«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛЫҠ ҺӨЙӨҮЕН ЯУЛАР ӨСӨН ҮҘЕҢ ХАЛЫҠТЫ ЯРАТ
+  - 


Моңло шағирә, һуңғы ваҡытта прозала ла уңышлы ғына эшләүсе Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның "Көҙгө алмалар" китабы С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде һәм беҙ әҙибәнең үҙенә һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Бөгөнгө уҡыусы китапты һатып алһын һәм әҫәрҙе уҡып сыҡһын, уҡып сыҡһын ғына түгел, уның эсендә йәшәп алһын, кисерештәргә юлыҡһын һәм аҙаҡ хәтерләп уйланып йөрөһөн өсөн улар ниндәй эстәлектә булырға тейеш?

- Китабыңды уҡыусы яҡын ҡабул итһен өсөн ул халыҡсан телдә яҙылырға, тос фекерле, ҡыҙыҡлы йөкмәткеле булырға тейеш. Хәҙерге дәүерҙе стресс һәм тиҙлек дәүере тиҙәр. Ысынлап та шулай. Кеше ваҡ-төйәк мәшәҡәткә батҡан, уның проблемалары бихисап. Китап уҡып ултырырға ваҡыты ла аҙ ҡала. Шуға күрә бөгөн халыҡҡа ҡыҫҡа, әммә көслө яҙылған, оригиналь сюжетлы әҫәрҙәр кәрәк. Замана шуны талап итә.
Ҡайһы саҡ: "Ҡалай әҫәрегеҙ тормошсан. Үҙегеҙ был хәлде кисерҙегеҙме әллә?" - тип һорайҙар. Яҙыусының һүҙе йөрәк түренән сыға. Авторҙың ихласлығын, эскерһеҙлеген дә аңғара халыҡ. Шиғыр яҙғанда шағир ысынлап та үҙ кисерештәрен яҙа. Күҙ йәштәре аша, йә шатлыҡҡа сорналып, ашҡынып. Йә һағыштан сәсәп. Атай-әсәй, балалар, тәбиғәт тураһында уйланыуҙар, һөйөү... Был темалар һәр кемгә яҡын һәм мәңгелек. Әлеге ваҡытта мине бигерәк тә телебеҙҙең яҙмышы, милләттең киләсәге уйландыра. Шул уйҙарым, йәнемде телгеләп, шиғыр булып ярала. Әгәр телебеҙҙе һаҡлай алмаһаҡ, киләсәктә әҫәрҙәребеҙҙе кем уҡыр?

Яҙыусының, ижадсының исемен йәшәтеүҙе йәки йәшәтмәүҙе халыҡ үҙе хәл итә. Бөгөн яҙыусы (шағир) булыу һәм тарихта ҡалыр яҙыусы булыу тураһында ниндәй фекерҙәрегеҙ бар?

- Ысынлап та, һирәк әҫәрҙәр генә халыҡ хәтеренә уйылып ҡала. Әҙиптең яҙмышын халыҡ хәл итә. Ҡайһы бер яҙыусыны ул был донъянан китеү менән оноторға мөмкин. Ҡайһы бер яҙыусының ижады йылдар үткән һайын гәрәбә, алмас кеүек баҙыҡлана бара һәм төрлө дәүерҙә төрлөсә нурланып балҡый. Шуға күрә лә мәңгелек ҡиммәттәр тураһында яҙыу зарур. Бөгөнгө көнгә генә яраҡлашырға ярамай. Халыҡ ихтирамын, һөйөүен яулар өсөн халыҡтың үҙен яратырға, уның менән серҙәш, дуҫ булырға, уның аһ-зарын ишетә белергә, үҙеңә лә кисерергә, йөрәгең аша үткәрергә кәрәк. Бармаҡтан һурып яҙғанды, ярыҡ барабан кеүек дөмбөрҙәп, ҡолаҡ ярып ҡысҡырып йөрөүҙе халыҡ яратмай. Ул бик һиҙгер һәм аҡыллы. Алдаҡты, сөсөнө ҡабул итмәй. Мин халҡымды ныҡ яратам һәм уның ышанысын аҡларға тырышам. Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә, тигән һүҙҙе һис тә хәтеремдән сығармайым.

С. Юлаев премияһына тәҡдим иткән ижадығыҙҙың был юғары премия менән баһаланырлыҡ ниндәй үҙенсәлектәре һәм өҫтөнлөгө бар?

- Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим иткән Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенә, миңә ышаныс белдергәне өсөн, бик рәхмәтлемен. "Көҙгө алмалар" китабы минең етенсе баҫмам. Уның үҙенсәлеге шунда - тупланған барлыҡ әҫәрҙәрҙә лә һәр кемде уйландырған көнүҙәк проблемалар сағылдырыла.
"Аманат" поэмаһын ғәзиз Башҡортостаныбыҙҙың 100 йыллығына арнап, ихлас күңелдән, яратып яҙғайным. Тыуған илемде өҙөлөп яратам. Ситкә киткәндә һағынып, юҡһынып ыҙалайым. Был хисте бала сағымда "Орленок" Бөтә Рәсәй пионер лагерында кисергәйнем. Атай-әсәйем, туғандарым, дуҫтарым менән бергә тотош Башҡортостанымды юҡһыныуым аптыратҡайны. Шул тәрән тойғо ғүмер буйы дауам итә. Йыраҡтарҙан ҡайтҡанда илем территорияһына аяҡ баҫыу менән күңелем урынына ултыра. Республикамдың энергетикаһы көслө, яҡты. Унда йәшәгән халҡымдың йөҙө лә нурлы, шундай ҡәҙерле һәм яҡын. Ошо ихлас хистәрем поэмамдың башынан аҙағынаса ярылып ята. Поэмалағы Ҡая образын да үҙенсәлекле, тип һанайым. Символизм әҫәрҙе йәмләй, серле итә. Ҡая - ата-бабаларҙың аманатын лирик героиняға тапшыра. Шанлы тарихты иҫләтеп, күңелендә милләте өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уята.
Шиғырҙарымда мин тәбиғәткә таянам. Тәбиғәтте ныҡ яратам, һәр миҙелгелдә, һәр тәбиғәт күренешендә фәлсәфә эҙләйем. Күҙәтеүҙәремдән сығып, шуны әйтәм, тәбиғәт торошо кеше тормошо менән ныҡ бәйләнгән. Хоҙай беҙҙе тәбиғәт аша иҫкәртә, киләсәккә йүнәлеш бирә. Тәбиғәткә беҙҙең кендегебеҙ бәйләнгән. Ә беҙ, кешеләр, үҙебеҙ теләп тәбиғәттән айырылабыҙ, кендек бауын үҙебеҙ киҫәбеҙ...
Китапҡа тупланған хикәйәләремде лә оригиналь тип һанайым. "Вазифа" исемле хикәйәлә урмансы Данияр ике ут араһында ҡала. Юғары вазифаны эләктерер өсөн түрәләргә ауыл эргәһендә көн күргән, халыҡҡа һис зыяны теймәгән балалы айыуҙы атып, тиреһен тунап бирергәме, әллә ауырлы ҡатынының ғибрәтле төшөнә ҡолаҡ һалып, хәүефле һунарҙан баш тартырғамы? Выждан ғазабы кисергән Данияр, ахырҙа, намыҫ ҡушҡан юлды һайлай һәм йән тыныслығы таба.
Чечня синдромы тураһында быға тиклем башҡорт әҙәбиәтендә әҫәрҙәр күренмәне. Ҡасандыр афған һуғышы хаҡында ла әсенеп поэма яҙғайным. Ул поэманы хәҙер нисәмә йылдар инде совет ғәскәрҙәре Афғанстан территорияһынан сыҡҡан февраль айында радио аша бирәләр. Был да әҫәрҙәремдең актуаллеге хаҡында һөйләй. Мин тыныс тормошта уландарыбыҙҙың һуғышта ҡатнашыуына ҡаршымын. Бер әсә лә балаһын ҡайҙалыр, кем өсөндөр ҡан ҡойоп, һәләк булһын өсөн тыуҙырмай. "Ҡайтыу" хикәйәһендә Байрас чечен һуғышынан күңеле яраланып ҡайта. Ата-әсәһе өсөн тамуҡ ғазаптары башлана. Һалдат тыныс тормошҡа күнегә алмай яфалана, һуғышта үлгән дуҫтары өсөн үҙен ғәйепле тоя. Ғазап утында яна. Бер эҙҙән китеп барғанда алдағы иптәштәре һәләк була, артта килгән ул тере ҡала... Драматизм менән һуғарылған, көсөргәнешле әҫәрҙе яҙғанда мин шул һалдат кисерештәрен дә үҙем аша үткәрҙем, уның ата-әсәһенең ғазабын да тәрән кисерҙем. Көҙ - уңыш йыйыр, ҡышҡа әҙерләнер дәүер. "Көҙгө алмалар" китабына - алмалар кәрзиненә, бешеп еткән әҫәрҙәр йыйылғандыр, тип уйлайым. Уның тәмен, файҙаһын, кәрәклеген премия буйынса комиссия һәм халыҡ баһалар.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.09.20 | Ҡаралған: 528

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru