Элекке күршем менән һөйләшеү күңелемә тынғылыҡ бирмәй. Күптән осрашҡаныбыҙ юҡ ине. Хәл-әхүәл һорашып, тротуар уртаһында апаруҡ ваҡыт торҙоҡ. Ҡыҙы мәктәпкә барғас, бер-бер артлы ғына ике ул табып, ирен ҡыуандырғанын, өлкәненең быйыл 15-е тулғанын, кесеһенең бишенсене тамамлауын белдем.
- Икеһенең дә уҡыуы яҡшы ғына. Тик ҙурыһының тәртибе борсой, - тине ул. - Үҙенән өс йәшкә өлкән ҡыҙға мөкиббән булды ла ҡуйҙы. Атаһының әйткәнен ҡолағына ла элмәй.
Танышымды ҡыҙҙың йәше, йәғни улынан оло булыуы ғына хафаға һалмаған, әлбиттә. Ай буйы бергә булған йәштәр. Палатка алып, икәүҙән-икәү йылға буйына ял итергә йөрөгәндәр. Ҡыҙҙа аулаҡ булһа, улы уларҙа ҡунып та ҡалған. Тыңлата алмаған әсә, аптырағас, ҡыҙ ауырға ҡалып йәки улы ауырыу йоҡтороп ҡуймаһын тип, һаҡланыу өсөн кеҫәһенә "ҡап"тар һала башлаған. Шулай итеп, "ололар" темаһына етди һөйләшеү урынына проблеманы еңел генә хәл иткән һәм, һаҡланыу сараһын үҙе тәҡдим итеп, яңы 15-ен тултырған улының енси тормош менән йәшәүенә фатиха биргән...
Заманы шулай бит, тип, ҡайһы берәүҙәр әсәнең ҡылығын хуплар ҙа, сөнки бөгөн беҙ енси тәрбиә аҡһаған ҡурҡыныс ваҡытта, икенсе төрлө әйткәндә, "сексуаль революция" сәскә атҡан, әхлаҡһыҙлыҡҡа, боҙоҡлоҡҡа юл асылған дәүерҙә йәшәйбеҙ. Бер енесле ғаилә ҡороуҙар, гей-парадтар - былар бөтәһе лә шул революцияның емештәре икәнен бер кем дә инҡар итмәйҙер.
Мәғлүм булыуынса, бөгөн демография мәсьәләһе - илдең мөһим ижтимағи-сәйәси проблемаларының береһе. Халыҡ һаны кәмеүе статистика белгестәрен генә түгел, ә сәйәсмәндәрҙе лә борсоуға һала. Тыуым артһын өсөн төрлө закондар ҡабул ителә, программалар бойомға ашырыла. Икенсе һәм унан һуң тыуған балаларға әсәлек капиталы, өс балалы ғаиләләргә бушлай ер участкалары бирелеүе, пособиелар, түләүҙәр күләме төрө артыуы - шуға дәлил. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, демографик көрсөк дауам итә. Тимәк, мәсьәлә ғаиләләрҙең матди хәлендә генә түгел.
Ғаилә ҡороуҙың да төрлө формалары барлыҡҡа килде: рәсми һәм рәсми булмаған. Икенсеһе "граждандар никахы" тип атала уның. Башҡортса әйткәндә, "бергә торалар". Бына шуларҙың күбеһе байтаҡ йылдар ир менән ҡатын булып йәшәһәләр ҙә бала табырға уйламай.
Яңыраҡ туҡталышта ирекһеҙҙән шундай һөйләшеүгә шаһит булғайным. Бер ханым икенсеһенән, улың өйләнмәнеме әле, тип һорағайны:
- Өсөнсө йыл берәү менән йәшәй. Әммә кәләш алам, тип һүҙ ҡуҙғатҡаны юҡ. Уҡып бөтәйем, бер аҙ аҡса эшләп алайым, ти. Әлеге ҡыҙға өйләнерме-юҡмы, белмәйем, сөнки тегеләй ҡараһаң да, былай ҡараһаң да улыма тап килмәй. Алдағыһын ишәк ҡайғыртһын, әлегә улымдың тамағы туҡ, өҫтө таҙа булыуына күңелем тыныс. Ҡайҙа икән, кем менән йөрөй икән, тип тә борсолмайым. Шулай ҙа ҡыҙы йөккә уҙып ҡуймаһын, һаҡланыу сараһын күрегеҙ, тип тылҡып торам инде, - ти.
Улының да, уның менән йәшәгән ҡыҙҙың да хистәренә төкөрөп ҡараған был ҡатынға әңгәмәсеһенең дә башҡа әйтер һүҙе булманы шикелле, автобус көтөп, байтаҡ торорға тура килһә лә, башҡа һүҙ ҡушманы. Минең иһә был тәкәббер ҡатынға һөйөклө улын теләмәгән бала тыуыуҙан һаҡлай алһа ла, уның теге ҡыҙ менән яҡынлыҡ ҡылғанда биояландары бәйләнешкә инеп, үҙ-ара мәғлүмәт-энергия алышыу процесы кисереүен, унан бер ниндәй һаҡланыу сараһы ла ҡотҡара алмаҫын әйткем килгәйне. Үҙен һәм үҙенең балаһын ғына яратҡан мин-минлеге көслө ҡатын быны барыбер аңламаҫ, тип, өндәшмәнем.
Ҡайһы бер ғалимдар танырға теләмәһә лә, телегония фәнен инҡар итеп булмай. Был термин ниндәй ҙә булһа ырыу билдәләрен быуындан-быуынға тапшырыу тигәнде аңлата. Һәм үрҙә атап кителгән ике осраҡта ла йәштәрҙең киләсәгенә бер ни тиклем хәүеф янауы ихтимал. Ошо темаға бер мәҡәлә уҡығайным. Бер ҡыҙ Африканан уҡырға килгән студентҡа ғашиҡ була. Ҡара тәнле бөҙрә сәсле был егетте үҙенең мәңгелек йәре тип уйлап, уның менән енси бәйләнешкә инә. Тик уларға бергә булыу бәхете теймәй. Тиҙҙән һөйгәне ҡояшлы иленә ҡайтып китә. Ваҡыт үтә. Ҡыҙ кейәүгә сыға, балалары тыуа. Ҡатындың йәшлек мөхәббәте тураһында сер улы үҫеп, ейәне тыуғас ҡына сиселә. Килененең ҡулында ыҫмала һымаҡ ҡап-ҡара малайҙы күреп, артына йығылып китә яҙа ул: гонаһһыҙ сабый уның йәшлек мөхәббәтенә оҡшаған була... Килененә ҡаты ҡағылыуын күреп, улына йәш саҡтағы мауығыуы тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләп биреүҙән башҡа сараһы ҡалмай уның...
Балаға уҙыуҙан, ауырыуҙарҙан һаҡлаһа ла, бер ниндәй сара ла ир менән ҡатындың генетик йәһәттән мәғлүмәт алышыуынан ҡотҡара алмауына асыҡ миҫал был. Беренсе енси партнерҙың йоғонтоһо тыуасаҡ баланың тышҡы билдәһендә генә түгел, ә психикаһында, ҡанында ла сағылыуы ихтимал.
Һуңғы осорҙа киң мәғлүмәт сараларында енси мөнәсәбәт киң рекламалана. Иғтибар менән ҡараһаң, хушбуй йәки кофены күрһәткәндә лә ярылып ята ул. Иҫләйһегеҙҙер, үҙәк каналдарҙың береһендә бергилке ошондай реклама була торғайны: хуш еҫ бөркөп, эске күлдәктән генә ҡыҙ үтеп киткәйне, бер ирҙең шартлап төймәһе ысҡынып китә... Ҡапыл ғына нимәне рекламалауҙарын аңғармайһың да, уның ҡарауы, нимәгә ишаралағандарын шунда уҡ аңлайһың.
Байтаҡ йылдар элек ВИЧ-инфекция таралыуын иҫкәртеүгә арналған сараларҙың береһендә белгестәр Рәсәйҙә енси ауырыуҙарҙан һаҡланыу ысулдарының рекламаланмауы тураһында борсолоу белдерҙе. Минеңсә, был бөтөнләй кәрәкмәй, сөнки ул үҙе үк туранан-тура ирекле мөнәсәбәткә, ирекле мөхәббәткә ымлай. Әхлаҡлылыҡты, сафлыҡты рекламаларға кәрәк бөгөн! Шул ваҡытта ғына элекке һымаҡ ныҡлы ғаиләләр барлыҡҡа килер, уларҙа өсәр-бишәр бала тыуыр, илебеҙҙә юғары әхлаҡлы кешеләр артыр, иҡтисад нығыныр.
Тарихта шундай факт билдәле: Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡыҙған мәлендә СССР-ҙан Германияға ҡыуып алып кителгән ҡыҙҙарҙы тикшергән немец врачы Гитлерға шулай тип мөрәжәғәт итә: 16-нан 20 йәшкә тиклемге ҡыҙҙарҙың 90 проценты саф булған юғары әхлаҡлы халыҡты еңеү мөмкин түгел! Һәм, белеүегеҙсә, табиптың юрағаны юш килде. Тик Бөйөк Еңеү яулаған халҡыбыҙ енси революцияға ҡаршы торорлоҡ көс табырмы?
Лена АБДРАХМАНОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА