«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БИШЕК ЙЫРҘАРЫН ЙЫРЛАМАҺАҠ, ТУҒАН ТЕЛЕБЕҘҘӘ ҺӨЙЛӘШМӘҺӘК...
+  - 


Йондоҙло сәғәттәре күп уның... Мәктәптә, аҙаҡ педагогия училищеһында, һуңынан Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, ярыштарҙа еңеүсе исеменә лайыҡ булыу, 1994 йылда республика "Һылыуҡай" конкурсы тажын кейеү, хеҙмәт юлында шәхсән һәм уның етәкселегендә "Тамыр" каналы тапшырыуҙарының бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашып, күп тапҡырҙар лауреат һәм премияларға эйә булыу... Был тырышып һәм яратып башҡарған эшеңдең тәмен татыу ғына түгел. Уның әһәмиәте тәрәнерәктә: башҡорт балалар телевидениеһын донъяға танытыуҙа. "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы директоры, Шәйехзада Бабич исемендәге Башҡортостан Республикаһы дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлназ ҠОЛҺАРИНА менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта. Һәм ул турала ғына ла түгел.

Гөлназ Фәрит ҡыҙы, һеҙҙе ижади уңышҡа илткән юл, эшһөйәр, маҡсатҡа ынтылыусан итеп тәрбиәләгән ғаилә, үҙегеҙ үҫкән мөхит тураһында һөйләп китегеҙ әле башта...

- Донъяға килгәндән алып, ғүмер буйы яҡын кешеләремдең һөйөүенә, ихтирамына һыйынып йәшәйем. Кеше өсөн, бигерәк тә бала өсөн, яратылып йәшәү бик мөһим. Был йылылыҡты бала саҡта атай-әсәй, апайҙар-ағайҙарым яғынан тойҙом. Аҙаҡ уҡытыусыларым, тиҫтерҙәрем, хеҙмәттәштәремдең ихтирамы уратып алды. Шулай ҙа, иң мөһиме, ғаиләмдең яратыуы, хөрмәтләүе. Һәр ваҡыт хәстәрлекле, наҙлы ҡараш тойоу мине иркә һәм эшкинмәгән итеп үҫтермәне, киреһенсә, ошо мине хәстәрләгән, хөрмәтләгән, яратҡан кешеләр өсөн яуаплы булырға өйрәтте.
Апайымдар хәтерләүенсә, мин бәләкәйҙән үҙаллы булғанмын, юҡҡа-барға мыжып, илап бармағанмын. Улар мине тубыҡтарынан төшөрмәй генә иркәләп үҫтерҙе. Гөлшат апайым мәктәптә уҡығанда мине һағынып, дәрестәре бөткәнен дә көтмәй, тәнәфестә йүгереп ҡайтып, мине яратып-һөйөп китә торған булған. Мин 11 балалы ҙур ғаиләлә тыуғанмын. Атайым - тракторсы, әсәйем сөгөлдөрсө булды. Ауыл ерендә иртәнге ҡараңғынан киске ҡараңғыға тиклем эшләһәң дә, йорт-хужалыҡ эше бөтмәһә лә, беҙҙең ғаиләлә белем алыуға, китап, гәзит-журнал уҡыуға ҙур иғтибар бирелде. Уҡыу башланһа, мәктәптән ҡайтып инмәй инек. Беҙҙә кластан тыш саралар, әҙәби кисәләр үткәреүгә, уҡыусыларҙың һәләтен асыуға, үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленде. Ә йәйге каникулым дүртәр гектар сөгөлдөр утап үтә ине. Беренсе ҡатын утап бөтөүгә, икенсеһенең ваҡыты етә... Бер шулай йәйге каникулда лагерҙа ял итергә тура килгәйне. Сөгөлдөр тураһында һөйләһәм, тау-урманлы яҡтан килгән балалар уның нимә икәнен дә белмәй. Эй көнләштем шуларға. Хәҙер уйлап ҡараһам, көнө буйы ҡояшта янып сүп утау мине сыҙамлыҡҡа, башлаған эште аҙағына тиклем еткерергә, сифатлы итеп башҡарырға ла өйрәткән.
Ғөмүмән, тормошта осраған һәр эш, һәр кеше, һәр хәл-ваҡиға минең өсөн һабаҡ булды, тип иҫәпләйем. Мине һәр ваҡыт үҙенең һөнәрен яратҡан, эшендә бәхетен тапҡан, унан кинәнес алған, матди байлыҡҡа ҡарағанда рухи аҙыҡҡа өҫтөнлөк биргән, яҡшылыҡтың, изгелектең ҙур көскә эйә икәнен аңлата белгән кешеләр уратып алды. Мәктәптә уҡығанда рус теле уҡытыусыһы Зөлфирә Ильясоваға һоҡлана инем. Кейгән пальтолары, күлдәктәре, бейек үксәле туфлиҙары әле булһа күҙ алдында. Ысын педагог шулай булырға тейеш, тип уйлай инем. Киләсәктә уға оҡшап, яҡшы уҡытыусы буласаҡмын, тип хыял иттем. Матур кейемдәрен, хатта туй күлдәге менән аҡ бирсәткәһен алып килеп, йә Пушкин кисәһе, йә башҡа классиктарҙың ижадына арналған әҙәби кисәләр ойоштора ине. Улар шул тиклем матур үтә ине. Ә һәр дәресте бәләкәй генә инша яҙҙырыуҙан башлар ине. Бөгөнгө күҙлектән сығып, үҙемдең тиҙ генә уйлап сығарыу, сценарий яҙыу һәләте миңә тап ошондай дәрестәрҙә һалынғандыр, тип уйлайым.

Салауат педагогия училищеһына уҡытыусы булыу теләге алып килгәндер инде...

- Ул заманда, башҡа бөтә ерҙәге кеүек, беҙҙә лә яҡшы уҡығандар, йәғни мәктәпте яҡшы билдәләренә тамамлағандар - медицина йәки педагогия училищеһына, ә уртаса өлгәшкәндәр Стәрлебашҡа СПТУ-ға бара ине. Мин дә 8-се класты "бишле"гә генә тамамланым һәм, киләсәктә уҡытыусы булып эшләйем, тигән яҡты ниәт менән педучилищеға индем. Училищела уҡыу бик ауыр булды. Һүрәт төшөрөргә лә, баянда уйнарға ла, ҡул эштәренә лә өйрәнергә кәрәк. Башланғыс класс уҡытыусыһы барыһын да белергә тейеш. Әммә бәләкәйҙән эшләп үҫкәс, мәктәптә алған белемем дә булышлыҡ иткәндер, ауырлыҡҡа бирешмәнем. Тик "бишле"гә генә, Ленин стипендияһын алып уҡыным. Башҡорт теле уҡытыусыһы Фруза Хәбибуллинаның дәрестәрен яраттым. Ул студенттарға бик иғтибарлы, кешелекле ине. Әсәйҙең йылы ҡанаты аҫтынан яңы сыҡҡан 14-15 йәшлек ҡыҙҙарға әсәйҙәрсә хәстәрлекле булды. Үҙенә лә, студенттарға ла талапсан булды, олимпиадаларға ентекле әҙерләп, етәкләп тигәндәй алып барыр ине. Шул йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадалары башланды. Унда еңеп, имтиханһыҙ Башҡорт дәүләт университетына уҡырға индем. Шулай итеп, башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенты булып киттем.

Бәләкәй саҡта уҡ уҡытыусы булырға теләүегеҙ тураһында әйттегеҙ. Тимәк, телевидениела эшләү бала саҡ хыялы булмаған. Ә уға алып килгән һуҡмаҡ ҡайҙан баш алды?

- Эйе, мин уҡытыусы булырға теләнем. Педучилищела уҡығанда уҡ новатор уҡытыусы булам тип, уҡытыуҙың яңы алымдарын, алдынғы методикаларҙы күҙәтеп барҙым. Сухомлинский, Амонашвилины һәм башҡаларҙың төп педагогия идеяларын, тәжрибәһен өйрәнеп, методик эшкәртмәләр өҫтөндә эшләй башлағайным. Ҡайһы берҙәре "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналында баҫылып та сыҡты.
Телевидениела эшләү башҡа ла инеп сыҡҡаны булманы. Педучилищела уҡығанда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында үҫмерҙәр һәм йәштәр тапшырыуы өсөн Рәмис Дәүләтбаев менән Гәүһәр Батталова минән интервью алғайны. Луиза Азамат ҡыҙы Фархшатова ошо әңгәмәне ҡарап, мине хәтеренә һалып ҡуйған. Минең БДУ-ға уҡырға килгәнемде белеп, беренсе курс аҙағында уҡ ул мине телевидениеға, яңы ғына асылған "Тамыр" телерадиостудияһына эшкә саҡырҙы. Мин, өлкән кеше саҡырғас барайым, тип кенә барҙым. "Өфөгә уҡырға тип килдем, эшләргә иртәрәк әле", - тинем. Луиза апай "Иләү" радио тапшырыуына бер-ике сценарий яҙып килтереүемде һораны. Имтихандарҙы тапшырып, бер аҙнанан редакцияға килдем. Луиза Азамат ҡыҙы яҙмаларымды ҡарап сыҡты ла, бар, студияға яҙылырға, тип сығарып та ебәрҙе. Тележурналист Сәрүәр апай Суринаның Арыҫлан исемле улы менән яҙҙырҙыҡ тәүге "Иләү"ҙе. Шунан үҙенән-үҙе телевидение эшенә инеп кителде. Луиза Азамат ҡыҙы баштан уҡ ҙур маҡсаттар ҡуйып эшләргә өйрәтте. Ауыл балалары артыҡ тыйнаҡ була бит. Луиза апай күккә күтәреп маҡтай, үҙебеҙгә ышаныс уята ине, талабы ла ҡаты ине уның.

Ижади биографияғыҙҙа тағы бер сағыу ваҡиға бар - һеҙ Башҡортостандың мәҙәни тормошондағы иң ҙур ваҡиғаларҙың береһе булған "Һылыуҡай" республика конкурсында ҡатнашып, 1994 йылда төп призды яуланығыҙ. Башҡорт һылыуы тажын кейеү хыялығыҙ инеме һәм был сараның милли идеяһын нимәлә күрәһегеҙ?

- Педучилищела уҡығанда "Йәшлек" гәзитенә әүҙем яҙыша торғайным. Үткән быуаттың 90-сы йылдар башында, яңырыу осоро тулҡынында, милли тойғо, рухи күтәренкелек үҫеш алған ваҡытта, был баҫма темалар төрлөлөгө менән ныҡ айырылды, ул бигерәк йәштәр араһында бик популяр ине. Туған телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға ҡағылған көнүҙәк мәсьәләләр киң яҡтыртылды унда. Йыл аҙағында улар йыл дауамында яҙышҡан, мәҡәләләре уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған авторҙарын дәртләндереү маҡсатында беренсе тапҡыр үҙ баҫмаһының лауреаттарын билдәләне: Сәлмән Ярмуллин, Нәркәс Сөләймәнова һәм тағы берәү, исеме иҫтән сыҡҡан, араһында мин дә бар инем. Яңы йыл алдынан "Йәшлек" гәзите беҙҙе "Матбуғат йорто"на бүләкләргә саҡырҙы. Өфөгә кис көнө килеп төштөм, мине ҡустым ҡаршы алды. Икәүләп баш ҡаланың яҡты, матур урамдары буйлап китеп барабыҙ. Бөтә кеше урамда. Ул ваҡыттағы ҡараңғы, бандит ҡалаһы тип иҫәпләнгән Салауаттан һуң бында шул тиклем рәхәт. Бер кем бер нәмәнән ҡурҡмай. Шунда Өфө минең күңелгә инеп урынлашты... "Һылыуҡай"ҙа ҡатнашыуым ошо республика йәштәре өсөн сыҡҡан баҫмаға туранан-тура бәйле. Был конкурста ҡатнашыу тураһында уйлап та ҡарамай инем. Ул осорҙа йыл һайын йәй көнө Йылайыр районында бик ҙур итеп "Башҡорт йәштәре көндәре" үткәрелә ине. Шунда билдәле хореограф Гөлназ Аҡназарова етәкселегендә "Ирәндек" халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары менән йәштәр байрамына барҙыҡ. Сара сиктәрендә "Башҡорт батыры", "Башҡорт һылыуы" кеүегерәк төрлө номинацияларҙа конкурстар үткәрелә ине. Тик йөрөргә яратмайым бит инде мин. Гөлназ Вәкил ҡыҙы: "Гөлнәҙек, ҡатнаш, әйҙә, конкурста", - тип дәртләндерҙе. Әҙерлек юҡ. Талаптар арыу ғына. Роберт Юлдашев ҡурайҙа, Фәтих туғаным баянда уйнап, ниндәйҙер халыҡ йырын әҙерләй һалдыҡ. Бейеүгә ҡытлыҡ юҡ ине, "Бишбармаҡ"ты бейенем, буғай. Алып барыусы Ғәлиә Кәлимуллина ине шикелле. Сетерекле һорауҙар менән арыу ғына яфаланы сәхнәлә. Халыҡ шул тиклем ихлас ҡарағаны хәтерҙә. Ярыш-һынауҙарҙы үтеп, еңеүсе исемен яуланым. Бәйгенән һуң жюри ағзалары менән һөйләшеп тора инек, бер оло ғына ағай килеп, вәт рәхмәт, дастуйын ҡыҙға бирҙегеҙ еңеүҙе, тип маҡтап китте. "Башҡорт йәштәре көндәре"ндә ойоштороусы булып йөрөгән Таһир ағай Ишкинин 1994 йылдың яҙында икенсе тапҡыр үткәрелгән "Һылыуҡай" республика конкурсында ҡатнашырға саҡырҙы.
Конкурстың милли идеяһына килгәндә... Ил буталған 90-сы йылдарҙа беҙҙең халыҡҡа "Һылыуҡай" кәрәк булыуы шаҡ ҡатырлыҡ, бер ҡараһаң. Тик башҡорт халҡы нескә, зауыҡлы халыҡ, матурлыҡты күрә, матурлыҡҡа ҡыуана белгән халыҡ. "Һылыуҡай" ул заманда, ана беҙҙең ниндәй гүзәл, аҡыллы ҡыҙҙарыбыҙ бар, әсә булып, матур балалар тыуҙырасаҡ, милләтебеҙҙе үҫтерәсәк, тип ғорурланыу, өмөтләнеү өсөн кәрәк булғандыр, тим. Һуңғы ваҡытта үткәрелгәндәре тураһында, сараның төп маҡсаты юғалды, тигәнерәк хәбәрҙәр ишетелеп ҡала. Әммә үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында үткәрелгән конкурс менән бөгөнгөһө араһында айырма эҙләргә кәрәкмәй, минеңсә. Бөтә нәмә үҙгәргән ваҡытта был сара ла бер урында торорға тейеш түгел, тип уйлайым. Беҙ үҙебеҙ ҙә икенсе төрлө заманда йәшәйбеҙ. Конкурстың барыбер милли идеяһы тороп ҡалды, тип иҫәпләйем, сөнки ул әле лә туған телендә аралашҡан, халҡыбыҙҙың йолаларын белгән башҡорт ҡыҙҙарын ылыҡтыра. Жюри ағзалары ла, элекке кеүек үк, абруйлы мәҙәниәт, сәнғәт, йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Хәҙер конкурстың телевизион проекты эшләнде, шуға күрә ул дауам итә һәм дауам итһен, тип уйлайым. Милли үҙаң - үҙ халҡың, телең, мәҙәниәтең һәм тарихың менән ғорурлыҡ хисе лә. Матурлыҡ конкурсы был тәңгәлдә ҙур роль уйнауына шигем юҡ.

Карьера эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар йыш ҡына ғаилә бәхетенән мәхрүм ҡала. Һеҙ нисек итеп ғаилә менән эшегеҙҙе йәнәш алып бара алдығыҙ?

- Мин карьера эшләмәйем бит, бары тик эш эшләйем. Балаларым да, Зариф та минең өсөн "Тамыр" ни тиклем ҡәҙерле икәнде белә, таный. Зариф минең эшемде юғары баһалай. Рәхмәт уға! Ҡыҙыбыҙ Гәлсәр өсөн "Тамыр" бәләкәйҙән шатлыҡ, ижад утрауы булды. Бәләкәй сағында мин уны: "Пианинола ике сәғәт шөғөлләнмәһәң, "Тамыр"ға вокалға бармайһың", - тип ҡурҡыта торғайным. Иң ҙур яза шул ине уның өсөн. Тәүлек әйләнәһенә съемкалар, дәрестән ҡасып, концертта ҡатнашыуҙар, тамағы ауыртҡан саҡта ла студияла йыр яҙҙырыуҙар - былар барыһы ла Гәлсәр өсөн норма ине. Улым Урал: "Һинең башың шәп эшләй, сөнки һин "Тамыр"ыңда туҡтамай ижад итәһең, уйлап сығараһың, һинең эшең шәп!" - ти. Быйыл йәй кешеләр етешмәгәндә "Бирешмә!"нең съемкаларында ихлас ярҙам итеп йөрөнө. Балалар минең дә, Зарифтың да күңел биреп, ҡайсаҡ хәлдән тайғансы эшләүҙе күреп үҫә. Был бик мөһимдер. Яратҡан эш эш булыуҙан туҡтай ҙа һинең тормошоңа әүерелә. Мин ғаилә менән берәй ергә бармаһаҡ, берәй ҙур эш эшләмәһәк, отпуск, ял көндәренең мәғәнәһен күрмәйем. Шуға алмаған отпуск көндәре әллә күпме йыйылып киткән, кадрҙар бүлеге әйләнгән һайын иҫкәртә.

Билдәле булыуынса, телевидение кешеләргә йоғонто яһауҙың ҡеүәтле инструменты. Һеҙҙең хеҙмәт биографияғыҙ тотош ошо киң коммуникация сараһы булған "Тамыр" телеканалы директоры сифатында ижади эшмәкәрлек менән бәйле. Һеҙҙең өсөн нимә ул ижад һәм был тәңгәлдә ниндәй уңыштарығыҙ бар?

- Телевидение иң беренсе - производство, сәнәғәт ул. Ижадҡа урын бик әҙ ҡәҙимге телевидениела. Тик "Тамыр" ни өсөндөр ижад итеп була торған мөхит булып сыҡты. Беҙҙә, көн уҙҙы, сабата туҙҙы, тип йөрөп булмай. Һәр саҡ ниндәйҙер сәм, яңылыҡ осоп йөрөй баш өҫтөндә. Беҙҙең режиссер, рәссам, мөхәррирҙәр күп ҡарай, күрә, гел эҙләнә. Береһе яңы проектҡа тотонһа, икенсеһе ҡыҙышып, сәмләнеп йөрөй. Егәрле, алсаҡ, ғәмле, сәмле тамырҙарға гел рәхмәт әйтәм. Минең талаптарға түҙгәндәре өсөн, иҫкәрмәләрҙе аңлап ҡабул иткәндәре өсөн, тыңлағандары һәм ишеткәндәре өсөн рәхмәт! Ижад, үҫеш өсөн сәм бик кәрәк сифат. Ә ижад - ул донъяны үҙеңсә асыу ғына түгел, асышыңды, табышыңды башҡаларға еткерә белеү һәләте лә, тип иҫәпләйем. "Тамыр"ҙы Рәсәй кимәлендә уникаль канал тип атайҙар. Баштараҡ фильм-әкиәттәр менән аптырата инек ҙур фестиваль жюриҙарын. Бер төбәктә лә телевизион фильм-әкиәттәр төшөрөлмәй ине, һеҙ ниндәй аҡсаға нисек төшөрәһегеҙ, тип таң ҡала торғайнылар. Балаға әкиәткә төрөп бирелгән мәғлүмәт ҡиммәтлерәк. Әкиәт уның күңелен үҫтерә, рухын нығыта. Икенсе яҡтан, режиссер, оператор, бөтә команда өсөн әкиәт төшөрөү - ижади үҫеш ул. Шуға ла юҡты бар итеп, йыл һайын бер-ике фильм-әкиәт төшөрөргә тырышабыҙ. Башҡортостанға "ТЭФИ" Бөтә Рәсәй конкурсында тәүге еңеүҙе - беренсе "Бронза Орфей"ҙы беҙҙең "Ҡоралай" фильм-әкиәте алып ҡайтты. Хәҙер инде "Тамыр"ҙың "Бронза Орфейы" һигеҙ дана булып китте. "Шихандар сере", "Ҡамыр батыр", "Шүлгәнташ" фильм-әкиәттәре лә бик күп конкурстарҙа лауреат булды.
Әлегә уйлаған-ниәтләгән, хатта тотонорға ҡурҡыбыраҡ торған эштәребеҙ ҙә бойомға аша бара. Үҫмерҙәр өсөн "Бирешмә" сериалының икенсе миҙгелен төшөрәбеҙ. Бюджетһыҙ сериал эшләүҙең ниндәй этлек икәнен беләбеҙ. Шуға сценарий әҙер булғас, режиссер Гөлсәсәк Игебаева, мөхәррир Гөлшат Ғәлиуллина менән яҙын һөйләшкәндә икеләнеүемде йәшермәнем. "Тағы тамуҡҡа инергә ризаһығыҙмы ни?" - тип кире өгөтләй ҙә бирҙем. "Ожмахҡа үлгәс эләгербеҙ әле - төшөрәбеҙ", - тине Гөлшат. Ошондай ижади йәндәргә рәхмәтем сикһеҙ!
Йәш быуын телевизор ҡарап бармай тип уйлай инек. Тик уларҙың күңеленә яҡын, ҡыҙыҡлы контент эшләһәң, ҡарай икән. "Бирешмә" сериалы иҫбат итте быны. Тәүге сезонды Яңы йыл алдынан ун көн рәттән киске сәғәт 9-ға эфирға ҡуйҙылар. Дүртөйлөмө, Яңауылмы яҡтарында линияла авария булыу сәбәпле БСТ күрһәтмәгән, сериалдың тәүге серияһын ҡарай алмағандар. Яңынан күрһәтеүҙе һорап, әллә күпме яҙҙылар, шылтыраттылар. Аҙаҡтан үҫмерҙәрҙең көтөп алған байрамы Ғашиҡтар көнөнә тура килтереп, сериалды тотош ютуб каналына һалдыҡ. Уны яратып ҡарағандарҙың күп булыуын ютубтағы просмотрҙар һаны ла дәлилләне. Сериалды үҫмерҙәр генә түгел, төрлө йәштәгеләр яратып ҡараны. Һәр кем үҙенә ҡағылған фраза, яҙмышын сағылдырған ваҡиға, күңеленә яҡын мәғәнә тапты "Бирешмә" лә. Бер ҡатындың яҙғанын гел күңелемдә йөрөтәм: "Ниһайәт, кисә "Бирешмә"не тотош ҡарай алдым. Ун серияһын да бер тынала ҡараным. Күңел шул тиклем тулды. Ундағы сафлыҡ! Ундағы матурлыҡ! Әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Гөлгөнәнең өләсәһе "Әсәйһеҙ ҙә, хыялһыҙ ҙа нисек йәшәр балаҡай" тигәйне, йырылып киттем. Төнө буйы илап сыҡтым. Мин бит әсәйһеҙ ҙә, хыялһыҙ ҙа йәшәнем, йәшәйем..." Өсөнсө йыл рәттән "Ҡош юлы. Балалар" проектын эшләйбеҙ. Унда гитарала уйнап йырлаған үҫмерҙәр ҡатнаша. Улар күп түгел, 15-20 генә, әммә бик сифатлы сығыштар, үҙенсәлекле балалар. "Ҡош юлы" хәрәкәте йәштәренә, остаздарға, режиссер - егәрле, йыйнаҡ Ләйсән Мәзитоваға рәхмәт. Үҫмер осоро - кеше ғүмередә иң ҡатмарлы осор тип уйлайым. Шуға, уларға таяныс булырҙай, йүнәлеш бирерҙәй проекттар эшләргә тырышабыҙ. Ғөмүмән, мин әйткәнем бар инде, бала саҡ - ғәмһеҙ саҡ, тигән менән риза түгел мин. Бик ҡатмарлы осор ул. Көн дә үҙенең тулы хоҡуҡлы кеше икәнен иҫбат итергә тура килә балаға. Үҙ юлыңды эҙләү, тиҫтерҙәрең алдында үҙ йөҙөңдө һаҡларға, ата-әсәһенең өмөтөн аҡларға тырышыуҙар һәм башҡалар. Балаға тиң итеп ҡарау, уны аңлау, гел ыңғайына ла ҡуймай - азатлығын да сикләмәй, таяныс булыу өсөн өлкән кешегә аҡыл да, сыҙамлыҡ та кәрәк.
"Тамыр"ҙың яңы проекттарынан "Нурбостан" телевизион анимация сериалын билдәләп үткем килә. Уның тураһында идея 5-6 йыл элек үк барлыҡҡа килгәйне, концепцияһын, геройҙарын күптән яҙғайныҡ. Былтыр уны эшләүгә грант бирелде. Геройҙар шәп, сағыу, матур. Башҡорт балаһы белергә тейешле тарихи ваҡиғалар, брендтар буйынса эшләйбеҙ. Балаларға ғына түгел, ата-әсәләргә лә оҡшар тип өмөтләнәбеҙ.

Һеҙҙең яңы прект - "Бишек йыры"на килгәндә бәйгелә балалар ҙа һәм оҫталар ҙа ҡатнаша булып сығамы? Аңлауыбыҙса, бишек йыры ул төбәп әйткәндә бала йоҡлатыусы ҡатын-ҡыҙҙың - әсәйҙең, өләсәйҙең йыры. Ни өсөн проектҡа балаларҙы, бишек яһаусы ағас эше оҫталарын - кәсепселәрҙе индерергә булдығыҙ? Был тәңгәлдә бәйгенең маҡсаты киңәйеп һәм үҙ тәғәйенләнешенән тайпылып китмәйме?

- "Бишек йыры" - ул бәйге генә түгел. Ә бөгөнгө бәләкәс ҡыҙҙар - буласаҡ әсәләр. Бишек яһаусы оҫталарҙы ла мин кәсепселәр тип кенә атамаҫ инем. Бишек юнып ҡына әллә ни аҡса эшләп булмайҙыр ул. Бишеккә халҡыбыҙҙың фәлсәфәһе, рухи байлығы, тип ҡарайбыҙ. Үҙ ҡулдары менән ҡыҙҙарына бишек эшләгән Денис Өмөтбаев, Шәһит Хамматовҡа рәхмәт. Мин үҙ балаларымды сәңгелдәктә бәүетеп үҫтермәгәнем өсөн шул тиклем үкенәм. Нишләп башҡа килмәгәндер ул уй? Күберәк йәштәр сәңгелдәктең мәғәнәһен аңлаһын, сабыйҙарын бәүетһен, бишек йырын көйләһен, тип теләйбеҙ. Ә бәйге ул сәбәп кенә, ошо ниәтте күберәк кешегә еткереү форматы ғына.
Ун йылдан ашыу элек "Тамыр"ға рәссам Владислав Байрамғолов килгәйне. "Башҡорт бишек йырҙары яҙмаһы кәрәк, "Колыбельные мира" анимацион циклында эшләйем. Бер серияны башҡорт йырына арнарға ине", - тигән ниәтен белдерҙе ул. Беҙ ҡыуанып, фондта булған бишек йырҙарын күсереп бирҙек. Владиславҡа матур ниәте өсөн рәхмәт, тик килеп сыҡманы, ахыры. Илленән ашыу халыҡтың бишек йырҙары буйынса анимацион фильмдар араһында башҡорт йырын тапманыҡ. Шул ваҡытта уҡ башҡорт бишек йырҙарын сифатлы итеп яҙҙырып, аудио альбом эшләргә, телевизион проект итеп тә башҡарырға тигән хыял уянғайны. Концепцияһын күп гранттарға биреп ҡараныҡ, ниһайәт, быйыл "Әсә йөрәге" әсәләр советы рәйесе Гөлшат Әхәт ҡыҙы Ибраһимова менән бергә грант оттоҡ һәм әле ең һыҙғанып эшләйбеҙ. Пандемия мәлендә, йәйге эш осоронда ҡатнашырға теләүселәр булмаҫмы икән, тип икеләнгәйнек. Шөкөр, ғаризалар күп килде. Күрәһең, проекттың идеяһы халыҡ күңеленә хуш килде. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла балаларға ла, әсәйҙәргә, өләсәйҙәргә, оҫта атай-олатайҙарға ҙур-ҙур рәхмәт! Йөҙҙән ашыу ҡатнашыусы араһынан жюри артабанғы этапҡа - съемкаларға геройҙар һайлап алды. Әле режиссер Ләйсән Солтанғолова, мөхәррир Гөлназ Ишемғолова, оператор Раушан Артыҡов Башҡортостанды арҡыры-буй гиҙеп, съемкаларҙа йөрөй. Шул тиклем матур ғаиләләр, тип ҡыуанып бөтә алмайҙар. Тиҙҙән беҙ геройҙарҙы Өфөгә саҡырып, йырҙарын яҙҙырабыҙ, фотосессия эшләйбеҙ. Октябрь уртаһынан тапшырыуҙар эфирға сыға башлай. Ә ноябрь аҙағында Әсә көнөндә ҙур байрам-концерт эшләйәсәкбеҙ.

Бөгөнгө көндөң башҡорт телендәге тапшырыуҙары мәҙәниәт һәм сәнғәт сиктәрен генә яҡтырта. Ә сәйәсәтте, иҡтисадты һәм йәшәйеште анализлағандары, үкенескә ҡаршы, юҡ. Йәш алып барыусылар, телейондоҙҙар әҙерләүсе мәктәпкә ошо һабаҡты индереү тураһында уйланғанығыҙ юҡмы?

- Хәҙерге заманда сәйәсәтте, иҡтисадты һәм йәшәйеште анализлаған тапшырыуҙар урыҫ телендә лә юҡ тиер инем. Ҙур телевидение анализлау, һығымта яһау кеүек етди әйберҙәр менән булышмай тиерлек. Тапшырыуҙар мәғлүмәт һәм пропагандаға йүнәлтелгән. Аңлы рәүештә шулай эшләнәме, әллә яңылышмы, әйтә алмайым. Төпкә төшөп анализлай башлаһаң, кәрәкмәгән нәмәләр килеп сығыуы бар. Ә былай, саптырып ҡына өҫтән генә үтеп китһәң, йәтеш тә инде. Беҙ балаларҙы фекер төйнәргә, ваҡиғаларға үҙ ҡараштарын булдырырға өйрәтергә тырышабыҙ. "Тамыр селтәре" тигән мәктәп студиялары селтәрен булдырҙыҡ үткән йылда. Республиканың ун мәктәбе менән эшләйбеҙ. Балалар төшөргән социаль роликтар беҙҙе таң ҡалдырҙы. Ток-шоу ҙа ойошторҙоҡ. Тик әлегә коронавирус арҡаһында эш туҡтабыраҡ тора. Башҡортса публицистика, документалистика булдырыу-булдырмау беҙҙең үҙебеҙҙән тора. Сикләүҙәрҙе кеше үҙе уйлап сығара. Ҡурҡаҡлыҡтанмы, ялҡаулыҡтанмы, белмәйем.
Яңыраҡ "Тамыр" "Медиабренд" исемле хәтәр генә конкурста еңеүҙәр яуланы. Унда жюрила сит ил медиа белгестәре күп. Беҙ федераль каналдар менән бер рәттән ярышып, өс еңеү яуланыҡ. Башҡорт ауылы балалары тураһында, кейеҙ баҫыу, күн эшкәртеү, бәлеш бешереү кеүек һәр башҡортҡа яҡын булған төшөнсәләрҙе сағылдырған роликтар барыһын да таң ҡалдырҙы. Күптән түгел генә "ТЭФИ-kids" Рәсәй милли премияһы финалына "НТВ" һәм "Карусель" каналы менән бер рәттән "Тамыр" сыҡты тип хәбәр иттеләр. "Тау-тау хәбәр"ҙең балалары, әгәр жюри ғәҙел булһа, еңеү беҙҙеке буласаҡ, тип һалдырҙылар. Улар ике дәғүәсенең тапшырыуҙарын ҡарап өлгөргән икән. "Тау-тау хәбәр" кеүек көн дә тура эфирҙа эшләгән башҡа балалар тапшырыуы юҡ. Беҙ бит пандемия мәлендә үҙизоляцияла ла эфир эшләнек, тиҙәр. "Балалар хаҡлы", - тип көлә баш режиссер Әҙилә Һунарғолова.

Шулай итеп, һәр башҡорттоң балаһы башҡорт телле, моңло, рухлы булып үҫһен өсөн баһалап бөткөһөҙ эштәр эшләй "Тамыр" телеканалы. Милли кейемдәребеҙ, милли ризыҡтарыбыҙ менән генә лә беҙ үҙебеҙҙе донъяла таныта алабыҙ. Әммә үҙебеҙ туған телебеҙҙә һөйләшә белмәһәк, һөйләшергә теләмәһәк, бишек йырҙарын йырламаһаҡ йәки йырлай белмәһәк, әкиәттәребеҙҙе үҙ телебеҙҙә ишетмәһәк, тыңларға теләмәһәк, бөтә донъяла беҙҙе таныуҙары кәрәкме ул? Үҙен башҡорт тип иҫәпләгән һәр атай-әсәй шул хаҡта уйланһын ине...

Лена АБДРАХМАНОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.10.20 | Ҡаралған: 986

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru