Бөгөн "коронавирус кире ҡайта" тигән һүҙбәйләнеште йыш ишетергә йә уҡырға тура килә. Ҡайтырға бит һуң ул әле бер ҡайҙа ла китмәгәйне, тик ниндәйҙер факторҙарға бәйле агрессияһы ғына йомшара төштө, ә хәҙер, күрәһең, вирус яңынан һөжүмгә әҙерләнә. Был күренеште табиптар менән белгестәр "икенсе тулҡын" тип тә атай. Уның көсәйеүен күптәр тарафынан киҫәтеү сараларын һанға һуҡмау, битлекһеҙ йөрөү, социаль дистанция нормаһын үтәмәү менән аңлатырға тырышыуҙар булһа ла, күрәһең, шуның менән бер рәттән төп сәбәп ошо осорға хас грипп һәм ОРВИ эпидемияһы башланыуында ла. Шуның өсөн ошо мәлдәрҙә табиптар халыҡты гриптан һәм пневмококктан прививкалар эшләтергә саҡыра. Был коронавирус йоҡтороу хәүефен кәметә, ти улар.
Шулай ҙа табиптар һәм медицинаның башҡа төр белгестәре бер ауыҙҙан һаман да битлек кейеп йөрөүҙе һәм хәүефһеҙ ара һаҡлауҙы киҫәтеүҙән туҡтамай. Үкенескә, күпселек халыҡ был йәһәттән бөтөнләй туғарылды: тегендә-бында, магазинда, йәмәғәт транспортында һис бер ҡурҡыуһыҙ (тик был батырлыҡ түгел шул), иркен һәм оятһыҙ рәүештә үҙҙәрен генә ҡайғыртып (имеш, шулай уңайлы!), битлекһеҙ йөрөүен дауам итә. Әйткәндәй, бындай күренеш айырыуса Өфөлә киң таралған, ә райондарҙа был йәһәттән тәртип ҡатыраҡ ҡуйылған, тип һөйләй килгән кешеләр. Мәскәүҙә лә, сит илдәрҙә лә битлекһеҙ йөрөүселәр хәҙер юҡ, тип әйтерлек. Дөрөҫ, ҡайҙалыр Австрияла, Германияла, хатта ки Америка менән Италияла, Грецияла, Бөйөк Британияла битлек кейеүгә ҡаршы протест саралары булып алды алыуын, әммә полиция улар менән оҙаҡ һөйләшеп тормай: һыуыҡ һыуға ҡойондороп, ҡайһыһын ҡулға алып, ҡайһыһына штраф сәпәп, ҡыҙыуҙарын бик тиҙ һыуындырып тора. Һәм был дөрөҫ тә. Дөйөм тәртипкә буйһонорға теләмәгән бындай әҙәмдәр тотош йәмәғәтселек фекерен белдермәй әле, улар ниндәйҙер бер төркөм йә ҡотҡоға бирелеүсән кешеләр, күрәһең. Ә бына шул уҡ Германияла табиптар, киреһенсә, битлектәр етешмәүгә ризаһыҙлыҡ белдерҙе һәм уны мотлаҡ кейеп йөрөргә саҡырып, митинг ойошторҙо.
Башҡортостандағы хәлдәргә әйләнеп ҡайтҡанда, баш ҡалабыҙҙағы әлеге һаҡланыу сараларын үтәмәүселәрҙе иҫәпкә алмағанда, республика етәкселеге коронавирус темаһын көн тәртибенән төшөргәне юҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәлде даими контролдә тотоп, "Здравчас" форматында был турала әленән-әле онлайн-кәңәшмә үткәреп тора һәм унда пандемия шарттарында республикала һаулыҡ һаҡлау учреждениелары эше анализлана. Яңыраҡ был йәһәттән ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенең үҫеш перспективалары ҡаралһа, төбәктәге компьютер томографияһы үҙәктәре эшмәкәрлеге лә тикшерелде. Республикала эпидемиологик хәүефһеҙлек мәсьәләһенә туҡталып, Радий Хәбиров былай тине: "Күп кенә Европа илдәре тағы ла коронавирус тотҡонлоғо аҫтында. Беҙҙең күршеләрҙә лә йоғошло сир менән ауырыусылар һаны арта бара. Был беҙгә лә килеп етеүе бар. Бындай шарттарҙа көсөргәнешлекте бер аҙ йомшарта төшөүебеҙ күренде, быға юл ҡуйырға ярамай, әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙе оҙайлы эшкә әҙерләйек: көҙгө-ҡышҡы осор ябай булмаясаҡ". Шуны иҫтә тотоп, Өфөлә COVID-19 пациенттары өсөн дауаханаларҙа 200 өҫтәмә урын булдырылды. Республика Башлығы грипҡа ҡаршы вакцинациялауҙы дауам итергә ҡушты. Һаулыҡ һаҡлау министры М. Забелин әйтеүенсә, гриптан вакцина эшләткәндәр һанын 2 млн кешегә еткереү ҡарала. РФ Президенты Владимир Путин яңыраҡ көсәйә барыусы пандемия шарттарында Рәсәй халҡына үҙҙәре һәм яҡындары хәүефһеҙлеге өсөн яуаплылыҡ тойорға ҡушып саҡырҙы. Иркенләп китергә, һиҙгерлекте юғалтырға һис тә ярамай. Эпидемия менән көрәш бөтмәгән әле, ул дауам итә, тип белдерҙе ул РФ Дәүләт советы президиумының киңәйтелгән ултырышында.
Күренеүенсә, зәһәрле сир мөмкин тиклем беҙҙе урап үтһен, йәки уны еңелерәк кисереү өсөн етәкселек барыһын да эшләргә тырыша, тик халыҡ аңына аңлатыу саралары ғына барып етмәй. Бәлки, был йәһәттән әҙәп һаҡлап тороу кәрәкмәйҙер - һүҙ бит йәшәү менән үлем тураһында бара. Ана бит, сит илдәрҙә генә түгел, Мәскәүҙә һәм башҡа төбәктәрҙә лә бер ҙә тәртипһеҙ кешенең хәтерен һаҡлап тормайҙар һәм был әлеге шарттарҙа кәрәкмәй ҙә. Бары тик тәртип, талап ителгәнде үтәү, үтәмәгәндәргә ҡарата ҡәтғи саралар күреү кәрәк. Әҙәпте аңламаған кешеләргә әҙәп телендә аңлатып булмай ул. Үҙен генә түгел, эргә-тирәһендәгеләрҙе лә бына шулай күрәләтә хәүефкә дусар итеүҙе, үлемесле сирҙе танырға теләмәүҙе ахмаҡлыҡ тимәй, башҡа ни әйтәһең? Ҡатыраҡ саралар ғына аңдарына килтерер, бәлки, ундайҙарҙы.
Фирүзә ИШБИРҘИНА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА