Аптыраным был ҡатынға,
Ҡыҙ таба ла, ҡыҙ таба.
Мин әйтәм малай хаҡында,
Докторға барып ҡара...
Шағир был юлдарҙы фәҡәт Кәримгә һәм уның ҡатыны Зөләйхаға арнап яҙған һымаҡ. Ҡулынан балтаһын төшөрөрлөк, атаһын шатлыҡ атына атландырырлыҡ, һис юғы, фамилияһын дауам итерлек йоморо ғына бер ҡара малай тапманы бит ҡатыны. Һис юғы берәүҙе. Орлоҡ өсөн. Атай нигеҙен кем һаҡлар?
Әллә Аллаһы Тәғәлә уларға малай лимиты бүлмәгән инде? Уларға ғына булһа, бер асыу. Кәримдең ир туғандары араһында ла һуңғы ун йылда малайлы кеше бөтөнләй юҡ. Шыр ҡыҙҙар. Гел ҡыҙҙар тыуыуҙы донъя тыныслығына, бәрәкәтле тормошҡа юрау ҙа бар халыҡта. Өлкәндәрҙең иҫләүе буйынса, Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан уларҙың ауылында тик малайҙар ғына тыуған. Герман һуғышы сығыр алдынан да шундай уҡ хәлдәр күҙәтелгән, тиҙәр. Кем белә, әллә уларҙың нәҫеленә Хаҡ Тәғәлә тик ҡыҙҙар ғына ебәреп, ниндәйҙер оло бәлә-ҡазанан аралаймы икән?
Ҡыҙҙарға бай булғандары өсөн Кәримдең затындағы ир-аттарҙы мәрәкәләп-шаяртып "ювелир оҫталары" тип атап йөрөтәләр. Имеш тә, ҡыҙ баланы донъяға яралтыу өсөн бигерәк тә атай кешенән ювелир оҫталығы, уның әйберҙәрҙе һырлағандағы нәзәкәтлеге, биҙәгәндәге нескәлеге, илаһи һәләте талап ителә икән дә. Ә малай тыуҙырыу өсөн арлы-бирле балта тотоп, утын яра белһәң дә етә, имеш. Бына һиңә кәрәкһә, мә! Берәү әйтер: ҡыҙ табыуҙың ни ауырлығы бар, бына һин малай табып ҡара! Ҡайһы берәүҙәрҙең әлегә туҙға ғына яҙған фекеренсә, әгәр ҙә ир кеше ҡатынын нығыраҡ яратһа - ҡыҙ бала, ҡатын ирен нығыраҡ һөйһә - ир балалар донъяға ярала, имеш. Бәй, ошонан һуң да Кәримдең хәләле, мине ирем яратмай, тип әйтеп ҡараһын. Ә бына һис малай тапмаған ҡатынына ул шулай тип әйтә ала. Хатта әйткәне лә бар.
Ир бала тыуҙырыуҙың ауырлығы ла бар, тиҙәр. Быныһын табиптар әйтә: ҡыҙ балалар сос, етеҙ була, мөҙҙәте етер-етмәҫтән әсәһенең балаятҡыһынан яҡты донъяға сығырға ашҡына, тибешә башлай. Ҡыҙҙарҙың ир затына ҡарағанда иртәрәк өлгөрөүе лә шул сослоҡҡа һәм етеҙлеккә бәйле. Малайҙар иһә, әллә инде үҙҙәрен мең михнәттәр көткән донъяға тыуырға теләмәйенсә, үжәтләнеп ята бирә, кендек аша әсәһенең һутын һурыуын ғына белә. Хәс тә ата-әсәһенең пенсияһына йәшәгән ялҡау бешәлкәһеҙ егет һымаҡ.
Ҡатын менән йоҡларға ятыр алдынан түшәк йә яҫтыҡ аҫтына балта һалыу тураһындағы лаҡап та тап ошо хәлгә бәйле. Имеш тә, был йоланың асылын аңламаған ситтән төшкән бер килен, ирем мине төндә сабып үлтерер өсөн балтаһын шунда һалып йоҡлай, тип уйлап, шикләнеп йөрөгән-йөрәгән дә, тегеһе был ғәҙәтен ташламағас, ахыр сиктә, милицияға мөрәжәғәт иткән. Улар йоҡларға ятыр алдынан килгән тәртип һаҡсылары. Йәш сержанттар. Улар ҙа был йола-ырым хаҡында белмәйҙәр икән. Протокол төҙөгәндәр. Йәш кейәү йоланың мәғәнәһен тегеләргә ҡат-ҡат аңлатып ҡараған. Тәүҙә унан көлгәндәр, аҙаҡ тегегә нығыраҡ бәйләнгәндәр. Һөҙөмтәлә кейәү баланы баллы-майлы айындағы йылы түшәгенән айырып, алып барып бикләп үк ҡуйғандар. Ваҡиғаның аҙағы нисек бөткәндер, иллә-мәгәр, ирем мине балта менән сабып үлтерә, тип милиция саҡыртҡан ҡатын бер-бер артлы дүрт малай тапҡан, тиҙәр. Ҡурҡышынан микән? Әллә теге ырымдың тәьҫире көслө булғанмы?
Зөләйха малай тапманы, уның ҡарауы, ике йылға бер тапҡыр береһенән-береһе гүзәлерәк, береһенән-береһе нәфисерәк, береһенән-береһе иркәрәк ҡыҙҙары берәм-берәм тупылдап тыуып ҡына торҙо. Исемдәрен дә әсәләренекенә оҡшатып ҡушырға тырыштылар: Зөлхизә, Зөбәйҙә, Зөлхәбирә, Зәлифә, Зөмәрә. Йорттағы бер түгел, алты "З" хәрефенә башланған исемдәрҙең тәүлек әйләнәһендәге туҡтауһыҙ яңғырашында Кәримдең башы "зыйылдап" ҡына торҙо.
Теге шағир дөрөҫ әйткән икән: ҡыҙ булһа ла, белдегеҙме, нисауа була икән дә. Ҡыҙ бала - наҙлы бала. Ҡыҙ бала күберәген атаһына тартылыусан. Зөләйханы республиканың биш бала табыусы әсәләре менән берлектә баш ҡалаға саҡырып, миҙал менән бүләкләнеләр. Тик атай кешегә һис юғы "Маладис атай" тигән маҡтау ҡағыҙы ла бирмәнеләр. Әммә күп балалы ғаилә башлығы булыуҙың заманына күрә бик күп кенә уңайлыҡтары, йәғни льготалары бар...
* * *
Бик-бик иртә өйләнде Кәрим. Атаһы менән әсәһенең бер-бер артлы фанилыҡҡа күсеүе лә быға булышлыҡ иткәндер. Атаһының васыят итеп әйткән һуңғы һүҙе лә шулай булды: "Кеше, улым, утыҙ йәшкә тиклем үҙе өйләнмәй, утыҙҙан һуң ҡурҡып өйләнмәй. Буйҙаҡлыҡта бәхет юҡ ул. Өйлән, ҡырҡ йәшеңә тиклем өйөң балалар тауышы менән тулмаһа, мәхшәр менән тулыр..." Тиңдәштәре әле әрмеләрҙән ҡайтып, институт-фәләнгә инергә, аҡсалыраҡ эшкә урынлашырға, тип ҡалаларға юлланған бер ваҡытта Кәрим ағайыбыҙ наҙлы кәләш ҡуйынында ине инде. Башҡалар белем эстәне, карьера яһаны, ҡалаларҙы яуланы, ә ул иһә урта мәктәпте тамамлағас, әрмегә барып килде лә, үҙенән өс йәшкә кесе Зөләйханы мәктәбен тамамалар-тамамламаҫтан әйттереп, аттестат алғас, туй ҙа үткәрҙеләр. Кинйә малай булараҡ, Кәрим атай йортонда тороп ҡалғайны. Зөләйха йортҡа килен дә, хужабикә лә, ҡәйнә лә булып төштө. Кәримдең һөнәре етмештән ашып китһә лә, махсус уҡып алғаны сварщик һөнәре булды. Атаһы тимерсенең улы ла тимерсе була инде.
Кәрим Зөләйханы балаға күмде. Әллә киреһенсәме икән? Зөләйха башта ҡалаларға ағылған әхирәттәренә көнләшеп ҡараны. Ҡалаға китәйек, тип иренә туҡтауһыҙ тылҡыны. Әммә һәр бер ынтылышы сиратта тыуған ҡыҙ балаға ҡарата хәстәрлек менән баҫырыла килде. Ғаиләлә ҡыҙҙар һаны артыу менән был ынтылыш кәмей-кәмей барып, аҙаҡтан бөтөнләй онотолдо.
Шартына килтереп эшләй ҙә, йәшәй ҙә белә ине Кәрим. Барыһына ла өлгәште ул: иҫкеһен ҡутарып, сарҙаҡлы итеп йортон да һалды, ҡураһы тулы мал, ҡош-ҡорт, баҡса артындағы урман ситендә умарталары геүелдәп ултыра. Баҡсаһында емеш-еләге, йәшелсә-фәләне күтәргеһеҙ булып уңа. "Ир хәстәрле булһа, ҡатын таҫтарлы" тиҙәр. Зөләйхаһы ла берҙе биш итергә тора.
Кәримдең тормошҡа ашмаған хыялдары ла бар. Бер түгел, икәү улар. Тәүгеһе йоморо ҡара малай булһа, икенсеһе - халыҡ телендә "Крузак" тип йөрөтөлгән "Ланд-Грузер" машинаһы. Тәүге хыялы, нимә генә итмәһен, үҙенән тормай - Хоҙай ихтыярында. Ә бына икенсеһенә килгәндә, Кәрим инде нисәмә йыл ир исемен күтәреп йәшәп, әҙәм рәтле машинаға тейенә алғаны юҡ.
"Ҡатын-ҡыҙ күрке - сепрәк, ирҙеке - ат". Был әйтем халыҡтыҡы иҫәпләнәме-юҡмы, иллә-мәгәр Кәрим йыш ҡына уны ҡабатларға ярата. "Ат" тигәне - хәҙергесә, машина. Быға тиклем Кәрим ауылда йәшәүсе күптәр һымаҡ 1-сенән башлап 15-сегә тиклемге "атамарка"ның кәттәһе "Жигули"ҙа елдереүҙе иң ҙур егетлеккә тиңләй ине. Әммә йәй башында үткән класташтары менән осрашыуы был мәсьәләлә уның ҡарашын теүәл йөҙ ҙә һикһән градусҡа үҙгәртте. Ниндәй генә "инәмаркаларға" атланып килмәгән ҡалаларҙа һәм ер шарының башҡа төбәктәрендә көн итеүсе класташтары? Уларҙың ҡайһы берҙәрен Кәрим хатта төшөндә лә күргәне юҡ. Уларҙың эргәһендә Кәримдең 15-се һанлы "Жигули"һы төҫһөҙләнеү генә түгел, интерьерҙы боҙған музей экспонаты кеүек. Хатта күренмәй ҙә. Эйәр һалған һыйырға, баҡтаһы ҡойолған һәүерек алашаға атланып килгән мәхлүктәй хис итте үҙен Кәрим. Уның намыҫсан йөрәге дөпөлдәп тибеп ҡуйҙы. Етмәһә, Себерҙә йәшәүсе класташы Сәмиғулла үҙенең һуңғы сириялы "Тойота"һы янында тороусы Кәримдең машинаһына ишаралап:
- Был машинаға магазинда запчастар бармы әле һаман да? - тип төрттөрөп һорау биреп ҡуйҙы.
- Булмаһа ни, мин бит сварщик. Үҙем тимерҙән әтмәләп алам, - тип класташының төрттөрөүен үҙенсә мәрәкәгә борорға теләне Кәрим.
- Ә, онотоп торам. Һеҙ бит "ювелир оҫталары…"
- Ҡыҙ яһау һиңә "Тойота" һатып алыу йә малайҙар әтмәләү түгел...
Кәрим Сәмиғулланың ике малайы барлығын, ҡыҙҙары булмауын иҫенә төшөрҙө. Тик класташы ла бирешерлек түгел. Оторо ярһыны ғына. Уҡтарын ире менән класташтар осрашыуына килгән Кәримдең ҡатыны Зөләйхаға тоҫҡаны.
- Ир аҫылы мал таба, ҡатын аҫылы ул таба, ти ҡарсәйем. Өйөң тулы ҡыҙҙар, йөрөгән машинаң музей экспонаты булғас, артабан ни әйтеп тораһың инде...
Кәримдең бармаҡтары үҙенән-үҙе йоҙроҡҡа төйнәлде. Асыуын теш араһына ҡыҫып, көскә йотоп, ул барыһына ла ишеттерерлек итеп:
- Тағы ла биш йылдан осрашҡанда бына ошо урында "Крузак" ултырмаһа, бына был фуражканы кейеп тә йөрөмәйем. Исемем дә Кәрим булмаһын... - Ул машинаһының капотына фуражкаһын сисеп бәрҙе.
- "Крузак"? - Сәмиғулла мыҫҡыллы йылмайҙы. - Уны һатып алырға аҡсаны ҡайҙан алмаҡсыһың? Ә-ә-ә... Онотоп торам, һин бит "ювелир оҫтаһы". Ҡыҙҙарыңды гастарбайтер үзбәктәргә һатһаң, алаһың инде...
Кәрим артабан түҙеп тора алманы. Бер-береһенә көҙгө әтәстәй ябырылып йәбешкән ике класташты көскә айырҙылар. Сәмиғулланан ғәфү үтендерҙеләр класташтары. Эскәнлегенә һылтанып маташҡан булды ул тәүҙә. Әммә табындағы башҡа ир-аттар уны яғаһынан нығыраҡ бороп алғас, тәүҙә әртисләнеп маташты, аҙаҡ майлаған ҡайыш хәленә килде. "Үҙе шаяртҡанды аңламай бит, ауылдан сыҡмағас, кеше менән һөйләшә белмәй..." тип аҡланды ул шулай ҙа, Кәрим менән Зөләйханан ғәфү үтенгәс. Эш үткәс. Әммә байрамдың ҡото киткәйне инде. Кәрим класташына тыныс күңел менән ҡарай алманы. Уға тиҙ генә машинаһына ултырып ҡайтып китеүҙән башҡа сара ҡалманы...
Ҡыҫҡаһы, Һаҡмар буйына йыйылған класташтарҙың был осрашыуы, дөрөҫөрәге, Сәмиғулла менән һүҙгә килешеүе, Кәримдең тормошона ҡырҡа боролош алып килде. Иллә-мәгәр, уның намыҫы ҡуҙғалды. Тағы ла биш йылдан уҙасаҡ класташтар осрашыуына "Крузак"ҡа атланып, барыһының да танауына сиртмәһәме, исеме, ысынлап та, Кәрим булмаясаҡ. Әлегә класташтарының береһе лә бындай машина менән маҡтана алмай.
"Асыулы сағыңда хөкөм сығарма, бәхетле сағыңда вәғәҙә бирмә", тип әйтәләр әйтеүгә. Кәрим ныҡ асыулы сағында барлыҡ класташтары алдында "Крузак" алмаһаммы, тип вәғәҙә биргәндәй булды. Ысынында иһә, үҙ-үҙенә хөкөм дә сығарҙы. Әйткән һүҙ - атҡан уҡ. Хәҙер инде ул шул һүҙендә, үлһә лә, торорға бурыслы. Кем уйлаһын инде: тап ошо осрашыуҙа Кәримдең тормошо ҡырҡа боролош кисерер, тип. Һе, мәле еткәс, бәлки, Сәмиғуллаға рәхмәт тә әйтер әле Кәрим. Тик әйтерме икән? Күрһәтер шул сағында ошо Сәмиғулла ишеләргә кемдең кем, нимәнең нимә икәнлеген. Көлкөләрен яңыртыр. "Ювелир оҫтаһы", имеш...
* * *
Талпыныуы сикһеҙ, ниәттәре ҙур булһа ла, маҡсаты ҡолас етмәҫлек, үрелеп ҡарайым тигәндә генә лә баштан кәпәс төшөп китмәле ине шул. Кәрим тәүлек әйләнәһенә ҡырҡҡа ярылып эшләһә лә, биш йыл эсендә ундайын машина һатып алырлыҡ аҡса туплай алмай. Береһен-береһе ҡыуалап үҫеп килгән ҡыҙҙарын да ҡарарға кәрәк. Ҡыҙҙар наҙлы, әммә ана шул наҙ өсөн дә түләргә кәрәк шул. Ҡыҫҡаһы, малайҙарға ҡарағанда ҡыҙҙарҙы тәрбиәләп үҫтереү кеҫә йәһәтенән ауырыраҡҡа төшкәнен ҡыҙ үҫтергән генә белә. Етмәһә, Зөлхизә менән Зөбәйҙәләре бер-бер артлы мәктәпкә барҙы.
Ауылда күптән инде эш урындары юҡ, колхоз-совхоздарҙың ҡолағанына ла биш былтыр. Оҙаҡ уйлаһаң, бер нәмә лә килеп сыҡмай. Иң тәүҙә һөҙөргә, шунан һуң ғына мөгөҙөңә нимә килеп эләккәнен байҡау лазым. Тәүәккәллек таш яра. Крәҫтиән балаһы крәҫтиәндәрсә эш итә инде. Тәүге йылында Кәрим ике йөҙ ҡаҙ себеше алып ебәрҙе, һимертергә өс баш башмағын айырып ҡуйҙы. Үҙенең һәм ауылдағы ташландыҡ ике өйҙөң картуфлыҡтарын силсәүиттән рөхсәт һорап һөрҙөрөп, өсөһөн дә мансылдырып картуф сәсте. Себеште көҙ һанайҙар. Ҡырпаҡ ҡар яуыуға, хужа усында төйөрөм генә аҡса барлыҡҡа килгәнен тойҙо. Тик был аҡсаһын ул кеҫәһенә, күптәр кеүек, банкҡа һалып ҡуйырға ашыҡманы. Аҡса аҡса эшләргә тейеш. Икенсе йылына ҡаҙ себештәренең, һимертергә ҡуйылған башмаҡтарҙың һаны ике тапҡырға артып китте. Ҡаҙҙар һәм башмаҡтарына ем, көрпә алырға ла аҡсаһы етте.
Тап ошо мәлдә ҡасандыр алынып онотолған пай ере барлығы Кәримдең иҫенә төштө. Хәҙер инде ул картуфлыҡтар менән ваҡланып торманы. Пай ерен күрше ауылдағы фермерҙы яллап һөрҙөрөп, уның техникаһы менән картуфын да сәстереп ҡуйҙы. Хәләл көс менән табылғандың ҡәҙерен белә Кәрим. Ҡаҙҙары менән башмаҡтарын һуйып, ваҡлап һатты. Ауылға килеп, күмәртәләп ит йыйып йөрөүселәргә әйләнеп тә ҡараманы. Баҙарға ит һатырға үҙе сыҡты. Йыйып алған картуфын ҡалалағы комбинаттың етәкселеге менән һөйләшеп, бер юлы тапшырҙы. Комбинаттың йөк машиналары тейәп алып китте уңышын.
Ҡырпаҡ ҡарҙа түбәһе күккә тейҙе. Кәрәкле сумманың яртыһынан күберәге тупланды ҡулына. Буйтым ғына. Яҡынса иҫәбе буйынса тағы бер йыл ынтылһа, алдағы йылда ихатаһында "Крузак" балҡып ултырасаҡ. Әлеге аҡсаһы ҡулдан да ундай машинаны алырға етерлек. Әммә был йәһәттән Кәримдең үҙ һүҙе лә бар: кәләште - ҡыҙҙан, машинаны - нулдән.
Малдар ҡышҡа ҡураға ингәс, тик ятырға ғына күнекмәгән Кәримдең күҙенә гәзиттәге бер иғлан салынды. Бер бай ғына миллионермы-миллиардермы, олигархмы-ала ҡараҡмы, яҡындағы ҡалала сауҙа үҙәге төҙөргә эшселәр йыя икән. Төҙөлөшкә сварщиктар талап ителә икән. Кастинг тигән нәҫтәкәй менән алалар икән. Оҙаҡ уйлап торманы, китте шунда. Ҡулы эш белгәс, моңмо ни? Тимерҙе төрлөсә иретеп йәбештереп ярыштылар. Ғариза биргән алтмышлап дәғүәсенән эшкә ҡабул ителгән бишәүҙең береһе Кәрим булып сыҡты. Ул эшкә көн һайын ауылдан үҙ машинаһында йөрөнө. Ике ҡулына бер эш. Алтын ҡуллы тырыш эшсене шундуҡ күреп тә алдылар. Үҙен иретеп йәбештереүселәрҙең бригадиры итеп тәғәйенләп ҡуйҙылар. Тәүге айҙарҙа хужа алдан вәғәҙә иткән эш хаҡының яртыһын ғына түләп килде лә, егеттәрҙең ышаныслы булыуы һыналғас, ҡалған сумманы ла бер юлы иҫәптәренә күсерҙе. Иш янына ҡуш булды Кәримдең көтмәгәндә ошо төҙөлөш бригадаһында эш башлауы. Был шөғөлө уға билдәләгән маҡсатына тиҙерәк барып етергә ярҙам итәсәк.
Әммә донъя бер алдын, бер артын күрһәтә тигәндәй, алдағы йәйҙең ҡоро килеүе, шул сәбәпле фуражға хаҡ артыуы, бесән наҡыҫлығы бәкәлгә һуҡты. Ауыл халҡы малын күмәртәләп һуйып, баҙарға тултырҙы һәм иткә хаҡ төштө. Картуф та йүнле үҫеп сыҡманы. Ҡатыны ҡыҙҙары менән көнө-төнө үҫентеләргә ҡоҙоҡтан һыу ҡойоп торһа ла, ямғырһыҙ картуфтың картуфы ла ырап үҫмәй икән. Кәрим ергә һәм башмаҡтарҙың, ҡаҙҙарҙың тамағына һалған сығымдан саҡ-саҡ ҡына, утыҙ процент самаһы ғына артыҡ килем ала алды. Иҫәп тотҡан суммаһы килеп сыҡманы.
Уныһы ғына етмәгән, донъя, ил кимәлендә башланған иҡтисади көрсөк Кәримдең алдына тағы ла бөтөнләй көтөлмәгән ауырлыҡтарҙы килтереп ҡуйҙы. Инфляция башланды. Бына-бына дефолт булырға тора тиҙәр банктар хеҙмәткәрҙәре. Эштәр улайға китһә, Кәримдең өс йыл буйы ҡара тирен түгеп йыйған хәләл аҡсаһына "Крузак"тың үҙен түгел, бер тәгәрмәсен дә һатып алыу мөмкин булмаясаҡ. Ул сағында инде ер тырнап, йә сәсеңде йолҡоп иларға ғына ҡала.
Бер көн Кәрим эштән ҡайтҡас, һәр ваҡыттағыса, киске ашҡа ултырҙылар. Ниңәлер ҡатыны Зөләйха иренең борсолоулы мәшәҡәттәренә битараф һымаҡ тойолдо. Туҡтауһыҙ йылмая, көлә. Бер-береһен бығаса һүҙһеҙ ҙә аңлай ине улар. Ир ҡырҡҡа ярылырҙай булып йөрөгән саҡта ҡатынының бындай ҡыланышын нимәгә юрарға ла белмәне. Был йәһәттән Кәрим яңылышмаған булып сыҡты. Зөләйха өҫтәл артынан тороп киткән ҡыҙҙарының ҡайһыһы ҡайҙа йүнәлгәнен көтөп кенә ултырҙы ла, үҙенең сәйер хәләтенең серен асып һалды.
- Кәрим, бөгөн район үҙәгенә барып, табипҡа күренеп килдем...
- Ауырыйһыңмы ни?
- Юҡ та...
- Атыу?
- Шул, мин тағы ла ауырға ҡалдым...
- Нимә?
- Ауырға ҡалдым, тием. УЗИ-нан ҡараныҡ...
- Кем?
- Ҡыҙ...
- Нимә?
- Нимә түгел, кем. Тиҙҙән ҡыҙыбыҙ була...
- Ҡасан тиҙҙән?
- Ғинуарҙа...
- Ниңә һин был хаҡта миңә иртәрәк әйтмәнең? Юҡ, ниңә иртәрәк ауырға ҡалманың?
Ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәренең мәғәнәһен аңларлыҡ хәлдә түгел ине Кәрим. Ул тәүҙә туҡтауһыҙ көлөргә тотондо ла, аҙаҡ ҡатынын бәпәй һымаҡ күтәреп, өй буйлап күтәреп йөрөтә башланы. Үҙе туҡтауһыҙ һөйләнде.
- Аптыранам был ҡатынға,
Ҡыҙ таба ла, ҡыҙ таба.
Мин әйтәм малай хаҡында,
Докторға барып ҡара...
Ғаиләләре өсөн лозунгҡа әүерелгән был шиғырҙы артабан Зөләйха дауам итте:
- Аптырағас, шул докторға
Үҙең бараһыңмы ни?
Ҡатын тапмаған малайҙы
Үҙең табаһыңмы ни?
Уларҙың кинәйәле итеп ирәүән шаярышыуын ҡыҙҙары ла күреп ҡалды. Тәүҙә төпкө бүлмәлә телевизор ҡараған Зөлхизә менән Зөбәйҙә улар янына йүгерешеп сыҡты. Ҡыҙҙар аталары менән әсәләренең алмаш-тилмәш һөйләгән шиғырынан шуны аңланылар: тиҙҙән уларҙың тағы ла бер һеңлеләре донъяға киләсәк. Һеңлекәштәре Зөлхәбирә, Зәлифә, Зөмәрә тыуыр алдынан да улар тап ошо шиғырҙы һөйләгәйне. Бер аҙҙан тыштан бәләкәй һеңлеләре йүгерешеп килеп инде. Айыу бейетәләр тиһеңме? Улар ишектән килеп инделәр ҙә, әсәләрен күтәргән аталарын күреп, ишек төбөндә йомош һорап ингән балаларҙай ҡатып ҡалдылар.
Бер аҙҙан ғаиләләге шатлыҡлы яңылыҡ уларға ла мәғлүм булды. Мәктәптә уҡыусы Зөлхизә менән Зөбәйҙә тиҙҙән донъяға киләсәк туғандарының әсәләренең эсендә икәнен беләләр ине инде. Тик береһенән-береһе бәләкәс Зөлхәбирә, Зәлифә һәм Зөмәрә кескәй туғандарын Һаҡмарҙан тотоп алалар тигәнгә ышанғас, был хәлгә тик үҙҙәренең йәшенә ярашлы кимәлдә генә ҡыуандылар, булһа кәрәк. Кис ятҡас, Кәрим менән Зөләйха алтынсы ҡыҙҙарына йола буйынса "З" хәрефенә башланған исем эҙләп, Зарина тигәндә туҡталырға булдылар. Ҡыҙҙарҙың тыуасаҡ һеңлеләрен ҡаршыларға нисек әҙерләнеүен күҙәтеүе оло бер кинәнес ине. Кемдер ниндәйҙер уйынсығын бер кем дә белмәгән ергә йәшерә, икенселәре кейем хәстәрләй, кәнфит, печенье, һағыҙ запаслай...
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА