Мәләүез районы Дәүләтҡол ауылы - Башҡортостандың бай тарихлы, күренекле шәхестәре, уңған хеҙмәтсәндәре менән дан тотҡан тораҡ пункттарының береһе. Күренекле яҙыусы Булат Рафиҡовтың тарихи романдары, фараздары ошо ерлектә тыуғанғамы, әллә район үҙәгенән ярайһы ситтә урынлашып, төпкөл төбәк иҫәпләнгәнгәме, ошо ҙур булмаған ауылға килеп инеү менән ниндәйҙер күҙгә күренмәгән ептәр уратып ала ла, һине сал быуаттар артылышына әйҙәй кеүек...
Тап бына ошо ҡаланан йыраҡта ултырыуын, ауылдаштарының, килгән ҡунаҡтарҙың барыр урыны булмауын иҫәпкә алып, ауылдың оҫта ҡуллы уҙаманы Ғәйнулла Рахманғолов тыуған төйәгендә тарихи ҡоролмалар, һәйкәлдәр эшләргә ниәт иткән дә инде. Бынан биш йыл элек ул Еңеүҙең 70 йыллығына, һуғышта ҡатнашҡан етмештән ашыу ауылдашы иҫтәлегенә арнап, фашист илбаҫарҙарын тар-мар итеүҙә ҙур роль уйнаған самолет һынын эшләп, йорто янындағы бағанаға беркеткән. Тәүҙәрәк оҫтаға төрлө фекерҙәр ишетергә тура килә, әлбиттә. Әммә тиҙҙән елгә зыр әйләнгән "тимер ҡош" ауылдаштарының яратҡан урынына әүерелә.
Ауыл ҡаршыһындағы тауҙа уның тағы бер нисә ижад емеше урынлашҡан. Бөйөк шәхесебеҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулған йылда уға арнап Ғәйнулла ағай тимерҙән һәйкәл эшләгән. Батыр һыны бында ла, баш ҡалабыҙҙың Ағиҙел ярындағы кеүек, халҡыбыҙҙың азатлыҡҡа ынтылышын сағылдырып баҫып тора. Уның янына шулай уҡ Крәҫтиәндәр һуғышында файҙаланылған пушка макеты ҡуйылған. Унан йыраҡ түгел ете тажлы ҡурай сәскәһенең һабағы урынлаштырылған һәм уға Башҡортостан һәм Рәсәйҙең дәүләт флагтары беркетелгән. Былтыр ауыл байрамына әҙерләнгән ваҡытта оҫта "Яратам һине, Ҡарағай" (ауылдың икенсе исеме) мәғәнәһе һалынған йөрәк һынын яһап ҡуйған.
Яҡташтарының, Дәүләтҡолға килгән ҡунаҡтарҙың үҙе ҡорған ҡоролмалар, һындар янында фотоға төшкәндәрен күрһә, тарихи ҡиммәткә эйә булған һәйкәлдәр менән ҡыҙыҡһыныуын белһә, автор ысын мәғәнәһендә ҡыуаныс кисерә, башҡарған эшенән икеләтә йәм таба. Тау битләүендә шундай мемориалдар урынлаштырыу уҙамандың ҡапыл ғына тыуған теләге түгел. Был хаҡта ул йәштән хыялланған. Быйыл Ғәйнулла ағай Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы легендар Т-34 совет танкыһы макетын эшләгән. Уны төҙөүгә бер аҙна сарыф иткән. Легендар хәрби техника макеты бөгөн оҫтаның йорто алдында тора. Ауылдаштары ғына түгел, ситтән килеп күреүселәр ҙә күп.
- Дүрт көн иртәнән кискә тиклем баш та күтәрмәй эшләгәнемде күреп, йәмәғәтем, баҡсала ла шулай эшләһәң ине, тип мәрәкәләп тә бөттө. Буяу, саморез һәм башҡа ваҡ-төйәктән тыш, бер нәмә лә һатып алманым. Ҡалғаны - төҙөлөштән артып ҡалған ҡул аҫтындағы материал...- ти Ғәйнулла ағай.
Ул фронтовик улы. Атаһы Зәйнулла Рахманғолов үҙ заманының оҫта гармунсыһы, Ржев ҡалаһы янындағы ҡаты һуғышта ҡатнаша. Яраланып ҡайтып, бер аҙ шәбәйгәс, ун балалы ҙур ғаиләһен ҡалдырып, тағы яу ҡырына юллана. Сабыйҙары бәхетенә яугиргә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип була. Тыуған колхозын күтәреүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ уның.
Мәҡәләбеҙ геройының да эшләмәгән эше юҡ: водитель дә, мал ҡараусы ла, почтальон да, монтажлаусы ла ул. Вахта ысулы менән сит тарафта ла эшләргә тура килә уға. Ҡайҙа ғына тир түкһә лә, һәр ваҡыт алдынғылар сафынан урын ала, фотоһүрәте Маҡтау таҡтаһынан төшмәй. Оло маҡсаттар менән йәшәгәнгә тормош ваҡлыҡтарынан өҫтөн ул. Ижади булмышына ла тоғро ҡалған Ғәйнулла ағай. Хаҡлы ялда ла ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгел. Әлеге ваҡытта Ырымбур - Өфө трассаһын ремонтлаған ойошмала ҡарауылсы. Ике йыл тирәһе ауыл старостаһы дилбегәһен дә тарта. Гармуны менән төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ла осратырға тура килә уны. Саҡ ҡына буш ваҡыты сыҡһа, ҡулына инструменттарын ала. Шуға ла оҫтаның йорт-ихатаһы үҙенсәлекле милли биҙәктәре менән айырыла. Башҡорт тирмәһенә оҡшатып һалған яңы йорто ла килгән кешеләрҙең иғтибарын әллә ҡайҙан йәлеп итә. Ошондай тынғыһыҙ ижад дәртле кеше менән әңгәмәбеҙ уның шундай һүҙҙәре менән тамамланды:
-Иртән йоҡонан уянғанда үҙеңдең, яҡындарыңдың иҫәнлегенә ҡыуана, иртәнге ҡояштың тәүге нурҙары матурлығын күрә, һоҡлана белеү - үҙе бер бәхет. Тап бына ошоларҙан башлана ла инде яңы тыуған көндөң, башлаған эшеңдең уңышы. Мин бер ҡасан да шуны онотманым: ниндәй генә заманда йәшәмәһен, ҡайҙа ғына йөрөмәһен, һәр кем үҙенең, атай-олатайҙарының, халҡының үткәнен онотмаҫҡа тейеш. Тарихын белгән милләттең генә киләсәге өмөтлө...
Лена БАРЫЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА