Иғтибар итһәгеҙ, социаль селтәрҙәрҙә Рәсәйҙә коронавирус таралыуы һәм уның ҡасан иң юғары нөктәһенә етеп, ҡасан кәмеүгә табан барырын Сингапур ғалимдары фаразлауы тураһында мәғлүмәт таралды. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең Башҡортостан ғалимдары ла тотош Рәсәй һәм уның субъекттары өсөн математик анализға ҡоролған фараз проектын эшләне һәм сайт булдырҙы. Был эш менән шөғөлләнеүсе ғалимдарҙың береһе, медицина фәндәре докторы Нәүфәл ЗАҺИҘУЛЛИН менән бөгөн ошо һәм коронавирусҡа ҡағылышлы башҡа мәсьәләләр хаҡында һөйләшәбеҙ.
Медик булараҡ, бөгөнгө хәл-торошто нисек баһалайһығыҙ: халыҡ коронавирустың етдилеген һәм хәүефен тулыһынса аңлаймы, әллә һаман да "миңә теймәй ул" тип уйлаймы?
- Һәр ваҡыттағыса инде: ниндәйҙер өлөшө аңлай, ҡалған өлөшө һаман да битарафлыҡ күрһәтә. Мәҫәлән, социаль селтәрҙәрҙә булһынмы, мәҡәләләрҙәме, ҡайһы бер комментарийҙарҙа: "Был бары тик заговор ғына", "Ә бына был академик икенсе төрлө уйлай" һәм башҡа ошоға оҡшаш фекерҙәр бик күп. Үкенескә күрә, аңлау һуңлап килә. Мәҫәлән, барыбыҙға ла билдәле Лев Лещенко. Ул да, вирус миңә ҡағылмай, тип тапшырыуҙарҙа ҡатнаша, ҡунаҡҡа йөрөй ине. Үҙе пневмония менән дауаханаға эләккәнсе пандемияны инҡар итте. Шуның кеүек, кеше үҙенең башына төшмәйенсә аңламай шикелле.
Һеҙ Өфө дәүләт авиация техник университеты ғалимдары менән берлектә вирустың таралыуына математик анализ эшләп, пандемияның Башҡортостанда иң юғары нөктәһе ҡасан буласағын иҫәпләйһегеҙ...
- Ысынлап та, Өфө дәүләт авиация техник университеты (профессор С. В. Новиков) һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты (профессор В. Н. Новиков) ректорҙары араһында ошо хаҡтағы меморандумға ҡул ҡуйылды һәм төбәктә яңы коронавирус инфекцияһы таралыуҙы фаразлау һәм математик моделләү буйынса проект офисы булдырылды. Авиация университетынан проектҡа доцент, техник фәндәр кандидаты Ирина Лакман етәкселек итә, медицина университеты яғынан - мин. Бында шуны ла билдәләп китергә кәрәк: математик моделләү - һәр ваҡыт үҙгәреп торған процесс, һәр көн яңы мәғлүмәттәр индерелә, моделдәр үҙгәртелә. Һәм, әйтергә кәрәк, был коммерция проекты түгел, ә һәр кем үҙ теләге менән, ирекмән сифатында эшләй. Беҙҙең бурыс эпидемия пигын билдәләп, сирҙең платоға сығыуын, йәғни сирләүселәрҙең һаны артмай ҙа, кәмемәй ҙә туҡтап торған мәлде билдәләү. Бындай моделдәрҙе беҙ Башҡортостан өсөн генә түгел, Рәсәй, илдең башҡа субъекттары өсөн дә эшләйбеҙ. Иң юғары нөктәне һәр субъект үҙенсә үтәсәк. Пикты беҙ 11-12 майҙа булыр тип фаразлағайныҡ, әле шул кимәлгә еттек. Һуңғы фаразыбыҙ буйынса был ваҡытта сирле пациенттар һаны көнөнә 80-90 (+-10) кеше булырға тейеш ине. Әлеге мәлдә шуны күҙәтәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта, дауаланып, һауығып сығыусылар һаны ла арта бара, тимәк, беҙ ыңғай трендта. Әммә шуныһы бар - плато 1-2 аҙна дауам итәсәк әле. Беҙҙең фараздар менән covid-fore cast.ru сайтында танышырға мөмкин, унда һөҙөмтәләр яҙылып бара. Һәм әлегә фараздар 98 (+-) процентҡа тап килә, тайпылыш 2 (+-) процент тәшкил итә.
Интернетта Сингапур ғалимдарының Рәсәй буйынса үткәргән коронавирустың таралыу фаразын йыш күрергә тура килә. Тәүҙә улар ауырыу пигын бер ваҡытта күрһәтә ине, хәҙер июнгә күсерҙе, хатта һуңғы мәғлүмәттәрендә август тип тә билдәләнеләр. Был фейкмы, әллә улар ҙа үҙ тикшеренеүен алып барамы?
- Коронавирустың таралыуы һәм уның менән сирләүселәр буйынса математик модель эшләүе ауыр түгел. Әммә дөрөҫ һәм ысынбарлыҡҡа тап килгәнен эшләү, киреһенсә, еңел түгел. Ул бик күп факторҙарға бәйле, шуға күрә уға аҙна һайын төҙәтеүҙәр индерелә. Мәҫәлән, карантинды ҡәтғиләштерһәләр - күрһәткестәр үҙгәрә, теҙгенде саҡ ҡына бушатһалар - тағы ла үҙгәрештәр барлыҡҡа килә. Шуға күрә, бер тапҡыр өс айға фараз эшләнең дә, сир шуға ярашлы ғына үтәсәк, тип әйтеп булмай.
Белеүебеҙсә, республикала тап дауалау учреждениелары инфекция сығанағы булып торҙо. Быны алдан күреп, сирҙең Башҡортостан буйынса таралыуын иҫкәртеү мөмкин инеме?
- Коронавирус бик яуыз һәм үҙен башҡа вирустар кеүек түгел, ә бик агрессив тота. Ул быға тиклем булған концепцияларға тап килмәй тиерлек. Эш шунда - ниндәй генә медицина учреждениеһы булмаһын - ул кешеләр, сирлеләр, бик йыш ковид сире буйынса хәүеф төркөмөнә ингән оло йәштәгеләрҙең күпләп йөрөгән урыны. Моғайын, хаталар ҙа булғандыр, әммә хәл-торош тиҙ үҙгәрҙе һәм уны ул ваҡытта булған инструкциялар сигендә тотоп булмағандыр, күрәһең. Бынан тыш, тестар менән тотҡарлыҡтар булыуы ла үҙ йоғонтоһон яһамай ҡалмағандыр.
Күптәр ҡурсаланыуҙа ултырып ялҡты. Байрамдарҙа ла урамда халыҡ күп йөрөнө, күптәре битлекһеҙ булды. Хатта ауылға - ата-әсәләре янына ла ҡайттылар. Аныҡ билдәләре күҙәтелмәгәс, күптәр үҙен яҡшы тойоуға ҡарамаҫтан, вирус йөрөтөүсе булыуы һәм был хаҡта белмәүе лә ихтимал. Бер ни тиклем ваҡыттан сирҙең икенсе тулҡыны күтәрелмәҫме, әллә йәмғиәттә коллектив иммунитет барлыҡҡа килеп өлгөрҙөмө икән?
- Икенсе тулҡын көтөлмәй, әммә был сирләүселәр ҙә булмаясаҡ тигәнде аңлатмай. Әлбиттә, урындарҙа яңы усаҡтар тоҡанып торасаҡ, бигерәк тә быға тиклем күҙәтелмәгән урындарҙа, мәҫәлән, дауаханаларҙа, хәрби учреждениеларҙа, төрмәләрҙә һ.б. Әммә улар глобаль характерға эйә булмаясаҡ. Вирустың мәкерен һәм унан нимәләр көтөргә икәнен әле тулыһынса берәү ҙә белмәй, шуға күрә уның тап һине урап үтеренә лә ныҡлы ышаныс юҡ.
Шулай ҙа, тиҙҙән коллектив иммунитет барлыҡҡа килер, тип өмөтләнәбеҙ. Оҙайлы ваҡыт үткән һайын, теләйбеҙме, юҡмы, күберәк кеше вирус менән бәйләнештә була. Иммунитет шулай барлыҡҡа килә лә инде. Әгәр популяцияла 30 проценттың теләһә ниндәй ауырыуға иммунитеты булһа, был сир үҙенән-үҙе туҡтай. Әлбиттә, бер тапҡыр ауырыусылар араһында ул ҡабат-ҡабат ҡабатланырға мөмкин, әммә киң күләмдә һәм күпселек араһында түгел.
Шулай итеп...
12 майҙан илдә һәм Башҡортостанда граждандарға ирекле хәрәкәт итеүгә рөхсәт бирелде. Әммә был, халыҡ әйтмешләй, үҙеңде бәйҙән ысҡынғандай тоторға кәрәк тигәнде аңлатмай. Битлек һәм һаҡланыу режимы һаман да дауам итәсәк әле һәм уның ҡасан тулыһынса ябылыуын берәү ҙә белмәй. Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тигән хәҡиҡәтте һәр кем иҫендә тотһон ине. Халыҡтың аңлылығы кимәлен асыҡлауға һынау артабан дауам итә.
Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА