«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛДАРЫБЫҘ ЙӘШӘҺЕН – УЛАР БИТ МИЛЛӘТ БИШЕГЕ, ЕЙӘР РИЗЫҒЫБЫҘ СЫҒАНАҒЫ, ТЕЛЕБЕҘ ҮӘ ИЛЕБЕҘ ТЕРӘГЕ
+  - 


Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда социология, политология, лингвистика, демография һәм башҡа ижтимағи-гуманитар фәндәр өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барыусы ғалимдарҙың урбанизация (ҡалалашыу) проблемаларына ҡарата иғтибары бермә-бер көсәйҙе. Был - заманса күренеш, һәм ул башҡорт халҡына, уның яҙмышына туранан-тура ҡағыла. Әммә ошо йүнәлештә халыҡ ҡарамағына сығарылған бәғзе бер гипотезалар, уй-фекерҙәр һәм һығымталар менән бер нисек тә килешеп булмай. Был яҙмам ошо мөһим проблемаға арналған.

Һөйләнгәне - әкиәт, яҙылғаны - хәҡиҡәт

Боронғо башҡорттар өсөн ҡала тормошо бөтөнләйгә ят булмаған. Был факт мәҙәни мираҫыбыҙҙың нигеҙе - ауыҙ-тел ижадында, йәғни фольклорҙа асыҡ сағылыш тапҡан. Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә, улар ниндәй генә фантастик сюжетҡа ҡоролмаһын, йыш ҡына әкиәт геройының ҡалаға килеп урынлашыуы, унда барған хәл-ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатнашып, күп ауырлыҡтар, һынауҙар аша үтеп, дошмандарын еңеүгә өлгәшеүе хаҡында бәйән ителә. Мәҫәлән, "Әминбәк" әкиәтенең геройы ҡалаға барып, яҙыу оҫталығына, скрипкала уйнарға өйрәнә, сатраш (шахмат) уйынын үҙләштерә. Шул һөнәрҙәре уға төрлө һынау-хәлдәрҙе үтеп, ҡала хакимы булып китергә лә мөмкинлек бирә. Бынан бик күп быуаттар элек, тарих төпкөлөндә, ата-бабаларыбыҙҙың исемдәре киң билдәле ҡалалары булыуы хаҡында яҙма сығанаҡтарҙа теркәлгән мәғлүмәттәр бар. XII быуатта Сицилияның норман короле Рожер II һарайында йәшәгән ғәрәп географы әл Иҙриси ул замандағы халыҡтар, уларҙың илдәре тураһында киң һәм бай мәғлүмәт туплап, "Донъя гиҙеүҙе хушһынғанға йыуаныс" исемле энциклопедик характерҙағы ҙур хеҙмәт яҙа. Был китапта боронғо башҡорттар тураһында ла шаҡтай ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирелгән. Беҙҙең өсөн бына нимә мөһим: бынан 850 йыл элек һәм унан да әүәлерәк башҡорт халҡы Европала үҙ иле (территорияһы), хужалығы, ғәскәре, ҡалалары, үҙенсәлекле теле булған үҙаллы халыҡ рәүешендә билдәле була. Әл Иҙриси яҙмаларында бына ниҙәр бәйән ителә. "...Ә тышҡы басджирттар иленә килгәндә, уға Ҡаруҡийа, Нәмджан һәм Гүрхан ҡалалары ҡарай. Был ҡалаларҙа йәшәүселәр, үҙҙәренә етерлек кимәлдә сауҙа һәм һөнәрселек менән шөғөлләнеп, үҙ көндәрен үҙҙәре күрә. Был илдәр уңдырышлы, мул үҫемлекле һәм мал көтөүҙәре күп.
Нәмджан ҡалаһы - ҙур булмаған сәскә атыусы ҡаласыҡ. Уның менән төркиҙәрҙән булған бер кеше идара итә. Уларҙа власты атанан улға тапшырыу ғәҙәте игелекле эштәре һәм ябай халыҡҡа, арҙаҡлы заттарға яҡшы мөнәсәбәтле булыуҙары арҡаһында өҙөлмәй килә. Был ҡала Суҡан тип аталған йылға буйында урынлашҡан. Был ҡаланан көнсығышта Арджика тауында баҡыр рудниктары бар, унда меңдән ашыу кеше эшләй. Унда баҡыр күп табылып, Хуваразм еренә, Шаш (Ташкент. - Ред.) иленә һәм гуз иленең яҡын өлкәләренә алып барыла. Был ҡаланан шулай уҡ төлкө һәм әл бабр (Ҡондоҙ. - Ред.) тигән йәнлек тиреләре сығарыла, улар йылға буйлап Хазар диңгеҙенә тиклем алып барылып, бында һәм Дайламала юғары хаҡҡа һатыла. Был ҡалала балсыҡтан төрлө нәмәләр, шул иҫәптән юғары сифатлы һәм тиҙ ватылмай торған көршәктәр яһала. Был йылғаның ярҙарында төрлө төҫтәге ҡиммәтле таштар осрай, улар араһында лазурит күп. Нәмджан ҡалаһы кешеләре үҙҙәре өсөн төп аҙыҡ булған балыҡты бик ҙур таһыллыҡ һәм сослоҡ менән тота. Тотолған балыҡтың күберәк өлөшөн, һаҡлау өсөн тәмләткестәр һибеп, тоҙлап, караптарға тейәп, Хазар диңгеҙенә алып төшәләр, яр буйлап Исил ҡалаһына һәм башҡа урындарға тиклем барып етеп, һатыу итәләр, йәиһә үҙҙәре теләгәнсә тотоналар.
Нәмджан ҡалаһынан Гүрханға тиклем һигеҙ күсем ер. Был Аскутийа ере төркиҙәренең күп халыҡлы ҙур ҡалаһы. Ул Табаристан диңгеҙенә ҡойған Исил йылғаһынан төньяҡ тарафта урынлашҡан. Ҡала яҡшы төҙөкләндерелгән, тирә-яғы эшкәртелгән, бында ҡайһы саҡта күрһәтелгән йылға буйлап, сауҙагәрҙәр һәм сәйәхәтселәр килеп йөрөй. Бында Аскутийа төркиҙәре хакимы йәшәй, уның ҡарамағында күп һанлы яугирҙар, ҡорамал һәм ҡоралдар, күп ҡәлғәләр, эшкәртелгән ерҙәр бар. Был илдә һөнәрселек тауарҙары һәм сәнғәт әйберҙәренән тик көнкүреш өсөн кәрәклеләрен генә эшләмәйҙәр, шулай уҡ улар яһаған эйәр һәм ҡоралдар шул тиклем күркәм һәм камил - бындайҙар төркиҙәрҙең башҡа бер илендә лә етештерелмәй. Гүрхан ҡалаһынан Ҡаруҡийаға тиклем Анхадара йылғаһы буйлап һигеҙ көнлөк юл, ә ҡоронан - көнбайышҡа табан ун алты күсем. Ҡаруҡийа - ағас ҡоролмаларҙан һәм кейеҙ тирмәләрҙән торған матур ҡала. Уға ерҙәре бынан ун алты күсем арала булған булғарҙар йыш һөжүм итеп тора, һәм улар әлмисаҡтан бирле бер-береһе менән даими һуғышып йәшәй.
Эске басджирттар иле үҙәге менән тышҡы басджирттар иле үҙәге араһы ун бер күсем ер. Үҙенең ғөрөф-ғәҙәттәре буйынса басджирт халҡы төрки-булғарҙарға оҡшаш. Эске басджирттарҙың ҡалаларынан Мастр һәм Ҡастрҙы атап була. Был ике ҡала ҙур түгел, һәм сауҙагәрҙәр бында һирәк килә. Унда бер кемдең дә булғаны юҡ, сөнки урындағы халыҡ илдәре аша үтеп сығырға теләүсе бөтә сит ил кешеләрен үлтереп тора. Был ике ҡала Исилгә ҡойған йылға буйында урынлашҡан".

Башҡорт күңеле - далала

Тарихи Башҡортостан ерлегендә археологтар тарафынан асылған Арҡайым һәм уға оҡшаш тиҫтәләгән "ҡаҙылма ҡаласыҡтар" билдәле булып, ошо территорияның "ҡалалар иле" тигән символик атама алыуы ла үтә фәһемле. Был башҡорттарҙың күпселеге далаларҙа, тау-урмандар араһында малсылыҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, ҡортсолоҡ һәм башҡа үҙ заманаһы шөғөлдәрен үҙләштереп йәшәгән хәлдә лә, уларҙың урта быуаттарға тиклем үҙ ҡалалары ла булыуын раҫлаусы ышаныслы дәлил булып тора.
Билдәле булыуынса, бер-бер артлы ҡабынып торған яу-һәләкәттәр, яулап алыу һуғыштары, халыҡтарҙың элегерәк йәшәгән ерҙәренән башҡа тарафтарға күсеп китеүе арҡаһында боронғо башҡорт ҡалалары бөлгөнлөккә төшә, емертелә, тора-бара уларҙан тик харабалар ғына ҡала. Уралға һәм уға яҡын төбәктәргә ереккән башҡорттар башҡаса ҡала-ҡәлғәләр төҙөмәй, үҙҙәренең йәшәү рәүешенә ярашлы, ҙур булмаған ҡышлауҙарҙа һәм йәйләүҙәрҙә көн итеүҙе хуп күрә. Тарих фәндәре докторы, профессор Роза Буканова билдәләүенсә, башҡорттар өсөн ҡәлғә-крепость төҙөү зарурлығы булмай: дошмандары һөжүм иткәндә халыҡ тау-таш араларында, урман шырлыҡтарында йәшеренеп торор урындар таба. Ошондай йәшәйеш традицияға әйләнеп, XX быуат башына тиклем һаҡланып ҡала.

Сит илдәрҙә солтан булғансы...

XIX быуаттың икенсе яртыһынан XX быуат баштарына тиклемге осорҙа ауыл ерлегендә көн иткән башҡорттарҙың шәхси хужалыҡтары билдәле сәбәптәр арҡаһында хөртәйә бара, еренән яҙған байтаҡ ғаиләләр бөлгөнлөккә төшә, башҡорттар араһында фәҡирлек көсәйә. Ерһеҙ ҡалған йәшерәк башҡорттар ситкә китеп, байҙарға, сауҙагәргә ялланып, артелдәргә барып ҡушылып көн итергә мәжбүр була. Мәҫәлән, 2-се Әйле олоҫоноң Иҙрис ауылы башҡорто Ғималетдин Минһажев та (БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы) ауылын ташлап, Златоуст ҡалаһына йүнәлә, бер барыняға күсер булып хеҙмәт итә.Тап шул дәүерҙә башҡорт мөхитендә "зимагорлыҡ" төшөнсәһе барлыҡҡа килә - ҡалаларға сығып китеп, тәмәке тартып, араҡы эсеп, аҙып-туҙып йөрөүсе башҡорттарға шундай атама тағыла. Әммә башҡорттарҙың күпселеге, йәшәү шарттары үтә насарайған хәлдә лә, ауыл ерлеген ташлап китергә ашыҡмай.
1897 йылғы Бөтөн Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, илдә барлығы 1 321 363 башҡорт телле кеше теркәлгән булһа, уларҙың 3151-е генә Өфө ҡалаһында йәшәй. XX быуат башында Рәсәй империяһының башҡа ҡалаларында йәшәүсе башҡорттар хаҡында, образлы итеп әйткәндә, иҫәпкә бар - һанға юҡ, тип әйтеп булыр ине. 1920 йылда иһә Өфөлә ни барыһы 1200 башҡорт теркәлә. Илде тетрәткән инҡилаб, граждандар һуғышы һәм бығаса күрелмәгән аслыҡ трагедияһы башҡорттарҙың дөйөм һанын икеләтә ҡыҫҡарта.

Их, Өфө ҡалаһы, йәмле Иҙел буйында

Совет осоронда мәҙәни революция һәм индустриялаштырыу процестарында башҡорт халҡы ла бик әүҙем ҡатнаша. Элекке Ырымбур һәм Өфө губерналары ҡалаларында башҡорт йәштәре лә күберәк күренә башлай, башлыса, улар уҡыу йорттарында белем алыу, совет төҙөлөштәрендә ҡатнашыу ниәте менән ҡалаларға йүнәлә. 1926 йылда Өфөлә 4632 башҡорт теркәлһә, 1939 йылда уларҙың дөйөм һаны 15 400-гә етә. Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге осорҙа 1-се быуын ҡала башҡорттарынан, совет (коммунистар) власы принциптарына һәм талаптарына ярашлы, өр-яңы гуманитар-ижади интеллигенция ҡатламы үҫеп сыға. Шулай уҡ тап шул йылдарҙа һәм унан һуңғараҡ осорҙа башҡорт зыялыларынан тәүге фән һәм техника өлкәһе белгестәре формалаша. Башҡорт халҡының мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерерлек милли театрҙар, филармония барлыҡҡа килә, әҙәбиәт, музыка, һынлы сәнғәт йылдам үҫешә. Ошо быуын башҡорттарының халҡыбыҙ мәҙәниәтенә индергән өлөшөн баһалап бөткөһөҙ.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостанға байтаҡ ҡына эвакуацияланған заводтар килтерелә, уларға урындағы халыҡтан, шулай уҡ башҡорттар араһынан байтаҡ ҡына йәш егет-ҡыҙҙар йәлеп ителә. Артабан нефть һәм химия индустрияһы предприятыларына эшкә килеүселәр араһында башҡорттар ҙа күбәйә бара. Был ҡала башҡорттарының интенсив үҫешенә төп сәбәп була. Мәҫәлән, 1939 йылдан 1959 йылға тиклем Өфө башҡорттарының һаны 15 мең самаһына артып, 30 321 кешегә етһә, артабан 30 йыл дауамында 90 меңгә күбәйеп, 1989 йылда 122 026 кешегә етә (өфөләрҙең 11,3 проценты). Артабанғы 20 йыл арауығында баш ҡалабыҙҙа милләттәштәребеҙ тағы ла 50 меңгә артып, 2010 йылғы иҫәп алыу материалдарында 172 794 башҡорт кешеһе теркәлә.

Ҡалалашыу - оҙайлы процесс

Был осорҙа бөтөн Башҡортостан ерлегендә лә шундай уҡ үҫеш динамикаһы күҙәтелә. 1926 йылда Башҡорт АССР-ында ни бары 11700 самаһы ҡала башҡорто йәшәһә, 1939 йылда уларҙың һаны, 3 тапҡырҙан ашыуға артып, 40 меңләп тәшкил итә. 1959 йылда ҡала башҡорттары 100 меңдән ашһа, совет дәүеренең артабанғы 3 тиҫтә йылында, артҡандан-арта барып, 1989 йылда 365 391 башҡорт ҡала кешеһе статусына эйә була. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу материалдарына ярашлы, республикабыҙҙа йәшәүсе башҡорттарҙың 40,6 проценты, йәғни 475 948 кеше ҡалаларҙа теркәлгән.
Юғарыла килтерелгән статистика материалдары һуңғы 100 йыл дауамында Башҡортостан ерлегендә барған урбанизация, йәғни ҡалалашыу процестарын айырым асыҡ күрһәтеп, кире ҡаҡҡыһыҙ дәлил булып тора. Ғөмүмән, урбанизация халыҡтар йәшәйешенең, уларҙың цивилизацион үҫешенең төп йүнәлешен билдәләүсе феномен: Европа халыҡтары өсөн ул күптән үтелгән этап булып, хатта ғилми даирәләрҙә лә әллә ни ҡыҙыҡһыныу уятмай. Беҙ, башҡорттар, ҡала мөхитен үҙләштереү йәһәтенән фекер йөрөткәндә, үтә лә йәш халыҡбыҙ (архаик замандарҙа йәшәгән боронғо ҡала башҡорттарын бер нисек тә иҫәпкә алып булмай: беҙҙең тарихи хәтеребеҙҙә, фольклор мираҫында сағылыш тапҡандарынан башҡа, бер ниндәй ҙә тере мәғлүмәт ҡалмаған шул). Әммә, икенсе яҡтан ҡарағанда, был халҡыбыҙ алдында әле ғәмәлгә ашырылмаған, әммә мауыҡтырғыс һәм һөҙөмтәле перспективалар булыуын да аңлата бит. Ҡалалашыу - тиҙ башҡарыла торған ижтимағи күренеш түгел, ул оҙайлы күсеш барышында, быуындар алышыныуы менән ҡуша килеп, халҡыбыҙҙың цивилизацион үҫешен билдәләйсәк. Ошо процестарҙың совет осоронда башланған өлөшө лә беҙгә бик мөһим һәм ҡиммәтле тәжрибә бирҙе. Тап ҡала мөхитендә формалашҡан яңы быуын зыялыларыбыҙ тарафынан боронғо мәҙәни мираҫыбыҙ баҫма, кино-, видео-, электрон сығанаҡтарҙа теркәлде, халҡыбыҙҙың мәҙәни, рухи һәм интеллектуаль үҫеше өсөн өр-яңы мөмкинлектәр асылды. Әммә ошо ҡатмарлы ижтимағи күренешкә һылтанып, төптән уйланылған һәм тәрән фекерле, күп яҡлы анализ эшләмәйенсә, ашығыс, өлгөрөп етмәгән, хатта хаталы һығымталар эшләмәһәк ине. Ошо яҙмам аша шәхсән бер нисек тә килешә алмаған, әммә төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарында киң таралыу тапҡан ҡайһы бер фекерҙәр хаҡында бер кәлимә һүҙ әйтеп китер инем.

Ҡалалы Башҡортостан - совет осоро емеше

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда урбанизация процестарын ғилми күҙлектән ҡарап, ошо юҫыҡта барлыҡҡа килгән проблемалар буйынса байтаҡ тикшеренеүҙәр уҙғарылды, фәнни-ғәмәли конференциялар ойошторолдо, күп һанлы мәҡәләләр, ғилми баҫмалар сығарылды. Бигерәк тә ҡала башҡорттарына арналған тикшеренеүҙәргә өҫтөнлөк бирелде. Был тәбиғи - республикабыҙ, халҡыбыҙ тормошонда барған үҙгәрештәр ижтимағи-гуманитар фәндәрҙә объектив сағылыш табырға тейеш. Әммә ғалимдарыбыҙ бер мөһим фактҡа иғтибар итеңкерәмәйенсә, һуңғы осорҙа ниндәйҙер айырыуса интенсив барған, тиҙләтелгән урбанизация хаҡында яҙырға әүәҫ булып китте. Эйе, республикабыҙҙа бындай ижтимағи процестар күҙәтелде, әммә башҡорттарҙың сағыштырмаса тиҙ арала ҡалаларға күсеп китеүе ҡасан булған һуң? Бөгөн бындай процестар дауам итәме һуң, әллә бәғзе бер ғалимдарыбыҙ күптән түгел булып уҙған ваҡиғаларҙы ни сәбәптәндер бөгөнгө итеп күрһәтергә тырышамы? Һандар алдашмай, статистика материалдарына күҙ һалайыҡ. 1926 йылда БАССР тулыһынса тиерлек аграр республика - ҡалаларҙа бар халыҡтың ни барыһы 8,8 проценты йәшәй. Индустриялаштырыу сәйәсәте һөҙөмтәһендә Башҡортостандың ҡала халҡы 1959 йылда 38,7 процентҡа етә. Артабанғы 20 йыл эседә республикабыҙ ҡалаларында йәшәүселәрҙең һаны тағы ла 900 меңгә артып, 1979 йылда бар халыҡтың 56,8 процентын тәшкил итә, элекке саф аграр төбәк юғары үҫешкән нефть-химия сәнәғәте үҙәктәренең береһенә әйләнә. Бына ҡасан булып үткән ул интенсив ҡалалашыу процестары! СССР-ҙа 80-се йылдарҙа иҡтисади-сәйәси торғонлоҡ хөкөм һөрһә лә, урбанизация темпы ныҡ һүрелмәй әле - 1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса Башҡортостан ҡалалары халҡының дөйөм һаны 2,5 миллиондан артып китеп, барса халыҡтың 63,8 процентын тәшкил итә.

Заман башҡа - заң башҡа

СССР тарҡалыу менән бергә Башҡортостанда быға тиклем дөрләп янған урбанизация усағы һүнеп ҡалғандай була. Әлбиттә, ҡала халҡы ла бөтөнләйгә артмай тормай, әммә был артым һис бер иҫ китерлек түгелдер. Ҡала халҡының һан яғынан абсолют иҫәбе арта биргән хәлдә лә, уның ауылдарҙа йәшәүселәр менән сағыштырмаса нисбәте үҙгәрешһеҙ ҡала тиерлек. Статистика беҙгә тап ошо сетерекле хәлде асыҡтан асыҡ күрһәтә лә инде: 1989 йылда республикабыҙ халҡының ҡалаларға тура килгән өлөшө 63,8 процент булһа, 2002 йылда - 64,0 процент, 2010 йылда - 60,4 процент. Башстаттың һуңғы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда 2019 йылдың 1 ғинуарына ҡала халҡы 62,26 процент тәшкил итә. Иғтибар итегеҙ: был һандар һуңғы 30 йыл арауығындағы хәлде күрһәтә. Ҡайҙа булған һуң йылдам урбанизация, был бит торғаны менән демографик стагнация күренеше? Ни эшләп ғалимдарыбыҙ совет осоронан һуң күҙәтелгән ошондай факттарҙы иҫәпкә алмай икән, шуныһы ғәжәп.
Бәғзе ғалимдарыбыҙ Башҡортостандағы ҡала халҡының кәмеүен 2004-2005 йылдарҙа ҡала тибындағы ҡасабаларҙың статусы үҙгәртелеп, унда йәшәүселәрҙең ауыл кешеләре иҫәбенә индерелеүе менән аңлатырға тырыша. Тик быны ла шул уҡ статистика бизмәненә һалып үлсәргә кәрәктер бит. Баҡтиһәң, ошондай үҙгәреш исемлегендә барлығы 38 ҡасаба булып, унда йәшәүсе 180 372 кеше ҡала кешеһе статусын юғалтҡан (улар үпкәләмәһендәр инде: ысынбарлыҡта был ҡасабаларҙа бер ҡасан да ҡалаларға хас ижтимағи-гуманитар инфраструктура булманы). Был совет осоронда ҡала һәм ауыл араһындағы айырманы бөтөрөү лозунгыһының бер уңышһыҙыраҡ сағылышы ғына булғандыр ул. Һүҙ юҡ, тәү ҡарамаҡҡа был ҙур ғына һан булып тойола. Әйҙәгеҙ, шартлы рәүештә уларҙы 2010 йылдағы ҡала халҡы иҫәбенә өҫтәйек тә, ҡала/ауыл халҡы нисбәтен иҫәпләп сығарайыҡ. Ул саҡта ҡала халҡы 64,8 процент булыр ине - ә 2002 йылда ла ул 64,0 процент ине бит! Нисек кенә һанаһаң да, үҫеш юҡҡа иҫәп.

Йәшәһен башҡорт ауылдары!

Бәлки, әле килтерелгән мәғлүмәттәр башҡорт халҡына ҡағылмайҙыр, тип уйлаусылар барҙыр. Алдараҡ башҡорттарҙың күпләп ҡалаларға килеү осоро 1959 йылдан алып 1989 йылға тиклем дауам итеүен билдәләп үткәйнек. Әлбиттә, 90-сы йылдарҙа ла ҡалаға килеп төпләнеүсе башҡорттар байтаҡ булды, быныһы хаҡ. Әммә, әлеге лә баяғы тигәндәй, ҡала/ауыл башҡорттарының нисбәте совет һәм унан һуңғы осорҙағы урбанизацияның төп күрһәткесе икәнлеген онотмайыҡ. Бына ул һандар теҙмәһе (проценттарҙа): 1959 йыл - 13,6/86,4; 1970 йыл - 19,7/80,3; 1979 йыл - 28,2/71,8; 1989 йыл - 42,3/57,7; 2002 йыл - 42,4/57,6; 2010 йыл - 40,6/59,4. Күҙе менән күргәндең аҡылына ишара: совет осороноң һуңғы 3 тиҫтә йылында ҡала башҡорттарының ауылдыҡылар менән сағыштырмаса нисбәте 3 тапҡырға артҡан. Ә һуңғы 20 йылдағы һандар үҙҙәре үк күҙебеҙгә төртөлөп тормаймы ни - 42,3 - 42,4 - 40,6? Хәҙерге ауыл башҡорттары шулай "шәп" итеп ҡалалашамы әллә, ғалимдарыбыҙ шулай һөйләгәс? Алдараҡ әйткәнебеҙсә, ҡала тибындағы элекке ҡасабаларҙа йәшәүсе аҙ һанлы башҡорттарҙы иҫәпкә алған хәлдә лә, ҡала башҡорттарының проценты шул 43-тән әллә ни артмаҫ ине. Элекке замандарҙағыса, 1 Май демонстрацияһына сығып, "Йәшәһен башҡорт ауылдары!" тип һөрәнләргә генә ҡала беҙгә.

Элек ҡыйын инеме, әллә хәҙер анһатмы?

Ҡоро һандарҙан торған статистика материалдары демографик процестарҙың ысынбарлыҡтағы динамикаһын асыҡларға мөмкинлек бирә, улар нигеҙендә объектив һығымталар ҙа эшләргә була, әммә улар яңынан-яңы һорауҙар ҙа тыуҙыра. Төп һорауҙы мин бына нисек ҡуйыр инем: "Ни өсөн Совет Башҡортостанында башҡорттар күпләп ҡалала төпләнә алды, ә һуңғы 30 йыл дауамында башҡорт урбанизацияһы торғонлоҡ кисерә?"
Ошо һорауға яуап табыуы әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмайҙыр. Совет осоронда, бигерәк тә 70-се - 80-се йылдарҙа, ҡалаға килеүсе башҡорт ошо яңы мөхиттә һис шикһеҙ үҙенә урын таба ала ине. Завод-фабрикаларға, төрлө өлкәләргә ҡараған предприятиеларға, ойошмаларға эшселәр, хеҙмәткәрҙәр күпләп талап ителде, ғилми-педагогик кадрҙар, ижади интеллигенция, медицина хеҙмәткәрҙәре лә үҙҙәренә тәғәйен эш таба алды. Фатирһыҙҙар өсөн дөйөм ятаҡтар төҙөлә ине, күпмелер эш стажы булғандар бушлай фатир алды. Бына ошолар элекке ауыл кешеһенә ҡалаға килеп, ерегеп китер өсөн етерлек шарт булды ла инде. Ә бәғзе бер ғалимдарыбыҙ, күҙ ҙә йоммай, ауылдан ҡалаға күсеп килеүсе башҡорт уның өсөн "ят һәм дошман" булған мөхиттә юғалып ҡала, үҙен иркен тоторлоҡ "кәштә" таба алмай йөҙәй, йәнәһе, шуның арҡаһында престижһыҙ урындарға ғына иҫәп тота ала, тигән һығымталар эшләй. Улар хатта мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, башҡа бюджет ойошмаларында эшләүселәрҙе лә, үҙҙәре юғары тип һанаған фән бейеклегенән тороп, ниндәйҙер бер "түбән каста" исемлегенә индереүҙән дә тартынмай. Ошо яңы быуын урбанистары, һис бер нигеҙһеҙ һәм дә шикһеҙ, "аграр мәҙәниәтенән" ситләшкән яңы ҡала башҡорттары ҡала мөхитендә үҙ мәҙәниәтен булдыра алмай, тип, уларҙан ниндәйҙер маргинал, люмпенлашҡан төркөм яһарға ла йөьрәт итә. Шундай шарттарҙа меңәрләгән элекке ауыл башҡорттары ҡала мөхитенә нисек итеп яраҡлаша алған да, төрлө урындарҙа, төрлө вазифаларҙа эшләп, дан вә хөрмәт ҡаҙана алған икән? Ә бит башҡорт ауылдарынан ҡалаға күсеп, билдәлелек алған ошондай шәхестәрҙе һанай китһәң, гәзит биттәренә лә һыйҙырып булмаҫ ине.
Бөгөн башҡортто ҡала һис тә ҡосағын йәйеп ҡаршы алмай. Эш урындарын табып та була ул, уныһы етерлек. Йәшәр өсөн торлаҡ та кәрәк бит. Бушлай фатир алыу совет осороноң тамам онотолған бер ҡаҙанышы ғына булып ҡалды, ятаҡтар юҡ хәҙер. Һатып алам, тиһәң, миллионлаған һум аҡса кәрәк. Ҡалаға килеүсе кеше фатирында байтаҡ аҡса түләп йәшәргә мәжбүр. Ә был ғаилә бюджетына күтәрә алмаҫлыҡ йөк булып ята. Эйе, хәҙерге ваҡытта ауыл башҡортона ҡалаға юл ябылған тиерлек инде. Алдараҡ күрһәтелгән һандар тап ошо хаҡта һөйләй. Һөҙөмтәлә үҙ ауылында ҡот таба алмағандар (бының үҙ сәбәптәре бар), исмаһам, бер аҙ аҡса йүнләйем, тип, күпләп сит-ят тарафтарға китә, йәиһә вахта ысулы менән эшләүҙе ҡулайыраҡ күрә. Һис сер түгелдер: Башҡортостанда бөгөн бер ниндәй ҙә интенсив урбанизация юҡ, уны күптән инде "интенсив вахтовизация" алыштырҙы.

ШУЛАЙ ҘА...

Миҙалдың да ике яғы бар, тиҙәр халыҡта. Кемдер ҡалалашыуҙа милләт перспективаһын күрергә тырыша, бәғзеләребеҙ бының киреһенә һис бошонмай, сөнки ауылда ла заманса тормош ҡороу мөмкинлеге бар, тип иҫәпләй. Ысынлап та, дәүләтебеҙ тарафынан ғәмле үә кеше йәнле реформалар ғәмәлгә ашырылып, ауыл кешеһенең заманса тормош ҡора алыуына тейешле шарттар тыуһа, ауылдарыбыҙ йәшәр ҙә, йәшәрер ҙә ине. Эйе, ауылдарыбыҙ йәшәһен инде, ул бит милләт бишеге, ейәр ризығыбыҙ сығанағы, телебеҙ үә илебеҙ терәге.

Бәҙри ӘХМӘТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.08.20 | Ҡаралған: 514

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru