Ике аҙна инде Ишембай районы биләмәһендәге уникаль шихандарҙың береһе - Ҡуштау тирәләй барған ваҡиғалар солғанышындабыҙ. Тәүге аҙнала халыҡтың "Башҡортостан сода компанияһы"на тауҙы эшкәртеүгә бирмәү өсөн күтәрелеүенә предприятие үҙенең шәхси һаҡ хеҙмәте (ЧОП), үҙенең закондан тыш булған башҡа көстәре менән ҡаршы торһа, 15-16 августа иһә Ҡуштауҙы яҡлаусылар эргәһенә хоҡуҡ һаҡсылары килеп, йыйылыусыларҙы ҡыуып таратырға маташты: кемдәрҙелер ҡулға алдылар, газ да, дубинкалар ҙа эшкә егелде. Хәл үтә киҫкен төҫ алғас, 16-да Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тауҙы яҡлаусылар янына үҙе килде. Был турала ул сираттағы аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында һөйләне һәм мәсьәлә буйынса артабанғы эш юҫығын билдәләне.
- Үткән аҙнала "Башҡортостан сода компанияһы" алдан килешеү буйынса Ҡуштауҙы эшкәртеү эштәрен башларға ниәтләнгәйне. Әммә тауҙы яҡлаусылар тарафынан шаҡтай ҡаты йәмәғәтселек ҡаршылығына осраны. Былар барыһы ла көслө бәрелешкә әүерелеп китә яҙҙы. Миңә унда барырға тура килде. Беҙ тауҙан уны яҡлаусылар ҙа, БСК хеҙмәткәрҙәре лә китергә тейеш, тигән ҡарар ҡабул иттек. Ҡуштауҙа барған хәлдәр - беҙҙең һеҙҙең менән эшләп еткермәү һөҙөмтәһе. Был минең Хакимиәттең эшләп еткермәүе, сөнки халыҡ фекерен, уның мохтажлыҡтарын ентекле өйрәнеү зарур. Был, һис шикһеҙ, предприятиеның эш перспективаларын баһаларға тейешле сәнәғәт блогының эшләп еткермәүе. Был бөтә муниципалитет башлыҡтарының эшләп еткермәүе - кешеләр менән кабинеттан ултырып түгел, күҙмә-күҙ осрашып, уртаға һалып һөйләшеп эшләргә кәрәк. Ишембай районы хакимиәте башлығы тураһында. Әгәр шихандар эргәһендәге ауылдарҙа власҡа ҡаршы шундай киҫкен мөнәсәбәт урынлашҡан икән, тимәк, һеҙгә шәхсән уйланырға кәрәк, - тине Радий Фәрит улы. - Барлыҡ ваҡиғалар беҙҙең ығышлыҡ, иғтибарһыҙлыҡ, етерлек кимәлдә әүҙем эшләмәү сәбәпле килеп тыуҙы. Тағы бер мәртәбә һыҙыҡ өҫтөнә алам: килешеүгә килгәнсе, тауға берәү ҙә теймәйәсәк. Хәҙер цивилизациялы аралашыу майҙанына күсеү мөһим...
Ҡуштауҙы яҡлаусылар тәүҙән үк ошоно - цивилизациялы аралашыу майҙаны булдырыу, конструктив, дипломатик юҫыҡта һөйләшеүҙәр алып барыу талабын күтәргәйне лә инде. Был уртаға һалып һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә уларҙың БСК производствоһын модернизациялау, альтернатив сеймал сығанаҡтарын эҙләү, Ҡуштауға айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын биреү һәм уны дәүләт яҡлауына алыу кеүек талаптарының үтәлеүенә өмөт ителгәйне. Әммә БСК етәкселәре бындай килешеү яғында булмай сыҡты. Бына әле республика етәксеһе тәҡдим иткәнсә, экоактивистар Ҡуштау мәсьәләһе буйынса Координация советы төҙөнө һәм Башҡортостан Башлығының был аҙнала улар менән осрашыуы планлаштырылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе билдәләүенсә, ул Координация советы ағзалары менән 17 августа уҡ осрашырға тейеш ине. Осрашыу ниндәй сәбәптәндер килеп сыҡманы. Ләкин шул уҡ көндө кисен Башлыҡ Ҡуштауҙы яҡлаусы башҡа экоактивистар һәм БР Башлығы эргәһендәге Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү советы (СПЧ) вәкилдәре, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары ағзалары һәм ғалимдар менән осрашты. Һөйләшеүҙе башлар алдынан Радий Хәбиров тағы бер тапҡыр: "Килешеүгә килеп булмаһа, Ҡуштау эшкәртелә башламаясаҡ", - тип белдерҙе.
Осрашыуҙа Ҡуштау ваҡиғаларына ҡағылышлы төрлө һорауҙар күтәрелде, аралашыу һорау-яуап рәүешендә алып барылды. Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү советы вәкилдәре Ҡуштау буйында барған ваҡиғалар мәлендә һикһәндән ашыу кеше ҡулға алыныуы, 34 кеше административ хоҡуҡ боҙған өсөн ябылыуы тураһында телгә алды. Улар Ауырғазы, Ишембай, Салауат һәм Стәрлетамаҡ изоляторҙарында ултырыусыларҙы яҡлап, суд ҡарамағына ялыу яҙып тапшырыу мөмкинлеге бирелеүен һораны. Ә бына Ҡуштауҙы әүҙем яҡлаусы йәмәғәт эшмәкәрҙәрен эш урындарынан мәжбүри ебәреү, эҙәрлекләү мәсьәләһендә Башҡортостан Башлығы "ныҡлы һүҙ бирәм, бер ниндәй ҙә репрессиялар булмаясаҡ" тип вәғәҙәләне.
- Минең ҡараш шундай: "Башҡорт сода компанияһы"ның 38 проценты республикаға ҡарай. Вазифаға тәғәйенләнгәндең беренсе көнөнән үк Торатау эшкәртелмәҫкә тейеш, тип иҫәпләнем. Әммә предприятие ихтыяждарын да аңлай инем. Һәм миңә Ҡуштауҙы эшкәртергә биреү - компромисс ҡарар булып тойолдо, - тип белдерҙе Радий Фәрит улы. - Конфликт был тиклем көсөргәнешле характер алыр тип көтмәгәйнем. Өсөнсө тапҡыр ҡабатлайым - уртаҡ ҡарар ҡабул итербеҙ тип өмөтләнәм. Мин диалог яҡлы.
* * *
Ҡуштау мәсьәләһен хәл итеүҙең төрлө юлдары эҙләнә. Ә әлегә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Башҡортостан сода компанияһы"ның устав капиталында республика өлөшөн акцияларҙың контроль пакетына тиклем арттырып, предприятиены республика ҡарамағына ҡайтарырға тәҡдим итте. Был турала ул "Эхо Москвы" баш мөхәррире Алексей Венедиктовҡа биргән интервьюһында һөйләне.
- Предприятиены ла ҡотҡарырға кәрәк. Әгәр предприятие акционерҙары был юлдың хәл ителешен күрмәй икән, мин дә бит акционер, республика булараҡ (БСК-ның 38,28 процент акцияһы Башҡортостан Республикаһыныҡы), беҙ яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә алырға тейешбеҙ. Беҙгә предприятиены үҙ ҡарамағыбыҙға ҡайтарырға, контроль пакеттың билдәле өлөшөн һатып алырға кәрәк. Был ярайһы уҡ килем килтергән предприятие, беҙ ҙә дәүләт булараҡ яҡшы ғына килем алабыҙ. Контроль пакет беҙҙең ҡулға күсеп, артабан предприятие менән аҡыллы идара итеүҙе ойоштороп, дивидендтарҙы предприятиены үҫтереүгә, яңыртыуға йүнәлтергә була, - тине Радий Хәбиров. Һәм БСК республика ҡарамағына күсһә, артабан уны сеймалдың альтернатив сығанаҡтарына нигеҙләнеп үҫтереү планлаштырылыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ә "Башҡортостан сода компанияһы" етәкселегенең 2024 йылда яңы сеймал эшкәртелә башламаған осраҡта предприятие ябыласаҡ, яңы сығанаҡтарҙы тикшереү һәм эшкәртә башлау өсөн ваҡыт тығыҙ ҡалыуы тураһындағы мәғлүмәтенә республика Башлығы скептик ҡарашта булыуын белдерҙе: "Тап ошо мине бындай ҡарар ҡабул итеүгә этәрҙе лә инде, беҙ был ситуацияға икенсе төрлө ҡарашта һәм шуға иңебеҙгә яуаплылыҡ алырға әҙербеҙ", - тине Радий Фәрит улы.
* * *
"Республиканың "Башҡортостан сода компанияһы"ның контроль акциялар пакетын ҡулға төшөрөүе олигархтарҙы производствоны модернизациялауға һәм Ҡуштауға теймәҫкә мәжбүр итеүе бар, - сәйәсмән Дмитрий Михайличенко тап шундай фекерҙә. - Швейцария һәм Франциялағы матур тормошҡа аҡсалар һалған БСК хужалары республика халҡының күптән һарыуын ҡайната, ә ағыулы пиар хәлде бары тик киҫкенләштерә. Ниһайәт, власть альтернатив сеймал сығанаҡтары тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Әгәр был тәңгәлдә компромисс табылһа - был йәмғиәтте шундуҡ тынысландырасаҡ, республика һәм федераль власҡа ышаныс рейтингын арттырасаҡ. Акциялар өлөшөн һатып алып та булмаҫ, бәлки, әммә байҙарҙы производствоны модернизациялауға һәм Ҡуштауға теймәҫкә этәргән көслө һәм ҡеүәтле аҙым был..."
* * *
Михаил Кривошеев, биология фәндәре кандидаты, доцент, БДУ-ның зоология музейы етәксеһе: "2015 йылда айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенә ингән Ҡуштауҙа Ҡыҙыл китапҡа ингән 40-тан ашыу үҫемлектәр төрө теркәлгән. Шуға күрә, әгәр республика инициативаны үҙ ҡулына алып, ныҡ әһәмиәтле булмаған урындарҙан эзбиз сығара башлаһа, бик яҡшы - производство ла һаҡланыр, экология ла, шихандар ҙа. Һис шикһеҙ, был шихандарҙың өсөһөн дә берҙәм һаҡланған территорияға индереү кәрәк. "Башҡорт шихандары" Милли паркы статусы биреү урынлы булыр, тип иҫәпләйем. Ә был ҡатмарлы мәсьәләнең киң йәмәғәтселеккә фаш ителеүе һәм шихандарҙың бар донъяға билдәлелеге экотуризмды үҫтереү өсөн уңайлы урынға әүерелдерәсәк. Әлбиттә, әлеге мәлдә иң мөһим мәсьәләләр - альтернатив сеймал сығанаҡтарын билдәләү һәм Ҡуштауға тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын биреү, сөнки ул экология күҙлегенән Йөрәктау һәм Торатау кеүек үк ҡиммәтле".
* * *
Зөһрә Бураҡаева, драматург һәм яҙыусы: "Был ҡарар Башҡортостан Башлығына еңел бирелмәгәндер. Береһе лә халыҡтың илһөйәрлек тойғоһо шулай түгелерен көтмәгәйне. Һөҙөмтәлә, был күтәрелеш Ҡуштауҙың (башҡортса "ҡуш" берҙәмлек тигәнде аңлата) Башҡортостан йәмғиәтен берләштереүсе яңы символға әүерелеүенә килтерҙе. Торатау - изге тау. Ә Ҡуштау - бәхәстәр сығанағы булған тау, республика халҡын берләштергән символға әүерелде.
Беҙҙә бер ҡасан да милләт-ара конфликттар тыуғаны юҡ. Әммә башҡорт йәмәғәтселеге күтәргән иң киҫкен проблема - шихандарҙы һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе ине. Был глобаль һорау ине. Ҡуштау ер хәтере барлығын, беҙҙә, башҡорттарҙа, ете быуыныңды белеү үҙенән-үҙе аңлашылған хәҡиҡәт булыуын сағылдырҙы. Халҡыбыҙ тыныс, конфликттар тыуҙырмай, әммә ул үҙ ерен бирмәйәсәк һәм кемдеңдер аҫабалыҡ хәтерен тартып алырға тырышыуы менән килешмәйәсәк. Ауылдарҙан Себер тарафтарына күсеп китеүселәр күбәйһә лә, әүҙем урбанизация процесы барһа ла, Ҡуштау ваҡиғаһы шуны асыҡ сағылдырҙы: беҙҙә лә бөтә халыҡтарҙы халыҡ иткән һыҙат - милли ғорурлыҡ, булған һәм буласаҡ өсөн яуаплылыҡ тойғоһо етерлек.
"Башинформ"
материалдарын файҙаланып,
Гөлбаныу ГӘРӘЕВА
әҙерләне.
КИРЕ СЫҒЫРҒА