«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТИПӘ-ТИПӘ, ЗӘБ-ЗӘБ-ЗӘҮ, ЙӘКИ ЫМЛЫҠТАР ҘА ОНОТОЛА БАРА
+  - 


Интернетта фекерле, ҡыҙыҡлы, фәһемле итеп яҙыша торған бер төркөм кешеләр бар. Сәхифәләренә йыш ҡына инеп ҡарап сығам. Ниндәйҙер матур ғына яҙмаһын гәзиткә алырға йәки ул әйтергә теләгәнде үҫтереп ҡулланырға, тигән уй менән үҙҙәренә лә өндәшәм. Барыһы ла тотоп ҡына баҫмаға ҡуйырлыҡ кимәлдә яҙмай, әлбиттә, әммә уларҙағы халыҡсанлыҡ арбай.

Шуларҙың араһында Ләлә Рафиҡова торғаны бер хазина. Күптән түгел генә сәйәхәттәре тураһында яҙғандарын һыу кеүек эскәйнек, әле бына ошо көндәрҙә ымлыҡтар тураһында ҡыҙыҡлы яҙмалары хасил булды. Беҙҙең онотоп бөтөп барған тел байлығын иҫкә төшөрҙө ул. Был теманы оҡшатып, мин дә өйҙә шул хаҡта һүҙ сығарһам, балалар бесәйҙе һәм тауыҡтарҙы саҡырыуҙан башҡа ымлыҡтарҙы белмәй икәнлеге асыҡланды. Аптырарға ла түгел, телдәр руссалашып, ярлыланып, этте "на-на", бесәйҙе "кил-кил" тип саҡырыуға тороп ҡалғанбыҙ.
Ләлә апай социаль селтәрҙәге төркөмөндә беҙгә лә: "Ҡолонсаҡты нисек саҡырырға?" - тигән һорау ҡуйҙы. Бер көн көнө буйына эҙләнем яуапты, берәү ҙә белмәй. Ауылға ағайҙарға шылтыратһам, улар: "Атай "чүк-чүк-чүк" тип өндәшә торғайны шикелле, беҙ бер нәмә тип тә саҡырмайбыҙ ул", - тип көлдө лә ҡуйҙылар. Аптырағас, йылҡы малы менән эш итеүсе нуғай дуҫтарға яҙҙым, улар беҙҙә ҡолондарҙы, йәш тайҙарҙы "көс-көс-көс", "кос-кос-кос" тип саҡыралар тип яуапланы. Беҙҙә нисек булалыр инде? Һарыҡ бәрәсен уларҙа "мәш-мәш-мәш" тип йыялар икән. Беҙҙә лә күп райондарҙа бәрәстәргә "мәш-мәш-мәш" тип өндәшәләр.
Халыҡта малдың, ҡоштоң һәр төрөнә үҙ өндәшеү, мөрәжәғәт итеү ымлыҡтары булған. Беҙ уларҙы онотҡанбыҙ ғына. Ауылдарҙа ла хатта бөгөн быларҙы белмәгәндәр барҙыр әле. Мәҫәлән, этте "маһ-маһ" тип, көсөктө "көтө-көтө" тип саҡыраһың, "себә" тип ҡыуаһың, ә "пшол" тип түгел. Бесәйҙе "бес-бес-бес" тип ("кис-кис-кис" түгел), әрләгәндә "брәс" тиһең. Һарыҡты "бәр-бәр-бәр" тип эҙләйһең, икенсе интонацияла "бәрә", "бәрәкәй" тип ебәрәһең. Кәзәгә "кзә" тип янайһың да, "гәз-гәз-гәз" тип икмәк һонаһың. Һыйырға ҡырҙан "һәү-һәү-һәү" тип һөрәнләйһең, "һәүкәш" тип ҡыуаһың, һауғанда тынысландырыу өсөн "һәүкә", "һәүкәй" тиһең. Быҙауҙың үҙенә айырым өндәше бар, саҡырғанда "зәб-зәб-зәб-зәү", ҡыуғанда - "безәү", иркәләткәндә - "безәүкәй". Кәзә бәрәстәрен яратҡанда "төпә-төпә", һарыҡтарҙыҡын "бәрә-бәрә", көсөккә "көтө-көтө-көтө" тигән булаһың. Ҡайһы бер яҡтарҙа малды "гжжә" тип көжгөп, тауыҡтарҙы "төтөй" тип, һарыҡтарҙы "дөррә" тип туҙҙырып ебәрәләр. Былар барыһы ла малдың ҡылығына ҡарап, йәки ҡатыраҡ итеп, йәки иркәләтеп өндәшелә торған ымлыҡтар. Малдар был интонацияларҙы бик яҡшы аңлай.
Атайым атты "Ды-ы-ыу" тип ҡыуа торғайны, яйлатмаҫ өсөн атлаған ритмына "оһ-оһ-оһ" тигән өкө тауышы һымағыраҡ өн сығарып бара ине. Уның эргәһендә барған бәләкәй ейәндәре ошо тауышты отоп алып, оҙаҡ ҡына ҡысҡырып йөрөй торғайнылар. Асыуланғанда был "ды-ыу" ҡырҡыу ғына "дыу"ға әйләнә. Туҡтатҡанда "тыр" тип түгел, ә ирендәре менән генә "пррр" тигәнде сығара. Ҡуҙғалып китеү командаһы ла "на" түгел, ә төптән сыҡҡан ҡыҫҡа ғына "һы", "һыу", "һеү" тигән өн. Һыбай йөрөгәнендә менгеһенең башын шаҡарып борғанда ла, ҡыуып юртып киткәндә лә ошо "һеү-һеү-һеү" тигәне ишетелеп ҡала. Сығынлаған йәки өрккән атҡа "чү-чү-чү" тигәнерәк итеп яҡынлай. Алыҫтан күреп саҡырғанда йәки эҙләгәндә ат ишетеп тауыш бирһен өсөн өҙөк-өҙөк итеп талғын ғына һыҙғыра ла, иренен ослайтып, үпкәндә сыҡҡан өндө сығара. Был тауышҡа өйрәнгән ат та шундуҡ фырылдап яуаплай, ҡаршы килә. Йылғаға тура килгәндә атын һыҙғырып эсерә йәки үҙәк төбөнән өзләгәнерәк бер һуҙыңҡы өн сығара. Уны һулышы бөткәнсе һуҙа ла, тәрән тын алып, тағы яңынан башлай. Был ауаз аттың һыуһынын ҡандырамы, әллә уға күберәк эсергә ҡушамы, әллә юҡ-барға иғтибар итмәй, өркмәй торорға өндәп тынысландырамы - кем белә инде бөгөн? Үҙебеҙ ҙә бала саҡта һыйырҙарҙы мәкегә төшөргәндә "се-е-еү-ү-ү" тип һуҙып тора торғайныҡ. Уны шул ололарҙан күргәнбеҙҙер инде. Бөгөн күп ирҙәр атын "тпру" тип туҡтата, "на" тип ҡыуа, артҡа бирҙергәндә "назад" тип бойора. Эткә команданы ла "взять", "фу", "апорт" тиҙәр. Үҙҙәре генә түгел, малдары ла урыҫлашҡан, күрәһең. Бала саҡта, русса белмәгәс, һунар эттәрен "һоп-һоп" тип ағас аша һикертә, "һөс-һөс" тип һөсләй, "һәй-һәй" тип эйәртеп алып китә торғайныҡ. Бик яҡшы төшөнәләр ине. Ҡоштарҙың да һәр береһенең үҙ ымлығы бар. Ҡаҙҙарҙы "гел-гел-гел", өйрәкте "үти-үти-үти", тауыҡты "тип-тип-тип", күркәне "гөр-гөр-гөр", себештәрҙе "сип-сип-сип" тип саҡыраһың. Ҡыуғанда ҡош-ҡортто "көш", "көшә", тауыҡтарҙы "типә" тип ҡыуа торғайныҡ.
Мал-ҡоштан тыш, балаларға өндәшкәндә лә ҡулланыла ымлыҡтар. Мәҫәлән, бала шаулаһа, уға "сеү" тиҙәр ине. Илағанында "сеү-сеү" тип йыуаталар. Ашарға биргәндә "мәм-мәм" тип һоналар. Йоҡларға ваҡыт икәнде "бәү-бәү" тип, мунсаға барыуҙы, йыуыныуҙы "сәп-сәп", "тәс-тәс" тиҙәр. Бала баҫып торорға ынтыла башлаһа, "ай-һа-ай" тип дәртләндерәләр. Матурлыҡты төртөп күрһәтеп, тел сартлатып "тә-тә-тә" тип һоҡланырға өйрәтәбеҙ. Ҡайҙалыр алып барыуҙы "әйҙә-әйҙә" тибеҙ. Мәҫәлән, кейендергәндә, төргәндә ҡаршылашмаһын өсөн сабыйға "әйҙә-әйҙә" тиһәң, ул ҡайҙалыр барыуҙы аңлап ынтыла башлай. Һикерткәндә "һоп-һоп" иттерәбеҙ. Ололар (ғәҙәттә, әбейҙәр) усына ултыртып, өҫкә күтәреп бейеткәндә "лиҙер-лүҙер-ләритә" тигәнерәк оҙон һамаҡ та ҡуллана. Аяғын тотҡанда "бессс" тип әйҙәп торалар. Бөгөнгө памперстар "бес"те телдән алып ташлағандыр ҙа инде... Һәм, нимәһе ҡыҙыҡ, бәләкәстәрҙең теле асыла башлау менән улар шул малды, ҡоштарҙы ымлап саҡыра, өндәшә башлай. Бесәйҙе күреп "бес-бес" тип, ҡоштарға "тип-тип" тип ынтыла. Был уларҙың уртаҡ теле, күрәһең.
Уйлап ҡараһаң, оло кешеләр бер ҙә бер-береһенә ымлыҡтар менән мөрәжәғәт итмәй. Әйҙә "мәмәй" ашап алайыҡ йәки "бәй-бәй" булайыҡ, тимәйбеҙ бит. Был аралашыу ысулы бары тик мал-тыуарға, ҡош-ҡортҡа һәм бәләкәй балаларға ҡарата ғына ҡулланыла. Тимәк, улар мәғәнә биреүгә ҡарағанда, күберәк (күберәк кенә лә түгел, башлыса) эмоциональ, интуитив тәьҫиргә ҡоролған.
Үкенескә ҡаршы, ошо артыҡ әллә ни ҡағиҙә талап итмәгән ымлыҡтар ҙа онотолоп бөтөп бара. Бөтәһен дә "кил-кил" тип саҡыра ла ҡуябыҙ, этен дә, ҡошон да. Ә ниндәй тел байлығы ҡулланылмай әрәм була!
Мин бында үҙем белгән ымлыҡтарҙы иҫкә төшөрҙөм, ә һеҙҙең яҡта нисек итеп өндәшәләр мал-ҡошҡа?

Миләүшә ХӘБИЛОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.09.20 | Ҡаралған: 497

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru