, ир-атҡа донъя башынан бар донъяға баш булып, хаким-лидерлыҡ вазифаһы йөкмәтелгән дә баһа! "Ир - баш, ҡатын - муйын" тигәнебеҙҙе лә ошоға бәйләп, асылыбыҙға һалынғандан ваз кисмәйек әле, егеттәр, юғиһә, байтағыбыҙ тормош атының дилбегәһен ҡатындарына тапшырып, вайымһыҙлыҡта йөрөй.
Тәү ир Әҙәмдең исемендә лә хикмәт бар икән: был антропонимдың мәғәнәһе атай тигәнде белдерә, быға "атам - адам - әҙәм" лексик теҙмәһе аша ышаныуы ҡыйын түгел. Әйткәндәй, фонетик яҡтан бер аҙ үҙгәргән хәлендә был тамыр һүҙ ер йөҙөндәге бөтә халыҡтарҙың телдәрендә нығынып ҡалған. Әҙәм ғәләйһиәссәләм бар кешенең тәү атаһы итеп ҡабул ителгәнгә күрә, телебеҙҙә ошо һүҙ кеше төшөнсәһенең синонимы ла булып йөрөй. Тимәк, атай булыу - ир-егеттең тәү һәм төп асылы ул. Утыҙ йәштән уҙып, буйҙаҡ йөрөгән егеттәр, һеҙгә әйтәм: үҙегеҙҙең Хоҙайҙан тапшырылған бурысығыҙҙы онотмағыҙ, асылығыҙға ҡайтығыҙ!

Башҡорт асылы - "баш ир" икән

Дини тәғлимәткә ярашлы, тәү кешенең ир затлы булыуы шик тыуҙырмай. Шуныһы ҡыҙыҡ, төркиҙәрҙәге "ир" һүҙе тәү мәғәнәһе буйынса "ер" тамыр һүҙенә тап килеп, Ир-Әҙәм организмының ер составында булған химик элементтарҙан яһалыуына ишара. Ер йөҙөндә иң боронғо ҡәүемдәрҙән һаналған арий ҡәбиләләре атамаһы шулай уҡ мәғәнәһе буйынса "ерле, ер кешеһе" тигәнде аңлата, сөнки һинд-арий телдәрендәге "ар" һүҙе беҙҙең "ер" һүҙенә типә-тиң. Боронғо арийҙарҙың хәҙер Иран тип йөрөтөлгән илдәре атамаһы Аръянам тип исемләнгәне билдәле булһа, Ирландия атамаһының да "ирҙәр иле" тигәнде аңлатыуы дөрөҫтөр. Немецтарҙың ир кешегә "һер", инглиздәрҙең "сэр" тип өндәшеүе шул уҡ нигеҙҙә барлыҡҡа килгән, тип уйларға кәрәк.
Ә бына ғәрәптәр (ар-абийҙар, йәғни "ар аталары") иһә кешене "башар" тип атайҙар, был һүҙҙең дә тәү телдәге мәғәнәһе "баш, тәү ир, тәү ер кешеһе" тигәнде белдерә. Мин шәхсән башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары үҙҙәрен тап "башар" тип атап йөрөткәндәрен ысынбарлыҡҡа тура килә, тип иҫәпләйем. Ни өсөн? Сөнки "башар - башғар - башғарт - башҡорт" лексик теҙмәһе психосемантика һәм лингвистика ҡанундарына ҡаршы килмәһә, урта быуаттарҙан ҡалған тарихи сығанаҡтарҙа халҡыбыҙҙың этнонимы башлыса шул уҡ "башгарт, басжарт, башджарт" формаларында теркәлеп ҡалдырылған.
Һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим ителгән фекеребеҙ бына нимәгә ишара: башҡорт ирҙәренең асылы ил-ырыуға баш булыуҙа, үҙҙәрен үҙ еренең, иленең баш хужаһы итеп тойоуҙа, "Урал батыр" эпосындағылай, халҡының үлемһеҙлегенә ирешеүҙә түгелме ни? Беҙгә, башҡорт ир-егеттәренә, баш еребеҙ Уралдың боронғо баш ирҙәренең туранан-тура вариҫтары икәнебеҙҙе онотоу яҙыҡ булыр.

Ир һөйәктәренән яралған һөйәк, йәки ирҙе кем ир иткән

Ирҙәр проблемаһын ҡуҙғатһаҡ, үҙенән-үҙе ҡатын-ҡыҙ образы пәйҙә була. Уларҙы айырып ҡарау мөмкин дә түгел, сөнки ирлек асылы бар бөтөнлөгөндә ҡатын-ҡыҙ менән сағыштырғанда ғына асыла. Ир менән ҡатындың ҡапма-ҡаршылығы һәм берлеге бик етди тема булһа ла, бер аҙ юмор ҡушып, ирония аша һүҙ йөрөтөүе ҡулай булыр.
Ирҙәр организмында ҡатын-ҡыҙҙар менән уртаҡ булған һыҙаттар бар. Мәҫәлән, бала таба алмауына ҡарамаҫтан, ир заттарының да үҫешмәгән һөт биҙҙәре бар. Ир-атҡа һис бер кәрәге теймәгән нәмәнең уның гендары хәтерендә тороп ҡалыуы үҙе бер ғәжәп. Ә был аңлағанға ишара: ир организмын конструкциялаған Илаһи зат ир кешенән дә бала таптырырға уйлаған түгелме һуң? Күрәһең, йыһандың беҙҙең төшөбөҙгә лә инмәгән бөйөк лабораторияһында "әүәләнгән" тәү кеше гермафродит (ир-ҡыҙ) булырға тейеш булып, уға үҙенән-үҙе үрсеү халәте һалынған була. Беҙгә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында был "эксперимент" уңышһыҙ тамамланғанға оҡшай: йә ир-ҡыҙ затлы йән эйәһе бөтөнләйе менән бала таба алмаған, йә булмаһа, унан әҙәм рәтле бала тыумағандыр. Нисек кенә булмаһын, Юғары Зат Әҙәмдең дә үрсеү, ишәйеү мөмкинлеген булдырыу маҡсатында, иш янына ҡуш булһын, типтер инде, уға тормош юлдашы - ҡатын бүләк итә.
Тәүратта яҙылғанса, Хаҡ Тәғәлә, кешенең яңғыҙ булыуы һәйбәт түгел, тип, тәүҙә уға ярҙамсылар сифатында ҡыр йәнлектәрен, күк ҡоштарын алып килһә лә, улары кешенең үҙенә торошло ярҙамсы була алмай. Шунан һуң Аллаһ кешене бик ҡаты йоҡоға талдырып, ҡабырғаларының береһен ала ла, яра урынын, ит үрелдереп, ябып ҡуя. Ир тәненән алынған ҡабырға, биологик материал сифатында, Хоҙайға ҡатын енесле, йәғни бала табыу мөмкинлеге булған әҙәми зат конструкциялау өсөн кәрәк була. Быныһы инде оторо ҡыҙыҡ килеп сыға түгелме һуң: Әҙәмдең ҡатыны - үҙенә тәғәйен яртыһы - хәҙерге фән теленсә әйткәндә, уның үҙгәртелә биргән клоны бит! Ышанһаң - ышан, ышанмаһаң - юҡ.
Хоҙай, Әҙәмдең үҙенә торошло ярҙамсы-юлдаш буласаҡ ҡатынды уның янына алып килә. Ҡатынын күргәс, Әҙәм былай ти: "Бына ул, минең һөйәктәремдән яралған һөйәк, тәнемдән алынған тән; ул ҡатын тип аталыр, сөнки иренән алынған". Әле бәйән ителгән Библия легендаларын беҙ боронғо бер әкиәт итеп ҡабул итәбеҙ. Шулай ҙа әкиәт төбөндә билдәле бер хәҡиҡәт ятыуы ла мөмкин бит. Һеҙгә әйтергә теләгәнем дә ошолор: ҡатын-ҡыҙ ҙа ир асылынан яралған, һәм ул да донъя башынан бирле иренә, йәғни үҙ асылына тартылып йәшәй. Ә бына ир заты үҙенең ир асылын тик ҡатын-ҡыҙ аша ғына таба алыуын кешелек тарихы күптән иҫбатлаған инде.

Әкиәттәгесә әйткәндә...

Башлаған һүҙебеҙҙе дауам итеп, әкиәтебеҙгә кире ҡайтайыҡ. Аллалар кеүек үлемһеҙ итеп яратылған Әҙәм, ожмах баҡсаһын ҡарап, ерҙә хакимлыҡ ҡылып, ҡатыны Һауа менән мәңге бергә йәшәргә тейеш була. Әммә ҡатын-ҡыҙ затына артыҡ ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, тиҙ генә теләһә нимәгә ышанып барыу, етмәһә, үҙһүҙлелек баштан уҡ хас булған, күрәһең. Хәйләкәр йыландың өгөтөнә ышанған бер ҡатлы Әҙәм ҡатыны Аллаһ тыйған, изгелек менән яуызлыҡ асылын аңлау мөмкинлеген биргән ожмах ағасының емешен үҙе ашауы етмәгән, ирен дә ошоға күндерә алған. Шулай итеп, Хоҙай һүҙен тотмаған Әҙәм менән Һауа ожмах баҡсаһынан ҡыуыла. Ҡатыны һүҙенә албырғап, Хоҙай Тәғәләнең тыйғанын онотҡан Әҙәм үҙ язаһын ала. Әүәл үлемһеҙ булған кешегә Илаһ: "Һин туҙан инең, туҙанға әйләнеп, ергә инерһең", - ти. "Ирҙе ир иткән дә, ер иткән дә ҡатын" тигәндең тәү асылы шулдыр, күрәһең.
Ошо хәлдәр булғандырмы-юҡмы, әммә ир затына улар нәсихәт вә ғибрәт итеп ҡалдырылғандыр: ир асылы - биргән һүҙеңде ныҡ тотоуҙа, тоғролоғоңа хыянат итмәүҙәлер. Кинәйәһе лә юҡ түгел - ҡатын-ҡыҙҙың һәр әйткәненә ышанһаң, күрмәгәнеңде лә күрерһең.
Шулай ҙа, бер таяҡтың ике осо тигәндәй, Әҙәм менән Һауа балалары изгелекте яуызлыҡтан айыра ала башлау кимәленә күтәрелгәс кенә кешелек тарихы башланған, тип раҫларға булалыр. Библияла кешеләр йәмғиәтенең йәшәү рәүеше улар ҡылған тәү гонаһ өсөн бирелгән яза итеп иҫәпләнгән хәлдә лә, тап ошо архаик дәүерҙәрҙә әҙәми заттар өсөн йәшәйеш мәғәнәһе яңы ғына асыла башлаған, тип уйларға ла ерлек бар. Ир-атҡа ғүмере буйы тир түгеп, ғаиләһен ҡарарға етерлек мал табып, ил-йортон дошмандан ҡурсаларға яҙһа, ҡатын-ҡыҙға һыҙланып балалар табып, уларҙы үҫә-үҫкәнсе бағып, иренә буйһоноп, уны тәрбиәләп йәшәү насип булған.

Тормош бөтөнлөгө - ир һәм ҡатын берлегендә

Генетика мәғлүмәттәренә ярашлы, баланың малай йәиһә ҡыҙ булып яралыуы енес билдәләүсе парлы хромосомалар айырымлығы аша аңлатыла. XY тип аталған хромосомаларҙа ир кешенең енес коды яҙылһа, ҡатын-ҡыҙҙың генетик үҙенсәлектәре XX хромосомаларында программаланған. Тыуасаҡ баланың дөйөм генетик коды, йәғни уның организмы тураһындағы барлыҡ мәғлүмәт 23 парлы хромосома аша бирелеп, бер яртыһы - әсәнән, икенсеһе атанан була. Тимәк, ир ир булһа ла, уның булмышында аҙмы-күпме ҡатын-ҡыҙға хас сифаттар ҙа бар икән. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ өсөн, генетик килеп сығышына ярашлы, ир йәне тойған-кисергән бөтөнләйгә ят түгелдер. Бәлки, тап бына шул ике яҡлылыҡ арҡаһында ҡайһы бер ирҙәрҙә ҡатын-ҡыҙ сифаттары үтә артып китеп, улар үҙҙәрен ҡатын затлы итеп тоя башлайҙыр. Хәҙерге заманда үҙҙәрен тик ирҙәрсә тоторға ынтылған ҡатындар ҙа күбәйеп барғанға оҡшай.
Шулай ҙа ирҙең - ир, ҡатындың ҡатын булып ҡалыуы хәйерлерәк. Ирҙәргә тәбиғәттән бирелгән физик көс, ихтыяр ныҡлығы, уйлап табыу һәләте, төрлө техник ҡорал-ҡорамал ҡулланыуҙағы бөтмөрлөк, лидерлыҡҡа ынтылыш һ.б. сифаттар донъя башынан бирле теге йәки был ырыу-ҡәбиләнең, тотош йәмғиәттең конкурентлылығын тәьмин итә алған. Бәлки, ирҙәрҙең ошондай сифаттары булмаһа, кешеләр динозаврҙар һымаҡ үлеп бөткән булыр ине.
Ирҙәрҙе маҡтай башлаһаң, ҡатын-ҡыҙ: "Тәүҙә матриархат булған бит, тимәк, тап беҙҙең арҡала тормош алға киткән", - тип ир-егеттең баһаһын арзанайтырға әҙер генә тора. Матриархаттың асылы башлыса бер әсәнән таралып киткән ырыуҙаштарҙың ҡан-ҡәрҙәшлеген билдәләүгә ҡайтып ҡала инде. Ул архаик замандарҙа ла ҡатын-ҡыҙ усаҡ тирәһендә булашһа, бала баҡһа, ир-ат тир түгеп һунар иткән, мал тапҡан, йыртҡыс үә дошмандан йортон ҡурсалаған, яу сапҡан.
Ырыу-ҡәбиләләрҙә нығынған ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар буйынса ла ирҙәргә ир йөгө, ҡатын-ҡыҙға уның тәбиғәтенә ярашлыһы йөкмәтелгән. Белеүебеҙсә, яугирлыҡ - ир-ат бурысы. Кешелек тарихын һуғыштар тарихы, тип атайҙар, быны ирҙәрҙең һуғыш тарихы тип нарыҡлау дөрөҫ булыр ине. Яу сабып, ирҙәр дан да ҡаҙанған, күпләп ҡырылған да. Яҙылмаған һуғыш ҡанундарына ярашлы, бала-сағаны, ҡыҙ-ҡырҡынды үлтереү тыйылған. Бәлки, шуның өсөн дә, малайҙарҙың күберәк тыуыуына ҡарамаҫтан, ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәргә ҡарағанда бөтә замандарҙа ла күберәк булған. Бындай ситуация байтаҡ халыҡтарҙа күп ҡатынлылыҡҡа юл асҡан. Христиан динен тотҡан халыҡтарҙа күп ҡатынлылыҡ тыйылһа, Ислам дине хәҙергә тиклем ирҙәргә ошондай хоҡуҡ бирә. Был, дөйөм алғанда, йәмғиәт өсөн файҙалы булған тиергә ерлек бар. Шулай булғас, ир-егет тәбиғәтенә хас дон-жуанлыҡты һәр осраҡта ла аҙғынлыҡ һөҙөмтәһе итеп иҫәпләмәйек әле, йәмәғәт. Ир-аттың хисле булыуы уларҙың ҡатын-ҡыҙға ҡарата булған тойғолар диапазонының киң булыуынан да киләлер.
Ҡатын-ҡыҙҙар булмаһа, ир асылы тураһында фекер сурытып тороуҙың бер кәрәге булмаҫ ине. Ир менән ҡатын берлеге булмаһа, көткән донъяларыбыҙ ҙа ярты-йорто булып тойола. Ир менән ҡатындың тура килешлеге, енестәр гармонияһы барыбыҙ өсөн дә тормош ҡануны булһа, ғаилә усаҡтарыбыҙ һүнмәҫ ул.
Шулай итеп, ир асылын тәүҙә аҫыл ҡатын-ҡыҙ асһа (ул уны таба ла, үҫтерә лә, тәрбиәләй ҙә), ир кеше үҙ асылын ғаиләһендә, ҡылған ғәмәлдәрендә, ил-йортона хеҙмәт итеүҙә мотлаҡ табыр. Таба күрһен!

Вәли МИҢЛӘХМӘТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.02.20 | Ҡаралған: 555

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru