«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЫУЫМ КӘМЕЙ ӘЛЕГӘ...
+  - 


Бер киренең бер ыңғай яғы була йәки бәхетһеҙлек булмаһа, бәхет булмаҫ ине тиҙәр. Коронавирус донъяға хәүеф менән янап, күптәрҙе эшһеҙ, аҡсаһыҙ ҡалдырһа ла, хөкүмәт яғынан ярҙам күләме артыуы, йәғни 16 йәшкә тиклем балалары булған ғаиләләрҙең төрлө пособиелар алып, ғаилә бюджетын нығытыуы шул турала һөйләмәйме ни? Быға тиклем дә илебеҙҙә икенсе генә түгел, беренсе балаға ла әсәлек капиталы түләүе индерелгәйне. Әммә илдә тыуым кимәле йылдан-йыл кәмей. Уны финанс ярҙамы менән генә арттырыу мөмкинме? Был күренештең тағы ла беҙ уйламаған сәбәптәре бармы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтының фәнни хеҙмәткәре Рената КОМЛЕВА менән әйҙәүсе фәнни хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Гөлдәр ХИЛАЖЕВА яуап бирә.

Ошо көндәрҙә "Башинформ" агентлығы үткәргән онлайн-конференцияла ғалимдар белдереүенсә, яҡын арала тыуым кәмеүе һәм айырылышыуҙар һаны артыуы ихтимал икән. Бындай раҫлауҙар нимәгә нигеҙләнә?

Рената Комлева:
Халыҡ-ара тәжрибә күрһәтеүенсә, карантин ваҡытында социаль ҡурсаланыу бик йыш айырылышыуҙар һанының артыуына килтерә. Тормош рәүешенең үҙгәреүе, стресс, аралаша белмәү ғаилә низағтарына сәбәп булып тора. Был осраҡта Ҡытайҙың Дачжоу ҡалаһын миҫалға килтерергә мөмкин: унда карантин талаптары йомшарыу менән шунда уҡ 300 пар айырылыша, ә Фучжоу ҡалаһы хакимиәте айырылышыу тураһында ғаризаларға күмелә һәм карантиндан һуң көнөнә 10 ғаризаны ғына ҡабул итеү лимитын индерергә мәжбүр була. Австралияла талашыусы ир менән ҡатын өсөн махсус психологик хеҙмәттәр ойошторғандар. АҠШ-та ғаиләлә көс ҡулланыу артыуы күҙәтелә. Шуға күрә, бындай күренештәр Рәсәйҙә лә күҙәтелеүе ихтимал.

Дәүләт беренсе бала тыуғанда ла, икенсе балаға ла Әсәлек капиталы түләүҙе тормошҡа ашыра, әммә был да тыуымды арттырмай. Бөгөн, ата-әсәләр белдереүенсә, бала табып-үҫтереүҙең хаҡы бик ҡиммәт. Ә бит элек бындай түләүҙәр ҙә булмаған, һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, тип ҡабул иткәндәр. Ни өсөн бөгөн хатта Әсәлек капиталы ла тыуымды арттырмай?

Рената Комлева:
Тыуымға килгәндә, бында, киреһенсә, артыуҙы көтөргә кәрәкмәй, сөнки тотороҡлолоҡ булмағанда, эш хаҡтары кәмегәндә, хеҙмәт баҙары тарайғанда, киреһенсә, ғаиләләр был бурысты кисектереп торорға тырыша. Тарихтан күренеүенсә, көрсөк һәм башҡа социаль тетрәнеүҙәр һәр саҡ тыуымдың кәмеүенә килтерә. Ике-өс ай социаль ҡурсаланыу һөҙөмтәһендә урыны-урыны менән тыуым артыуы ихтимал, әммә ул дөйөм статистикаға йоғонто яһамай. Пандемия эҙемтәләре тыуым кимәле өсөн, киреһенсә, кире булыуы ихтимал.
Ысынлап та, Әсәлек капиталы ғына бала тыуыу һәм уны тәрбиәләү, үҫтереүгә бәйле сығымдарҙы ҡапламай. Әммә был түләүҙәрҙе барлыҡ сығымдарҙы ҡаплай тип ҡабул итергә түгел, ә бары тик дәүләттең бала тыуғанда ғаиләгә өҫтәмә социаль ярҙамы тип ҡарарға кәрәк. Матди сараларҙың төп сығанағы булып халыҡтың эш килеме торорға тейеш. Шуға күрә, минеңсә, дәүләттең төп бурысы - иҡтисадты үҫтереү һәм ғаилә өсөн иң ауыр осорҙарҙа - бала тыуғанда, мәктәпкә барғанда һ.б. - уларға өҫтәмә ярҙам тәҡдим итеп, граждандар ғаиләләрен ҡарай алһын өсөн шарттар булдырыу.

Донъя статистикаһына күҙ һалғанда, милләт артһын өсөн ғаиләләрҙә мотлаҡ 3 бала булырға тейеш. 1 йәки 2 бала ғына тәрбиәләгән ғаиләләр һаны артҡан һайын милләт тә әкренләп юҡҡа сыға бара, тиҙәр. Был, ғәмәлдә фәнни нигеҙҙә раҫланғанмы?

Рената Комлева:
Халыҡтың һанын арттырыу өсөн (шул иҫәптән айырым этник төркөмдөкөн) ғаиләләрҙең кәм тигәндә 50 процентында өс бала булырға тейеш. Башҡорттар һәр саҡ юғары репродуктивлығы һәм балалар һаны буйынса башҡа этник төркөмдәрҙән айырылып торған. Әммә 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса бары тик башҡорт ҡатындарының 27 процентының ғына балаһы өсәү һәм унан күберәк булған, шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостандың башҡа халыҡтары менән сағыштырғанда, был да юғары күрһәткес (рус ҡатындары -13,5 процент, татар ҡатындары - 19,6 процент. Статистика бары тик ҡатын-ҡыҙҙарҙың милләте буйынса ғына алып барыла һәм бала табыу мөҙҙәте үткән йәштәгеләр ҙә индерелә). Был башҡорттарҙың бөгөнгө быуынының һаны артһын өсөн етерлек түгел. Шуға күрә, башҡа халыҡтарҙыҡы кеүек һиҙелерлек булмаһа ла, башҡорттарҙың да кәмеүен күҙәтәбеҙ.

Ғәҙәттә, был тормошта бөтә нәмә тулҡын рәүешендә бара: ниндәйҙер этапта аҫҡа тәгәрәй, ниндәйҙер мәлдә өҫкә үрләй. Демография мәсьәләләрендә лә шундай "тулҡындар" барҙыр, моғайын? Ғәҙәттә, ниндәй мәлдәрҙә тыуым артыуы күҙәтелә?

Рената Комлева:
Тыуым һәм үлем күрһәткесе туранан-тура халыҡтың йәш структураһына бәйле. Һуғыштар, аслыҡ, көрсөк халыҡтың бер быуынын алып китеп, башҡа йылдарҙа икенсе быуындың һаны тотороҡланыуы электән килә. Һөҙөмтәлә демография тулҡыны барлыҡҡа килә - күп һанлы быуын аҙ һанлыһын алмаштыра, ә күп һанлы быуындың балалары һәм ейәндәре социаль тетрәнеүҙәрҙән зыян күргән быуын вариҫтарына ҡарағанда күберәк була. Уҙған быуаттың 80-се йылдарында тыуым артыуы уларҙың ата-әсәләренең быуыны - һуғыштан һуңғы 1960 йылғыларҙың күп һанлы булыуына бәйле. Шундай уҡ күренеш 80-се йылдарҙа тыуғандар үҙҙәре ата-әсә булыу йәшенә еткәс, 2000-2010 йылдарҙа ла күҙәтелә. Әлеге мәлдә беҙ имен булмаған йәш структураһы фазаһында торабыҙ, сөнки әле репродуктив йәшкә уҙған быуаттың 90-сы йылдарында тыуған аҙ һанлы быуыны инде.

Мәскәү белгестәре 2025 йылға ил халҡының 1 миллионға кәмеүен күҙаллай. Тимәк, үлем арта, тыуым артмай. Ә Башҡортостан буйынса ниндәй фараздар бар?

Рената Комлева:
Росстат фараздарына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы халҡының һаны уртаса вариантта 2025 йылға 3958 мең кешегә һәм юғары вариантта 4006 мең кешегә ҡалыу ихтималлығы фаразлана (2020 йылдың 1 ғинуарына 4038 мең кеше). Быға йәш структураһының имен булмаған факторы йоғонто яһай - республикала 10 йыл инде 60-69 йәшлектәр һаны арта, ә хеҙмәткә яраҡлы халыҡ һаны, киреһенсә, кәмей. Тимәк, үлеүселәр һаны тыуыусылар һанынан артыҡ буласаҡ.

Бынан бер нисә йыл элек Башҡортостанда халыҡ һаны миграция һөҙөмтәһендә арта, тигәйнегеҙ. Бөгөн был мәсьәлә нисек тора?

Гөлдәр Хилажева:
Башҡортостанда миграция хәрәкәте Рәсәйҙең күпселек төбәгендәге кеүек үк сценарий буйынса бара. Республика халҡы насар үҫешкән, алыҫ ауылдарҙан сығып, ҙурыраҡ ауылдарға йәки ҡалаға күсергә тырыша. Ә инде бәләкәй ҡалалар халҡы, үҙ сиратында, ҙур ҡалаларға күсенергә тырыша. Процесс шулай дауам итә.
Башҡортостанда, тәү сиратта, республика эсендәге миграция иҫәбенә халыҡ һаны ҙур ҡалалар тирәһендә арта. Мәҫәлән, Өфө һәм Стәрлетамаҡтың эргә-тирәһендә ауылдар йылдам үҫә.
Әммә Башҡортостан халҡы республика эсендә генә күсенмәй, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә лә сыға. Төбәк-ара миграцияға килгәндә, илдең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда, беҙ - "урталыҡта", йәғни ситкә миграцияланыусылар кимәле юғары түгел.

Был процесты туҡтатып буламы?

Гөлдәр Хилажева:
Юҡ, сөнки йәштәрҙең ситкә китергә, белем алырға, үҙен эш менән күрһәтергә ынтылыуы тәбиғи. Бында шул мәлгә иғтибар бирергә кәрәк: ошо ситкә киткән йәштәр өсөн республика улар кире ҡайтырға ынтылып торған урын булырға тейеш. Тимәк, яңы эш урындары булдырырға, кешеләрҙе лайыҡлы эш хаҡы менән тәьмин итергә, балалы йәш ғаиләләргә ярҙам итергә кәрәк.

Шулай итеп...
"Дөйөмләштереп әйткәндә, барлыҡ социаль, ғаилә, мәшғүллек, мәғариф өлкәһендәге сәйәсәт республиканың миграция хәл-торошона ла, халыҡ һаны артыуға йәки кәмеүгә лә йоғонто яһай. Шуға күрә, дәүләт сәйәсәтенең барлыҡ йүнәлештәре бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә тейеш", - ти Гөлдәр Фәрит ҡыҙы, йәғни эшмәкәрлек комплекслы алып барылырға тейеш. Был инде белгестәрҙең генә фекере түгел, көн, заман талабы.

Земфира ХӘБИРОВА
әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.09.20 | Ҡаралған: 535

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru