«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"СЕЛТӘР" САҢ ҠАҒА: МИЛЛИ КЕЙЕМЕБЕҘҘЕ ТӨП НӨСХӘЛӘ ТЕРГЕҘӘЙЕК!
+  - 


Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Халыҡ ижады үҙәге эргәһендә "Селтәр" башҡорт милли кейеме студияһы ойошторолоуға биш йыл. Ошо арала "Урал" галереяһында был ижади төркөм ағзаларының ҡул эштәре күргәҙмәһе булып үтте. Студияның ойоштороусыһы һәм етәксеһе Гөлгөнә Баймырҙина өсөн был "бик өмөтлө һәм булдыҡлы оҫталарҙың йыйыны, уларҙы берләштергән уй-маҡсат изге: башҡорт милли кейемен тергеҙеү". Биш йыллыҡты йомғаҡлау күргәҙмәһенән һуң "Киске Өфө" гәзите редакцияһына студия ағзалары Фатима ХӘЙРЕТДИНОВА менән Әлфиә ӘХТӘРИЕВАНЫ саҡырып, әңгәмә ҡорҙоҡ.

Башҡорт ҡатындары башлыса көмөш таҡҡан, сыңлап торған көмөш аҡсаны тишеп, сәсмәү, ҡашмау, елән, камзул, хәситә, дәүәт, гәләбаш, һағылдырыҡ теҙеп яһаған. Башҡорттоң сулпыһы, ҡәмәре (ирҙәр ҡайышы), ҡаптырмаһы һ.б. көмөш тәңкә һәм көмбәҙҙәр менән биҙәлгән. Көмбәҙ махсус эшләнгән - уға ырып аяттар, теләк-алғыштар, хатта исем-тарихтар теркәлгән. Элекке шикелле шау көмөштән булған кейем өлгөләрен бөгөн дә эшләргә мөмкин, бары тик шундай ҡиммәтле биҙәүестәр генә ысын иғтибарға лайыҡ була ала. Был фекер менән килешәһегеҙме?

Фатима Хәйретдинова:
Әлбиттә, шулай. Тик бөгөн мәсьәлә ҡатмарлыраҡ: биҙәүес яһар өсөн тейешле гәрәбә, ынйы-мәрйен, көмөш тәңкәләр табырмын тимә. Тәүге мәлдә бына шундай материалдарҙы тапмай бик аптырандыҡ. Мәрйендәрҙе Мәскәүгә барып алдыҡ, Каховка метроһында 11 ҡатлы баҙар бар, шунда боронғо биҙәүестәргә яҡын сифатлы ҡортбаш, гәрәбә, мәрйендәр осрай. Силәбенән Акулов тигән оҫта ла килтереп һата, уның мәрйендәре күпкә ҡыйбат, ләкин уныҡы ысын мәрйен, уҡа-позументтары, француз яулыҡтары ла бар... Ышанабыҙ, ул башҡорт милли кейемен ярата, башҡорт биҙәүестәре, кейемдәре менән ихлас ҡыҙыҡһына, бик күп белә, беҙгә аңлата, ярҙам итә.
Башҡорт милли кейемен һәм биҙәүестәрен тергеҙеүсе оҫталарҙы тейешле материал менән тәьмин итеүҙә республиканың Еңел сәнәғәт министрлығының, Сәнәғәт палатаһының да ярҙамы мотлаҡ кәрәк. Мәҙәниәт министрлығының Халыҡ ижады үҙәге генә был мәсьәләне хәл итә алмай. Бер дөйөм үҙәкләштерелгән урын булһын ине ул. Ниндәй материал кәрәк, шунда тупланыр ине, беҙгә кәрәкле нәмәләрҙе һатыусылар үҙҙәре килтереп ауҙарыр ине, хаҡы ла арзаныраҡ булыр ине.
Әлфиә Әхтәриева: Ошондай тәү ҡарашҡа ваҡ һымаҡ тойолған, әммә хәл ителмәгән проблемалар бик күп, шуға ла Башҡортостанда этнографик кейемдәрҙе тергеҙеү бик ауыр бара. Быны мин үҙемсә былай тип аңлайым: быуындар бәйләнеше өҙөлгән, бөгөн милли кейем кейергә теләгән һәм уны тегергә тотонған быуын ул кейемде төп нөсхәһендә бөтөнләй күрмәгән, йәғни хәҙерге йәштәрҙең генә түгел, хатта урта быуындың да ата-әсәһе лә, өләсәй-олатаһы ла милли кейемде бөтөнләй кеймәгән. Беҙҙең быуын - 1950-1965 йылғылар. Башҡорт кейемен сәхнәләрҙә, кинола, театрҙа, музейҙа ғына күрҙек. Кемдәрҙәлер өләсәйҙәрҙең бер-ике тәңкәһе, сулпыһы, иҫке камзулы йә еләне ҡалғайны. Улары ла әрһеҙләнеп ятты, йә сүплеккә ташланды.

Башҡорт ҡатындарының көмөш биҙәүестәре йөк-йөк итеп хөкүмәткә тапшырылған, йә трактор, йә танк төҙөү өсөн йыйып бирелгән бит инде ул... Рәссам-дизайнер Роза Рафиҡ ҡыҙы Юлдашбаева әйтмешләй, Башҡортостанда айырым "Оҫталар мәктәбе" булһа, исмаһам, милли кейемдәребеҙҙе дөрөҫ эшләргә өйрәнер инек. Бөгөн үткәрелгән оҫталыҡ дәрестәре үҙҙәрен бик аҡламай, улар бары тик башланғыс өлгө-үрнәк була ала. Ҡыҙыҡ, Сыуашстанда сигеү сәнғәте буйынса тотош институт эшләй, йөҙәрләгән китап-әсбаптар баҫтырылған. Татарстанда ла нағыштың, сигеүҙең ниндәй генә төрҙәрен өйрәтмәйҙәр, ҙур-ҙур курстар эшләй, альбом-каталог-дәреслектәр бар. Ҡаҙағстан менән Үзбәкстан сәнәғәт кимәлендә милли биҙәктәрен күрһәтеү, таратыу, ҡулланыу менән байып-кинәнеп йәшәй. Ә ниңә тап беҙҙә, Башҡортостанда, әллә күпме төрлө, ҡыҙыҡлы, кәрәкле башҡорт сигеү-ҡайыу-нағышы (беҙҙә был кәсептең ундан артыҡ төрө бар!) була тороп, был шөғөл шул хәтле артҡа ташланған, юғалтыу һәм юҡҡа сығарыу сигенә еткерелгән?

Әлфиә Әхтәриева:
Мин үҙем Ҡаҙағстанда тыуып-үҫтем. Чимкент өлкәһендә бөтә халыҡ милли кейемдә йөрөй. Йәше лә, ҡарты ла этнографик кейемде белә һәм кейә. Һәм 2000 йылдарҙа Ҡаҙағстанда "Ҡаҙаҡ халыҡ кейеме" көнө иғлан ителгәс, һатыусы ла, уҡытыусы ла, ғалимдар ҙа, илдең етәкселәре лә ҡаҙаҡса кейенеп йөрөнө... Ни өсөн шулай анһат хәл ителә был һорау? Сөнки улар үҙҙәренең кейеме менән бала саҡтан таныш: һәр ҡайһыһы уны өйөндә булһа ла кейә. "Ҡаҙаҡ кейеме байрамы" тәү башлап Ҡаҙағстанда үтте, шунан был башланғысты Татарстан, Сыуашстан, Удмуртия күтәреп алды, тағы ла әллә ҡайҙарҙа гөрләп үтә бындай байрамдар. Һәр урында ул саралар республикаға исем биргән халыҡтың атамаһы менән бергә исемләнә.
Ә беҙҙә, Башҡортостанда, хәл икенсерәк. Тәүге тапҡыр милли кейем байрамы 2016 йылдың июль айында үтте, ул "Башҡорт кейеме көнө" тип иғлан ителде. Икенсе йылда ул йәнә ойошторолдо, тик ни өсөндөр исеме "Милли кейем байрамы" тип үҙгәртелде. Өсөнсө йылда ла ул "Милли кейем байрамы" булып ҡалды. Ниңә ул сара Башҡортостанда "Башҡорт кейеме байрамы" исеме аҫтында үтә алмай? Беҙ тағы ҡайҙа барып үткәрә алабыҙ бындай байрамды? Бөтә донъя фольклориадаһына арнаптыр инде, быйыл да ике "Милли кейем байрамы" үткәреләсәге иғлан ителгәйне. Тағы төшөп ҡалды "башҡорт" тигән һүҙ. Пандемияға бәйле, был сараның беренсеһе апрель башында онлайн үтте. Иғтибар иттегеҙме икән: ул бит ойоштороусылар ихтыярынан тыш тап беҙ теләгәнсә, "Башҡорт милли кейеме" байрамы төҫөн алды, сөнки унда башҡорт милли кейеме өлгөләрен һынландырған сығыштар, фотоһүрәттәр, видеолар өҫтөнлөк итте. Тимәк, ошо Хөкүмәт кимәлендә билдәләнгән байрамдарҙың береһе мотлаҡ "Башҡорт милли кейеме" тигән баш аҫтында үтергә тейеш!

Республика "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары көсө, аҡсаһы, хәстәрләүе менән урындарҙа милли башҡорт кейемен тергеҙеү буйынса эш күптән бара. Ысынында, республикала был эште улар башланы ла инде. Тергеҙеү тарихи дөрөҫлөк, художестволы зауыҡ һәм сама белеү тигән төп принциптарға нигеҙләнә. Әле ағинәйҙәр "Хаталар өҫтөндә эш" акцияһы иғлан итте, маҡсат - һәр ырыу, һәр төбәк үҙенә хас булған, үҙенсәлектәре һәм эшләнеше традицияға тура килгән кейемдәрҙе әҙерләһен, белһен, таратһын!

Фатима Хәйретдинова:
Был бик урынлы һәм дөрөҫ эш: тик һәр ырыуҙың костюмын белгестәр, ғалимдар, рәссамдар, сәнғәт белгестәре, тарихсылар бергәләп раҫлаһын ине. Йәки Өфөләге оҫталарға төбәктәрҙәге белгестәр һәм оҫталар менән бәйләнеш тотоп, аҡса бүлеп һәм ваҡыт биреп, һәр ырыуҙың кейемен әҙерләргә ҡушырға була, шул саҡта "Башҡорт кейеме байрамы" ырыуҙарҙың өлгөлө кейемдәрен күрһәтә алыр ине.
Беҙҙең "Селтәр" студияһына ла пенсия йәшендәге, төрлө һөнәр ҡатын-ҡыҙҙары йөрөй. "Ағинәй" йәмғәт ойошмаһы ағзалары кеүек үк, бөтә сығымдарыбыҙҙы бары тик үҙ кеҫәбеҙҙән ҡаплайбыҙ. Тауарын да алабыҙ, биҙәүескә кәрәк-ярағын да... Ҡайһыларыбыҙ тәүҙә энә лә тота белмәй ине, яйлап милли биҙәүес эшләргә өйрәндек. Аяныс һәм көлкө хәл был: тағы нисә йыл башҡорт кейемен тергеҙеүҙе аҡсаһыҙ пенсионерҙарға, ағинәйҙәргә тапшырып, тыныс ҡына "Милли кейем байрамдары" үткәреп ултырырҙар икән? Ғәрлек түгел микән аҡса өҫтөндә ултырған министрлыҡтарға? Еңел сәнәғәт министрлығы, Сәнәғәт палатаһы һәм тағы әллә күпме учреждениелар башҡорт мәҙәниәте үҫешенә тейешле өлөш индерергә тейеш түгелме икән ни? Документтарҙа һәм отчеттарҙа барыһы ла барҙыр, ә ысынында - "король шәрә!" Ысынында, беҙҙә башҡорт милли кейеме Хөкүмәт кимәлендә тергеҙелмәй!
Әлфиә Әхтәриева: Беҙҙә милли кейемде тергеҙеү юҡ, тиһәң, ҡайһы берәүҙәр сәсрәп ҡаршы сыға. Ана, сәхнә тулы милли кейем, тиҙәр. Ләкин сәхнәләге - ул сәхнәләгесә, күберәк стилләштерелгән кейемдәр. Беҙгә кисекмәҫтән башҡорт милли кейемен төп нөсхәһендә тергеҙеү эшенә тотонорға кәрәк. Әлегә был эште, эйе, республика ағинәйҙәре генә алып бара.
Фатима Хәйретдинова: Республика Халыҡ ижады үҙәге беҙгә, Өфөләге берҙән-бер "Селтәр" студияһына, бөтә был эштәрҙе алып барырға бер нисек тә ярҙам итә алмай - ни аҡса юҡ, ни йыйылырға урын юҡ. Шәһит Хоҙайбирҙин музейында йыйыла торғайныҡ, ремонтҡа ябыла тип, бүтәнсә индермәнеләр. Һирәкләп Кустарный урамындағы Мәҙәниәт йортона йыйылабыҙ, тик беҙ хужа ла түгел, ҡунаҡ та түгел, бер кемгә кәрәкмәгән муйнаҡ хәлендәбеҙ. Ун квадрат метрлы ғына бер аулаҡ бүлмәбеҙ булһа, исмаһам, шул да етер ине. Ә бит берәй тантана булһа, беҙҙе эҙләй башлайҙар. Бөтә ҙур ҡунаҡтарҙы ҡаршылайбыҙ, балалар менән осрашыуҙарға, яҙыусыларҙың ижад кисәләренә, китапханаларға, хатта яҡын-тирә район ауылдарына сығып китәбеҙ - үҙ аҡсабыҙҙы түләйбеҙ, машина булмаһа, такси яллайбыҙ! Бер ниндәй ярҙамһыҙ күпме йөрөп була? Күреп-ишетеп торабыҙ, күп райондарҙа мәҙәниәт йорттарында, китапханаларҙа "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзаларына айырым бүлмәләр бүленгән. Беҙ ҙә бик ҡыуаныр инек ундай махсус йыйылыр урыныбыҙ булһа. Мәҙәниәт йорттарында, "Торатау" Конгресс-холында ла урындар етерлек - баш ҡалала берҙән-бер юҡтан бар булған башҡорт кейеме "Селтәр" студияһы өсөн берәй бүлмә бүленергә мөмкиндер бит?

Ағинәйҙәр бөгөн "Хаталар өҫтөндә эш" алып бара, тинек. Һеҙ беҙҙең милли кейемдәрҙә ниндәй хаталар күрәһегеҙ?

Әлфиә Әхтәриева:
Өфөгә беҙ, башҡорт тигән боронғо халыҡтың төрлө ырыуы кешеләре, төрлө яҡтан, төрлө төбәктәрҙән йыйылғанбыҙ. Һәр кемебеҙҙең ырыуыбыҙға хас үҙ кейем үҙенсәлектәре бар. "Селтәр" студияһына йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙар ҙа төрлө ырыу вәкилдәре һәм милли кейем тураһындағы күҙаллауыбыҙ ҙа айырыла. Беҙ тәүҙән үк ошо үҙенсәлектәрҙе өйрәнеүгә тотондоҡ. Был ифрат та ҡыҙыҡлы һәм ижади эш булды.
Мин телевизорҙы һирәк ҡарайым. Йыш ҡына ирем зәңгәр экран янына саҡыра: "Кил! Һинең әбейҙәреңде күрһәтәләр!" Милли кейем кейгән башҡорт ҡыҙҙары, инәйҙәре аҡыллы итеп сығыш яһай, дәртле итеп бейей, моңло итеп йырлай, иманлылыҡ-тәүфиҡ йөҙҙәренә сыҡҡан. Ләкин бер нәмә күңелде ҡыра: кейемдәре! Уларҙың ҡайһы берәүҙәре башҡорт милли кейемен шул хәтле боҙоп, сыбарлап, бутап кейә. Саҡ ҡына ла музейҙарҙағы өлгөләргә, китаптарға күҙ һалмайҙар микән? Телеэкранға сығарыр алдынан уларҙы бер кем тикшермәй, кәңәш итмәй, иләктән үткәрмәй, күрәһең. Ә телевидение аша бөтә ғәмгә күрһәтеп, улар күпме кешенең зауҡын боҙа, башын бутай, халыҡтан көлдөрә! Был хәлде мин үҙ милләтеңде хөрмәт итмәү тип ҡарайым. Милли кейемгә изге нәмә тип ҡарамауҙан был. Беҙ нимәгә изге тип ҡарайбыҙ? Тәбиғәткә, йырҙарыбыҙға, ҡурайға, аттарыбыҙға, шәжәрәбеҙгә, эпостарыбыҙға, ләкин беҙ милли кейемебеҙгә изге тип ҡарауҙы онотҡанбыҙ, сөнки тамғаларыбыҙҙы, орандарыбыҙҙы ла онотҡанбыҙ. Беҙ тыуған тәбиғәткә изге тип ҡарайбыҙ. Ерҙе һөрәм, сәсәм-урам, тип шапырынмайбыҙ, ерҙе яратам, һаҡлайым, яҡлайым, тип йән атабыҙ. Тау-һыуҙарыбыҙҙың именлеген ҡайғыртабыҙ, телебеҙҙе һаҡлайбыҙ, йырҙарыбыҙҙы боҙмайбыҙ, эпосыбыҙҙы ятлайбыҙ, шәжәрәбеҙҙе өйрәнәбеҙ, ҡурайыбыҙҙы яҡлайбыҙ. Әлхәмдүлиллаһ, шулай булырға тейеш, ә ниңә милли кейемдәребеҙҙең төп нөсхәһендә тергеҙелеүенә битрафбыҙ? Быуаттар буйы уйланған һәм һаҡланған биҙәктәребеҙ баяғы тамғаны ла, тарих-шәжәрәне лә, йыр-моңдо һәм милли зауыҡты ла сағылдыра бит, ә уларҙы "уңған һәм булдыҡлы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары һаҡлап ҡалған" (ошо хаҡта ғалим Круковский 1901 йылда уҡ әйткән).
Бөгөн беҙгә милли кейемдәребеҙҙе, биҙәүестәребеҙҙе өйрәнергә юл асылғайны, башланды ығы-зығы: теләһә ниндәй материал, килешмәгән-булмаған биҙәктәр һәм деталдәр, уйлап сығарылған биҙәүестәр! Туҡтағыҙ, тәүҙә ентекләп-төпсөрләп өйрәнегеҙ, шунан "башҡорт биҙәүесе", "башҡорт кейеме" тип кешегә күрһәтерһегеҙ, тиәһе килә. Шундай ҙа дорфа "оҫталар" табылды, ниңә улай боҙоп эшләйһең йәки булмағанды тегәһең, тигән шелтәгә бик йәтеш яуап табалар: "Был - минең фантазия, ижади осош, ҡамасаулама!" Ә ниңә тап башҡорт милли кейеме хәҙер килеп ниндәйҙер баламуттарҙың ижади эксперимент майҙанына әйләнеп китергә тейеш? Бер халыҡтың да кейеменән шул хәтле көлмәйҙәр, уны үҙгәртеп, төрлөсә өҫтәп-шапыртып, аҙағынан, "был - милли, мин шулай хәл иттем, интуициям, хыялым, фантазиям", тимәйҙәр. Ундай эштәрҙең урыны - махсус фәнтәзи дизайнер конкурстарында, ә этнография менән бәйле урында түгел. Йәнегеҙ нисек теләй, шунса фантазия ҡороғоҙ, ләкин һәр бер "яңы асыш"ты башҡорт кейеменә таҡмағыҙ. Барыһы ла томаналыҡтан, битарафлыҡтан килә. Һәммәһе лә беҙҙә башҡорт кейемен кәмһетеү, аңламау, хөрмәт итмәү хаҡында һөйләй. Башҡортостанда хәлдәр шулай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.

Әлбиттә, беҙ тикшергән мәсьәлә Мәҙәниәт министрлығының иғтибарынан бөтөнләй үк ситтә тип әйтеп булмай. Халыҡ ижады үҙәге янындағы "Урал" галереяһында милли кейем буйынса конкурстар, конференциялар уҙып тора. 2008 йылда Өфөлә "Селтәр" башҡорт сәхнә кейеме фестивале үтте, унда баш ҡаланан һәм төрлө район-ҡалаларҙан башҡорт сәхнә кейемен тегеү менән шөғөлләнгән утыҙҙан ашыу ателье һәм студиялар ҡатнашты. Икенсе "Селтәр" фестивале республика Милли музейында үтте (2011). Артабан Мәсетле районында "Һомай" башҡорт милли кейемдәре фестивале (2014), Өфөлә "Гөлстан" башҡорт милли кейеме фестивале (2019) булып уҙҙы. Бындай йүнәлештәге конкурстар "Торатау" Конгресс-холында үтеп тора (2019). Ләкин студияларҙың эше күренмәй, ни өсөн?

Әлфиә Әхтәриева:
Яуап бик ябай. Беҙҙә бер төптән эшләү, ғилми үҙәкләштереү булмағас, тырым-тырағайлыҡ, дилетантлыҡ, башбаштаҡ күренештәре тулып ята. Дизайнерҙар кемуҙарҙан "ижади осош" өсөн ярыша башлай, әйтерһең дә, улар өсөн "башҡорт милли кейемдәре - заман шауҡымдары менән тултырып ҡыуыҡ осора торған ярыш, уйын майҙаны". Кейемде тергеҙеүҙәге төплө халыҡсанлыҡ - традиция ҡиммәттәре, тарихи дөрөҫлөккә тура килгән эстетик зауыҡ һәм бөгөнгө көн талабына яуап бирерлек сама белеү тойғоһо онотола. Ә тап шулар һәр бер яңы өлгөнө замандаштарға күрһәтерлек итергә тейеш бит. Әгәр кейем йәки биҙәүес беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙа ниндәйҙер эске ытырғаныу, аңлашылмаған һорауҙар, екһенеү һәм ышанмау хисе уята икән, уларҙы кешегә тәҡдим итеү - хилафлыҡ.

Күптән түгел Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының яңы күрһәтмәләре республика район һәм ҡала мәҙәниәт бүлектәренә таралды: милли кейем, милли тәрбиә һәм халыҡ йолаларын тергеҙгән ағинәйҙәрҙең эшен, фольклор төркөмө булараҡ сығыштарын урындағы мәҙәни тормоштан айырмаҫҡа, бергә алып барырға, уларға юл һәм ойоштороу сығымдарында ярҙамлашырға ҡушылды.

Әлфиә Әхтәриева:
Милли кейемде тергеҙеүселәрҙең тағы бер ҙур теләге бар. Белем етешмәй, уҡыу етешмәй беҙгә. Китаптар етешмәй. Шитованың китаптарын табырлыҡ түгел, район китапханаларында булғаны күптән айырым кешеләргә таралып бөткән. "Киске Өфө" гәзите бындай китаптарҙы башҡортсаға ауҙарып баҫтыра, ләкин гәзит варианты ғына бик аҙ. Тимәк, беҙ китапһыҙ, компасһыҙ, ғалимһыҙ томаналар хәленә ҡалып барабыҙ. "Китап" нәшриәте милли кейемдәр буйынса киң халыҡҡа таратырлыҡ уңайлы һәм арзанлы китапсыҡтар сығарһын ине лә бит. Шитованың китабы яңынан баҫылһын ине. Сөнки тап ғилми баҫмалар ғына һәр кем ынтылған тарихи дөрөҫлөктө, традицион юлды, зауыҡты һәм саманы табыуға иң ышаныслы сара булып тора.
Фатима Хәйретдинова: Ырыуҙарҙың кейемен тергеҙеү һәр оҫтанан башлана: күрәләтә боҙоу, бутау, сыбарлау, халыҡтың башын әйләндереүгә юл ҡуйылмаһын ине. Бигерәк тә яңы өйрәнергә тотонған ҡайһы берәүҙәр бер-ике рәт кенә мәрйен теҙә лә алюмин тәңкәләр тегә һала һәм шул ярты-йорто мәғәнәһеҙ эшен "башҡорт биҙәүесе", "башҡорт һаҡалы" тип иғлан итеп, башҡаларға һатырға-таратырға ашыға. Ундай "оҫталарға" әйтер инем: ашыҡмағыҙ, белер-белмәҫ, тулыр-тулмаҫ "биҙәүестәр" менән бөгөнгө йәштәрҙең һәм ысын этнографик кейемгә ынтылғандарҙың юлын ҡыймағыҙ, күҙен быумағыҙ. Белгестәр йәки зауыҡлы кешеләр аңлатып йә үтенеп әйтә тороп та, һаман халыҡҡа үҙ ярты-йорто эшен "башҡорт биҙәүесе" тип тағырға маташҡандарҙы туҡтатырға кәрәк.
Әлфиә Әхтәриева: Эшләһәгеҙ, бик хуп, тик башта бик ентекләп өйрәнеп, белгестәр менән, китаптар менән кәңәшләшеп, шунан ғына еренә еткерелгән һаҡал йә селтәрҙе халыҡ алдына сығарығыҙ, тиер инем мин ундайҙарға. Зинһар, арзан ҡытай тәтәйҙәре һатҡан "алыпһатарҙар" кеүек ҡыланмағыҙ. Һеҙ бик ҙур эш башлағанһығыҙ - "төрки халыҡтар араһында иң бай, иң төрлө, иң мәғәнәле башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейемдәрен" (Сергей Руденко һүҙҙәре, 19-сы быуат) тергеҙеү дәүеренә аяҡ баҫҡанһығыҙ. Болғансыҡ һыуҙа балыҡ тотҡандай, әлегә был эшкә төплө дәүләт ҡурсыуы, яуаплы етәкселәр, эрудициялы белгестәр, ентекле ғалимдар, каталоглы китаптар етешмәүҙән файҙаланып, тишек бер тин аҡсаға алданып, башҡорт биҙәүестәрен теләһә ҡалай эшләүгә тотонған кешеләрҙе үрсетмәгеҙ.

Шулай итеп...
Тормош үҙгәрмәй тормай, бында әйтелгән фекерҙәр күптән йәшәй, һәр кемдең күңелендә, телендә был теләктәр йыйылған, хатта Хөкүмәт етәкселәре, Мәҙәниәт министрлығы етәкселәре лә быны күрә. Сәхнә кейеме һәм стилләштерелгән кейемдәр үҙ яйына заман талабына ярашлы эшләнә. Ә беҙ традицион кейемдәрҙе дөрөҫ тегеү, башҡорт биҙәүесе тигән талапҡа яуап бирерлек һаҡал, селтәр, яға һәм башҡа биҙәүестәр эшләү тураһында һүҙ алып барабыҙ. Башҡорт ҡалпағы, һарыуысы, таҫтары, еләне, камзулы һ.б. хаҡында төплө мәғлүмәтле ысын оҫталар менән осрашҡыбыҙ килә, уларҙың эштәрен ил менән бергә баһаларға, бергә шатланырға, байрам итергә ниәтләйбеҙ. Мәҙәниәт министрлығы ағинәйҙәрҙең "Хаталар өҫтөндә эш" тигән хәрәкәтен хуплап ҡаршы алды. Республикала милли башҡорт кейемен тергеҙеүҙе изге эш тип һанау, был эшкә яуаплы ҡарау торған һайын көсәйә. Тик был хәрәкәт ҡулы эш белгән оҫталар төркөмөн "Оҫталар мәктәбе"нә берләштереп, дөрөҫ йүнәлеш кенә алырға тейеш.

Сәрүәр СУРИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.05.20 | Ҡаралған: 739

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru