Башҡортостан урмандары, урман хужалығы, халыҡтың урманға ҡарата мөнәсәбәте һәм бөгөнгө урмандарҙың хәле тураһында һөйләштек Башҡорт дәүләт аграр университетының урманды өйрәнеү һәм ландшафт дизайны кафедраһы доценты, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Заһир Зәбир улы РӘхмӘтуллин менән. Заман етеҙ тиҙлектә алға елдергәндә, ҙур ҡалалар ҡалҡытыу өсөн йөҙ төрлө төҙөлөш материалдары барлыҡҡа килгәндә һәм кеше инде "тәбиғәт балаһы" булыуҙан алыҫлашҡанда урмандарҙың ҡиммәте юғалып китмәнеме? Һәм нимә ул кеше өсөн урман? Ошо һорауҙарға белгес яуаптарын алдыҡ.
Башҡортостан урмандарына ҡыҫҡаса характеристика биргәндә, ниндәй улар? Беҙҙә бит әле урмандарҙан тыш, ялан, дала, һаҙлыҡ, тауҙар ҙа бар...
- Республикабыҙ һәм, ғөмүмән әйткәндә, башҡорт халҡының борон-борондан төйәк иткән ерҙәре - иҫ киткес гүзәл тәбиғәт мөйөшө. Беҙҙә урман-тауҙар ҙа, йылға-күлдәр ҙә, далалар ҙа, үлән-сәскәле болондар ҙа етерлек. Ә инде фәнни яҡтан аңлатҡанда, Башҡортостан урмандары имән, йүкә, йыла, уҫаҡ өҫтөнлөк иткән киң япраҡлы ағастарҙан тора. Ағас араларындағы төп үләндәр - улар еҫле балтырған, төньяҡ райондарҙа - турғай борсағы, еҫле һырмауыҡ, тайтояҡ, турғай йондоҙҡайы, ә көньяҡтараҡ урынлашҡан райондарҙа торна сырмалсығы, ҡыуаҡ сейәһе, ҡолонғойроҡ, ноҡот борсағы һәм башҡалар. Киң япраҡлы урмандарҙағы йәш ағастар араһында сәтләүек, миләш үҫә.
Ылыҫлы урмандар Башҡортостандың Урал алдының төньяҡ өлөшөндә осрай, был шырлыҡтар шыршы һәм аҡ шыршынан тора. Ылыҫлы урмандар башлыса таулы райондарҙа. Тауҙарҙың түбәнге өлөшөндә урмандар ҡарағайҙан, ә өҫтәрәк шыршынан тора. Шыршы төптәрендә ҡыҙыл һәм ҡара көртмәленән һәм башҡа ҡуйы тайга үҫемлектәренән торған йәшеллек япмаһы йәйелеп киткән. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының үҙәк райондарында (Ҡыраҡа тау теҙмәһе, Йылайыр яйлаһы) һәм уның көнсығыш тау алдарында (Ҡырҡтытау, Ирәндек) бәләкәйерәк майҙандарҙа ҡарағас урмандары һаҡланып ҡалған. Ҡарағай урмандарының күп өлөшө оҙайлы йылдар ҡырҡылып, уларҙың урынын һөйәлле аҡ ҡайын урмандары баҫып алған. Туғай урмандары тирәк, тал һәм йүкә ағастарынан тора, һаҙлы яр буйҙарында башлыса ҡара ерек үҫә. Тирәклектәр һәм таллыҡтар кешеләр тарафынан тулыһынса йәиһә өлөшләтә юҡ ителгән һәм сабынлыҡ, көтөүлек ерҙәренә әйләндерелгән.
Далалар Башҡортостан территорияһын интенсив рәүештә үҙләштергәнгә тиклем уның тигеҙлек ерҙәренең өстән бер өлөшөн биләгән. Һөрөргә яраҡлы бөтөн ерҙәрҙе үҙләштергәндән һуң далаларҙың майҙаны ҡырҡа кәмене, ә Урал алдында улар бөтөнләй юҡҡа сыҡты. 50-се йылдарҙа сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү Башҡортостандың Урал аръяғы далаларын да юҡ итте, тиергә була. Хәҙер далаларҙың төп массивтары Урал аръяғының тау һәм түбә битләүҙәрендә, шулай уҡ Урал алдының Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулыҡтарындағы тау итәктәрендә һәм Дөйөм Һырттың Төньяҡ армыттарында ғына һаҡланып ҡалған. Далаларҙың өс зона вариантында ла, тау баштарындағы һәм уларҙың иң юғары көньяҡ битләүҙәрендә йоҡа ташлы тупраҡта ташлы ер яратҡан үҫемлектәр (кейәү үләне, ябай оносма, энә япраҡлы ҡәнәфер һәм башҡалар) үҫә. Башҡортостан тигеҙлектәрендә урыны-урыны менән татырлауыҡлы далалар һаҡланып ҡалған.
Һаҙлыҡтар республикала аҙ. Бейек тауҙарҙа (Ирәмәл, Ямантау баштарында) тау тундраларына хас булған күк көртмәле, һаҙ емеше, дриада һәм башҡа үҫемлектәр осрай. Байтаҡ майҙандарҙа әрем, алабута, маҙа киндер, шайтан таяғы, ике өйлө кесерткән, дегәнәк, аҡ ҡандала һәм дарыу ҡандала үләндәре үҫә. Улар ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа уңайлы экологик шарттар булдырыуҙа мөһим роль уйнай.
Тәбиғәт, урман бит инде бер беҙҙең республика сиктәрендә генә түгел. Донъя кимәленән ҡарағанда ерҙә ул ниндәй территорияны биләй?
- Урмандар бик борондан, 380 млн йылдар элек девон осоронда барлыҡҡа килгән тереклек иҫәпләнә. Улар ҡоро ерҙең 27 процентын, 3,4 млрд га майҙанын биләп тора һәм 30 проценты - ылыҫлы, 70 проценты япраҡлы ағас. Ә әлегә урмандар ҡоро ерҙең яҡынса өстән бер өлөшөн тәшкил итә.
Урмандағы тереклек - үҫемлектәр, йәнлектәр, бәшмәктәр, микроорганизмдар - үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә тора, бергәләшеп уртаҡ тормошта йәшәй. Шуға күрә урманды тәбиғи берҙәмлек тип атайҙар.
Тәбиғи урман бер нисә ҡатламдан тора. Иң өҫкө ярус - ағастар. Унан түбәнерәк "урман аҫты" - ваҡ ағастар һәм ҡыуаҡтар ярусы урынлашҡан. Ул ҡош-ҡорттоң күп төрҙәренә һыйыныу һәм туҡланыу урыны бирә. Тағы ла түбәндәрәк кескенә ҡыуаҡсыҡтар (мәҫәлән, ҡурай еләге, нарат еләге) һәм үләндәр. Иң аҫҡы ҡатламды мүктәр һәм лишайниктар тәшкил итә. Улар тупраҡты ҡаплап тора. Урман шулай уҡ бәшмәктәрһеҙ йәшәй алмай. Бәшмәк ептәре ағас тамырҙары менән ҡушылып үҫә һәм ағастарға тупраҡтан һыу, унда эрегән тоҙҙарҙы һурырға ярҙам итә. Ни өсөн ултыртылған ағастар һыҙаты йыш ҡына урман көсөнө инеп китә алмай? Сөнки тупраҡта бәшмәк булмай сыға ла, ағастар үҫеп китә алмай.
XVIII быуатта Пруссияла фәнни урмансылыҡ тигән бер ҡыҙыҡлы тәжрибә үткәрәләр. Урманда бер төрлө генә ағас ҡалдырыла, урман аҫты (бейек ағастар аҫтындағы ҡыуаҡтар) бөтөрөлә, тар һуҡмаҡтар урынына тура киң ыҙандар һуҙыла. Бер-ике йылдан урман үлә башлай. Ҡатлаулы биологик сылбырҙар өҙөлгәс, урман табыш сығанағынан дотацияға ҡала, сөнки яһалма урман янғындарға тиҙерәк бирешә, ул минераль ашлама керетеүгә, ҡоротҡостарға ҡаршы сараларға, үҫентеләр ултыртыуға даими мохтаж була.
Беҙгә билдәле булған иң ҙур урмандар улар - тайга. Тайгала ҡышын һалҡын,ә йәйен тундраға ҡарағанда йылыраҡ. Үҫемлектәр бейек, ҡояшҡа бик талапсан түгел, ылыҫлы ағастар. Ылыҫлы урмандарҙың киң таҫмаһы, күлле Карелиянан алып, көнсығышҡа табан һуҙылған, Уралтау һырттарын ҡаплап алған, унан Себер һәм Алыҫ Көнсығыштың икһеҙ-сикһеҙ киңлектәренә йәйелгән. Был - мөһабәт тайга. "Тайга" һүҙе саха телендә "урман" тигәнде аңлата. Тайга зонаһында яҡынса 7 төр ағас һәм бер нисә ҡыуаҡ үҫә. Ылыҫлы урмандарҙың күпселеген ҡарағай тәшкил итә. Ул - иң сыҙам ағастарҙың береһе, эҫегә лә, һалҡынға ла бирешмәй. Уларҙы себер һәм даур тигән ике төргә бүлеп йөрөтәләр. Улар урмандың - 40, ҡарағай һәм кедр - 22, шыршылар - 16, ҡайын менән уҫаҡ 17 процент майҙанын биләй.
Тайганан көньяҡҡа табан ҡатнаш урмандар китә. Бында күп йыллыҡ туңлыҡ юҡ. Ҡыш шаҡтай йылы. Шуға урманда ылыҫлы һәм япраҡлы ағастар, ҡыуаҡтар бергә үҫә. Рәсәйҙә ҡатнаш урмандарҙа ылыҫлы ағастар менән йәнәшә ҡайын, уҫаҡ, имән һәм башҡа төр япраҡлылар ҙа һыйышып ултыра ала. Был тәбиғәттең үҙенсәлеген күрһәтә.
Ҡатнаш урмандар зонаһы тайганан киң япраҡлы урмандарға күсеш зонаһы булып тора. Ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандарҙа тупраҡ һоро һәм көрән төҫтә. Улар тайганың көлһыу тупрағына ҡарағанда серетмәгә байыраҡ.
Тропик һәм субтропиктарҙа үҫә торған ҡуйы, кеше үтеп сыға алмаҫлыҡ ағастар һәм ҡыуаҡлыҡларҙан торған урман джунгли тип атала. Донъялағы иң ҙур дымлы тропик урман (сельва) Амазонка йылғаһы буйлап 6 миллион квадрат километрға һуҙылған. Был икһеҙ-сикһеҙ массив аша үтеп сығыу мөмкин булмағанлыҡтан, уны боронғо халыҡ "йәшел тамуҡ" тип атаған. Беҙҙең республика иһә сағыштырмаса урманлы зона иҫәпләнә.140 мең гектар урмандар хужаһыҙ биләмәләр булып тора.
Урмандың файҙалы зона икәнен беләбеҙ, ә был файҙаны ентекләп өйрәнгәндә нисегерәк итеп һүрәтләп була?
- Урмандың ни тиклем ҙур хазина икәнен һөйләп тороу ҙа артыҡтыр, шулай ҙа өс төрлө әһәмиәтен атап үтәйек. Беренсенән, көн торошона, һыу менән һауа таҙалығына ҙур йоғонтоло, ауыл хужалығы ерҙәрен ҡурсалай, әҙәмгә йәшәү һәм ял итеү өсөн яйлы шарттар тыуҙыра, кейек-ҡошҡа бына тигән аулаҡ. Ошонда - уның мөхитте хасил ҡылдырыу йәки экология йәһәтенән көсө. Икенсенән, төҙөлөш өсөн һаман да етди сығанаҡ, уға был яҡлап ихтыяждың яҡын, хатта алыҫ киләсәктә лә бөтөрө ныҡ икеле. Йәғни бында беҙ уның иҡтисади әһәмиәтен күрәбеҙ. Өсөнсөнән, урман - мәҙәни-тарихи урын да бит ул, унда ана күпме халыҡтарҙың булмышы ҡоролған, ул донъя көтөү, көнкүреште алып барыу күҙлегенән ифрат мөһим. Урманлы төбәктәрҙә йәшәгәндәр унһыҙ тормоштарын күҙ алдына ла баҫтыра алмай.
Урман - һауала газ алыштырыу кеүек мөһим процеста әүҙем ҡатнашыусы гигант фильтр ул. Урман үҫемлектәре һауанан кеше һәм хайуандар бүлеп сығарған углекислый газды йотоп бара һәм уны кислород менән байыта. Иҫәпләүҙәр күрһәткәнсә, мәҫәлән, дүрт ҙур ағас бер кешене тәүлек буйына етерлек кислород менән тәьмин итә.
Ағастарҙың тағы бер файҙаһы - һауаны туҙандан һәм завод-фабрикалар бүлеп сығарған зарарлы газдарҙан таҙарталар. Урмандарҙа туҙан булмай. Ҡарама, йүкә, сирень ағастары туҙанды башҡаларға ҡарағанда күберәк йота - 1 йылға 35 килограмм тирәһе. Урман һауаны төрлө зарарлы ҡатнашмаларҙан таҙарта, уны кислород менән туйындыра. Ғалимдар бер кешегә 100-150 квадрат метр йәшел зона тура килергә тейешлеген иҫәпләп сығарған.
Фитонцидтар - күҙгә күренмәй торған урман "санитарҙары". Был матдәләр ауырыу тыуҙырыусы микробтарҙың, бактерияларҙың, бәшмәктәрҙең үҫеш процестарын туҡтатып ҡына ҡалмай, юҡ та итә.
Мәҫәлән, ҡорһаҡ тифы, туберкулез, дизентерия, дифтерит кеүек ҡурҡыныс ауырыуҙар тыуҙырусы микробтар ҡайын, муйыл, артыш бүлеп сығарған фитонцидтар тәьҫирендә бик тиҙ һәләк була. Имән, осло япраҡлы өйәңке, ҡайын, уҫаҡ, муйыл, ҡарағай, шыршы һәм башҡа ағастар микробтарҙы 1,5-3 минут эсендә юҡ итә. Ҡарағай һәм кедр ағаслыҡтарындағы фитонцидтар айырыуса көслө була. Улар көндөҙ ҙә, төндә лә һауа ҡатлауын ғәжәйеп ҙур теүәллек менән айҡап сығара, нәтижәлә һауа таҙара. Фитонцидтар ауырыу тыуҙырыусы микробтарға ғына тәьҫир итеп ҡалмай. Муйыл фитонциды, мәҫәлән, инфекция таратыусы талпандарҙы һәм кимереүселәрҙе лә ағыулай. Фитонцидтарҙың был үҙенсәлеген медицинала, аҙыҡ сәнәғәтендә һәм ауыл хужалығында ла файҙаланалар.
Урмандарға кеше ни тиклем зыян килтерә ала? Кеше менән тәбиғәттең һыйышып йәшәүе мөмкин булған хәлме ул?
- Тарихҡа күҙ һалһаҡ, һуңғы 10 мең йылда ул осорҙағы урмандарҙың өстән ике өлөшө генә ҡалған, 500 миллион гектар ер ваҡ-төйәк ҡыуаҡтарҙан башҡа бер нәмә лә үҫмәй торған ҡыҫыр сүлгә әүерелгән. Донъя буйынса ҡарағанда, Англияла урман ерҙәренең 95 проценты ҡырылһа, Италия, Франция, Испания кеүек илдәрҙә был тәбиғәт байлығының 10-15 проценты ғына ҡалған. Кешелек йәшәйеше өсөн мөһим булған тропик урмандар минутына 26 гектар тиҙлек менән юҡҡа сыға бара. 25 йылдан һуң уларҙың бөтөнләй булмауы ла мөмкин, ти белгестәр. Урмандар әҙәйгән һайын, һауа сафлығын юғалтып ғына ҡалмай, йылғалар һайыға, күлдәр кибә, ер аҫты һыуҙары төпкә китә бара һәм ер йөҙөнә ҡоролоҡ янай. Ер шарындағы урмандарҙың 22 проценты Рәсәйгә тура килә. 722 миллион гектар урманда 75 миллиард кубометр ағас запасы бар. Рәсәй урмандарының 42,7 проценты техник яҡтан өлгөргән урманға керә. Ләкин һуңғы йылдарҙағы ҙур янғындар нәтижәһендә миллион гектар урман юҡҡа сыҡты.
Урмандың иң яуыз дошманы - янғын. Ҡоролоҡло йылдарҙа илдең теге йәки был төбәгендә урман янғындары ҡабына. Урман янғындары сығыуға йыш ҡына кеше сәбәпсе була, сөнки урман янғындарының 95 проценты тораҡ пункттарынан 20 километрға тиклем булған арала ҡабына. Урман янғындары, нигеҙҙә, урманда булған кешеләрҙең һаҡһыҙлығы арҡаһында килеп сыға. Рәсәй буйынса һуңғы йылдарҙа урман яныу йыш күҙәтелде. Әммә урман элек янмаған, ул бөгөн генә кешеләр тарафынан яндырыла йәки ҡырыла тип тә раҫлап булмай. Урман борон да янған. Янғындар йәшен һәм башҡа сәбәптәрҙән сыҡҡан. Был тәбиғәттең тәбиғи йәшәү процесы. Урмандың аңлы рәүештә ҡырҡылыуы ла ҡурҡыныс түгел. Сөнки ағаслыҡ ул тигеҙлекте йәһәт кенә баҫып алыусан. Мәҫәлән, элекке сәсеүлектәр бөгөн йәш сауҡалыҡ менән ҡапланды. Уларҙы хәҙер кемдеңдер ағастарҙан таҙалап алыуы икеле. Шунлыҡтан, кеше урманды ҡыра, юҡ итә, тигән фекер менән килешеп етмәйем. Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа ағас әҙерләү өс тапҡырға артҡан - эйе, әммә урмандарҙы тергеҙеү эше лә әүҙемләшкән. Шуныһы, ағас эшкәртеүсе предприятиеларҙың сеймал базаһы яйлап "тарая" бара икән, сөнки уларға кәрәкле ағастарҙан торған урмандар төпкөлдәрҙә ята - сығымдар артыҡ күпкә төшә. Шуға ла был тәңгәлдә файҙалы программалар төҙөлә. Махсус проекттар республика урман комплексы сәнәғәте өсөн бик мөһим. Был өлкә ҡатмарлы - һәр нәмәне уйлап эш итергә, башҡарырға кәрәк: киҫеү, ташыу, продукция етештереү, һатыу...
Урмандар төп байлығыбыҙ булып тора, тинек. Был бит әле ағасты ҡырҡып, продукция етештереүҙе, табыш алыуҙы ғына аңлатмай. Урман - үҙе бер асылмаған серле донъя ул. Халыҡ мул йәшәһен өсөн Хоҙай унда барыһын биргән: үҫемлеген дә, бал ҡорттары өсөн төрлө-төрлө сәскәһен, хайуандар, йәнлек-кейектәрҙе, һанап бөткөһөҙ башҡаһын да. Тик киләсәк быуындар өсөн беҙҙең һаҡ эш итеүебеҙ талап ителә. Һәм, әйтеп үтергә кәрәк, беҙҙә урманға аяулы ҡараш, уны үҫтереү һәм уңышлы ҡуллана белеү алымдары инде оҙаҡ йылдар фәнни нигеҙҙә өйрәнелгән. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт агарар университеты урман хужалығында грамоталы эш алып барырлыҡ, ҡала һәм ауылдарҙа ландшафт дизайндарын программалай алырлыҡ белгестәр әҙерләп сығара. Һәм улар республика ғына түгел, башҡа өлкәләрҙә лә һөнәрҙәре, хеҙмәттәре буйынса юғары баһалана.
Шулай итеп, белгес менән һөйләшкәндән һуң Башҡортостанда урман тәләфләнә, ҡырыла, яна, тигән ҡурҡыныс ул ҡәҙәре юғары кимәлдә түгел, тигәнгә инандыҡ. "Урмандың яңырып, йәшәреп тороуы тәбиғи һәм кешенең ағасты йәшәйештә ҡулланыуы ла тейешле, ул әҙәмдәр мәнфәғәте өсөн яратылған байлыҡ", тине Заһир Зәбир улы. Бары был байлыҡты аяй һәм аҡыл менән тотона белеү генә бурыс.
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
әңгәмә ҡорҙо.
КИРЕ СЫҒЫРҒА