Башҡортостандың коронавирус менән ауырыған 60-тан ашыу кешеһе "ковидҡа ҡаршы" плазма тапшырған. Араларында быйыл яҙғыһын COVID-19 усағы булыуы менән билдәле Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы медиктары ла бар.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Республика ҡан тапшырыу станцияһында ҡан тапшырыусылар менән әңгәмәләшә. Уларҙың береһе Республика клиник дауаханаһының 32 йәшлек табип-реаниматологы, өс бала атаһы Тимур Урманов. "Миңә бүлек мөдире шылтыратып, эшкә сығырға тигәс, сыҡтым һәм шунда ҡалдым, - ти ул. - Вахта тамамланырға өс көн ҡалғас, анализдарым ыңғай һөҙөмтә бирҙе. Ул ваҡытта үҙемде әллә ни насар тойманым, һуңынан ғына температура бер аҙ күтәрелә башланы - 37,3-37,5 булды. Мин ауырыуҙы еңел үткәрҙем. Ике тапҡыр КТ үттем, тикшереүҙәр хроник бронхит күрһәтте, бәхеткә күрә, тиергә кәрәк, пневмония табылманы. Эште дауаланыуға алмаштырҙым: коллегаларым тикшереп торҙо. Бактерияға ҡаршы терапия үттем. Эргәлә "ауыр" сирлеләр булды, улар реанимацияла, ИВЛ аппаратында ятты. Был шул тиклем ҡурҡыныс. Сир, ғәҙәттәге пневмониянан айырмалы, бер төрлө генә бармай, тиҙ тарала, тиҙ йоға. Кеше яҡын арауыҡта икенсе кешенән һә тигәнсе ауырыу йоҡтороуы мөмкин. Хроник сирҙәре булған пациенттар, бигерәк тә шәкәр сирлеләр, яман шеш менән ауырыусылар коронавирусты ауыр үткәрә, уларҙы дауалауы бик ауыр.
Дауаланып сыҡҡандан һуң 14 көн ҡурсаланыуҙа булдым һәм һуңынан тағы ла эшкә сыҡтым. Хәҙер икенсе вахта тамамланды. Балаларҙы күрмәй торғас, ҡыйын, һағындыра. Телефон аша, видеобәйләнеш аша аралашып торҙоҡ. Ғаиләм был хәлде аңлап ҡабул итте, яҡындарым сирләмәне, сөнки мин һаҡланыу саралары күреп, ҡурсаландым.
Был сиргә ышанмаусыларҙы йәлләйем. Минеңсә, сир барыһы ла ауырып бөткәс кенә туҡтаясаҡ. Ә инде ҡан тапшырыуға килгәндә, элек тә донор инем. Хәҙер иһә кешеләргә ярҙам иткем килә. Минең плазмам кемгәлер ярҙам итһә, ҡыуанасаҡмын".
Аноним булып ҡалырға теләгән икенсе табип та үҙенең ауырыу тарихы менән уртаҡлаша: "Барыһы ла ҙур булмаған температуранан - 37,2-37,5 - башланды. Ул тулҡын кеүек бер күтәрелде, бер төштө. Һуңынан тамаҡ ныҡлап ауырта башланы. 4-5-се көндә тәм һәм еҫ тоймай инем - былар тап инфекцияға хас билдәләр. Һуңынан "тиҙ ярҙам" йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына алып барҙы һәм унда дауалай башланылар: анализдарым ыңғай булды. Өс аҙна дауаландым. Һуңынан да бик оҙаҡ хәлһеҙлек, аҙ ғына физик эш эшләгәндә лә баш әйләнеүе, еңелсә тын быуылыуы күҙәтелде. Хатта температура ла бер аҙ төшмәй торҙо. Һуңынан хәлем яйлап яҡшырҙы.
Мин медик булғас, яҡындарым минең сир йоҡтороу ихтималлығына әҙер ине. Шуға уларҙы баштан уҡ ҡурсалау сараһын күрҙек: балаларҙы өләсәләренә ебәрҙек. Дауахананан сыҡҡас та мин уларҙы ике аҙна күрмәнем, дөйөм алғанда, ике ай күрешмәнек. Бары тик һуңғы анализдар һөҙөмтәһе билдәле булғас ҡына осраштыҡ. Яҡындарымдан бер кем дә ауырыманы. Быға тиклем дә һаҡланыу сараларын үтәй инек, хәҙер ҙә үтәйбеҙ: ҡулдарҙы даими йыуабыҙ, дезинфекциялайбыҙ, йәмәғәт урындарында битлектә йөрөйбөҙ, дистанция һаҡлайбыҙ. Инфекцияны ауыр формала үткәреүем арҡаһында хәҙер минең сиргә ваҡытлыса иммунитетым бар, әммә күпмелер ваҡыттан һуң ҡабат вирус йоҡтороу ихтималлығын берәү ҙә инҡар итмәй. Әлбиттә, иммунитет ярты йылға тиклем һаҡлана, тиҙәр, шулай ҙа һаҡланыу талаптарын барыбер үтәйем. Икенсе тапҡыр плазма тапшырам, ул ауыр сирлеләргә ярҙам итер, кемдеңдер ғүмерен һаҡлап ҡалыр, тип ышанам".
Әйткәндәй, плазма тапшырыр алдынан донорҙың ҡанына лаборатор анализ эшләйҙәр, уны ентекле тикшерәләр. 10 минуттан һуң анализдар әҙер була һәм донорҙың ҡан тапшырыуға яраҡлымы, түгелме икәнлеге асыҡлана. Ауыр сирлеләргә плазма индергәндән һуң ыңғай һөҙөмтә күҙәтелә: ҡандың биохимик күрһәткестәре яҡшыра, үпкәнең зарарланған урындары кәмей, хатта ҡайһы бер пациенттар ИВЛ аппаратынан алына.
КИРЕ СЫҒЫРҒА