Алғыр бөркөттө бүрегә сөйөүҙең үҙ ҡағиҙәләре була. Мәҫәлән, ял итеп ятҡан, йыраҡта тыныс ҡына китеп барған йә бергә сабып барған ике, өс, дүрт - ҡыҫҡаһы, өйөр бүрегә бөркөттө ебәрмәгәндәр. Бүрелә бер-береһен яҡлай, һаҡлай торған ғәҙәт бар. Күп осраҡта өйөр бүре бөркөттө талап үлтерә, хатта өҙгөсләп ашап та ҡуя. Алғырҙы, бүрене бик шәп ҡыуғанда, улар күҙгә күренеп барғанда, йә берәүһен айырып алып, шул айырылғанда ғына сөйгәндәр. Артынан һыбай ҡыуып барған һунарсы бүрегә йәбешкән бөркөткә ярҙамға тиҙерәк барып етергә тырышҡан. Әгәр алғыр ҡош уның күҙен соҡоп һытып өлгөрмәһә, елкәһенән һәм умрау һөйәгенән тотоп алынған бүре һәр саҡ бөгәрләнеп китеп бөркөттөң аяҡтарын, ботон тешләргә ынтылған. Был ғәҙәти күренеш. Ҡайҙа ауырта, һыҙлай, һәр кемебеҙ шул ергә тейергә тырышабыҙ.
Билдәле, әгәр бүре бөркөттөң аяғын, ботон тешләй алды икән, һис шикһеҙ, ул уның һөйәктәрен дә онтаясаҡ. Күп түҙемлек, оҫталыҡ һалып өйрәтеп алынған алғыр ҡош юҡҡа сығасаҡ. Киләсәктә ул йә йәнлеккә бөтөнләй ташланмай, йә ғәрип булып ҡала. Бөркөттө һаҡлар өсөн бүре һунарына барыр алдынан уның аяҡтарына ҡыҫбау менән ҡыҫмау кейҙергәндәр. Бөркөт был яңы кейемдәргә өйрәнергә лә тейеш була. Шуның өсөн улар алдан бер кейелеп, бер сиселеп торорға тейеш. Бүре йә төлкө бөркөттөң аяғын ҡабып алған хәлдә лә, ҡаҡ ҡайындан эшләнгән ҡыҫбау менән ҡыҫмау уға ҡоштоң аяҡтарын һындыра тешләргә ирек бирмәгән. Оҫта ҡуллы кешеләр ҡыҫбау менән ҡыҫмауҙың эсен өңөп, ҡоштоң аяғы эстә ҡапланырлыҡ итеп тә эшләгән.
Ҡош сөйөп һунар итеү борон-борондан Мағулстан, Саян, Алтай, хәҙерге Ҡаҙағстан, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Башҡортостан, Иран, Түбәнге Булыға - Волга, Тын, Төньяҡ Ҡаф тауҙары аралығында таралған. Әммә тимер ҡорал - мылтыҡ эшләнеп, уның сифаты яҡшыра килеп һәм уны табыу сығанаҡтары киңәйгән һайын ҡош сөйөп һунарсылыҡ итеү яйлап һүнә килгән. Бик боронғо ваҡыттарҙа ул аҙыҡ табыу сығанағы булһа ла, утлы ҡорал табыу мөмкинлеге сикләнгән урындарҙа ғына боронғо бурысын үтәгән. Шулай итеп, ҡош менән һунар итеү ҡорал эшләнгән урындарҙан йырағыраҡ төпкөлдәрҙә урын алған. Әммә ул көнсығыш Башҡортостанда һәм уның хәҙер Силәбе өлкәһенә ингән Арғаяш, Ҡоншаҡ, Уй, Өстамаҡ - Троицк районында, Ҡаҙағстандың Ҡостанай өлкәһендә был төр һунарына бик бирелгән айырым һунарсылар тарафынан Бөйөк Ватан һуғышына тиклем дә ҡулланыла килгән.
Һунар ҡошон, бигерәк тә уның ҙурҙарын, йыл әйләнәһенә яңы ит менән тәьмин итә алырлыҡ айырым байҙар уны зауыҡ өсөн тотҡандар. Көсөгән, бөркөт, ҡарағош тәүлек әйләнәһенә ике ҡаҙаҡҡа тиклем йәки 800 грамм самаһы ит ашаған. Ә осоп һунар иткән көндәрҙә ул өс ҡаҙаҡҡа тиклем ашай алған. Ҡарсыға, ыласын, ҡыйғыр, әлбиттә, ярты ҡаҙаҡ йә унан кәмерәк ауырлыҡтағы ит менән туйған. Әҙәбиәттә һәм тарихтарында урыҫ һунарсыларының ҙур ҡош менән һунар итеүе тураһында сығанаҡ миңә осраманы. Әммә батшаларының бәләкәй ҡоштар менән һунарға сығыуын йылъяҙмаларҙа осратып була.
Ҡош менән һунарсылыҡ итеү төркиҙәрҙә һәм фарсыларҙа үткән эраларҙа уҡ киң таралған була. Был турала дәлил таштарға соҡоп эшләнгән Өр йол - Үр юл - һауа юлдары, һауала осоп йөрөгән ҡоштарҙың һәм улар менән һунарсылыҡ иткән ваҡиғаларҙы тасуирлаған һүрәттәр Дәште-Ҡыпсаҡ сәхрәләрендә күп табылған. Тәңре динендә торған ҡайһы бер төрки ҡәбилә кешеләре ул осорҙа һауала осҡан эре ҡоштарҙы тик Тәңре күрһәткән үрҙәге - һауалағы "Өр йол" менән осоп йөрөйҙәр, тигән фекерҙә булған. Көнсығыштан көнбайышҡа киткән "Ебәк юлы"ның өҫкө уң тармағы урыҫ кенәзлектәре еренең көньяғына яҡыныраҡ булып, хәҙерге Орел ҡалаһы ерендә баҙар ойошторғандар. Шул баҙар ҡасабаһы киләсәктә Ор-йол, Өр йул - Үр юл - Орел ҡалаһы булып китә. Урыҫ йылъяҙмаһы Орел ҡалаһының исеме тураһындағы уйҙырманы, йәнәһе, ҡала урынындағы ҙур ағас башында орел оялаған, шул ҡош исеме ҡалаға бирелгән, тигәнде бөгөн дә тарата. Орел һүҙенең урыҫ телендә тамыры юҡ. Уны Ожеговтың һүҙлеге лә тик йыртҡыс ҡош тип кенә бирә. Һүҙҙәрҙең этимологик сығышы тураһында Рәсәй Фәндәр академияһы "Толковый, основательный словарь" сығармай. Әгәр ул бар икән, әҙ тираждалыр. Күберәк балалар өсөн бик бәләкәй һүҙлектәр сығаралар һәм унда ысын рус һүҙҙәре һайлап алына. Инде "Ор йол"дан ергә, ғәҙәти ғәмәлдәргә күсәйек. "По описаниям Н.И. Кутепова, автора книг по царской охоте, кречеты занимали первое место в царской охоте, лучшие обученные экземпляры привозили из Урала и Сибири", - тип яҙа Б.М. Марков тигән автор "Һунар" журналында. Был һүҙҙәр, һис шикһеҙ, башҡорттарҙан алынған, өйрәтелгән ҡарсыға, ҡыйғыр, ыласындар тураһында бара. Әлбиттә, Киев, Чернигов һәм башҡа көньяҡ кенәзлектәре төрки-ҡыпсаҡтарҙан - половецтарҙан ҡош менән һунарсылыҡ итеүҙе төньяҡ кенәзлектәренә ҡарағанда алда үҙләштергән. Унан һуң ул яйлап Мәскәү кенәзлеге һәм батшалығына ла билгеле була.
Ҡош сөйөү, ҡош өйрәтеү, уның менән һунар итеү Иван Грозный осоронда батша һарайын, батша тәхетен һаҡларға саҡырылған ҡыпсаҡ-половецтар - казактар тарафынан килтерелгәндер, тигән фекерем дөрөҫтөр. Боронғо Псков, Новгород, Углич тирәһендәге һунар алымы түгел ул. Ҡош өйрәтеү төрлө йыртҡыс ҡоштар менән һунар итеү кешелектең - Азия халҡының меңәрләгән йылғы шөғөлө. Скандинавия ярҙарынан Балтика аша Европаға килгән словендарҙың, варягтарҙың төп шөғөлө һунар түгел, балыҡ тотоу, емеш-еләк, бәшмәк йыйыу - төп аҙыҡ сығанағы булып тора. Урман, батҡыл һаҙлыҡтар, бәләкәй яландар, күлдәр, йылғалар араһында ҡош менән һунар итеү мөмкин дә булмай. Икенсенән, ҡош менән һунар итеү һәр саҡ атҡа бәйле була. Ҡошсо йә һыбай, йә арба-санала булыуы - төп шарт, сөнки ауыр ҡошто йәйәү алып йөрөү мөмкин түгел, һәм ул тотҡан табышты тиҙ табыу, тиҙ ярҙамға килеү тигән дә ҡанун да бар бит әле был төр һунарының. Әлбиттә, бәлки, урыҫ яҙмаларынан да алда яҙылған ҡош һунары тасуирнамәләре Бишкәк, Дүшәмбе, Алма-Аты, Таһран, Ашхабад һәм башҡа ҡалалар китапханаларында барҙыр, уға шигем юҡ, тик барлыҡ яҙыунамәләр һаҡланған мәсеттәре яндырылған Башҡортостанда түгел. Үрҙә яҙылған ваҡиға ғәмәлдәр ауыҙ-тел аша ишетеп, күреп, аяҡҡа баҫтырырға тырышҡан хәтирәләр.
ӘЙТКӘНДӘЙ…
Йәш уҡыусыларымдың үрҙә яҙылған ҡоштарҙы әҙ белгәнлектәрен тойомлап, башҡа әҫәрҙәрҙә улар менән осрашыу ихтималлығын белеп, башҡа ҡоштарҙың исеменә ҡағылмай, тик үрҙә яҙылғандарының исемдәрен тәржемәлә бирәйек:
Бөркөт - беркут, ялан бөркөтө - степной беркут.
Таҙғара - черный гриф.
Көсөгән - орел-могильник.
Ҡарағош - большой подорлик.
Диңгеҙ бөркөтө - орлан-белохвой.
Төйҙөргән - төйлөгән - черный коршун.
Шоңҡар - кречет.
Балапан - балабан - балобан.
Ҡоҙғон - ворон.
Ҡарсыға - ястреб.
Һар - канюк.
Торомтай - пустельга степная.
Ялан тәгәрлеге - кречетка.
Ялан һары - курганник.
Яғылбай, яғалбай - дербник.
Торомтай, сысҡан алғыс - пустельга.
Көйгәнәк - лунь.
Ыласын, сапсан - сокол.
Өкө - филин.
Ябалаҡ - сплюшка, сова.
Һупай - сыч мохноногий.
Һунағара - змееед.
Ҡыйғыр - чеглок.
Мүктәрге - кобчик.
(Аҙағы. Башы 12-16-сы һандарҙа).
КИРЕ СЫҒЫРҒА