«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ МИЛЛИ РИЗЫҠЛЫ АШХАНА, КАФЕЛАР КӘРӘК
+  - 


Уның хаҡында ҡыҫҡа ғына итеп, табип, журналист, йәмәғәтсе тип кенә әйтергә лә мөмкин. 1998 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағас, белем алыуын интернатурала дауам итә һәм артабан фән юлынан китә. Башҡорт дәүләт медицина университеты доценты. Бынан ике тиҫтә самаһы йыл элек йәмәғәт башланғысында БДМУ-ның "Медик" гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары булып эшләй. 2008 йылда инде үҙе баш мөхәррир, шеф-мөхәррир була. Ошо йылдар эсендә баҫма һәм уның етәксеһе күп тапҡырҙар Бөтә Рәсәй фестивалдәрендә һәм конкурстарында еңеү яулай, ә ул быйыл икенсе юғары белем алып, Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетын отличие менән тамамлай. БДМУ-ның мәҙәни-киң күләм эштәре бүлегенең журналистика бүлексәһе етәксеһе, журналист-магистр. Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан медиктары" төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе. Ошо барлыҡ эштәрҙе башҡарыусы Азамат РӘХИМҠОЛОВ - "Өфө башҡорто" рубрикаһы ҡунағы.

Бөгөн шундай заманда йәшәйбеҙ: кемдер дан-шөһрәт өсөн милләтен алмаштырыуға ла күп һорамай, бәғзеләр, киреһенсә, тамырҙарын юллап, үҙенең башҡорт булыуын асыҡлай. Һеҙ үҙегеҙҙең башҡорт икәнегеҙҙе ҡасан тоя башланығыҙ?

- Үҙемде айырым шәхес итеп тоя башлағандан, йәғни 3-5 йәштәр тирәһендә, тип әйтә алам. Ҡалала тыуһам да, өйҙә атай-әсәйем тик башҡортса ғына һөйләште. Атайым сығышы менән Миәкә районынан булһа, әсәйем Салауат районынан ине. Шуға күрә, бала саҡта мин хатта башҡа милләттәр бар икәнен башыма ла индермәнем.

Ә балалар баҡсаһы? Уларҙа балаларҙың икенсе телдә һөйләшкәне аптыратманымы?

- Бәхеткә күрә, микән, мин бер көн дә балалар баҡсаһына йөрөмәнем. Әлбиттә, баш ҡаланың Карл Маркс урамындағы мәктәпкәсә учреждениела урын да биргәйнеләр. Әммә унда барыу өсөн ҡаланың бер осонан икенсеһенә йөрөргә кәрәк ине. Баланы ыҙлатмайыҡ, тигәндәрме, әллә атай-әсәйгә иртән балалар баҡсаһына алып барыу уңайһыҙ булдымы икән, ләкин мин өйҙә өләсәй тәрбиәһендә ҡалдым. Ул ваҡытта ҡалала башҡорт балалар баҡсалары ла юҡ ине. Шуға күрә, башҡортса белеүем, үҙемде башҡорт итеп тойоуым менән, тәү сиратта, өләсәйемә рәхмәтлемен, сөнки атай-әсәй һәр саҡ эштә, күберәген өйҙә өләсәй менән икәүләп кенә донъя көтәбеҙ. Бөгөн өләсәй-олатай тәрбиәһе булмауы ла балаларҙың башҡорт телен белмәүенә йоғонто яһай, тип уйлайым. Сөнки ейән-ейәнсәрҙәренә әкиәттәр һөйләп, уларға бала саҡтан әсә теленең матурлығын, мөһимлеген һеңдереүсе олатай-әләсәйҙәр юҡ, уларҙы телевизор, смартфон-планшеттар һәм интернет селтәре алмаштыра.

Рус мәктәбендә белем алһағыҙ ҙа, өләсәй тәрбиәһе үҙенекен иткән - туған телдән ситләшмәгәнһегеҙ...

- Уҙған быуаттың 80-се йылдарында, үкенескә күрә, Өфөлә ни бары ике генә башҡорт мәктәбе бар ине - Фатима Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһы һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты. Һәм улар баш ҡалала йәшәүсе башҡорттарҙың башҡорт мәктәптәренә ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә алманы, шуға күптәр балаларын рус мәктәптәренә бирергә мәжбүр булды. Мин үҙем Совет районының 108-се мәктәбен тамамланым. Ул ваҡытта халыҡтың башҡорт мөхитенә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү даирәһе бик тар булды. Шуға ла минең өсөн ул ваҡытта башҡорт мөхите булып радио-телевидениелағы башҡортса тапшырыуҙар һәм атай-әсәйем алып йөрөгән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры спектаклдәре торҙо.

Илһөйәрлек, телһөйәрлек, мәҙәниәткә һәм халҡыңа һөйөү әсә һөтө менән инә. Уларҙы яһалма рәүештә һеңдереп буламы?

- Был төшөнсәләрҙең барыһы ла ғаиләлә тәрбиәләнә, нигеҙе ғаиләлә һалына, тиер инем. Тәү сиратта, бала үҙенең атай-әсәйенән өлгө ала. Әгәр улар ғаиләлә бер төрлө һөйләп, урамда йәки кеше алдында икенсе ғәмәлдәр ҡылһа, бала ла уларҙан күреп, шулай булырға кәрәк икән, тип уйлай. Саф күңелле бала өсөн атай-әсәй иң ҙур абруй, улар һәр нәмәне һеңдереп бара. Юҡҡа ғына, баланы түгел, үҙеңде тәрбиәлә, тимәйҙәр бит.

Шау-шыулы ҡалала ла һәр кемдең иң яратҡан, күңеленә һиллек биргән мөйөшө була. Һеҙҙең дә шундай территорияғыҙ барҙыр?

- Ауыл кешеһе өйҙән сыҡһа, шунда уҡ тәбиғәт ҡосағына сума - тирә-яҡта тауҙар, урман, ялан-ҡыр һәм саф һауа уратып алған. Уйлап ҡараһаң, ожмахтың үҙендә йәшәйҙәр. Башҡорт бит тәбиғәт балаһы, ул иркенлекте, азатлыҡты ярата. Шуға Өфөлә матур урындар күп булһа ла, мин бигерәк тә "Йәшел сауҡалыҡ" районын, "Ботаника баҡсаһы", "Урмансылар паркы", "ВДНХ" территорияларын яратам. Бәлки, ундағы йәшеллек, урман булыуы күңелемә тыныслыҡ бирәлер. Бәлки, ҡандағы башҡортлоҡ уяналыр.

Һеҙҙең өсөн нимә ул башҡортлоҡ?

- Башҡортлок - башҡорт халҡы тәбиғәттә, киң сәхрәлә йәшәгән дәүерендә туплаған барлыҡ ҡиммәттәр системаһы. Мин башҡорт, сөнки үҙемде башҡорт тип тоям, башҡортса һөйләшкән ғаиләлә үҫтем, бишек йырын миңә әсәйем менән өләсәйем башҡортса йырлаған, улар миңә башҡорт әкиәттәре һөйләгән, мин башҡорт әҙәбиәте һәм башҡорт сәнғәте нигеҙендә тәрбиәләнгәнмен. Тирә-яғымда башҡорт мәҙәниәтле кешеләр булды һәм улар миңә башҡорт менталитетын, ошо ҡиммәттәрҙе һеңдерҙе.

Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа башҡорт брендтары һиҙелеп үҫә, улар сауҙа нөктәләрендә лә күпләп күренә. Һеҙҙең гардеробта "Мин - башҡорт" тип ҡысҡырып торған кейемдәр бармы?

- Миңә был тема бик яҡшы таныш һәм мин уны ишетеп кенә түгел, ә үҙемдә татып беләм. 2016 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетында һөнәри әҙерлек үттем. Шунда Башҡортостан Республикаһы миҫалында "Территория брендингын үҫтереү" темаһына сығарылыш хеҙмәте яҙҙым. Гардеробымда башҡорт милли кейемдәрем бар. Шулай уҡ, медик булараҡ, башҡорт милли аш-һыуҙары менән ҡыҙыҡһынам, уның буйынса хеҙмәттәр ҙә яҙҙым.

Ғаиләгеҙҙә ҡыҙ үҫтерәһегеҙ, уға башҡортлоғон аңлатаһығыҙмы, әллә һайлау хоҡуғын үҙенә биреп ҡуйғанһығыҙмы?

- Мин үҙем дуҫтарым ғына түгел, хатта коллегаларым менән дә башҡортса һөйләшергә тырышам. Өйҙә лә башҡортса аралашабыҙ. Бала шуларҙың барыһын да күреп үҫә. Әлбиттә, хәҙер балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре бар, тотош ҡала башҡорттарының ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндермәһә лә, баш ҡалала башҡорт мәктәптәре һаны артты. Үҙем башҡорт мәктәбендә уҡый алмаһам да, ҡыҙым Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһында белем ала.

Өфө хәҙер күҙгә күренеп матурлана, сағыулана, әммә Башҡортостандың баш ҡалаһы булараҡ, уға нимә етмәй, нимәне үҙгәртергә булыр ине?

- Өфөбөҙҙө Европа ҡалаларынан һис тә кәм түгел, тип әйтергә лә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта мине һәр саҡ борсоған бер күренеш бар: башҡорт милли ризыҡтарын тәҡдим иткән кафе-ресторандар юҡ. Хатта ситтән килгән дуҫтарҙы ҡайҙа алып барырға белмәй баш ватаһың.

Бөгөн башҡорт милләте алдында торған иң ҙур проблеманы нимәлә күрәһең?

- Үкенескә күрә, ысын берҙәмлек тә, милләтте берләштереүсе аныҡ идеялы аныҡ ойошма ла юҡ. Ойошмалар күп, һәр береһе Крылов мәҫәлендәгесә үҙ яғына тарта, һәр береһе үҙен генә һәйбәт һәм лайыҡлы эш күрһәтәм тип уйлай. Ә халыҡ улар араһында өҙгөләнә - теге яҡҡа ла барып ҡарай, был яҡҡа ла килеп ташлана, әммә береһендә лә үҙ урынын таба алмай... Хәйер, был хәл бер беҙҙең халыҡҡа ғына ҡағылмай инде.

Үҙегеҙ ҙә журналист булараҡ, үҙ-үҙегеҙгә ниндәй һорау бирер һәм нисек яуаплар инегеҙ?

- Мине һәр саҡ ошо һорау борсой: ни өсөн уҙған быуаттың 50-70-се йылдарында Өфөлә йәшәгән башҡорттар үҙҙәренең туған телендә һөйләшергә оялған? Был һорауға яуапты мин белмәйем, әммә бик белергә теләр инем...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.10.20 | Ҡаралған: 550

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru