Ҡыршт-ҡыршт, ҡыршт... Урам буйлап ҡар шығырлатып икәү бара. Береһе оло ғына әбей, икенсеһе туптай кейенгән бала. Бала кеше юлдан туптай тәгәрләй, олоһо ныҡлы баҫып яйлап бара. Өләсәйем һәм мин ул.
Белмәйһегеҙ беҙ шулай ҡарҙы шығырлата баҫып ҡайҙа китеп барғанды. Ҡар шығырлай инде. Аяҡтарыбыҙҙа сыуаштар баҫҡан быймалар. Улар үҙ эшен белә шул. Йыл да Эткөсөк-Яңауыл ауылына буш өйгә килеп ятып, тирә-яҡтағыларға быйма баҫып бирәләр. Өләсәйем миңә ҡараһын да, ағын да баҫтырып ҡуя. Эсенә тетелгән йөн дә һалалар. Эсенә аяҡ тыҡһаң, аяҡ йөҙөп киткәндәй була. Китәһең йылынып. Өләсәйем, һарыҡ йөнөнә ҡояш йылыһы һеңгән, тигән була. Дөрөҫтөр, ул һөйләһә, гел дөрөҫтө генә һөйләй.
Бына шундай шәп быймаларыбыҙ менән шығырлата баҫып урам буйлап китеп барабыҙ. Мине өләсәйем ҡалын итеп кейендергән. Бәлтә өҫтөнән дебет шәлде арҡа аша арҡыры бәйләгән. Йызлап күҙем генә күренеп тора. Ә үҙе башына дебет шәл өҫтөнән шаҡмаҡ ҡалын шәлен дә һалып алды. Миңә лә шулайтмаҡсы ине. Сырылдап ҡысҡырып, ҡалын шәл һалдыртманым. Улай тын алғыһыҙ булып китә.
Өләсәйем, алға ныҡ китмә, тип тыйып-тыйып бара. Ҡапҡа төптәренән бәйһеҙ эттәр килеп сыҡмаһын, ти. Мин һикертә баҫып барам. Берҙе һикерәм, икене атлайым. Өләсәйем етәкләмәксе итә. Етәкләтмәгән булам. Мин хәҙер ҙур инде. Биш йәшемде ошо ҡыш тултырҙым бит. Ҙурайып бөткәс, етәкләтеп йөрөмәйһең инде...
Ҡарҙы шығырлата баҫып һаман барабыҙ. Ҡайҙа тиһегеҙме? Ҡу-наҡ-ҡа!
Өләсәйемдең әхирәт-әбейҙәренә ҡунаҡҡа китеп барыуыбыҙ. Улар шулай ҡыш етһә, бер кинәнеп саҡырышып алалар. Өләсәйем үҙе лә саҡыра.
Тик улар быны ҡунаҡҡа кил тип түгел, ә сәйгә кил тип саҡыра. Шулай итеп сәйгә китеп барыуыбыҙ.
Мин ҡайһы өйгә барыуыбыҙҙы беләм. Эткөсөктә йөрөй торғас, вис танып бөткәнмен шул. Тик ҡапҡа төбөнә килеп етеү менән бар ҡыйыулығым һыпырып алғандай юҡ була. Бында инде өләсәйемде үҙем етәкләп алам.
Ишек төбөндә быймаларыбыҙҙы селек һепертке менән һепергәс, өйгә инәбеҙ. Өйгә инеү менән танауға тәмле аш еҫе бәрелә. Тик ул мине артыҡ ҡыҙыҡһындырмай. Инеүем менән ҡаш аҫтынан ғына әбейҙәрҙе барлай башлайым. Араларында теге мин яратмаған ике әбей бармы икән, тип тикшерәм. Ни өсөн яратмайыммы? Хәҙер белерһегеҙ.
Өләсәйем минең бәлтәмде систереп элгәс тә, әбейҙәрҙең һәр береһе минең сибек кенә арҡамды дөпөлдәтеп, көслө ҡулдары менән яратып алды. Саҡ торҙом. Һәр береһе яратһын әле! Өҫтөмдәге ситса ғына күлдәгемде маҡтап алдылар. Күлдәгем ысынлап та матурмы икән, тип, үҙем дә уны тағы бер ҡат күҙҙән үткәрҙем. Матурҙыр инде. Шул хәтлем кеше әйткәс.
Шул саҡ теге ике әбей кем уҙарҙан минең янға килеп, "Алып ҡайтып китәм, миңә лә шундай матур ҡыҙыҡай кәрәк", тип әйтә лә башланы. Ысынлап та алып ҡайтып китәләр тип ышанам бит инде, "Мин өләсәйемдеке, үҙегеҙгә ҡыҙ иметь итегеҙ", тип ҡаршы төшәм. Әбейҙәр ҡапыл шым булалар, шунан тотоналар геүләшеп көлөшөргә. Бот сабып аптырашалар минең һүҙҙәремә. Тик өләсәйем генә аңламай, йә әбейҙәргә, йә миңә ҡарай. Ишетмәй шул ны-ы-ыҡ итеп ҡысҡырмаһаң.
Өҫтәл артына ултырышалар. Мин әҙәп һаҡлап урындыҡта ултырам. Хужабикә әбей өләсәйем эргәһенә ултырғыс ҡуйып, мине ултыртырға итә. Мин өләсәйемә текләйем. Ул риза булһа, ултырам, булмаһа, юҡ инде. Башҡа әбейҙәр ҙә, ултырһын шул, тиешкәс, күнәм инде.
Өҫтәл тулы һый. Күпереп бешкән икмәк, кипкән өрөк, йөҙөм, эре итеп бешерелгән картуф менән ит... Өләсәйем миңә тигән ашҡа ҡорот, борос һалып бирә. Алдыма йомшаҡ ҡына икмәк телеме һала. Иткә, картуфҡа ымлай. Мин, юҡ, тип баш һелкәм. Кипкән емештәрҙән дә баш тартам. Өләсәйемдең өйөндә улар күп ул. Ә бына ашты яратам. Ҡунаҡ ашы бит ул. Ҡалағымдың осона эләктереп, аштағы йоҡа ғына һалманы телемә һалам. Һәм тәмлелектән күҙҙәрем йомолоп китә. Һалма ауыҙым эсендә иреп кенә юғала. Икенсе ҡалаҡ ауыҙыма яҡынлай. Шулай яйлап ҡына һалманы ашап бөтәм. Иң аҙаҡ ҡоротло-боросло һурпаны һемереп ҡуям.
Әбейҙәр үҙ хәбәрҙәренә төшөп китеп, яйлап ҡына ризыҡланалар. Ҡапыл ҡыҙыҡлы хәбәрҙәре килеп сыҡһа, өләсәйемә лә ҡысҡырып һөйләп алалар. Өләсәйем ишетәме-юҡмы, йылмайып ҡына ҡуя.
Мин өҫтәл артында оҙаҡ ултырмайым. Сәй эсергә тип саҡырғансы урынымдан тороп китәм. Тәҙрә төбөнә килеп баҫам да урамға ҡарап тора башлайым. Тышта ап-аҡ ҡар, кәртәләүрҙе ҡаплап киткән инде. Күрше өйҙәр яртылаш ҡына күренә. Юл ситтәрендә лә ҡар бейек булып өйөлгән. Урамдан кем үткәне лә күренмәй.
"Ҡыҙым, әйҙә, сәй эсеп ал", тигәстәр кире урыныма килеп ултырам. Өҫтәлгә тәмле бәлеш, бауырһаҡ, ҡош телдәре өҫтәлгән икән. Бындай ҡунаҡтарҙа бәлештәр йә үткәрелгән кипкән ер еләгенән, йә кипкән алманан, йә баландан була торғайны. Был өйҙә лә шулай булып сыҡты. Мин үҙем яратҡан балан бәлешен һорап алып, бер сынаяҡ сәй эсәм. Шунан тәҙрә төбөнә кире килеп баҫам. Мин ҡунаҡҡа йөрөһәм, хатта тәртиплегә әйләнеп китә инем ул шулай.
Яйлап әбейҙәр өйҙәренә таралышырға булып китәләр. Хужабикә әбей, күстәнәс алығыҙ, ти. Әбейҙәр, ҡуй, ашап туйҙыҡ, тағы ниндәй күстәнәс ул, тигән булалар. Хужабикә ҡыҫташа. Шунда инде әбейҙәр кеҫәләренән ҡулъяулыҡтарын сығарып, күстәнәс һала башлайҙар. Өләсәйем балан бәлеше генә һалып ала. Минең өсөн инде. Кейенеп, тыштан тағы ла шәлемде арҡыры бәйләп, ҡайтырға сығабыҙ. Ҡайтҡанда инде мин тыныс ҡына ҡайтам. Һикергеләмәйем.
...Аяҡ аҫтында ҡар шығыр- шығыр, ҡыршт-ҡыршт... Нисәмә йылдар үткән, ә минең һаман аяҡ аҫтында ҡар шығырлаһа, ҡунаҡҡа барғым килә башлай. Быйма кейеп, ҡыршт- ҡыршт тауыш сығарып. Йоҡа һалманы тел осона һалып ҡына, балан бәлешен ауыҙҙа иретеп кенә ашарға.
Үҙең бешер ҙә аша, йәки, ҡунаҡҡа саҡырмайҙармы әллә, тип һорамағыҙ. Үҙем бешереп тә, саҡырылып та торам. Тик бала саҡтағы тәм икенсе ине шул. Яулыҡтарын яҙып бәйләгән, үҙемә алып ҡайтам тип шаяртҡан әбейҙәрҙең табыны икенсе ине...
Фирүзә ХӨСӘЙЕНОВА-ӘБДРӘХИМОВА.
Күгәрсен районы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА