Совет осоронан килгән традиция буйынса беҙ әле лә 1 Май көнөн байрам итәбеҙ. Заманында ул, хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө булараҡ, сәйәси маҡсаттарҙа билдәләнһә, хәҙер Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы тип атала. Нисек кенә булмаһын, ярым ирекле, ярым мәжбүри рәүештә ойошторолған халыҡ демонстрациялары тыныс, инде тамам күнегеп бөтөлгән ҡәҙимге совет тормошона ниндәйҙер бер йәнлелек өҫтәп, хатта ки ошо байрамға ғына хас йәм һәм күтәренкелек биреп торор булды. Былар хәҙер ошо ваҡыттарҙан ҡалған фотоларҙа һәм беҙҙең хәтеребеҙҙә генә ҡалды.
Быйылғы 1 Май байрамын бығаса булмаған шарттарҙа ҡаршылайбыҙ. Сәбәбе бер - коронавирус тигән яман нәмә байтаҡ халыҡты өйҙәренә бикләп ҡуйҙы. Ул, меңәрләгән кешеләрҙең ғүмерҙәрен өҙөп, бөтөн донъя кимәлендә хеҙмәт процестарына, донъя иҡтисадына ла емергес йоғонто яһаны. Һис бер көтмәгәндә тыуған хәүеф табиптарҙы һәм дәүләт етәкселәрен генә түгел, тәбиғи фәндәр менән шөғөлләнгән ғалимдарҙы, сәйәсмәндәрҙе, философ һәм политологтарҙы, иҡтисадсыларҙы һәм эшҡыуарҙарҙы, етештереү системаһын көйләүсе, хеҙмәт процестарын ойоштороусыларҙы һиҫкәндереп, йәшәйешебеҙ хаҡында өр-яңынан уйланырға мәжбүр итте. Төрлө ҡараштар булыуға ҡарамаҫтан, барыһына ла тиерлек уртаҡ булған бер фекер барлыҡҡа килде: артабан кешелек элеккесә, үҙе йәшәгән тәбиғи мөхиткә вайымһыҙ һәм уны ҡырағайҙарса файҙаланыусы ғына булып йәшәй алмаясаҡ.
Үҙем шәхсән бына нимәгә иғтибар иттем. Коронавирус тыуҙырған сир, башлыса, миллионлаған кеше йәшәүсе мегаполистарға айырыуса ҙур хәүеф тыуҙырҙы. Нью-Йорк, Лондон, Мадрид, Рим, Париж... Рәсәйҙә - Мәскәү, Санкт-Петербург. Быға һис ғәжәпләнерлек түгел, сөнки ошондай ҡалаларҙы ҡырмыҫҡа иләүе менән сағыштырып булалыр: ауылдарҙағына ҡарағанда, бындай мегаполистарҙа кешеләрҙең бер-береһе менән көн һайын яҡын контактта булыуы бик күпкә артығыраҡ бит. Бөгөн кеше өсөн иң хәүефһеҙ урын - ауылдарҙа. Ауылда һәр кемдең ҙур ихатаһы булған шәхси йорто бар, кеше һаны ла күп түгел, бында өйҙә генә бикләнеп ултырыуға бер ниндәй хәжәт юҡ. Әйтәйек, әгәр кемдер шул уҡ йоғошло сир менән ауырып китә икән, уның йортон дезинфекциялап, бергә йәшәгән бер нисә яҡын кешеһен изоляцияла ҡалдырыу ҙа етә.
Тағы ла шуныһы: ауыл кешеләрен уларҙың ғәҙәти хеҙмәтенән айырып, эш туҡтатыу мәсьәләһе лә юҡ бында. Ауыл кешеһе йә үҙ хужалығы менән булыша, йә иһә ҙур булмаған фермаға эшкә бара, һис бер хәүеф-хәтәр юҡ. Киң яландарҙа, урман-тауҙарҙа вирус тигән ғәләмәт юҡ бит инде. Тап шуның өсөн ауыл хеҙмәтсәндәре бөгөн яҙғы сәсеүгә сыға, малдарын көтөүгә алып бара, яҙғы йылы һауаға осоп сығып кинәнгән бал ҡорттарының йәшәр йорттарын - умарталарын таҙарта, йәшелсә баҡсаларында ерен эшкәртә. Иғтибар итһәгеҙ, бөгөн, ҡоротҡос вирус ҡоторонған бер мәлдә, ауыл мөхитендә йәшәгән халыҡ физик яҡтан ғына түгел, психологик күҙлектән ҡарағанда ла һәр яҡлап ҡурсаланған, тип әйтергә була.
Әҙәм балаһы ҡайҙа ғына йәшәмәһен, уға көн һайын етерлек, йәғни үҙ организмының физиологик мохтажлығын тәьмин итерлек кимәлдә аҙыҡ-түлек талап ителә. Был яҡтан да ауылда йәшәү кеше өсөн отошлораҡ: йыл әйләнәһенә ул төп аҙыҡтарға - сифатлы һөт, май, йомортҡа, ит, һәр төрлө йәшелсә, еләк-емешкә ҡытлыҡ кисермәй, үҙен дә, ғаиләһен дә натураль продукттарҙан мәхрүм итмәй. Әлбиттә, бындай етеш һәм мул тормош һәр ғаилә ағзаһының физик көс сарыф итеүен, ер эшкәртеү һәм мал аҫрау маҡсатында алып барылған көндәлек хеҙмәтен талап итә. Ауылдарҙа хеҙмәт тәрбиәһе мәктәбен үткән балалар тәбиғи мөхиттә сынығып, таҙа булып үҫә, уларҙың артабанғы үҙаллы шәхси тормошҡа әҙерлеклерәк булыуы ла беленеп-күренеп тора.
Ошо хаҡта уйланғанда совет осороноң һуңғы йылдарында, үҙгәртеп ҡороу тип аталған сәйәсәт ғәмәлгә ашырылған ваҡытта беренсе совет миллионеры булараҡ бөтөн илгә танылған Мәскәү эшҡыуары Герман Стерлигов иҫкә төшә. Ул үҙенең үтә экстравагант идеологик, дини, сәйәси, иҡтисади ҡараштары менән барыһынан да айырылып торған кеше. Стерлигов 2004 йылда Мәскәүҙәге барса эштәрен ташлап, Мәскәү өлкәһенең Можайский районындағы буш ятҡан ерҙәрен арендаға алып, унда "Слобода" тигән проект нигеҙендә ауыл хужалығы менән шөғөлләнә башлай, башҡаларҙы ла ауыл еренә күсеп китергә өндәй. Ошо сәйер миллионерҙың императив ҡараштарын ҡабул итеп булмаған хәлдә лә, уның ауыл хужалығы аша кеше шәхесенә хәл иткес йоғонто яһап, үҙгәртеп ҡороп булыуы хаҡындағы фекерҙәре күптәрҙе әле лә ылыҡтырып тора.
Бына ошо юҫыҡта тағы ла бер күҙәтеү. Һуңғы йылдарҙа баш ҡалабыҙҙың текә яр битендәге ҡарлуғас оялары кеүек береһе өҫтөнә икенселәре өймәкләнгән күп ҡатлы өйҙәрендәге фатирҙары уларҙың хужа-хужабикәләрен тамам туйҙырҙы, буғай: бик күптәр, нисек кенә булһа ла мөмкинлек табып, ҡаланан ситтәрәк булған ерҙә, үҙ йортонда йәшәү хаҡында ҡайғырта башланы. Ҡалабыҙҙан йыраҡ түгел Шамонин, Жуково, Аҡбирҙе, Нуғай һәм башҡа шундай бер-ике ҡатлы коттедждарҙан торған яңы төйәктәрҙә хәҙер Өфө кешеләре йәшәй. Ә оло йәштәгеләр иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем, бигерәк тә көндәр йылына башлау менән, ҡалаға яҡын баҡсаларға бик теләп йөрөй, үҙ ерҙәрендә баҡса эшкәртеп, үҙҙәренә, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә етерлек мул уңыш үҫтереп ҡыуана. Күрәһең, ҡасандыр ата-бабаларының төп шөғөлө булған ер эшкәртеүгә ынтылыш ҡандарында ҡалып, үҙенә күрә ошондай тәбиғәткә тартылыу көсөн хасил итәлер инде.
Ошо хаҡта уйланғанымда, коронавирус зәхмәте ил иҡтисадының төп йүнәлештәрен билдәләүсе дәүләт чиновниктарын уйландырып, уларҙың ауыл хужалығына, ғөмүмән, ауылдарға һәм уларҙа йәшәүсе кешеләргә ҡарата булған илтифатһыҙыраҡ ҡараш-мөнәсәбәттәрен тамырынан үҙгәртһен ине, тип тә ҡуям. Әлбиттә, яңы технологиялар уйлап табыу, сәнәғәтте үҫтереү, яңы завод-фабрикалар төҙөү маҡсаты нисек кенә табышлы һәм файҙалы булмаһын, һәр кемдең өҫтәле шифалы һәм барса кәрәкле микроэлементтар һәм витаминдарға бай ризыҡтан өҙөлмәүе фарыз. Ә был ауыл хужалығының барса тармаҡтарын заманса ҡора, ойоштора һәм үҫтерә алыу менән бәйле. Ил-дәүләттең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү хаҡында ла уйланмай булмай бит.
Яңы шарттарҙа Рәсәй дәүләтенең, уның идара итеүсе даирәләренең ауылға йөҙ менән боролоуы зарур. Иң тәүҙә, тәбиғәт һәм климат шарттарын, ер, һыу, урман ресурстарын иҫәпкә алып, һәр бер районда, бигерәк тә район үҙәктәрендә, ауыл хужалығы продукцияһын һаҡлау һәм эшкәртеү предприятиеларын төҙөү планлаштырылһын ине. Әлбиттә, бының өсөн ил бюджетынан әлеге ваҡыттағыға ҡарағанда 4-5 тапҡырға күберәк финанс сығымдары талап ителәсәк. Бөтөн илде гигант төҙөлөш майҙанына әүерелдереп, ауыл хужалығын, ауылдарҙы тергеҙеү эшенә миллионлаған эшсе ҡулдар йәлеп итеп буласаҡ, ә ошо өҫтөнлөклө проектты ғәмәлгә ашырыусыларға юғары эш хаҡтары түләнә икән - вахта ысулы менән эшләп йөрөүсе ир-егеттәребеҙ, хатта Себер тарафтарына китеп төйәкләнеүселәр ҙә тыуған яҡтарына ҡайтыу әмәлен эҙләй башлаясаҡ.
Ә был өр-яңы предприятиеларға киләсәктә ауыл хужалығы сеймалы етерлек булырмы һуң? Ошо һорау ҙа бар бит. Бына Башҡортостанды ғына алып ҡарайыҡ. Беҙҙәге ерҙәр - ҡара тупраҡлы, ашлыҡ культураларынан, йәшелсә-емештең һәр төрөнән, ашлама һәм агротехник саралар ҡулланып, мул уңыш алырға мөмкинлек бар. Һарыҡсылыҡ, йылҡысылыҡ, һыйыр малдарын үрсетеү, умартасылыҡ өсөн дә уңайлы шарттар етерлек беҙҙә. Тик бер нәмә генә етешмәй әлегә - кешеләрҙең хеҙмәтен уңышлы итеп ойоштора алыу. Ауыл хужалығында эшләүселәр заманса техника менән етерлек кимәлдә тәьмин ителә икән, ул хеҙмәт бик күпкә еңеләйә, уның һөҙөмтәлелеге лә бермә-бер арта барасаҡ. Әгәр ҙә Башҡортостан етәкселеге ошо хаҡта ғалимдар, иҡтисадсылар, банкирҙар һәм башҡа мәғлүмәтле белгестәр менән кәңәш ҡороп, республикабыҙҙа ошондайыраҡ милли проект төҙөп, ғәмәлгә ашыра алһа, тыуған төйәгебеҙ, пафос менән әйткәндә, сәскә атҡан гөлбаҡсаға әйләнер төҫлө миңә. Быға тик йөрьәт итә алыу һәм дә ҙур хеҙмәттәр һалыу фарыз. Шул саҡта, бәлки, "Алға, Башҡортостан, ауылға!" тигән лозунг та беребеҙгә лә һис сәйер булып тойолмаҫ ине.
Бәҙри ӘХМӘТОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА