Ниһайәт, аҙна башында бер аҙ күңелде йылытыр мәғлүмәт килеп етте: илебеҙҙә Рәсәй Фәндәр академияһы белгестәре ҡатнашлығында коронавирусты дауалауҙа ҡулланыу ихтималлығы булған өс препарат эшләнгән. РФА вице-президенты Владимир Чехонин белдереүенсә, бынан бер нисә йыл элек беҙҙең ғалимдар вирусҡа ҡаршы сара уйлап таба. Бөгөн ул Ҡытай белгестәрен коронавирус инфекцияһын дауалауҙа ҡулланыу ихтимал булған дарыу булараҡ ҡыҙыҡһындыра. Әлеге ваҡытта препарат махсус һынау үткәреү учреждениеларына тапшырыуға әҙер. Бынан тыш, тағы ла ике препарат хәҙерге коронавирус ҡараған РНК-вирустарҙы дауалау өсөн ҡулланылыуы мөмкин. Был өс препарат менән Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡыҙыҡһынған. Һуңғы яңылыҡтар буйынса, тест-система клиник һынауҙарҙы уңышлы үткән һәм Рәсәйҙә ҡулланыу өсөн теркәлгән. Диагностика тупланмаһы ялған һөҙөмтә бирмәй. Бынан тыш, РФА белгестәре коронавирус инфекцияһына ҡаршы өс вакцина эшләй.
Ә шулай ҙа "Был миңә ҡағылмай", тип уйлаусыларға етди уйланырға урын бар: Мәскәү ҡалаһы мэры Сергей Собянин баш ҡалала ғәҙәттән тыш хәл иғлан итте һәм барлыҡ граждандарға ла өйҙә ултырыу талабын ҡуйҙы. Был ғәмәлде күптәр граждандарҙың хоҡуғын боҙоу һәм ғәҙәттән тыш хәл индереү бары тик ил Президенты йәки парламент компетенцияһында тип белдерһә лә, моғайын да, ашаған белмәй, тураған белә, тигәндәй, ҡала етәксеһенә проблема асығыраҡ күренәлер, юҡһа, ул үҙ иңенә шундай яуаплылыҡ алмаҫ ине. Әйткәндәй, яңы ҡабул ителгән закон төбәк башлыҡтарына ла шундай вәкәләт бирҙе. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 31 марттан киске сәғәт 8-ҙән республикала йәшәгән барлыҡ граждандар өсөн йәшәү урыны буйынса үҙизоляция режимы индерҙе. Уның ҡасан тамамланыры аҙна һуңында ғына билдәле буласаҡ. Тулы изоляция - ул өйҙә йәки фатирҙа үткән карантин ваҡыты һәм етди сәбәпһеҙ урамға сығып йөрөмәү. Етди сәбәп булып ашығыс рәүештә медицина ярҙамына ихтыяж, бурыслы булғанда эшкә сығыу, йорт хайуандарын өйҙән 100 метр алыҫ булмаған территорияла йөрөтөү, сүп-сар түгеү, магазинда йәки дарыуханала нимәлер һатып алыу һанала. Тағы ла шуны онотмағыҙ: ошо ябай ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн урамға сыҡҡанда ла паспорт алырға кәрәк!
Быға тиклем карантинға төкөрөп ҡараусылар булһа ла, хәҙер инде ул закон менән көйләнә. РФ Дәүләт Думаһы бер юлы өс уҡыуҙа карантинды боҙоуҙы енәйәткә тиңләгән ҡанун ҡабул итте. Әгәр кемдеңдер тыйыуҙарға иҫе китмәйенсә, уның санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәмәүе арҡаһында кешеләр сирләй икән, граждандар өсөн штраф күләме 15-40 мең һум тәшкил итә; вазифалы кешеләр өсөн - 50-150 мең һум; предприятие йәки ойошма төҙөмәй генә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәргә - 50-150 мең һум йәки 90 көнгә тиклем эшмәкәрлеген туҡтатып тороу, предприятие-ойошмалар өсөн - 200-500 мең һум йәки 90 көнгәсә эшмәкәрлеген туҡтатыу ҡаралған. Әгәр карантин талаптарын боҙоу кеше сәләмәтлегенә зыян килтерә йәки уның үлеменә сәбәп була икән, граждандарға 150-300 мең һум штраф ҡаралған, вазифалы кешеләргә - 300-500 мең һум йәки 1 йылдан 3 йылға тиклем дисквалификация. Юридик теркәлеү үтмәйенсә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән кешеләргә лә, ойошма-предприятиеларға ла - 500 мең һумдан 1 миллион һумға тиклем штраф һәм эшмәкәрлектәрен өс айға туҡтатыу билдәләнгән. Әгәр инфекция йоҡторған кеше вафат булһа йәки кешеләр күпләп сирләһә, штраф күләме 2 миллионға тиклем барып етә, ғәйепле гражданға 3-5 йыл айырым вазифалар биләү, билдәле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү тыйыла йәки 5 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителә. Карантинды боҙоуы һөҙөмтәһендә ике йәки күберәк кеше вафат булһа, 7 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған.
Шулай уҡ закон интернетта һәм киң мәғлүмәт сараларында эпидемия тураһында ялған (фейк) яңылыҡтар таратыуҙы ла көйләй. Юридик шәхестәр өсөн штраф күләме 1,5 миллион һумдан 3 миллион һумға етһә, ялған мәғлүмәт һөҙөмтәһендә кеше сәләмәтлегенә йәки милеккә зыян килһә йәки ул вафат булһа, йәмәғәт тәптибе күпләп боҙолһа - штраф күләме 3-5 миллион һум.
Йәшәү өсөн кәрәкле, транспорт йәки социаль инфраструктура, энергетика, сәнәғәт, бәйләнеш объекттары, кредит ойошмалары эшенә ҡамасау тыуҙырған тәртип йәки ҡағиҙә боҙоуҙар өсөн граждандарға 300-400 мең һум, вазифалы кешеләргә - 600-900 мең һум, ойошма-предприятиеларға 5-10 миллион һум штраф һалыу ҡарала.
Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. "Ҡытай ҡайҙа ла, беҙ ҡайҙа. Беҙгә килеп етмәй ул!" тип ултырһаҡ та, коронавирус сиренә шиклеләр һаны ла көндән-көн арта бара. 3 апрелгә республика дауаханаларында шундай 106 пациент теркәлгән. Франциянан ҡайтҡан студент үҙенең туғанын зарарлауы һөҙөмтәһендә сирләүселәр һаны 10-ға етте, шул иҫәптән ике кеше - Күмертау ҡалаһында. Шул уҡ ваҡытта тәүге сирләүселәрҙең береһе дауахананан һауығып сыҡҡан. Коронавирус йөрөтөүселәр үҙҙәрен яҡшы тойһа ла, эксперттар белдереүенсә, әле Башҡортостан сирләүселәр һанын туҡтатып булмай торған сик алдында тора, йәғи халыҡ күпләп һәм бер үк ваҡытта сирләүе ихтимал.
Шул уҡ ваҡытта кемдең инфекция йөрөтөүен кеше сирләп китмәйенсә һәм махсус анализдар тапшырмайынса белеп булмай. Ошо көндәрҙә Сибай баҙарында ит һатҡан Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы эшҡыуары ла, сит илдән ҡайтҡан булһа ла, карантинға китмәйенсә эшләп йөрөп, сир сығанағы булырмын, дауаханаға эләгермен, тип уйламағандыр ҙа. Әммә үҙ-үҙеңә артыҡ ышаныусанлыҡ та ҡайһы бер осраҡта файҙаға түгел икән шул! Һөҙөмтәлә хәҙер унан ит алыусы барлыҡ кешеләр мотлаҡ тикшерелергә тейеш.
Карантин талаптарын үтәмәүселәргә штраф һалынасағы йәки яза биреләсәге тураһында электрон мәғлүмәт сараларында ла йыш ҡабатлана. Үткән аҙнала иҫкәртеүҙәргә ҡолаҡ та һалмаған блогер ҡатынға штраф сәпәһәләр, был аҙнала Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауыл биләмәһе башлығы вазифаһы менән хушлашты. Ул тормош иптәше, әйткәндәй - табип, менән Доминикан Республикаһында сәйәхәттә булып ҡайтҡандан һуң карантинда булыу урынына, киреһенсә, мәғлүмәтте йәшереп, икәүләшеп халыҡ менән аралашып, эшләп йөрөгән. Һәм "сер ҡапсығы" сиселеү менән уға, үҙ теләге менән ғариза яҙып, урынын ҡалдырырға тура килде. Табип булып эшләүсе ҡатыны тураһында әлегә мәғлүмәт юҡ, моғайын, ошо аҙнала ул да эшенән бушатылыр.
Башҡалар карантинда булғанда ла Хөкүмәт даирәһендә эшләүселәргә посын ҡалдырырға ярамай, сөнки бөгөн улар, табиптар кеүек үк, күҙгә күренмәгән дошман менән көрәштең алғы һыҙығында. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың сәләмәтлеген дә хәстәрләргә, иҡтисадтың тотороҡлолоғон да һаҡларға, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек башларға ла һәм башҡа бик күп эштәрҙе алып барырға, ҡыҫҡаһы, Башҡортостан тигән карап менән оҫта идара итергә кәрәк. Шуның өсөн Хөкүмәт вәкилдәре барыһы ла коронавирусҡа анализ тапшырғайны. Ошо көндәрҙә уларҙың һөҙөмтәһе асыҡланды - республика етәкселегендә вирус йөрөтөүселәр юҡ. Ә инде үҙизоляция иғлан ителгәс, эшкә йөрөүселәр махсус пропуск йәки эш урынынан справка алырға тейеш.
Коронавирус бөтөн сараларҙы туҡтатты, транспорт хәрәкәтен ҡыҫҡартты, сиктәрҙе япты. Баш ҡалала балалар баҡсалары ябыла, бары тик 10 дежур учреждение ғына ҡалдырыласаҡ. Уларҙың һанын һәм ҡайҙа урынлашҡанын ҡала хакимиәтенең рәсми сайтынан ҡарарға мөмкин.
Иҡтисадҡа килгәндә, был афәт бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ғына түгел, ҙур бизнесҡа ла кислородты япты. Мәҫәлән, автомобилдәр һатыу менән шөғөлләнгән "Транстехсервис" компанияһы етәкселеге 800 хеҙмәткәренә үҙ теләктәре менән эштән китеү тураһында ғариза яҙырға ҡушҡан. Әммә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ил буйынса карантин индерелеү сәбәпле хеҙмәткәрҙәрҙе эштән ебәреүҙе тыйыу тураһында белдергәйне. Әгәр шундай осраҡтар асыҡлана икән, эш биреүсене прокуратура, хеҙмәт инспекцияһы һәм һалым органдары тарафынан киң күләмле тикшереүҙәр көтә.
Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы тағы ла бер мөһим мәлгә туҡталып үтте. "Алкоголь буйынса. Әгәр рәсми иғлан ителгән ял ваҡытында йәмәғәт хоҡуҡ боҙоуҙары, янғындар артыуын, өйҙә көс ҡулланыу факттарын асыҡлаһаҡ, республика территорияһында "ҡоро закон" иғлан итәсәкмен. Әлегә ундай сара индереү ихтыяжы юҡ", - тип белдерҙе ул. Һәм 1 апрелдә мәғлүм булыуынса, республика буйынса киске сәғәт 6-нан иртәнге 10-ға тиклем алкоголь һатыуҙы тыйған Указға ҡул ҡуйылды.
Коронавирустың артабан ниндәй эҙемтәләргә килтеререн бер Хоҙай ғына белә. Хәҙерге ваҡытта республика етәкселеге өсөн иң мөһиме - вирустың тиҙ арала таралыуын тотҡарлау һәм уның көслө тулҡыны килгәндә мөмкин тиклем әҙерлекле булыу. Бының өсөн әлеге ваҡытта барлыҡ саралар күрелә: иң ябай һаҡланыуҙан - битлектәр кейеү, ҡулдарҙы ғына түгел, хатта транспортты, туҡталҡаларҙы, кеше йөрөгән йәмәғәт урындарын дезинфекциялауҙан алып тулы изоляцияға тиклем. Был йәһәттән республиканың еңел сәнәғәт предприятиелары үҙебеҙҙә битлектәр, махсус хеҙмәттәр өсөн туҡылмаған полипропилен туҡыманан һаҡланыу комбинезондары тегә һәм дезинфекция сараларын күпләп сығара башланы. Ошо көндәрҙә Үзбәкстандан 4 миллион битлек тегеүгә етерлек сеймал - марля алынасаҡ, сөнки республикала сеймал юҡ.
Шулай уҡ алда торған иҡтисади көрсөктөң төп проблемаһы - эшһеҙлек. Әлегә уның күләме билдәһеҙ, әммә эшһеҙҙәр армияһы тағы ла тиҫтәләрсә мең кеше менән тулыланыуы ихтимал. Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы аҙна һайын йәмғеһе 170 мең кеше эшләгән 456 предприятиены һәм көн һайын - система булдырыусы 22 предприятиены тикшереп күҙәтеп тора. 1 апрель мәғлүмәттәре буйынса алдағы көндәрҙә (бәлки, йәйгеһен) 5 меңдән ашыу хеҙмәткәргә эштән китеү хәүефе янай. Әле республика Хөкүмәте бындай категорияға нисек ярҙам итеү мөмкинлеге хаҡында уйлай һәм иҡтисадтың барлыҡ тармаҡтарынан да, муниципалитеттарҙан эшһеҙ ҡалыусылар тураһында мәғлүмәт менән ярҙам итеүҙәрен һорай. Эшһеҙ ҡалыу тигәс тә, эш биреүсе граждандарҙы тота килеп эштән сығарып ебәрә алмай, был процесс Хеҙмәт кодексы нигеҙендә башҡарыла, йәғни эштән ебәрелергә тейешле хеҙмәткәр ике ай алдан иҫкәртелергә тейеш. Шулай уҡ эшһеҙлек буйынса пособие түләү ҙә рәсми эш урыны булған һәм эшһеҙ ҡалғандарға ғына максималь күләмдә түләнеүе мөмкин, ә инде ялланып һәм рәсми эш хаҡы алмай эшләүселәр мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә торған осраҡта ла, уларға минималь күләм - 1700 һум ғына түләнәсәк. Социаль түләүҙәр буйынса һорауҙарығыҙға яуаптар алырға теләһәгеҙ, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтындағы брифингтарҙың яҙмаларын ҡабатлап ҡарай алаһығыҙ. Шулай уҡ бындай брифингты Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ла көн һайын уҙғара.
Был хәл-тороштоң тағы күпмегә һуҙылырын белһә, моғайын, бер Аллаһы Тәғәлә үҙе генә беләлер. Әммә, нисек кенә булмаһын, Соломон батша балдағында яҙылған һүҙҙәрҙе онотмайыҡ: "Барыһы ла үтә, был да үтер!"
Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА