"Киске Өфө" гәзитендә милли идея тураһында һөйләшеүҙәр булып тора. Минеңсә, һәр халыҡ үҙ идеяһын ғәмәлгә ашырыу юлдарын үҙ менталитетынан сығып эҙләргә тейеш. Һәр халыҡтың менталитеты быуындан-быуынға күсә килгән ижадында һаҡлана. "Тормош һабаҡтары" дәреслеген яҙғанда, беҙгә, авторҙарға, башҡорт халҡының ғына түгел, үҙенсәлекле мәҙәниәтен һаҡлап алып ҡала алған һәм донъя кимәленә сығарыу юлдарын эҙләгән байтаҡ халыҡтарҙың ижады менән танышырға, сағыштырырға тура килде. Шул саҡта менталитет менән ижад төшөнсәләрен өйрәнгәндә, беҙ был ике төшөнсәнең үҙ-ара бик тығыҙ бәйле булыуын асыҡланыҡ.
…Менталитетҡа ҡарап, төрлө халыҡта бер үк мәҡәлдең ҡапма-ҡаршы мәғәнә алған осраҡтары ла бар. Мәҫәлән, Кавказдың ипле, тыныс холоҡло кабардин халҡы "Йөҙ кешенән маҡталған йөҙ кешегә тиң" тиһә, сая тәбиғәтле абхаздарҙа ошо уҡ мәҡәл "Йөҙ кеше берәүгә нәфрәтләнһә, тимәк, ул йөҙ кешегә тиң", тип яңғырай. Һәр һүҙендә, бигерәк тә тостарында һәм хатта киң таралған көләмәстәрендә лә милләтенең бәҫен күтәргән грузин халҡында: "Нәҫелең ҡороһа ла йола юғалмаһын", - тигән мәҡәл бар. Ә төрлө шарттарға һәм мөхиткә еңел ҡулайлашып, үҙ мәнфәғәтен тормошҡа ашырып өйрәнгән әрмәндәрҙә: "Тәүҙә һарыҡ бәрәсе булып ҡылан, аҙаҡ бүре булырһың", "Бер ишек асылһын өсөн ете ишеккә шаҡырға кәрәк", - тигән мәҡәлдәр бар. Әгәр бала мәктәптән туҡмалып ҡайтһа, тыныс холоҡло кабардин уға, бәлки, "Йоҡлаған айыуҙы уятма, көслө кешене асыуландырма", тип әйтәлер, ә үҙен бер кемдән дә йәберһетеүгә юл ҡуйырға теләмәгән ғорур чечен иһә: "Йоҙроҡҡа таяҡ бар, таяҡҡа хәнйәр бар", - тип туҡмалғаны өсөн балаһына асыуланасаҡтыр.
Әйтергә кәрәк, сағыштырып өйрәнеүҙәр барышында беҙ мөһим бер һығымтаға килдек: ижад аҡылының асҡысы - тел. Телен юғалтҡан халыҡтар ижады менән бергә менталитетын да юғалта. Һәм, әлбиттә, башҡа милләттәрҙән йотола башлай. Телен юғалтҡан милләттәр, айырым кешеләр кеүек үк, үҙ халҡы ижадының эске энергетикаһынан көс ала алмай, хатта йырҙарынан да.
…Зөһрә һылыуым Мәскәүҙә, Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡыған йылдарында шундай бер ваҡиға һөйләгәйне: "Бер мәжлестә ултырабыҙ. Арабыҙҙа ике грузин бар. Улар бер-береһе менән грузинса нимәлер әйтеште лә, көлөп ебәрҙе. Был күренеш башҡаларға оҡшаманы. Мин торҙом да: "Бында байтаҡ милләт вәкилдәре бар. Беҙ ҙә үҙ телдәребеҙҙә һөйләшә алабыҙ. Шуға ла, әйҙәгеҙ, бөтөнөбөҙ өсөн дә аңлайышлы рус телендә һөйләшәйек", - тинем. Грузиндарҙың береһе: "Беҙ мәжлес өсөн әйтмәйбеҙ, һеҙҙән дә көлмәйбеҙ. Һин, Зөһрә, дөрөҫ әйтәһең, беҙ һине аңлайбыҙ. Тик һин дә беҙҙе аңла: нисек инде, мин, грузин, үҙемдең грузиным менән ят телдә һөйләшәйем? Был минең башыма һыймай..."
Көслө милләт вәкиленең көслө һүҙҙәре! Үҙ-ара, хатта үҙ балаһы менән дә телен вата-емерә русса һөйләшеп килгән башҡорт йәки татар кешеләрен күргән һайын шул һүҙҙәр иҫемә төшә. Грузиндарҙың көсө ниҙә икән? Ҡасандыр ғәрәптәрҙән дә, монголдарҙан да, төрөктәрҙән дә, фарсы халыҡтарынан да, мосолман динен ҡабул иткән тау халыҡтарынан да аяуһыҙ ҡырылып, бөтөп барған халыҡтар иҫәбенә ингән был халыҡ, Рус дәүләтенә ҡушылған дәүерҙә етмеш биш мең генә кешегә ҡалған булған. Ун һигеҙенсе быуатта ижад иткән яҙыусылар ҙа грузиндар тураһында бик үк юғары фекерҙә булмаған. Грузиндарҙың көсөнөң асылын: "Һине кешеләр хөрмәт итһен өсөн, тәүҙә үҙ-үҙеңде хөрмәт итеп өйрән", - тигән мәҡәлдәрендә күрәм.
…"Нишләп беҙгә "Башҡорт мәҙәниәте" тигән уҡыу предметы кәрәк? Үткәндәрҙе өйрәнеп, балаларға киндер ыштан кейҙереп, тирмәләрҙә йәшәтергә уйлайһығыҙмы? Боронғоларҙы өйрәнеп, балаларыбыҙ Лондондағы Биг Бенды белмәй ҡаласаҡ бит! Англияға барһалар, ни эшләрҙәр?" - тип мәсьәләне ҡырҡа ҡуйғайны ваҡытында юғары вазифа биләгән бер ханым. Шул йыйылышта ҡатнашҡан күренекле ғалимдарыбыҙ бер тауыштан уға ҡаршы сыҡты һәм мәҙәниәт, халыҡ педагогикаһы һәм ғилеме тигән төшөнсәләр менән киндер ыштандың айырмаһын аңлатып бирҙе.
Халыҡтарҙың ижадын, менталитетын сағыштырғанда, ошо бәхәс ҡат-ҡат иҫемә төшә. Сөнки ҡайһы бер халыҡтарҙың ижады ихлас ҡыҙыҡһындырһа, икенселәренеке бөтөнләй тиерлек ҡыҙыҡһыныу уятмай. Төп ғиллә улар ижадының ҡыҙыҡлы йәки фәһемле булмауында түгел. Эш икенселә...
Мәскәүгә барып ҡайтҡан, башҡортса икмәк-тоҙлоҡ ҡына белгән танышымдың: "Баҡһаң, беҙ, башҡорттар, Мәскәү интеллигенцияһын да, сит ил вәкилдәрен дә башҡорт булараҡ ҡына ҡыҙыҡһындырабыҙ икән", - тип, уҡытыусы яллап, телде лә, мәҙәниәтебеҙҙе лә ныҡлап өйрәнергә тотоноуы был мәсьәләгә яуап булып яңғырай.
Әлбиттә, донъя мәҙәниәтен дә, Биг Бенды ла белергә кәрәк, тик шуны ла онотмайыҡ: үҙенең милли йөҙөн юғалтҡан халыҡтар милләт булараҡ береһендә лә ҡыҙыҡһыныу уята алмай. Үҙенсәлеген һаҡлап ҡалған көслө халыҡтар ғына ҡыҙыҡлы. Үҙҙәре лә, менталитетын асып биргән ижады ла.
Илгизәр БУРАҠАЕВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА